“Мине бәхетлеләр иткән донъяла берәү булыр”
Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА
Учалы ҡалаһы
Яҙғы сер
Аҡ күлдәкле аҡ ҡайыным
Тулышҡан наҙ-бөрөгә.
Әйтерһең дә, Яҙһылыуым
Күҙ йәшенә төрөнә.
Яҙҙарҙың етеүен көтөп
Ул йәшлеккә ҡайтканмы?
Иҫкән елдәр ҙә тибрәлтә
Йәм-йәшел алҡаларҙы.
Моңло ҡошсоҡ йыр сығарҙы
Аҡ ҡайында өҙҙөрөп.
Әллә серҙәре бар микән
Уртаҡлашыр көҙ көнө...
Ландыш
Күрсе ландыш — ынйы сәскә
Нисек биҙәнгән:
Әйтерһең дә, һылыу килен
Туйға төҙәнгән!
Ҡыңғыраулы алҡалары
Сыңлап китерҙәй.
Буй-һыны, үҙенә тартып,
Ғашиҡ итерҙәй.
Хуш еҫенән баш әйләнә,
Быуындар бушай.
Бына шундайын сәскәләр
Күптәргә оҡшай.
Имеш, ниндәй һөйкөмлө лә
Ниндәй яғымлы...
Тик шуныһы: был сәскәнең
Һуты... ағыулы!
Тормош тәме
Мине бәхетлеләр иткән
Донъяла берәү булыр.
Мин уның ҡанаты булһам,
Ул миңә терәү булыр.
Иңебеҙҙе иңгә ҡуйып
Үткәндә тормош юлын,
Һынауҙарҙа һынмаҫ инем,
Ҡулымда булһа ҡулың.
Сабыр итһәң, мин сыҙамлы —
Донъя булыр ырамлы.
Яҡты йондоҙом һин булһаң,
Мин булырмын таң нуры.
Шул түгелме үҙе бәхет,
Йәшәйештең бар йәме.
Әсе-сөсө, татлыһы ла —
Был бит тормоштоң тәме.