Район үҙәге Раевка ҡасабаһында ике көн дауамында V “Быуаттарҙы быуатҡа бәйләп” республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы үтте. Унда 20 район һәм ҡаланан – Архангел, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Миәкә, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Учалы һәм башҡа төбәктәрҙән барлығы 50-ләп балаҫ оҫтаһы йыйылды. Тәүге тапҡыр был конкурс Әлшәй ерендә 2010 йылда ойошторола, хәҙер инде уны үткәреү күркәм йолаға әүерелгән. Байрамға Өфөнән дә абруйлы ҡунаҡтар килде, улар араһында әлшәйҙәрҙең яҡташы, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева ла булды.
– “Балаҫ байрамы” – ул ошо яҡтың бренды, тип әйтер инем. Миәкә, Дәүләкән, Бишбүләк, Әлшәй яҡтарының оҫталары балаҫ һуғыуҙың традицион үҙенсәлектәрен һаҡлап килә. Балаҫтағы биҙәктәр матурлыҡ өсөн генә ҡулланылмай, уларҙа боронғо мәғлүмәттәр һаҡлана, уларҙың сере, тәртибе бар. Төҫтәр ҙә, билгеләр ҙә уйланылған, балаҫ биҙәктәрендә тәбиғәт менән кешенең бәйләнеше сағыла. Хәҙер балаҫтың боронғо өлгөләрен һаҡлағандар һирәгәйә, оҫталар замансалаштырыуға күсә. Минең теләгем – тарихты, билгеләрҙең телен өйрәнһендәр ине, – тине сәсәниә.
Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, фестивалдә ҡатнашҡан балаҫ оҫталарын тәбрикләп, байрамдың боронғо шөғөлдәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм йәш быуынға өйрәтеү йәһәтенән бик әһәмиәтле булыуын билдәләне. Ысынлап та, был сара оҫталарҙың һәләтен баһалау менән генә сикләнмәне, теләгәндәр балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнә лә алды. Тимәк, киләсәктә ошо өлкәлә оҫталарҙың артыуына шик юҡ.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Әлибәков, үҙенең сығышын “Ҡош ҡото – ояла, халыҡтыҡы – йолала” тигән мәҡәл менән нығытып, фестивалдең мәғәнәһен асып һалды. Быйыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында ошондай сара ойошторолоуының айырыуса урынлы булыуын билдәләне.
Күргәҙмәгә эленгән балаҫтарҙың да, уны һуғыу ҡорамалдарының да ниндәйе генә юҡ! Һәр балаҫтың үҙ биҙәге, үҙ йәме. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылынан тирә-яҡта балаҫ оҫтаһы булараҡ дан ҡаҙанған Нәзиә Әхмәтвәлиеваға тап ошо конкурс үткәргән көндә 87 йәш тулды. Тәжрибәле балаҫ һуғыусы, жюри ағзаһы булараҡ, конкурста ҡатнашыусыларҙың оҫталығын баһалап ҡына ҡалманы, үҙенең белгәнен йәштәргә лә ихлас өйрәтте.
–16-17 йәш тирәһендә балаҫ һуғаһым килгәс, кофта һүтеп өйрәнеп киттем был эштең рәтенә. Элек ауылда балаҫ һуғыусылар күп була торғайны бит. Эшләй-эшләй оҫтара барҙым. Колхоз эшенә лә йөрөнөм, балаҫ та һуҡтым. Йәшерәк саҡта төнгө өстәргә тиклем станок янында ултыра торғайным. Кешеләрҙең һорауы буйынса ла күп эшләнем. Элек ҡыҙға бирнәгә лә балаҫ әҙерләнеләр. Бөгөн жюри составында булһам да, станогымды ла, балаҫтарымды ла алып килдем. Хәҙер белгәнемде йәштәргә тапшырам. Оҫталарға кәңәшем – боронғо биҙәктәрҙе онотмаһындар ине. Хәҙер әҙер йөн дә булғас, балаҫ эшләүе еңелерәк. Элек йөн иләп ултыра торғайныҡ бит әле, –тип һөйләне Нәзиә Фазлый ҡыҙы.
Был шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың, өйрәнергә теләүселәрҙең артыуы ҙур ҡыуаныс. Байрамда Әлшәй оҫталары бигерәк тә күп булып сыҡты. Ҡармыш ауылынан Лилиә Сәлимгәрәева менән әңгәмәбеҙ тиҙ беректе:
– Әсәйем йәш сағында балаҫты күп һуҡты. Миңә бала саҡта ҡыҙыҡ булғандыр инде, уның эш урынына инеп ултырырға ярата инем. Эргәһендә йомғаҡ йомғаҡлап ярҙам итеп, өйрәнеп киттем. Әсәйемдең балаҫ биҙәктәрен исемдәре менән әйтеп эшләгәне лә бәләкәйҙән күңелгә һеңгән: баҙыян, томалып килгән баҙыян, бәләкәй баҙыян, әҙрәс, айсыҡ, самауыр табаны... Төрлө төҫтәге ептәр әҙ генә артып ҡалһа, кәкерсәк итеп һуҡ, тип өйрәтә ине. Бына әле мин сулпы биҙәген эшләйем. Гел балаҫ һуғам тип әйтә алмайым, һағынып киткәндә бер ултырып эшкә тотонам. Балаҫтар – өйөбөҙҙә ҡәҙерле әйбер. Йәш сағында әсәйем һуҡҡан балаҫтар ҙа һаҡлана, хәҙер уға 91 йәш, – тип һөйләне Лилиә Биктимер ҡыҙы.
Әлшәйҙән йәнә бер оҫта Зәкирә Воронцова менән дә станоктағы эш мәлендә әңгәмәләшеп киттек. Бәләкәй Аҡҡолай ауылынан килгән апай балаҫ һуғыу эшен бала саҡтан белһә лә, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына, ныҡлап тотонған.
– Биҙәктәре ҡатмарлы булһа, балаҫ оҙағыраҡ һуғыла, ябай булһа – эш тиҙерәк бара. Ҡатмарлы биҙәктәр эшләгәндә, бер ултырғанда 10 сантиметрҙан күп китеп булмай. Аҫалы балаҫты Дим буйы биҙәктәре менән эшләйем. Белгәнемде башҡаларға ла өйрәтергә тырышам. Мәктәп уҡыусылары ла ҡыҙыҡһына, – ти ул.
Архангел районы Орловка ауылынан Фәһимә Хәлилованың да балаҫ һуғыуға тотоноуының үҙ сере:
– Хәҙер тиҫтә йыллап һуғам инде балаҫты, үҙемдең станогым бар. Был шөғөл минең күңел йыуанысы һымаҡ. Балаҫтарымды дуҫтарға, туғандарға бүләк итәм. Ейәнсәремә лә бирҙем. Балаҫ һуғыу – ул бала саҡтағы хыял. Элек минең класташ ҡыҙымдың әсәһе балаҫ һуға торғайны. Бик ҡыҙыҡлы тойола ине эш барышын күҙәтеү. Бәләкәйҙәге хыялым, хаҡлы ялға сыҡҡас, тормошҡа ашты, – тине оҫта.
Барлыҡ республиканан әллә күпме балаҫ оҫталары менән күрешеү форсатын булдырҙы әлеге фестиваль. Һәр береһенең үҙ алымы, үҙ биҙәге. Эленеп ҡуйылған балаҫтар күҙ ҡамаштырырлыҡ.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Миләүшә Моратованың эштәре лә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Балаҫ ҡына түгел, палантин, шәлдәр ҙә бар ине. Станоктарының да төрлөһөн алған.
– Бәйләмгә дәрт электән һалынған. Ете-һигеҙ йәштәрҙә Фәүзиә инәйем энә менән шәлдең уртаһын бәйләргә өйрәтте. Әсәйемдән ырғаҡ менән селтәр бәйләргә өйрәндем. Ҡартәсәйем балаҫ һуғыуға оҫта ине. Уның эшләгәнен дә күреп үҫтем. Шул ҡыҙыҡһыныу күңелдә йәшәп килгәндер инде. 2016 йылдан был шөғөл менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Тормош иптәшем ҙур станок та яһап бирҙе, уны урын ағас тиҙәр, күсереп йөрөтөп булмай. Унан тыш, бәләкәйе лә бар. Билбау һуға торған станокты ла ҡулланам, уны таҫма станок тип йөрөтәләр. Күргәҙмәгә яңы ғына тамамлаған сана шәлен алып килдем. Борон өләсәйҙәр атта йөрөгәндә ошондай ҙур шәлде бөркәнеп ултырған. Исеме лә шунан килеп сыҡҡандыр. Сепрәктән балаҫ һуғыу ҙа беҙҙең яҡтарҙа киң ҡулланылған, икенсе төрлө турпыша һуғыу тиҙәр. Ағинәйҙәр бүлмәһендә ҡыҙыҡһыныусыларға боронғо шөғөлдө өйрәтәм. Күрше ауылдарға, башҡа райондарға ла саҡыралар. Мәктәп уҡыусылары менән дә осрашып, белгәнемде йәш быуынға өйрәтергә тырышам. Былтыр районда “Турпыша” конкурс-фестивален үткәрҙек. Бөрйән, Баймаҡ яҡтарынан да килделәр. Әлеге байрам тураһында күптән ишетеп, көтөп йөрөнөм. Бик күп оҫталар йыйылған. Мин тағы ла нығыраҡ оҫтарырға тигән маҡсат менән килдем, – тип һөйләне Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы эшенән айырылған арала.
Бер көн менән генә сикләнмәне балаҫ байрамы. Икенсе көнөнә өлкәндәр, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Ҡыҙыҡһыныусылар күреп кенә ҡалманы, һорауҙарын бирҙе, үҙҙәре лә эшләп ҡараны. Фестиваль сиктәрендә түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Унда балаҫ һуғыуға ҡағылышлы төрлө сығыштар яңғыраны.
Конкурстың иң тулҡынландырғыс мәле еңеүселәрҙе иғлан итеү ине. Жюри оҫталар араһынан иң оҫталарҙы һайланы. Гран-при ике кешелә – “Туҡыусылыҡта халыҡ йолаларында инновация алымдары” номинацияһына Миәкә районынан Гүзәл Вәлитова, “Балаҫ һуғыуҙа классик йолаларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияһына Әлшәйҙән Зәкирә Воронцова лайыҡ булды. Бынан тыш, бер төркөм оҫталарға лауреат исеме бирелде, улар башҡа номинацияларҙа ла билдәләнде.
Балаҫ һуғыу ғына түгел, бығаса онотолған башҡа йолаларҙы күрһәтеү майҙанына ла әүерелде әлеге байрам. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫының ни тиклем бай, тәрән булыуына һәр кем инанып ҡайтҡандыр.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.
Әлшәй районы.