Ауылдарыбыҙ халҡыбыҙ тарихының, милли ғөрөф-ғәҙәттәренең һандығы һымаҡ. Күптән онотолған ҡыҙыҡлы йолаларҙы һаҡлай улар. Яңыраҡ
Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы ағинәйҙәренең оҫталыҡ дәресен ҡарап, быға йәнә бер инандыҡ. Балаҫ һуғыу, сергетыш эшләү күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
– Халыҡ телендә беҙҙең ауылдың исеме – Ҡыпсаҡ. Күптәр беҙҙе ҡыпсаҡтар тип белә. Маҡсатыбыҙ – боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү. Элек бит һәр өйҙә тиерлек балаҫ һуғыу станоктары ултырған. Халҡыбыҙ, ғөмүмән, ҡул эштәренә оҫта булған. Киндерҙе һыуға һалып ебетеп, һабаҡтарын алып, сүбәгенән еп иләгәндәр. Кесерткәндән, йөндән дә еп эшләгәндәр. Бала саҡта, әле лә хәтерләйем, әсәйемдең һандығында киндер һарауыстар һаҡлана торғайны. Ана шул бай тарихыбыҙҙы йәштәргә өйрәтеү – беҙҙең бурыс. Үҙебеҙҙең эштәрҙе өлгө итеп алып килдек, улар араһында арҡыры, буй, аҫалы балаҫтар бар. Хәҙер станоктар еңел булғас, күсереп йөрөтөүе һис ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Иң ҡыуаныслыһы – йәштәр ҡыҙыҡһына, өйҙә ултырған йәш әсәйҙәр араһында ла өйрәнеүселәр күп. Сергетыш йәки ат өҫтөнә япма эшләргә лә оҫтарҙыҡ. Ауылыбыҙ бик әүҙем, әлеге көндә дәррәү “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, – тине Бөрйән ағинәйҙәре етәксеһе Зәкиә Муллағолова.
Оҫталыҡ дәресенең тап ошо йорт-музейҙа ойошторолоуы осраҡлы түгел. Элек төп иғтибар әҙәби сараларға йүнәлтелһә, хәҙер ҡул эше менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн “Зөһрә ханым оҫтаханаһы”н асып ебәргәндәр.
– Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың хәләл ефете Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Ғафури-Насирова иҫ киткес шәп ҡул эше оҫтаһы булған, шуға күрә бына ошондай оҫтахана асып ебәрҙек. Киләсәктә бындай осрашыуҙарҙы даими үткәреп торасаҡбыҙ, – тине Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратова.
Халҡыбыҙҙың аҫыл кәсептәрен һаҡлаған, уларҙы артабан таратыуға булышлыҡ иткән ағинәйҙәрҙең тырышлығы ла баһаланды. Уларға был көндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Әлеге осрашыу мәлендә Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова тураһында ла күп йылы һүҙҙәр ишеттек. Уның тырышлығы “Мәжит Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фондының төбәк йәмәғәт ойошмаһы дипломы һәм халыҡ шағирының миҙалы менән баһаланды. Музейҙағы саралар менән генә сикләнмәй, йәштәр, балалар менән дә тығыҙ эш алып барыуын өлгө итеп ҡуйҙылар.
Осрашыуҙа боронғо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар күп ине. Ололар ҙа, йәштәр ҙә оҫталарҙың дәресен отоп ҡалырға тырышты. Өфө урман техникумынан килгән студенттарҙан йәш ҡыҙҙар балаҫ һуғыу айышына төшөндө, ә егеттәр станоктарҙың эшләнеше менән ҡыҙыҡһынды. Тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, халҡыбыҙ ҡомартҡыларының юғалып ҡалмаясағына ышаныс ҙур.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.