Татарстанда йәшәгән башҡорттарҙың бөгөнгө хәл-әхүәле тураһында Башҡортостан халҡына еткергем килеп, ҡулыма ҡәләм алдым. Үтеп киткән йылдарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, Ҡазанда йәшәгән башҡорт халҡы һис тә төшөнкөлөккә бирелмәне, тип әйтһәм, дөрөҫ булыр.
Башҡорт халҡы үҙенең тарихы, тыуған төйәгенең гүзәллеге, ҡурайы, моңо менән ғорурлана белә. Милләттәштәребеҙҙең бер-береһенә ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө, моңло, ҡунаҡсыл халыҡ икәнен Татарстанда ла бик яҡшы беләләр.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бындағы халыҡ йышыраҡ йырсылар менән ҡыҙыҡһына. “Урал итәгендә, ҡурай моңо һеңеп тыуған бала илап түгел, йырлап тыуа, тип әйтеүҙәре дөрөҫмө?” – тигәнерәк һорау ҙа бирәләр миңә. Ә мин иһә йырсылар тураһында түгел, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә, яҙыусы Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова тураһында иҫкә төшөрөп үткем килә. “Илем үҙенең данлыҡлы кешеләрен онотмай!” – тип тә әйткем килә. Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы тураһында “Башҡортостан” гәзитендә лә күп яҙҙылар. Уның шиғырҙары йыш ҡына Башҡортостан матбуғатында донъя күреп тора.
Күптәргә мәғлүм булғанынса, Фирҙәүес Бәширова Башҡортостандың иң гүзәл райондарының береһе – Ишембай районының Смаҡай ауылында (хәҙер – Ишембай ҡалаһының бер биҫтәһе) тыуып үҫкән. 1964 йылда Ишембайҙың 2-се интернат-мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1968 йылда Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Бажыҡ ауылында физика уҡытыусыһы булып башлаған. Артабан Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһындағы машиналар эшләү техникумында уҡыта. 1971 йылда Силәбе дәүләт педагогия институтында диплом яҡлай. Кейәүгә сығып, Татарстанға күсеп барғас, “КамАЗ”да инженер, Яр Саллы ҡалаһының Автозавод район Советы башҡарма комитетында иҡтисадсы була. Күп йылдар Татарстан Республикаһы президенты аппаратында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса референт, республиканың Төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығы бүлегендә төп белгес вазифаларын башҡара.
Ул “Ләйсән” әҙәби ойошмаһын етәкләй. Яр Саллы ҡалаһында башҡорт егете Йәдкәр Әхәт улы Бәширов менән тормош ҡороп ебәргәс, Ҡазан ҡалаһына күсеп киләләр һәм хәҙерге көнгә тиклем унда йәшәп, үҙ халҡына хеҙмәт итәләр.
“Кеше ҡайнай тормош
ҡаҙанында,
Кем ут яҡҡан ҡаҙан аҫтына?
Был донъяла “Кем мин?” тигән
һорау
Нисә килә әҙәм башына?” –
тип яҙһа ла, был һорау Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙының башына ла килмәйҙер тип уйлайым, сөнки ул үҙенең кем икәнен бик яҡшы белә. Күңеле менән генә түгел, эше менән дә үҙ халҡы өсөн тырышып йәшәгән ханым ул. Әгәр беҙҙе юлдарыбыҙ тағы ла осраштырмаһа, бәлки, быларҙы һөйләмәгән дә булыр инем.
2021 йылдың 19 декабрендә Ҡазанда “Башҡорт йорто” ойошмаһының ултырышы булды. Был сараға, Саба районы Байҙар Сабаһында Рәсәйҙең һәр ерендә яңғыраған “Дулҡын” радиоһының башҡорт телендә сыҡҡан “Мораҙым” тапшырыуын алып барыусы булараҡ, мине лә саҡырҙылар. Ошо йыйылышта Фирҙәүес Бәширова ла бар ине. Нисә йылдар күрешмәһәк тә, уны ваҡыт урап үткән кеүек – һаман да һөйкөмлө йылмайып, зәңгәр күҙҙәренән нур сәсә.
Үткәндәрҙе иҫкә төшөргәндә, 1992 йылда Ҡазанда йәшәгән бер төркөм башҡорттар “Башҡорт йорто” милли-мәҙәни ойошмаһын төҙөп, улар бер аҙҙан Татарстан башҡорттары ҡоролтайының төп терәгенә әйләнгәйне.
Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы күп йылдар дауамында ошо ойошмаларға етәкселек итте. Татарстан башҡорттары ҡоролтайын етәкләүҙе Түбәнге Каманан кардиолог Ғәли Әхтәр улы Хәсәновҡа, “Башҡорт йорто”на етәксе булыуҙы Ғәлим Мырҙабулатовҡа тапшырып, үҙен артабан яҙыу эшенә, ғаиләһенә бағышларға теләй. Әммә халҡы өсөн янып йәшәгән тынғыһыҙ кеше тыныс ҡына өйҙә ултыра алмай.
Ваҡытын яҙыу өҫтөндә үткәрергә тырышһа ла, милләттәштәренең эшен күҙәтеп бара, улар өсөн борсола. Шулай бер нисә йыл үтеп китә. “Башҡорт йорто”ноң эшмәкәрлеге һүрелә башлағандай тойола. Ойошма эсендә барлыҡҡа килгән “Аҡ тирәк” фольклор ансамбле, “Башҡорт йорто” шәменә һүнергә ирек бирмәй, төрлө сараларҙа ҡатнашып тора. Хатта райондарға ла сығалар. Байҙар Сабаһында “Халыҡтар дуҫлығы” һәм Татар теле көнө байрамында башҡорт йолаларын сәхнәләштереп, рәхмәт хатына лайыҡ булалар. Шулай уҡ Наурыҙ байрамында, яҙ көнө үткән һабантуйҙарҙа ҡатнашалар. Ҡазанда “Балҡыш” конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен дә алалар. Ғөмүмән, Ҡазан ҡалаһында ойошторолған бер генә байрамдан да ситтә ҡалмайҙар, башҡорт мәҙәниәте менән таныштырып баралар.
Донъяға “тажлы зәхмәт” таралғандан һуң, “Аҡ тирәк” фольклор ансамбленең үтенесе буйынса, инде өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, “Башҡорт йорто”ноң етәксеһе итеп бер тауыштан тағы ла Фирҙәүес Бәшированы һайлап ҡуйҙылар. Һуңғы ваҡытта ансамблгә йәштәр, һәләтле яңы кешеләр килеүенә бәйле, ул үҙ исемен “Сыңрау торна” тип үҙгәртте. Әлфиә Ғилфанова етәкселегендәге “Сыңрау торна” фольклор ансамбле тиҙ арала концерт әҙерләп, Башҡорт теле көнөнә, шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Ҡазан ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда үҙенең бай эстәлекле тамашаһын күрһәтте.
Һүҙ аҙағында шуны өҫтәп әйткем килә: “Башҡорт йорто” үткән йылдарҙағы кеүек гөрләп эшләр, тигән ышаныс бар. Үҙ хеҙмәте менән төрлө үрҙәрҙе яулаған яҡташтарыбыҙ Татарстанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә үткән байрамдарҙа ла ҡатнашып, үҙ халҡына хеҙмәт итеренә иманым камил.
Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА.
Татарстан Республикаһы.