Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2022, 21:30

Мәҙәни мираҫ объекттары ни хәлдә?

"Был боронғо йортто ышаныслы һаҡ аҫтына алырға һәм тергеҙергә кәрәк. Унда бер кемгә лә төҙөлөш башларға рөхсәт итмәйәсәкбеҙ".

Мәҙәни мираҫ объекттары ни хәлдә?
Мәҙәни мираҫ объекттары ни хәлдә?

Дәүләт мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары реестрына индерелгәндәр һаны буйынса Башҡортостан илдә 10-сы һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе Олег Полстовалов ошондай һандар килтерҙе.

Республикала 5 717 мәҙәни мираҫ объекты бар, һигеҙ тораҡ пункт федераль кимәлдә тарихи тораҡ пункт тип танылды. Был муниципалитеттарға уңайлы ҡала мөхитен булдырыу һәм бәләкәй ҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн федераль аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Йылайыр районы хакимиәте Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығынан район үҙәгендәге Спас-Преображение ҡорамын тергеҙеүгә 70 миллион һумдан ашыу аҡса алды.

Республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығына Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһынан Мәләүез районындағы Воскресенка ҡорамын, Өфөләге Благовещенский монастырын, Архангел районындағы Михаил-Архангел сиркәүен тергеҙеү тураһында тәҡдимдәр килгән. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәте Аппаратына муниципаль власть органдары һәм дини конфессия вәкилдәре менән берлектә ғибәҙәт йорттарын төҙөкләндереүҙе берлектә финанслау өсөн Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына ғаризалар әҙерләргә ҡушты.

Республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Олег Полстовалов Венгрияның Католик университеты белгестәре ҡатнашлығындағы археологик тикшеренеүҙәр хаҡында хәбәр итте.

– Венгрия ғалимдары – беҙҙең республикала йыш булған ҡунаҡтар. Улар мадъяр этносының килеп сығышы мәсьәләләрен өйрәнә. Иртә урта быуат дәүеренә ҡараған Ҡараяҡуп ҡаласығы, Бустанай ҡурғанлы ҡәберлеге кеүек археология ҡомартҡылары көнбайышҡа хәрәкәт итә башлағанға тиклем Көньяҡ Урал төбәгендә ете боронғо венгр ҡәбиләһе булыуын иҫбатлай, – тине Олег Полстовалов.

Республика өсөн мөһим объект – Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр” номинация досьеһына әҙерлек тамамланып килә. Киләсәктә уны ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү күҙаллана. “Шүлгәнташ” тарихи-музей комплексында ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең күсермәләре һәм аудиовизуаль оҙатыу менән экспозицияны монтажлау тамамлана. Музей комплексы 2022 йылдың майында файҙаланыуға тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Бөрйән районында үткән күсмә кәңәшмә барышында “Шүлгәнташ” музей комплексын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерергә ҡушты.

– Уҙған шәмбелә Өфө буйлап эш сәфәре барышында беҙ ҡатмарлы хәлдәге мәҙәни мираҫ объектын – Бухартовскийҙар йортон ҡараныҡ, – тине төбәк Башлығы. – Был боронғо йортто ышаныслы һаҡ аҫтына алырға һәм тергеҙергә кәрәк. Унда төҙөлөш башлауҙы бер кемгә лә рөхсәт итмәйәсәкбеҙ.

Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә ҡаланың архитектура ҡомартҡыларын ремонтлау һәм тергеҙеү мәсьәләләрен өйрәнергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: