Бөтә яңылыҡтар

Бында тарих һаҡлана

Тамырҙарын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ.

музей сайтынан.
Фото:музей сайтынан.

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.

Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1962 йылда ул ваҡыттағы район үҙәге Учалы ауылында йәмәғәт башлан­ғысында асыла, ошо маҡсатта китапхана бинаһынан ике бүлмә бүләләр. Уҡытыусы, партия хеҙмәт­кәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөхиб Сәйетборханов илленсе йылдарҙан иҫке фотографиялар, документтар, төрлө тәңкәләр, элекке көнкүреш әйберҙәре, ҡоралдар йыя башлай. Уның  коллекцияһына мамонт теше һәм 167 сантиметрлыҡ мамонт һуҡҡыһы ла эләгә. Тап Мөхиб Сәйетборханов йыйған экспонаттар музейҙың нигеҙен тәшкил итә.  Халҡы тарихына битараф булмаған башҡа учалылар ҙа, әүҙемлек күрһәтеп, музей өсөн боронғо фотоһүрәттәр, аҡса һәм башҡа әйберҙәр тапшыра.

Бер ни тиклем ваҡыттан музейға – Кесе Учалы ҡасабаһында, һуңғараҡ ҡала биләмәһендә айырым бина бүләләр. Үҙгәртеп ҡороуҙар башлан­ғас, 1992 йылда учреждение КПСС-тың элекке ҡала комитеты бинаһына күсә.

Йылдар үтә тора, музей фонды ла тулылана. Бөгөн дә учреждение ҡала­ның үҙәк урамдарының береһен­дә шул ике ҡатлы йортта урынлашҡан. Музей­ҙың 26 меңдән ашыу берәмек төп һәм ғилми-ярҙамсы фонды иҫәпләнә.

Витрина, стендтарҙы, манекендар­ҙы булдырыуҙа, милли кейемдәр тегеүҙә төрлө йылдарҙа П. Боронин, Р. Ғайсин, Х. Ғарипов, З. Ғизетдинов, Р. Юнысов, К. Вилков, Х. Фәхәрғә­лиева кеүек урындағы рәссамдар, оҫталар ҙур көс һала. Материалдарҙы фәнни эшкәртеүҙә элекке музей хеҙмәткәре Фәнүзә Йәнгизованың да тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.

Бөгөн музейҙа өс экспозиция һәм күргәҙмә залы эшләп килә. Учреждение директоры Әлиә Дәминова беҙгә музей буйлап экскурсия ойошторҙо. Тәбиғәт залы Учалы районының хозур урман-ҡырҙарына, йылға-күлдәренә, ҡоштар, хайуандар донъяһына арналған. Бында Уй йылғаһы буйында табылған боронғо мамонттың теш­тәрен, ҡош-ҡорт һөлдәләрен күрергә була.

 Учалы районы тау сәнәғәте менән тығыҙ бәйле. Тау-байыҡтырыу эше залында ошо тармаҡтың үҫеү тарихы киң яҡтыртылған, файҙалы ҡаҙыл­малар коллекцияһы тупланған. Карь­ерҙарҙы һәм шахталарҙы эшкәртеү борон ҡул көсө ярҙамында башҡа­рылған. Ул замандағы эшселәрҙең ауыр хеҙмәте күрһәтелгән экспозицияла. Эшләп торған драга моделе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята.

Этнография залы бай экспозиция менән айырылып тора: 150 квадрат метр майҙанда 300-ҙән ашыу экспонат урынлашҡан. Киң диорама Учалы еренең ҡабатланмаҫ тәбиғәте һәм башҡорт йәйләүҙәре тураһында һөйләй.

Бында башҡорт тирмәһе йыһаз­ландырылған, унда балаҫтар түшәл­гән урын­дыҡ өҫтөндә милли кейемдә башҡорт ҡатындары еҙ самауырҙан “сәй эсә”, стеналарға сигелгән таҫта­малдар, ҡул эштәре, ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың биҙәнеү әйберҙәре эленгән. Етен эшкәртеү процесы күрһәтелгән. Боронғо көнкүреш, эш ҡоралдары, аяҡ кейеме, ағастан эшләнгән һауыт-һаба – барыһы ла шул замандарға алып ҡайтҡан кеүек...

Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған ҡомартҡы­лар фондтың төп өлөшөн тәшкил итә.

– Учалы районында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшенә тағып йөрөгән биҙәнеү әйбере яға тип атала. Музей фондтары һәм шәхси коллекцияларҙан күренеүенсә, Учалы ерендә яғаның бер нисә төрө таралған. Райондың төньяғында урынлашҡан ауылдарға формаһы һәм төҙөлөшө йәһәтенән бер-береһенә оҡшаған бер типтағы үҙенсәлекле яғалар хас. Мәҫәлән, Сәфәр ауылынан алынған биҙәнеү әйбере шуның матур өлгөһө булып тора. Музей фондтарында һаҡланған ҡомартҡыларҙың бер өлөшө махсус тикшерелгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса был ҡомартҡы тураһында шулар билдәле: уның ауырлығы – 1199,5 гр., яғала барлығы 312 тимер элемент бар, шуларҙың 53-ө – көмөш аҡсалар. Иң боронғо тәңкә 1860 йылға ҡарай. Польша, Австрия, Румыния аҡсалары бар, – тип белгәндәре менән уртаҡлашты Әлиә Урал ҡыҙы.

 Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемен өйрәнеү йәһәтенән музейҙа ҙур ғына тәжрибә тупланған. Бында һаҡланған ҡомартҡылар буйынса музейҙа төрлө оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар үткәрелә.

– Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡҡа еткереү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ошо маҡсатта район һәм республика күләмендә үткән сара­ларҙа ҡатнашып, халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды музей ҡомартҡы­лары менән таныштырырға тыры­шабыҙ. Музейға халыҡ теләп йөрөй, ситтән килеүселәр ҙә бар. Былтыр, мәҫәлән, ун өс меңдән ашыу кешегә экскурсия ойошторолдо, – ти учреждение етәксеһе.

Күргәҙмә залы ла буш тормай. Унда урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре, рәссамдарҙың ижад емеш­тәре, милли кейемдәр коллекцияһы йыш ҡуйыла. Ситтән дә киләләр, мәҫәлән, күптән түгел Ырымбур өлкәһенән экзотик йәнлектәр, бөжәктәр күргәҙмәһе ойошторолған.

Музей фонды йылдан-йыл байып тора, халыҡ тарихи әйберҙәр, иҫке фотолар килтерә. Һәр үткән көн тарихҡа яҙыла, шуға күрә ҡала һәм район кимәлендә булған мөһим хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләгән фотоларҙы, район гәзиттәренең һәр һанын да йыйып барырға тырыша музей хеҙмәткәрҙәре.

Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейы бик бай һәм мауыҡтырғыс. Ҡала үҙә­гендә урынлашҡан йортта хал­ҡыбыҙҙың тотош тарихы һаҡлана. Ә тарихын белмәгән йәки онотҡан халыҡтың, Платон әйткәнсә, киләсәге лә юҡ.

Римма СОЛТАНОВА.

* Башҡортостанда музей эше 1864 йылда беренсе Өфө губерна музейы асылыуынан алып эре музей селтәренең булдырылыуына тиклем үҫешә. 1919 йылда Өфө художество Октябрь революцияһы пролетар музейы асыла (хәҙерге М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт сәнғәт музейы).

* ХХ быуаттың 70-се йылдар аҙағына тиклем Башҡорт АССР-ында биш дәүләт музейы, яҡынса 400 йәмғиәт һәм мәктәп музейҙары була.

* 80-се йылдар – Башҡорт АССР-ында “музей бумы” осоро: 1978 йылда С.Т. Аксаков музейы ойошторола, 1979 йылда өс йәмғиәт музейы төҙөлә – Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Бишбүләк районы Дүсән ауылында К.Ә. Хәкимов музейы, 1980 йылда – Октябрьский һәм Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, 1981 йылда М. Аҡмулла музейы ойошторола.

* 1989 йылда музейҙар һаны 18-гә барып етә, шул иҫәптән Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Мәләүез тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, Салауат районының Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейы, Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылындағы Советтар Союзы Геройы М. Х. Ғөбәйҙуллин музейы, 1993 йылда – 36, шул иҫәптән Башҡортостан халыҡтарының этнография музейы һәм интернациональ дуҫлыҡ музейы, 1999 йылда – 57. Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Бишбүләк, Сибай, Хәйбулла тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында яңы экспозициялар асыла.

* 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Әҙәби музейы (Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы) ойошторола. 1999 йылда – Республика Хәрби дан музейы, 2002 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы асыла. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының парламенты тарихы музейы барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа йәмәғәтселек инициативаһы менән байтаҡ райондарҙа тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары асыла.

* Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 1076 музей эшләп килә, шул иҫәптән 24 дәүләт, 103 муниципаль, 210 ведомство, 4 шәхси һәм 724 дөйөм белем биреү учреждениелары музейҙары.

* Мәҙәниәт министрлығы 94 музейға идара итә, шул иҫәптән 25 дәүләт һәм 69 муниципаль музейҙары. Был музейҙарҙа яҡынса 650 мең тарихи һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә булған әйберҙәр тупланған.

* Музей эше буйынса белгестәрҙе М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дөйөм тарих кафедраһы әҙерләй. Башҡортостандың Милли музейы республикала музей ғилеме буйынса фәнни-методик үҙәге булып тора.

Читайте нас: