Бөгөн Федерация Советы рәйесе Валентина Ивановна Матвиенко “Ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында милли проекттар һәм дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре” темаһына социаль өлкә хеҙмәтсәндәре менән осрашты. Мәҙәниәт йүнәлешенә һәм урта һөнәри белем биреү системаһына айырым иғтибар бүленде.
Сарала Учалы районы Бөйҙө ауылы клубы мөдире Елена Ғәбдинова сығыш яһап, 2021 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысында республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы старт алыуы, бәләкәй ҡалаларҙа, ауылдарҙа йәш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә түләү ҡаралыуы тураһында һөйләне. Илебеҙ төбәктәрендә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән был программа 35 йәшкә тиклемге белгестәргә тәғәйенләнгән.
49 район һәм бәләкәй ҡалаларҙан 60 мәҙәниәт хеҙмәткәре 500-әр мең һум аҡса алған, шул арҡала кадрҙар ҡырға китмәй ҡалған. Шарт буйынса, белгестәр урында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Ошо аҡса ярҙамында улар фатир йә өй өсөн тәүге взнос индерә, ипотека кредитын түләй, йорт һалыу өсөн төҙөлөш материалы ала.
Бөгөн республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендә 15 меңдән ашыу кеше эшләй. 11 меңе – муниципаль учреждениелар белгестәре. Муниципаль мәҙәниәт учреждениелары селтәрен һаҡлап алып ҡалыу буйынса (улар – 3800 самаһы) Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора.
Әле республика мәҙәниәт учреждениеларында тағы 360 вакансия бар. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. “Программа федераль кимәлдә лә тормошҡа ашырылһа, яҡшы булыр ине. Бының өсөн Башҡортостан тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙер”, – тине дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.
Фото: "Башинформ".