Бөтә яңылыҡтар

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ...

“Советтар үҙҙәрен аямай һуғыша, хатта яралылары ла эргәләренә яҡын ебәрмәй. Һыңар ҡулы саҡ аҫылынып торған бер сержант миңә һау ҡулындағы сапер көрәге менән ташланды, ярай әле уны шунда уҡ атып үлтерҙеләр. Ҡоторғандар, бында башҡа бер нәмә лә әйтеп булмай. Улар йыртҡыстар һымаҡ алыша һәм йөҙәрләп ҡырыла”.

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ...
ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ...

Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина

АҘАҒЫ.

БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-04-26/yaratam-tip-yt-almanym-2784067

ДАУАМЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-05-06/yaratam-tip-yt-almanym-2794450

ДАУАМЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-05-07/yaratam-tip-yt-almanym-2794485

* * *

Бына ул Хёвельхофтан Штукенброкҡа илткән тура юл. Унан ағылған осһоҙ-ҡырыйһыҙ колонналарҙы Эмма бик яҡшы хәтерләй. Әсирҙәрҙең ҡиәфәте ҡурҡыныс, кейемдәре йыртҡыланып бөткән, бәғзеләренең аяҡтары бысраҡ һәләмәләр менән уралған, ә күптәре бөтөнләй яланаяҡ...

Юлдың ике яғынан бейек булып үҫкән ағастар ул йылдарҙа йәп-йәш ине. Әсирҙәр уларҙың япраҡтарын өҙөп ауыҙҙарына тыға, ә конвой бының өсөн приклад менән туҡмай.

Фрау Зильберт кисә генә булған һымаҡ күҙ алдына баҫҡан ҡурҡыныс хәтирәләрҙән айнырға теләп башын сайҡаны, йыш-йыш һулыш алып туҡтап торҙо ла юл сатына ҡарап ҡатты. Күңел күҙе менән икһеҙ-сикһеҙ әсирҙәр ағылған юлға табан велосипедта елдергән егерме өс йәшлек Эммаға төбәлгәйне ул. Тиҙлектән, һалҡынса елдән бит алмалары ҡыҙарған, тулҡын сәстәре елдә туҙраған... Иҫ киткес сибәр ҡыҙ ине Эмма. Гүйә, арий расаһы ҡыҙҙарының эталоны итеп яралтылғайны: яурындарын ябып, арҡаһына төшөп торған ҡуйы алтын сәстәр, тән тиреһе яңы яуған ҡарҙан да ағыраҡ, уның аҫтында ҡан тамырҙары күкшелләнеп беленеп тора. Күҙҙәре салт-аяҙ июль күге төҫөндә – зәп-зәңгәр. Хатта кәүҙә оҙонлоғо ла стандартҡа тулыһынса тап килә – 170 сантиметр.

Көндөң болотло булыуына ҡарамаҫтан, Эмманың күңелендә ҡояш: яратҡан һәм яратылған ҡыҙға киләсәге тотош бәхеттән генә торған һымаҡ. Отто инде бер айҙан артыҡ Көнсығыш фронтта. Ул май аҙағында бөйөк фюрерҙың хәрәкәт итеүсе армияһына барырға теләген белдергән саҡта уҡ Германияны алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көткәне билдәле ине. Бының өсөн күрәҙәсе булырға кәрәкмәй, кинотеатрҙарҙа һәр бер сеанс алдынан күрһәтелгән кинохрониканы – “Дойче Вохеншау”ҙың аҙналыҡ сығарылышын ҡарау ҙа етә.

Ысынлап та, туҡтауһыҙ байрамдар, еңеүҙәр, парадтар, тантаналарҙан торған илерткес бер дәүер ине был: Польша, Дания, Норвегия, Бельгия, Голландия, Люксембург, Франция, Югославия, Греция – бер-бер артлы бөйөк фюрер һалдаттарының аяҡ аҫтына ҡоланы! Милләттең яңы теле асылған баланан алып, теше төшөп бөткән ҡартына тиклем “Бөгөн беҙ – Германияға хужа, ә иртәгә бөтә донъяға хужа буласаҡбыҙ!” тип йырлаған иң бәхетле йылдары! Бар халыҡтың бер-бер артлы еңеү яулап илде данға сорнаған һөйөклө фюрерға, уның ихтыярын бойомға ашырған ҡаһарман немец һалдатына ниндәй ҙә булһа һәйбәтлек эшләгеһе килә. Һәр бер еңеүҙән һуң Берлин яугирҙәрҙе, улар лайыҡ булған хөрмәт менән, аяҡ аҫтарына сәскәләр һибеп, тәбрикләй. Яралыларҙы бүләктәр, төрлө тантаналарға саҡырыу билеттары менән күмәләр, сибәр ҡатын-ҡыҙҙар уларҙың ҡосағына ҡоларға әҙер тора.

Ошоларҙы күреп рухланған Отто: “Германияның еңеүен байрам иткәндә һинең һөйгәнең артта торорға тейеш түгел. Мин еңеүселәр рәтендә торасаҡмын”, – тип армияға үҙе теләп, ашҡынып китте. Бынан бер йыл элек йәрәшеп, туйҙы июль аҙағына билдәләгән булһалар ҙа, Эмма ла көймәне. Алдарында сикһеҙ мөмкинлектәр һәм тотош ғүмер ҡосағын йәйеп торғанда туйҙы бер, уҙа барһа ике айға кисектереп тороу нимә инде ул!

Ә әле агрономлыҡҡа уҡып йөрөгән Отто – романтик ҡына түгел, үткер зиһенле, иҫәпсел кеше лә. Бай ер биләүсенең бәләкәйҙән эшләп үҫкән улы булараҡ, ул ваҡиғаларҙы алдан самалай белә: советтарҙың ерҙәрен яулап алғас, уларҙы эшкәртеү өсөн уның кеүек ҡаты ҡуллы, белемле хужалар кәрәк буласаҡ. Ә инде ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа “Рыцарь тәреһе” менән бүләкләнгән батырҙарын фюрер еңеүҙән һуң көнсығыш өлкәләрҙә ер менән бүләкләйәсәк” тигән хәбәр таралғас, икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй тураһында хыялланыу ғына түгел, һаташа башланы егет. “Күҙ алдыңа ғына килтер, Эмма, ҡара тупраҡлы уңдырышлы ерҙәр, күпме кәрәк, шул тиклем ҡолдар – әкиәт бит был!” – тип һөйләп туймай ине ул күҙҙәре янып.

Советтарға ҡаршы һуғыш башлағандан һуң килгән беренсе хатында Отто былай тип яҙғайны: “Беҙгә, был һуғыш иң күбендә бер өс аҙнанан тамамланасаҡ, тинеләр. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр ике-өс ай кәрәк булыр ул, тип фаразланы. Бер егет кенә “Йыл буйына барыуы ихтимал” тип әйткәйне, беҙ уны көлкөгә ҡалдырҙыҡ: “Ә поляктарҙы туҙҙырыу өсөн күпме кәрәк булды? Ә Францияны? Һин нимә, әллә оноттоңмы?”

Ысынлап та, артта күпме еңеү! Шуға күрә һәр кем немец һалдатының донъялағы иң шәп яугир икәненә һис тә шикләнмәне һәм еңелеү ихтималын башына ла килтермәне.

“Мин ашыға-ашыға Рәсәйгә төпкәрәк инә барам, сөнки Мәскәүҙе ни тиклем тиҙерәк алһаҡ, шул тиклем иртәрәк һөйгәнем менән ҡауышасаҡмын, – тип яҙҙы Отто. – Оҙаҡламай беҙ көткән тыныслыҡ көндәре килеп етер һәм беҙ, ниһайәт, ир менән ҡатын һәм, иң мөһиме, атай менән әсәй булырбыҙ”.

Тик июль үтте, август тыуҙы, әммә һуғыштың ахыры күренмәне. Ә Отто хаттарында оҙаҡлағанына аҡланған һымаҡ: “Советтар үҙҙәрен аямай һуғыша, хатта яралылары ла эргәләренә яҡын ебәрмәй. Һыңар ҡулы саҡ аҫылынып торған бер сержант миңә һау ҡулындағы сапер көрәге менән ташланды, ярай әле уны шунда уҡ атып үлтерҙеләр. Ҡоторғандар, бында башҡа бер нәмә лә әйтеп булмай. Улар йыртҡыстар һымаҡ алыша һәм йөҙәрләп ҡырыла”, – тип яҙа ине. Ысынлап та, Мәскәүҙе биноклдән күреүҙәренә ҡарамаҫтан, ни өсөн һаман еңә алмағандарын аңлай алмай ине ул: “Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы, Эмма, летчиктары һуңғы сиккә тиклем алыша, таранға бара. Улар үҙҙәренең ерҙәге комиссарҙарынан үлемдән дә нығыраҡ ҡурҡалармы икән ни?”

Шуға күрә әле әллә нисәмә километрға һуҙылған колоннаға Эмма ҡапма-ҡаршылыҡлы кисерештәр ҡойононда ҡарап торҙо: имәнес тә, нәфрәт тә, ҡурҡыу ҙа, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә ҡыуаныс та, ризаһыҙлыҡ та тоя ине ул. Ҡыуаныс, сөнки былар шулай күпләп бирелә икән, Отто оҙаҡламай еңеү менән ҡайтасаҡ. Тик ниңә ошо тиклем хәшәрәттәрҙе алып килеп бөйөк Германияның ерен бысратырға кәрәк булды икән, уларҙы үҙҙәрендә генә юҡ итеп булмаймы ни?!.

1941 йылдың авгусында "Фелькишер Беохтер" гәзитенең хәбәрсеһе был лагерь тураһында: “Беҙҙең күҙ алдында ысын мәғәнәһендә әҙәм аҡтыҡтарының хайуани көтөүе пәйҙә булды. Большевиктар Россияһының хәшәрәт бер өлөшө, кеше тоҡомоноң иң түбән, иң имәнес, иң йыртҡыс вәкилдәренең йыйылмаһы! Улар үҙҙәренең енәйәтсел ғәйебен төшөнөп, беҙгә ҡурҡып, шик менән ҡарай. Нимә булыр улар менән?!” – тип яҙғайны. Былай тип гәзит хәбәрсеһе генә түгел, Вестфалияның бөтә халҡы уйлай, совет хәрби әсирҙәрен “унтерменш” – кеше булып етлекмәгән хайуани заттар тип ҡабул итә һәм ҡурҡа-ҡурҡа уларҙы, зоопарктағы йыртҡыстар һымаҡ, күрергә килә торғайны.

Бына, ниһайәт, колонналар үтеп бөттө тиерлек... Эмма юлдың ике яғынан да йыйылып киткән байтаҡ халыҡтан алда сығып өлгөрөргә теләп велосипедының педаленә баҫты, шул саҡ көтмәгәндә иң арттан тәнтерәкләгән бер хәшәрәт әсир ҡапыл ҡолап китте лә эпилепсия өйәнәге тотҡандағы һымаҡ башын ергә һуғып дерелдәй башланы. Быны көтмәгән һәм ҡуҙғалып өлгөргән Эмма уның өҫтөнә барып менмәҫ өсөн велосипедын ҡапыл борған ыңғайға йығылып китте, ашыға-ашыға һикереп торҙо ла үлем ғазабынан муйыны уңайһыҙ итеп шаҡарылған әсирҙең ағы әйләнеп барған күҙҙәре менән осрашты. Мәхлүк һуңғы һулышы менән бергә нимәлер хырылданы...

Был шул тиклем тиҙ булды – ул арала иң арттан килгән конвой, тағы бер нисә кеше Эмма янына йүгереп килде. Ә ҡыҙ һаман әсирҙең етек сәстәре, һаҡалының һәр бер төгө ҡурҡыныс итеп йыбырлағанына текләгән дә киткән. Шул саҡ ҡапыл был үлектә шул тиклем булып бет мыжғығаны аңына барып етте һәм ул, ҡурҡыныс сырылдап, велосипедын ташланы ла кире йүгерҙе. Ошо ваҡиғанан һуң Эмма был унтерменштарҙы Отто хыялланғанса ҡол итеп тә күрергә теләмәй, киләсәктәге биләмәләренә француздарҙы, һис юғында поляктарҙы алырбыҙ, тип ниәт ҡора башланы.

“Дойче Вохеншау”ҙың август аҙағындағы сығарылыштарының береһендә әсиргә төшкән үзбәк, ҡаҙаҡ һәм башҡа азиаттарҙы күрһәттеләр һәм диктор ул кадрҙарға: “Бына былар большевиктарҙың кеше булып етлекмәгән заттарының бер нисәһе генә,” – тигән аңлатма бирҙе.

* * *

Фәрхинур барҙы ла барҙы. Йонсоуҙың сигенә еткән меңәрләгән әсир араһында эләгә-тәгәрәй ул да атланы. Ят ер, ят күк, ят һауа...

...Бына уларҙы ошо юл буйлап ҡыуҙылар. Астан ҡырҡылған бисаралар ошо ботаҡтарҙан япраҡ өҙөп ҡапҡан өсөн туҡмалды. Бына ошонда һөрлөктө, бына ошонда ҡанһырап йығылды, бына ошонда приклад менән туҡмай-туҡмай аяҡҡа баҫтырҙылар...

“Ошо залимдар ауылыма, Фәрхинурыма, балаларыма барып етһә... – ошо хәлендә лә сикәләрен ҡыпһыуыр һымаҡ ҡыҫҡан ауыр уйҙарынан, сарыһыҙлыҡтан үрһәләнә ине Нурулла. – Тамуҡ яҡын ғына, ҡул һуҙымында икән ул, Фәрхинур: берәй әҙәмдең күңеленә яуызлыҡ оялап, мәрхәмәт юҡҡа сыҡһа, ундай әҙәм башҡалар өсөн үҙе тамуҡҡа әйләнә икән. Бәндәнең шул ҡәҙәре яуызлығын, сәсәп әҙәмлектән сығыуын уйлап-уйлап та аңлап бөтөрлөк түгел. Беҙҙе мал һымаҡ күрәләр, тиер инең, беҙ бит малға ла аяп ҡарай торғайныҡ, улар өсөн дә эсебеҙ яна ине...

Ниһайәт, беҙҙе сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратып алынған, мөйөш һайын ҡарауылсы вышкалары ҡуйылған урынға алып барып баҫтырҙылар. Аслыҡтың сигенә барып еткәйнек, кискә саҡлы бер бөртөк үлән ҡалманы, кем селәүсен, кем тамыр соҡоп ашай...

Көн артынан көн үтеп, туҡтауһыҙ ямғырҙар башлағас, беҙгә өң һымаҡ нәмә соҡорға рөхсәт ителде. Кем сыбыҡ осо, кем ҡалағы менән маташа, эт һымаҡ бармаҡ менән ер тырнаған ҡайҙа... Ашығабыҙ, арыҡ тәндең аҡтыҡ хәле барҙа баш осона ышыҡ кәрәк. Бер ҡырыйҙа тиҫтәләгән көрәк ята – алырға рөхсәт юҡ. Шунда нисектер аңланым, Хайран – беҙ фашистарға хатта ҡол, эшсе көсө булараҡ та кәрәк түгелбеҙ. Әгәр ҙә мин әҙәмлектән сыҡһам, уларға шул рәхәтлек бирәсәк. “Улар бит кеше түгел ине, улар хатта хайуан да түгел ине, шуға күрә беҙ Ер йөҙөн уларҙан таҙарттыҡ”, тип, үҙҙәрен аҡлар һәм донъя алдындағы енәйәттәрен ҡаплар өсөн уларға беҙҙең әҙәмлектән сығыуыбыҙ кәрәк. Шуны аңлау йәшәргә көс бирҙе миңә: тимәк, алышымды дауам итә алам әле; бурысым – кеше булып ҡалыу. Ә нимә ул кеше булыу, Хайран? Был һорауға яуап һин үҙең бит: игелек, киң күңел, һәр бер йән эйәһенә мәрхәмәт. Эргәмдә мәрхәмәткә мохтажлыҡ күп, яҡыныма арҡа терәп йылымды уртаҡлашһам да, мин һаман кеше булып ҡалам әле. Ә мине юҡ итергә теләгән дошман кейеме йылы, ҡиәфәте туҡ, һыны тура, ҡарашы тәкәббер булыуға ҡарамаҫтан – әҙәмлеген күптән юғалтҡан. Эйе, әҙәм балаһының, ҡанһыҙлығы менән үҙен ни тиклем түбәнгә төшөрөргә һәләтле икәнен күрҙем мин уларға ҡарап.

Ошо аңлау рухымды нығытты, йәшәүемә мәғәнә бирҙе. Ниндәй генә ғазап кисерһәм дә киләсәгебеҙ хаҡына тере ҡаласаҡмын, тинем. Керпегеңдең күбәләк ҡанатылай елпелдәп иренемде ҡытыҡлауын тойорға, Нурия ҡыҙымдың ҡояш еҫе сыҡҡан өлпәк сәсен күкрәк тултырып һуларға, имән тубырсығы һымаҡ тығыҙ тәнле Нурлығаян улымды һауаға сөйөргә, уның сыңғырҙатып көлгәнен ишетергә үҙемә-үҙем вәғәҙә бирҙем. Һәр аҙымымды уйлап баҫырға, фашисҡа зыян итә алмаһам да, яҡшылыҡ эшләмәҫкә: шахтаға ебәрҙеләр – аяғымды имгәттем, заводта – бармағымды ҡырҡтырҙым. Ахырҙа әсирҙәр өсөн ағастан аяҡ һауыттары яһаған оҫтаханала эшкә ҡуштылар. Үҙем кеүектәргә файҙам тейә, тип ҡыуанған булдым. Әҙәм балаһына шундай ғына булһа ла ҡыуаныс кәрәк икән ул, Хайран.

Ә бер көндө лазаретҡа индереп һуҙып һалдылар – ни булғанды аңламай ҡалдым мин. Ҡанымды ала башланылар: еңелеү белмәгән ата-бабамдың мыҡты ҡаны фашист тамырҙарынан ағасаҡ, балаларымдың йәнен ҡыйырға атлыҡҡан вәхшиҙең ағзаларына минең ҡаным ҡеүәт бирәсәк... Сараһыҙлығымдан үрһәләндем, тик һуң ине. Аҡтыҡ ҡаным менән яуызлыҡҡа хеҙмәт итмәҫ өсөн, миңә үлемдән башҡа юл ҡалдырманы фашист... Бер нимәгә ҡарамайынса тере ҡалырға, һеҙгә әйләнеп ҡайтырға ҡарар иткәндә, был золомдоң мөмкинлеге уйыма ла килмәгән ине... Тик фашист йәшәүгә юлымды тотош ҡамаланы. Үҙемә лә, һеҙгә лә меңәр мәртәбә ҡабатлаған вәғәҙәмде боҙмаҫҡа сарам ҡалманы шунда, Хайран!” 

* * *

Һуғыш ҡыҙа бара, Отто һаман ҡайтмай, Көнсығыш фронтҡа ирҙәр көндән-көн күберәк кәрәк, шуға күрә “вермахт ярҙамсылары” тип ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла төрлө эштәргә йәлеп итә башланылар. Был ваҡытта Эмманың ағаһы менән ҡустыһы ла фронтта ине. Шуға күрә берҙән-бер ҡыҙҙарын әсәһе үҙҙәренән алыҫҡа ебәргеһе килмәне һәм Эмма Хёвельхоф вокзалына эшкә урынлашты. Ошо вокзалға. Шуға күрә бындағы йыртҡыслыҡ гелән уның күҙ алдында барҙы.

Эшкә килә ятаһың, ә юл ситендә инде бер нисә үлек аунай. Сөнки сентябрь баштарында лагерҙа барактар төҙөй башланылар, шуға күрә меңәрләгән әсирҙе ете километрға буласаҡ барактар өсөн щиттар алырға ҡыуалар ине. Яурындарына ауыр йөк һалған ауырыуҙар йәки хәлһеҙҙәр юлда ҡолаһа, уларҙы приклад менән туҡмайҙар, штык менән сәнсәләр йә атып үлтерәләр. Башҡалары ел иҫкәнгә сайҡалып, көс еткеһеҙ йөктән эйелеп конвойҙарҙың типкеләүе, сәнскеләүе аҫтында яй ғына алға тәнтерәкләй. Щитты иң тәүҙә алғандар ныҡ алға китә, ә иң һуңғыларына уларҙы йүгерә-атлап ҡыуып етергә тура килә, ә һуштан яҙып йығылғандарҙы башҡаларына щитҡа һалып лагерға алып ҡайтырға тура килә. Йыш ҡына конвойҙар бер нисә кешене этеп йыға ла, йөктәре аҫтында баҫылып ҡалған кешеләрҙән көлөп күңел аса.

Быға шаһит булған кешеләр ҙә был мәрәкәгә йылмайып тамаша ҡыла, сөнки Геббельстың тәүлек әйләнәһенә “әҙәм аҡтыҡтары”, “ҡоторған йыртҡыстар”, “азиаттар өйөрө” тип атаған пропагандаһы, йәлләп тормай юҡ итергә, Ер йөҙөнән һепереп ташларға, донъяны уларҙан тиҙерәк таҙартырға саҡырыуы һәр бер немецтың ҡолағында туҡтауһыҙ яңғырап тора.

Ноябрь аҙағында Оттоның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр килде. Эмманың ҡустыһы Ганс Сталинград йүнәлешендә һуғыша ине. Ҡыш уртаһында уның да хаттары килеүҙән туҡтаны. Бары шунда ғына еңел еңеүҙәрҙән иҫергән Германия айныға һәм ысын һуғыштың нимә икәнен аңлай башланы, ахыры. Әммә Геббельс: “Беҙ көнсығышта шул ҡәҙәрем күп ерҙәр яулап ала алдыҡ, хәҙер үҙебеҙгә нисек уңайлы, шул тиклем оҙаҡ һуғыша алабыҙ. Беҙгә хәҙер түҙемлек кенә кәрәк! Түҙемлек! Еңеү – ваҡытҡа ғына бәйләнгән”, – тип йыуатты.

1943 йылдың йәйендә Эмманың өлкән ағаһы һәләк булды. Ғаиләләрендә СС гәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Зигфрид менән айырыуса ғорурлана торғайнылар. 1941 йылдың июлендә уларҙы фронтҡа оҙатыр алдынан рейхсфюрер Генрих Гиммлер үҙе сығыш яһап: “Был – идеологиялар һәм расалар һуғышы. Бер яҡтан беҙ – арийҙар расаһының ҡиммәттәренә нигеҙләнгән национал-социализм идеологияһы, икенсе яҡтан 180 миллион халыҡ – исемдәрен дә әйтергә ерәнес расалар һәм милләттәр өйөрө. Уларҙың әшәке булмышы шундай ки, уларҙы бер нисек тә үҙгәртеү мөмкин түгел, бары тик һис ҡыҙғаныуһыҙ атырға, бер ниндәй мәрхәмәтһеҙ юҡ итергә, Ер йөҙөн уларҙан таҙартырға тура киләсәк”, – тигән бурыс йөкмәткәйне. Иң һуңғы кистә, табын артында Зигфрид был тарихи осрашыу хаҡында тулҡынланып һөйләгәндән һуң, бөтә ғаиләләре менән “амин” тип аяғүрә баҫып шнапс күтәрҙеләр. Ә Эмма үҙенең “180 миллион!” тип тетрәнгәнен, ә ағаһының уны “беҙ бит баштан-аяҡ ҡоралланғанбыҙ, был бит моторҙар һуғышы” тип тынысландырғанын яҡшы хәтерләй. Бына шул ҡаһарман Зигфрид хәҙер юҡ инде... 

Күп йылдар үткәс, шул осорҙағы карикатураны күреп, рәссамдың ни тиклем хаҡлы булғанын уйлағайны Эмма: Гитлер бер ҡулына тимер тәре тотҡан, икенсеһе менән ҡәбергә күрһәтә. Аҫта яҙыу: “Мин һеҙгә дан менән ер вәғәҙә иткәйнем. Хәҙер һеҙҙең тегеһе лә, быныһы ла булды”.

Әммә күпте теләп һуғышҡа атлыҡҡан һәм ҡайҙалыр Мәскәү эргәһендә ятып ҡалған Оттоның тәреһе генә түгел, хатта ҡәбере лә юҡ, ә Зигфридтың иҫтәлеккә тик тимер тәреһе генә ҡайтты. Бөйөк Германия өсөн арий расаһының иң һылыу вәкилдәрен тапҡаны менән ғорурланған һәм малайҙарын антик аллалар менән сағыштырған әсәһен өлкән улы хаҡында “фюрер өсөн батырҙарса һәләк булды” тигән яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә, тимер тәре лә йыуата алманы. Ул ҡапыл биреште, ҡаты ауырып, бер нисә ай ғазапланып ятҡандан һуң, һөйөклө малайҙары киткәс, дөм-ҡараңғыға әйләнгән яҡты донъя менән хушлашты. Нисәмә йылдар буйы күптәрҙе көнләштереп йәшәгән татыу, өлгөлө ғаиләнән атаһы менән Эмма ғына тороп ҡалды.

Әсәһен  юғалтыуҙан айнып та өлгөрмәнеләр, улар ғорурланған, улар ышанған бөйөк Германия юҡҡа сыҡты. “Улай булырға тейеш түгел, түгел ине, – тип үрһәләнде Эмма Раббынан ғәҙеллек талап итеп. – Улар бит Аллаһыҙ советтарға ҡаршы Һинең исемең менән барғайны”.

Шулай ҙа яҙмыш атаһы менән Эмма өсөн дә ҡыуаныс һаҡлаған икән. 1947 йылда Ганстан хат килеп төштө: бәхеткә күрә, ул Сталинград тамуғынан ҡотолоп әсиргә эләккән булған, ә 1954 йылда инде үҙе ҡайтып инде. Элекке шаян, көләс, сибәр егет урынына алдарында күҙҙәре төпкә батҡан, арҡаһы көмрәйгән, ап-аҡ сәсле таныш түгел кеше баҫып тора ине. Апаһының йәлләп ҡарауынан уның ирен ситенә йылмайыу ишараты ҡунды: “Әгәр ҙә һин мине әсиргә төшкән сағымда, Сталинградтан сыҡҡанда күрһәң, ҡайһылай матурайып киткәнһең тип һоҡланыр инең”, – тине ул. Күргәне бар ине Эмманың. Совет, Америка, Англия кинохроникаларынан әсиргә төшкән немец һалдаттарының йәлләүес йөҙҙәрен бөртөкләп тиерлек әллә нисә тапҡыр ҡараны ул. Йөрәге ҡанһыраһа ла, араларында таныш йөҙҙәрҙе эҙләне, Отто менән Ганс булһасы, тигән өмөтө күҙҙәрен йомолмаҫҡа мәжбүр итә ине. Тик ул был хаҡта ҡустыһына бер ҡасан да һөйләмәне, уны аяны, сөнки ҡиәфәте генә түгел, ҡылыҡ-фиғеле лә үҙгәргәйне Ганстың: тиҙ генә ҡыҙып китә, йәки сәғәттәр буйы бер нөктәгә төбәлеп уйланып ултыра, юҡтан ғына истерикаға бирелә.

Бер мәлде табын артында ул ҡапыл күгәренеп һикереп торҙо, алдында торған кофеһы салт аҡ өҫтәл ябыуына түгелде.

– Был нимә? – тине ул йыбырлап китеп барған энә күҙәүендәй генә бөжәккә күрһәтеп. Бер аҙ тынысланғас, ғәфү үтенеп: – Миңә бет һымаҡ күренде лә... – тип көлгән булды. Өҫтәлде йыйып алғандан һуң, һауыт-һаба йыуырға тотонған Эмма янына килде лә, таҫтамал алып, тәрилкәләрҙе ҡороторға кереште.

– Ҡурҡма, апай, мин псих түгел, тик ул бөжәктәр үҙәгемә үтеп бөткән, – тине. Шунан таҫтамалын ситкә һалып, тәмәке тоҡандырҙы ла балкон ишегенә һөйәлде. – Ҡырҡ өсөнсө йылдың 30 ғинуары ине. Иҫемдә ҡалған, сөнки икенсе көнөнә Паулюс, ниһайәт, капитуляция иғлан итте – әгәр ҙә шул тиклем һуҙмаған булһа, унар меңләгән кеше иҫән ҡалыр ине. Беҙ Иоһанн менән темеҫкенеп, берәй ашанты табып булмаҫмы тигән өмөт менән емереклектәр араһында тәнтерәкләп йөрөйбөҙ. Эргәлә меңәрләгән ярым яланғас үлектәр аунай. Ярым яланғас, сөнки кейергә эшкашҡан нәмәләрен әлегә тере яуҙаштары сисеп алып бөткән. Мәйеттәргә иғтибар итеүсе юҡ – күнегелгән. Был емерек ҡала, үҙе өсөн үс алған һымаҡ, беҙҙе ғәмһеҙ-хисһеҙ тере мәйеттәр өйөрөнә әйләндергән инде. Тере мәйет, сөнки хатта үҙеңдең үлемең дә ҡурҡытмай. Күпме йөрөгәнбеҙҙер, ара-тирә осҡан осраҡлы снарядтарҙың береһе шартланы ла Иоһаннға ярсығы килеп ҡаҙалды. Алыҫ түгел яралылар ятҡан подвал барлығын белә инек, дуҫымды шунда һөйрәп алып инеп, әпен-төпөн яраһын бәйләгән булдым. Врач, медицина ярҙамы тигән нәмә күптән юҡ ине инде. Ҡанды күп юғалтыуҙан Иоһанн өшөй башлағас, уны йылытырға тырышып ҡосаҡлап яттым да онотолғанмын. Күпме ятҡанмын, йоҡлағанмынмы, һушһыҙ булғанмынмы, ниндәйҙер йыбырлауҙан иҫемә килдем, битемде һыпырып ҡараным да ҡотом осто: эргә-тирәмдәге үлектәрҙең беттәре, миллионлаған беттәр, хужаларының һыуынған тәндәрен ташлап миңә күсә. Имәнестән нимә эшләргә белмәй атылып тышҡа сыҡтым, ерҙә аунайым, ҡар менән битемде, ҡулымды һыпырам... Хәҙер уйлаһаң, ҡурҡыныс һаташыу һымаҡ...

Эшенән туҡтап тыңлаған Эмма бер һүҙ ҙә өндәшмәне, юлда ятып йән биргән хәшәрәт әсирҙең дерелдәгәнен күҙ алдынан ҡыуырға тырышып ҡабат һауыт-һабаға тотондо.

– Миңә ун биш йәштәр булғандыр, йылдағыса диңгеҙ буйында ял итә инек. Беҙ көн һайын Зигфрид менән иртәле-кисле оҙаҡлап һыу инәбеҙ. Айырыуса ҡояш байып барған саҡта матур: беҙҙең ҡарайып янған тәнебеҙ һуңғы нурҙар яҡтыһында алтынға мансып алынған һымаҡ күренә. Бер көндө әсәйем киске ашҡа саҡырып яр буйына үҙе килде. Тулҡындар менән уҙышып ярға сығып килгән өлкән улының мыҡты, камил, һомғол кәүҙәһенә һоҡланып ҡараны ла:

– Улдарым Аполлондың үҙе һымаҡ матур, – тип арҡамдан һөйҙө. Шул сағында мин әсәйемдең йөҙөнән уға Алла әсәһе булыуҙың ни тиклем татлы икәнен күрҙем. Ысынлап та, беҙ үҙебеҙгә үлемһеҙ булып тойола инек. Беҙ Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарҙан да өҫтөнөрәк – был әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ ләззәт сығанағы. Һиңә арий расаһы булып тыуыу бәхете насип булған, һин камилһың – бер кемгә лә, бер нәмә лә иҫбатлауҙың кәрәге юҡ... Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙе аллалар итеп тойоу бәхете биргән бөйөк фюрер өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға ла әҙер инек, – тип дауам итте Ганс. – Оттоға ер, Зигфридҡа дан кәрәк ине, ә мин һуғышҡа советтарҙың әҙәм кимәленә күтәрелеп етмәгән бәндәләрен Ер йөҙөнән юҡ итеү миссияһы менән барҙым. Мин танкыларға ҡаршы барырға, кешелек цивилизацияһына янаған ҡырағай азиаттарҙың боғаҙынан алырға әҙер инем. Әле иһә, һөйөклө әсәйемдең “алла”һы, миллионлаған беттәрҙән таланып, үкерә-үкерә бысраҡ ҡар өҫтөндә аунайым! Ә эргәмдә унар меңдән ашыу минең һымаҡ “алла”ларҙың боҙ булып ҡатҡан мәйете аунай һәм улар хәҙер хатта беттәргә лә кәрәк түгел. Әлбиттә, мин былай тип уйларлыҡ, ниндәйҙер һығымталар яһарлыҡ хәлдә түгел инем, әммә мин шуларҙы тойҙом.

Беҙгә бит большевиктарҙан яҡшыраҡ, өҫтөнөрәк булыуыбыҙ һеңдерелгәйне. Ә ҡайһы яғыбыҙ менән яҡшыраҡ? Ундай һорау хатта әсиргә төшкәс тә башыма килмәне. Ысынында, Сталинградта ла, алыҫ төньяҡтағы лагерҙа ла миндә тик бер генә нәмә – ашау ҡайғыһы була торғайны.

Йәп-йәшмен, ҡот осорғос ябыҡмын һәм асмын. Иртән күҙемде тырнап асҡандан алып, төндә ҡара упҡынға ҡолап төшкән һымаҡ онотолғансы бер генә уй: ашау, ашау, ашау... Форсат тейеү менән яҡындағы ауылға һоранырға барам. Кемдер теш араһына ҡыҫтырырлыҡ берәй нәмә бирә, күптәр бирмәй, сөнки үҙҙәренә лә наҡыҫ. Бер көндө йәнә яурыныма утын түмәре һалып сығып киттем. Ҙур ғына өйҙөң ишеген барып ҡаҡтым, өлкән генә ҡатын асты. Түмәремә ымлайым: “Утын кәрәкмәйме?” Йылмайҙы ла, һарай яғына күрһәтә: стена буйлап ыҡсым итеп өйөлгөн бихисап утын. Боролоп китергә торған еремдә өйгә әйҙәне. Индем. Аш еҫенән башым әйләнеп китте. Әҙәмсә өҫтәл артына ултыртты, ҡуйы, тәмле йәшелсә ашы һалып бирҙе, икмәк телеп тотторҙо. Усына яңағын терәгән килеш текләп ултырҙы ла:

– Бала ғынаһың бит, – тине. “Нишләп минең илемә баҫып индең?” – тип һораманы. Башы менән стенала эленеп торған фотоларға ымланы: – Бәлки, минең уландарым да ҡайҙалыр тинтерәп йөрөйҙөр ҙә уларға ла берәйһе ошолай игелек итер, – тине.

Үҫкән саҡта беҙгә мәрхәмәт, һөйөү тураһында бик күп һөйләнеләр: өйҙә лә, мәктәптә лә, сиркәүҙә лә... Бөйөк Германияны, фюрерҙы, ата-әсәңде, яҡыныңды, һәм, әлбиттә, Алланы яратыу тураһында, Алланың икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәте һәм һөйөүе хаҡында. Мин бит үлтерергә лә һалдат ҡайышымдың айылында “Gott Mit Uns” – Алла беҙҙең менән – тигән һүҙҙәрҙе ялтыратып барҙым. Ә бында, беҙ Аллаһыҙ тип һанаған Рәсәйҙә, стенаһында коммунистик хеҙмәт алдынғыһы тигән маҡтау ҡағыҙҙары эленеп торған өлкән ҡатындаң өйөндә Алланың ысын мәрхәмәте менән һөйөүен тойҙом. Алла уның менән түгел, Алла уның булмышында икәнен тойҙом.

Оҙаҡ ваҡыттар эсендә беренсе тапҡыр ҡорһағымдағы рәхәт ауырлыҡтан ирәйеп лагерға китеп барғанда ирекһеҙҙән “Минең әсәйем уның әсиргә төшкән улына шулай яҡшылыҡ эшләр инеме икән?” тип уйланым да, үҙ-үҙемә: “Юҡ, эшләмәҫ ине”, – тип яуап ҡайтарҙым.

“Һуң беҙ уларҙы “унтерменш”, хайуан тип һананыҡ бит, – тип уйланы Эмма. – Мин уларға икмәк биреү түгел, йәшәргә лайыҡтар тип тә ҡараманым". "Ҡараманым һәм ҡарарға ла теләмәйем!" – тип ҡысҡырғыһы килде уның. Нисә йыл элек кенә беҙ ни тиклем бәхетле, ә донъябыҙ ҡайһылай күркәм ине! Шуларҙың барыһы ла ҡайҙа булды һуң?”

“Ни өсөн шулай? Быға кем ғәйепле?” – тигән һорауҙы хатта үҙенә бирергә лә ул әҙер түгел ине. Моғайын, тап шул мәлдәлер, Эмма барыһын да яңынан башларға ҡарар итте. Бөтә көсөн йыйып үткәнде томаланы ла ғүмер юлын өр-яңынан башлап алып китте.

* * *

Тыуа-тыуғандан ошонда йәшәһә лә, Эмманың бер ваҡытта ла был юлды йәйәү үткәне булмаған һәм уның хәлһеҙ кеше өсөн ни тиклем алыҫлығын белмәгән икән. Тотош бер ғүмер оҙонлоғо юл, ғазап, ҡайғы, вәхшәт юлы. Алтмыш дүрт йыл буйына көтөрлөк, өс мең километр араны йүгереп килеп етерҙәй булып һағынырлыҡ, шундай мөхәббәткә лайыҡ булырлыҡ кешенең ошо юлдарҙан йөрөгәне... Шул бысраҡ, түбәнһетелгән, туҡмалған, иҙелгән кешеләрҙең һәр береһенең ҡайҙалыр ошолай һағынып көткән кешеләре булғаны... Шуларҙың барыһы өсөн үкенес уның күңеленең ҡасандыр таш һымаҡ ҡатырылған тәрәнлегенән бүҫелеп килеп сығып боғаҙын йыртты... Һыҡтау булып яңғыраны, әсе йәш булып сикәһен өттө.

Үҙе атланы, үҙе иланы, нисәмә тиҫтә йылдан һуң барыһын да – яттарҙы ла, үҙенекеләрҙе лә, шул иҫәптән үҙен дә ҡыҙғанып иланы ул. Ошо юлдан үҙенең күптән үтергә тейеш булғанын уйлап иланы.

* * *

Барҙы ла барҙы Фәрхинур. Ете саҡрым түгел, етмеш ете тапҡыр ете ине был ғазап юлы. Аяҡтары үҙҙәре зыяратҡа алып килеп еткергәс, алдында иҫәпһеҙ-һанһыҙ булып теҙелеп киткән ҡәбер бағаналарын күреп иҫе-аҡылы китте. Күпме ҡәһәр, ғазап, рәнйеш, әрнеү... Нисек барыһын да ҡуйыныңа һыйҙыра алдың һин, эй, тупраҡ?! Нишләп шундай ҡәһәрҙәргә дусар булдың һин яҡты донъяның был күркәм төбәге? Аҫтарыңдан һыу түгел, ыу урғыла инеме, нисек шундай ҡәбәхәттәр тыуып үҫте һиндә? Әсәләрҙең аналығы йәһәннәмгә әйләнеп, тамуҡта яныр яһилдарҙы яҡты донъяларға тыуҙырҙымы? Әллә әсәләрҙең түшенән хәләл һөт урынына йылан ағыуы эркелә инеме? Нишләп шундай ҡәбәхәтлектәр ҡылынды ошо күк аҫтында? Ошо күктәргә донъяға гел хайран ҡалып, һоҡланып баға торған яҡты күҙҙәреңде мөлдөрәтеп... – Фәрхинурҙың боғаҙына йыртырҙай булып ҙур төйөн тығылды, – мөлдөр-мөлдөр-мөлдөр итеп, йәнең ҡыйналып, нисә мең тапҡырҙар ҡараның икән, йөрәккенәм?!

Күңеленең әрнеүле һамағы аҫтында меңәрләгән ҡәбер таштары араһында аҙашты Фәрхинур... Һәр береһе өсөн ата-инәһе, йән һөйгәндәре, балалары ҡан-йәш түгеп илаған ғәзиз бәндәләрҙең аҫыл һөйәктәрен ҡаплаған ошо тупраҡҡа баҫып торған аяҡтарын ялҡын ялмап, түҙгеһеҙ өтөп алды ла, сараһыҙҙан йәшел сирәмгә тубыҡланды. Һаҡ ҡына яурынына ҡағылғанға башын ҡалҡытты.

– Ул бында, – тине Элиас. – Саҡ ҡына арыраҡ.

Меңәр саҡрымдарҙы йүгерә-атлап, хәле бөтә ҡалһа имгәкләп килергә әҙер булған аяҡтары бер нисә аҙым ҡалғас быуынһыҙланды.

– Мин хәҙер, хәҙер, – тип ҡарһаланды Фәрхинур хәлһеҙләнгәненә уңайһыҙланып. “Хәҙер, йөрәккенәм”, – тип бышылданы. Инде эргәһенә килеп еткәс тора алмай ултырғанын Нуруллаһына хыянат күреп ҡалҡынды.

Хәләленең аҫыл һөйәктәрен ҡаплаған тупраҡҡа барып тубыҡланғас, маңлайын ғәзизенең маңлайына терәгән һымаҡ йәм-йәшел сирәмгә сәждә ҡылып, ниһайәт, шыбырлай алды: “Мин һине яратам, Нурулла!” Шыбырланы ла үҙ-үҙенә ҡолаҡ һалды – алтмыш дүрт йыл буйы булмышына нышып-нышып тултырылған наҙы тамсы ла бүҫкәрмәгәненә ғажиз булып ҡабатланы: “Йәнемдән артыҡтар күреп яратам, Нурулла!..”

Ике донъя араһын иңләгән был һөйөү һүҙҙәре – Мөхәббәттең мәңгелек доғаһы – тап ошо мәлдә ҡабул ҡылынды булыр: ҡояштың нуры хәләленең йылыһы булып сикәһен һөйгәнде, еләҫ ел уның ҡулдары булып сал сәстәрен һыйпағанды айырым-асыҡ тойҙо шунда Фәрхинур, күңеленә һиллек, йәненә тыныслыҡ ҡунды.

Нуруллаһына барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләне Фәрхинур, меңәрләгән көндәр, йоҡоһоҙ төндәр буйы иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡабатлаған хәбәрҙәренең бер һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышып теҙҙе:

– Балаларың һине, Аллаға шөкөр, ныҡ яратты. Теге бәйгенең иң ҙур бүләген тотҡан килеш тура айғырыңдың муйынынан ҡосоп төшкән берҙән-бер фотоһүрәтеңде ҙурайттырып, икеһенә лә айырым эшләтеп бирҙем. Үҙәктәре өҙөлөп һағынып китһәләр, атайым тураһында һөйлә әле, тип һорарҙар ине. Оҙон-оҙаҡ ҡышҡы төндәрҙә буран олоуына ҡолаҡ һалып әкиәт түгел, һинең турала тыңлап үҫтеләр. Ат өйрәткәндә ҡолап тишелгән башыңдағы яра эҙенән башлап, буранда юғалған ҡолоноңдо эҙләгәндә туңған аяғыңдың зәғиферәк булып ҡалған кескенә бармағына тиклем белә торғайнылар.

Һин киткәс тыуған Нурлығаяныбыҙ, ҡыҙым тыуһа ла, улым тыуһа ла, исемендә Нур булһын, тип әйткәйнең бит – апаһы Нурияға ҡарар ҙа: “Һин бәхетле, һин атамды күргәнһең”, – тигән булыр ине. Ә ҡыҙыбыҙ – ике йәшлек бала нимә иҫләһен инде – мин һөйләгәндән инде. – Эйе, атайымдың мине бейеккә-бейеккә ырғытҡанын иҫләйем. Ул ырғытып ебәрә, ә мин тамсы ла ҡурҡмайым, рәхәтләнеп сырылдап көләм. Шунан атайым көлә-көлә мине тотоп ала, – тип һөйләгән була. Ә Нурлығаяныбыҙ уға көнләшеп ҡарай ҙа: “Мин дә ҡурҡмаҫ инем”, – тиер ине.

– Кеше ҡаны, кеше рәнйеше, кеше ҡарғышы менән һуғарылған был тупраҡ аҫтында ятыуҙары ла еңел түгелдер, йөрәккенәм, – тип бышылданы Фәрхинур кеҫәһенән бер ус тупраҡ төйнәлгән ҡулъяулығын сығарып. – Тыуған ауылыңдың рәхмәт менән һуғарылған пак тупрағы ҡара гүреңде ҡотло итһен, – Ҡап-ҡара бай тупраҡты йәшел сирәмгә ҡәҙерләп таратты ла, ғәзизенең өҫтөнә ябылған затлы юрған һымаҡ һыйпап, уйға талып ултырҙы. – Биштәреңә тығырға онотоп ҡалдырған бер йомарлам кипкән ҡоротто ла алып килдем, Нурулла. Һине оҙатҡанда әсәйем алып килгәйне. Шул хатамды теше төшөп бөткәнсе онотторманы. “Кейәүем минең ҡыр сейәһенең япрағын һалып ҡайнатҡан ҡоротомдо һәләк ярата торғайны”, – тип гүр эйәһе булғансы маҡтанды.

Шул саҡ киҫәк кенә ҡара болоттан яуа башлаған ямғырҙың эре тамсыһы сикәһенә тамды.

– Кемебеҙ илай? – тип һораны Фәрхинур. – Һин илайһыңмы, йөрәккенәм? Әсәм йәнеме? Әллә үҙемме? Күктең үҙе сыҙамайынса йәш түгәме булмаһа?

Ҡапыл баш осонда сатыр хасил булғанға ҡалҡып ҡараны: теге немец егете олоғара ҡулсатырын асҡан икән. Ул арала өлкән генә немец әбейе ҡәберҙең икенсе яғына теҙләнде.

Фәрхинур үҙенең хәленә инеп, әрнеүен уртаҡлашып, аяп баҡҡан күҙҙәргә, фрау Зильберттың йылдар, ҡайғылар, тоҙло йәштәр уңдырған аҡһыл-зәңгәр күҙҙәренә, ҡараны ла ғүмер буйы сер уртаҡлашҡан әхирәте һымаҡ күреп:

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәгәйнем, – тине.

– Ә мин, яратам, тип ҡат-ҡат әйткәйнем дә бит, – тип бышылданы Эмма, – берәй игелекле әҙәм ер ҡуйынына һалмаһа, һөйәктәре ҡайҙалыр Мәскәү эргәһендә һаман аунап яталыр инде.

Алыҫ Башҡортостандан алып килеп ҡәбер сирәме өҫтөнә һибелгән ҡара тупраҡты һыйпап ҡара сатыр аҫтында ултырған был өлкән йәштәге ике ҡатынға ошо олоғара донъяла мөхәббәт менән яҡшылыҡтан башҡа бүлешергә бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Ә ҡабат балҡып сыҡҡан ҡояштың шуҡ нурҙары, эргәләге ағастарҙың леперҙәгән япраҡтары, кемуҙарҙан һайраған ҡоштар, һөңгө кеүек тырпайып үҫкән үлән ҡыяҡтарында емелдәгән шаян ысыҡ тамсылары аша ошо ҡәберҙәрҙә ятҡан миллиондарса ҡорбандар һаман ялбара, оран һала:

– Тереләр! Әле Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тыныслыҡ һаҡланһын, кешеләр һәм халыҡтар араһында татыулыҡ булһын өсөн бөтә булмышығыҙ, йәнегеҙ-тәнегеҙ менән тырышығыҙ!

Фото m.ok.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в