Роберттың нәҫелендә билдәле ҡурайсылар юҡ, әммә моңға ғашиҡ заттар булған. Төхвәтулла олатаһы ғына ни тора: Бөйөк Ватан һуғышында автомат тауышынан ялҡып ҡайтҡан ир-егет патефон музыкаһын ишетеп ҡала ла, күп уйлап тормайынса, өйөн һатып, шуны ала. Ә унан шундай көйҙәр урғыла! Оҙон ҡышты улар ҡатыны менән йорт урынына тиҙ арала йүнәтеп алынған мунсала үткәрә, уның ҡарауы – моң менән! Ә инде яҙын музыка менән әҫәрләнгән Төхвәтулла өр-яңы ҙур йорт һалып сыға. Бына бит ниндәй көскә эйә ул көйҙәр!
Ата-балалар рухы
Роберттың әсәһе Фәүзиә апай – һөнәре буйынса табип, атаһы Нәжип ағай – инженер-төҙөүсе. Әммә ғаилә башлығы бала сағынан моңға ғашиҡ булған. Беренсе эш хаҡына әле студент ҡына булған Нәжип баян һатып ала.
Ата-әсәнең хыялын балалар тормошҡа ашыра, тигән әйтем бар. Юлдашевтар балаларында моңға һөйөү тәрбиәләй. Өлкән улдары музыка менән шөғөлләнһен өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙыралар. Сит илдән кларнет һатып алып ҡайталар. Ана шул рәүешле йәш музыкант ата-әсәһенең хыялын тормошҡа ашыра башлай ҙа инде. Тәүге сығыштарынан уҡ башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы үҙе өсөн тормош юлдашына әйләнерен тойоп уйнағандай була ул.
1997 йылда Роберт Ғата Сөләймәнов исемендәге профессиональ ҡурайсылар конкурсында Гран-при яулай, 1998 йылда иһә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ярышта уға шулай уҡ төп бүләк эйәһе булырға насип итә. Шул уҡ йылда төрки халыҡтар араһында ойошторолған музыканттар конкурсында Роберт Юлдашевтың халыҡсан, юғары профессиональ кимәлдәге сығышына баһалама ағзалары хайран була.
Ул – Гран-при эйәһе! Еңеүҙәр артынан яңы бейеклектәр көтөп тора уны: 2002 йылда – Бөтә Рәсәй В. Андреев исемендәге музыканттар конкурсында – беренсе урын, 2003 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурста – Гран-при. Бөгөн инде Роберт Юлдашев – ҡурай моңон, башҡорт халҡының борондан юлдашы булған музыка ҡоралын, уның аша милли сәнғәтебеҙҙе донъяға танытҡан Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ҡурайҙың яңынан сәхнәләрҙе яулап, был сәнғәт төрө мәктәбе тергеҙелә башлаған осор ине. Был моңдоң халыҡ күңеленә нисек танһыҡ икәнен әйтеп аңлатып та бөтөрөрлөк түгел. Ҡурайсыларҙың сәхнәгә сығыуы була, тамашасы алҡыштарға күмә, күҙҙән тәгәрәп йәш аға. Әйтерһең, ҡурай моңо беҙҙе боронғоға алып ҡайта, ата-бабалар рухын тергеҙә. Радио, телевидение аша ҡурай моңо яңғырай башлаһа ла, халыҡ шул тауышҡа ынтыла – был ҡан хәтеренең, рухи хәтерҙең уяныуы кеүек ине.
Исемле ҡурайсылар менән бергә тап шул йылдарҙа Роберт кеүек йәштәр ҙә ҡулына ҡурай алды. Бер ҡараһаң, шул уҡ ҡурай, шул уҡ көйҙәр, әммә бөтәһе лә бер төрлө уйнамай икән. Ҡурай ҙа бөтә кешенең ҡулында бер үк төрлө итеп моңланмай шул.
Роберт ҡурайға, гүйә, башҡаса йән өрҙө. Уның бар күңелен, йөрәген һалып уйнауы тәүге сығыштарынан уҡ күренде. Шәхсән Юлдашевтың моңо башҡаларҙыҡынан айырым. Был – башҡаса башҡарыу оҫталығы. Бының серен үҙем өсөн асырға тырышам. Роберттың саф башҡортса һөйләшеүенә, сәхнәлә үҙен бик халыҡсан тотоуына ҡарап, тәүҙә мин уны ҡала малайы икән тип уйламағайным да. Ә ул баш ҡалабыҙҙа башта махсус музыка мәктәбен, аҙаҡ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған булып сыҡты. Әммә ауыл ерен күрмәй үҫкән егет тип тә әйтеп булмай: каникулдары ата-әсәйҙең тыуған яғында ауылда үткән – балыҡ тотҡан, һыбай йөрөгән, урман-ҡырҙар гиҙгән. Кем белә, тап ана шул бала сағында уның күңеленә ҡурай моңо инеп оялағандыр ҙа.
Ул – мәшһүр оҫта
Тәүге мәлдәрҙә йәш ҡурайсыға республиканан ситтә сығыш яһауы күпкә еңелерәк була, сөнки уҙған быуат аҙағында ҡурайға иҫке әйбергә ҡараған кеүек кешеләр ҙә табыла, әммә Роберт быға иғтибар итмәй. Ҡурай менән ҡурайсының дуэты берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, сөнки башҡарыусы көйләгән моңдарының тарихын һөйләй, моң менән бергә йәш быуын, замандаштары араһында аңлатыу эше лә алып бара.
Йәнә лә шуға иғтибар иттем: Роберт сәхнәгә һәр саҡ бер төрлө милли кейемдә генә сыҡмай. Бигерәк тә хәҙер ул күберәк этник башҡорт кейеменә өҫтөнлөк бирә. Уның сәхнәләге һәр сығышы үҙе бер рухи тамашаға әүерелә. Уның ҡурайы хәҙер Рәсәйҙең күп ҡалаларында сығыш яһаны: Новороссийск, Барнаул, Череповец, Дондағы Ростов, Екатеринбург, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр, тарихи Башҡортостан ерлеге...
Хәтерләһәгеҙ, бер мәл Роберт Юлдашев Рәсәйҙә киң билдәле музыкант Николай Носков менән сығыш яһаны. Носков – легендар “Парк Горького” ансамбленең етәксеһе. Улар элекке СССР дәүләтендә, сит илдәрҙә лә бик популяр ине. Бер ҡараһаң, рок менән ҡурай бергә сығыш яһар ҡоралдар кеүек тә түгел төҫлө. Ә бына Николай Носков, ҡурай – ул рок-музыка ҡоралы, тип иҫәпләй. “Роктыҡы кеүек үк, ҡурайҙың да үҙ овердрайвы бар. Донъяның ҡайһы илдәрендә генә мин үҙемдең ансамблемә рухы тура килгән музыка ҡоралын эҙләмәнем?! Америкала ла, Тибетта ла тапманым, ә ҡурай көйөн ишетеп, тап ошо моңдоң беҙгә кәрәклеген аңланым”, – ти ул. Роберттың Носков менән бергә сығыштарын Рәсәйҙең күп ҡалаларында тыңланылар.
Ҡурайсының кескәй сағындағы, студент йылдарындағы хыялы тормошҡа ашты – ҡурайҙы хәҙер бар Ер шарында тыңлайҙар. Был моң эйәһенең тап Уралда яралыуын, башҡорт музыка ҡоралы икәнен дә беләләр. Роберт Юлдашевтың уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, илебеҙ баш ҡалаһында ҡурайға ҡарата тамашасының яҡты мөнәсәбәтен күреп, уҡыусыһының сығышына һоҡланып һөйләгәнен хәтерләйем. Эйе, ҡурайҙың илаһи моңо, тәбиғи асылы тамашасыларға тылсымлы көс кеүек ҡағыла, имләй, дауалай.
Роберт үҙенә ҡурайҙың серен асышҡан уҡытыусыларына рәхмәт әйтә: Хәмит Әхмәтов, Әҙеһәм Исҡужин, Абдулла Хәлфетдинов, Ишҡәле, Сәйфулла, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар уға үҙ ижадын табырға ярҙам күрһәткән, ҡурайҙың борондан килгән традицияларына нигеҙләнеп, бөгөн дә заман һыҙланыуҙарын, кәйефен сағылдырыу һәләтен асыуға булышлыҡ иткән. Ул шулай уҡ Мөхәммәт Түлебаевтың, Азат Айытҡоловтың ҡурай уйнауын үҙ итә.
Бөйөктәрҙең береһе әйткән бит әле, таланттың бер проценты – тәбиғәттән, ҡалған туҡһан туғыҙы – эшһөйәрлектән, тип. Әлбиттә, бер ҡараһаң, талантты проценттар менән билдәләп тә булмай. Әммә тәбиғи һәләте булып та, уны үҫтермәгән, талантын юғалтҡандар ҙа юҡ түгел. Робертҡа килгәндә, уның тәбиғи һәләтен үҫтереүенә бар замандаштар шаһит. “Ҡурайсы” төркөмөн булдырып, ул ижадташ дуҫтары менән бергә ҡурайҙың данын тағы ла киңерәк тарата.
Ул – оҫта. Һәр төрлө көйҙө тамашасыһына бары тик үҙенсә, Робертса итеп еткерә белә. Ул ҡурайы менән уртаҡ тел таба белгән, шуға ла сығышы Ҡурайсы менән Ҡурай дуэты кеүек ҡабул ителә.
Борон-борондан ҡурайҙың ҡеүәтле моңға эйә булыуы билдәле. Уралда тыуған был музыка ҡоралы, әйтерһең, үҙенә Ер шарының ғына түгел, бар Йыһандың моңон йыйған. Шуға ла күптәр ҡурай моңо ағылғанда уның тәрәнлеген, тәбиғилеген тоя, уның күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеүен һиҙә.
“Серҙе сисергә ярамай...”
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы фекер йәшәй Рәсәй музыканттары араһында. Әгәр Носков овердрайв тураһында әйтһә, йырсы Гарик Сукачев, ҡурай моңонда Мәңгелектең үҙе ишетелә, ти. Роберт кеүек үк, Рәсәйҙең был ике музыканты ла ҡурайға ғашиҡ, улар ҡурайҙың илаһилығына һоҡлана, тәбиғи көсөнә, тәрәнлегенә хайран ҡала. Әйткәндәй, уларҙың дисктарында ҡурай моңо яңғырай: мәҫәлән, Носковтың ун ике йырында, Сукачевтың – икеһендә.
Тамашасыны тәрән сығышың менән арбар өсөн, ижадсының үҙенә лә даими үҫештә, рухи яҡтан бай булыу мөһим. Әлбиттә, быға бер көндә генә өлгәшеп тә булмай. Ысын ҡурайсы булыр өсөн ҡурайҙа уйнай белеү генә аҙ, ул – музыка ҡоралы ғына түгел, башҡорт халҡының асылы, изге ҡомартҡы, ата-бабаларыбыҙ тауышы. Ҡурайсының сығышында күңел, рух, зиһен, ата-бабалар ауазы терелә. Роберт ана шундай тәрәнлеккә иреште. Хатта был хаҡта ҡысҡырып һөйләргә тартынаһың, сөнки илаһи моң тынлыҡты ярата, шуға ла эстән генә “собханаллаһ” тибеҙ. Ҡурайсы Роберт Юлдашевтың сығышы беҙҙе халҡыбыҙ традицияларына, иманлы асылына ла бәйләй.
Роберт ҡурай менән үҙен ирекле тота. Илһамланып, үҙенсәлекле итеп уйнағанда, был музыка ҡоралын ғүмерҙә лә ишетмәгән кешеләр тәбиғи тауышҡа ғашиҡ була. Ҡурай уйнағанда ниндәй кисерештәр яулай икән күңелен, тип уйлағаным, хатта һорағаным да бар. Әммә Роберт: “Был илаһилыҡты ҡурайсы үҙе менән йөрөтә, шуға ла серҙе сисергә ярамай”, – тине.
Әгәр уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ҡурай моңонан күҙҙәребеҙгә йәш эркелһә, бөгөн дә бит ҡурай тыңлап, илаған, илһамланған кешеләр бихисап.
Роберттың сығышында йәнә лә бер сифат күңелгә яҡын – ул күңел һәм ниәт сафлығы. Борондан ҡурай юғары көстәр, илаһи донъя менән бәйләп торған моң эйәһе һаналған. Шуны тәрән тойған ҡурайсы тамашасыһына һис кенә лә битараф түгел. “Әгәр улар, иҫ киткес тәрән кисерештәр кисерҙек, күңелебеҙ сафланды, ти икән, был минең өсөн – иң ҙур баһа!” – ти ул. Эйе, ҡурай моңо тәрән яраларҙы уңалтырға һәләтле. Юҡҡа ғына элек-электән иң киҫкен мәлдәрҙә ҡулға ҡурай алып, ҡурайсы үҙенең генә түгел, тотош ырыуының һыҙланыуҙарын дауаламаған.
Ҡурайсының күп концерттарында булырға тура килде. Бер мәл оло йәштәге ир күҙ йәштәренә быуылып сығып китте. “Һеҙгә ярҙам кәрәкмәйме?” – тип артынан сыҡтым. “Мин ҡурай моңонда Алланың тауышын ишеткәндәй булдым... Бар булмышым аҡтарылды, ҡалдырығыҙ мине, бер үҙемә булырға кәрәк... Миңә ниндәйҙер еңеллек килде”, – тине ул.
Бөгөн Роберт Юлдашев ҡурайҙа башҡорт халҡының боронғо көйҙәрен генә түгел, тотош Рәсәй, сит ил эстрада музыкаһын, классиканы ла уйнай. Әйткәндәй, классик көйҙәрҙән уның айырым альбомы ла бар.
Ҡурайҙа һәр кем бар тәрәнлегендә уйнай алмай. Бында, алда әйткәнемсә, талант менән бергә тоғро фиҙакәрлек тә кәрәк. Роберт ҡурай менән уртаҡ тел тапҡан. Беҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев менән бер заманда йәшәүебеҙ, уның илаһи моңон ишетә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.
Лариса АБДУЛЛИНА.