Бөтә яңылыҡтар

Әсә хаҡы

Башта әсәй бирешмәҫкә тырыша ине. Апайҙар бирештерҙе, тип уйлайым. Улар бит атайҙың донъяһын хатта һуңғы бағанаһына тиклем һатып ҡуйҙы...

Әсә хаҡы
Әсә хаҡы

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Сығанаҡ: https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2022-05-12/s-y-ha-y-2801232?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

(ДАУАМЫ. БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-05-16/s-ha-y-2804100

Апайҙар икеһе лә ҡайта алманы. Ерләүгә генә ҡайттылар. Иң ҡыҙығы - әсәйҙе бар тип тә белмәй донъя бүлешеү башланды. Ҡыҙығы, бәлки, ситтән күҙәткәндәр өсөн булғандыр. Ҡыҙғанысы өйҙә ине. Әсәйҙең хәлен аңларға теләмәүҙәре ине. Шул ваҡыт мин:

- Миңә әсәй була, башҡа бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй, - тигәйнем.

Әсәй:

- Кинйә балаға – өй. Был донъяла минең өлөшөм юҡмы ни? Мине ҡайҙа итәһегеҙ? - тине лә сығып китте.

Еҙнәйҙәр шул урында ҡабат һүҙ ҡатманылар, күп тә тормай ҡайтырға сыҡтылар. Шунан бирле атайҙың бер аятына ла килмәнеләр. Әсәй - беҙҙә. Минең ирем Рафиҡ ауыл кешеһе бит ул. Киң күңелле кеше. Әсәйҙе үҙебеҙгә алдыҡ.

Башта әсәй бирешмәҫкә тырыша ине. Апайҙар бирештерҙе, тип уйлайым. Улар бит атайҙың донъяһын хатта һуңғы бағанаһына тиклем һатып ҡуйҙы. Үҙҙәре ҡайтып та күренмәнеләр. Иң ғәжәбе шул: нисек был донъяны үҙҙәренә күсерҙеләр, ниндәй риелтор ялланылар – белмәнек. Шуныһы: атайҙың бөтә документын һорап алған булғандар. Әсәй ҡаңғырып йөрөп, хатта фотоальбомына тиклем тоттороп ебәргән. Уныһын бөтә эштәрен теүәлләп бөткәс, бандероль итеп ебәрҙеләр.

- Арағыҙ шулай өҙөлгән икән, ә хәҙер нимәгә бараһығыҙ?

- Мин уларға бары йөҙҙәренә ҡарап, әсәйҙең ҡайтып хәлен белеп, күңелен күреп китһендәр, тимәксемен. Хатҡа яуап бирмәнеләр. Хат кире әйләнеп килмәне, шулай булғас, адрестары үҙгәрмәгән. Мин уларға донъя бүлешеү дәғүәһе менән бармайым. Миңә үҙ донъям етә. Балаларҙың өсөһө лә донъялы. Балаларына ла әҙерләрлек хәлдәре бар. Атай менән әсәйҙең миңә биргән иң ҙур байлығы, минеңсә, минең ғүмерем, һау-сәләмәт итеп үҫтереүҙәре.

Әсәйемде йәлләйем. Бына шул “Шатлыҡ” әбей хәҙер көн дә мине эштән ҡыҙарған күҙҙәре менән ҡаршы ала. Бына шуға әсәйем хаҡына инәлергә, кәрәкһә, күҙ йәше түгергә тип китеп барам. Әсә хаҡы бар бит. Уны хатта иҫәпләү мөмкин түгел, тип уйлайым мин. Әсәйем үҙе: “Тормош гел бер төрлө булмай ул, бер алдын, бер артын күрһәтә. Тик бына белепме-белмәйме ҡылған насарлығың үҙеңә барыбер кире ҡайта, - ти, - Шунда үкендергән сағы була ул, терһәк яҡын - барыбер тешләп булмай”, - тип көрһөнөп ала.

Шул дөрөҫ түгелме? Әсәйем хәҙер артыҡ сығып та йөрөмәй. Хәтере лә насарлана башланы. Онота. Тик шул ике апайымды, уларҙың балаларын нисек итеп атай менән иркәләгәндәрен, бүләктәр алып биргәнен һөйләй. Шул тиклем ентекләп һөйләй. Уларҙы һағынды...

- Бая 30 йыл элек тип бер нимә әйтеп һалғайның. Уныһы нисек?

- Уныһы бер мәҙәк инде. Магнит вокзалында әсәй билетҡа сират торған. Мин уның әйткәнен ишетмәй, бөтә вокзал буйлап уны эҙләйем. Шунан бер апай килеп сыҡты ла һораша башланы. Шунан икәүләп эҙләйбеҙ. Мин илайым. Милиция бүлмәһенә индек. Бер ваҡыт шунда йүгереп әсәйем килеп инде лә:

- Товарищ милиционер, у меня потерялась дочка. Лет семи - высокая, худощавая, белолиц..., - тине лә, мине күреп, килеп ҡосаҡлап алды. Милиционер менән аҙаҡ нимә һөйләшкәндәрҙер, белмәйем. Бына шул апай Мәрфуға исемле ине, танышып алып китте әсәйем. Хатлашалар. Хәҙер инде туғандар кеүекбеҙ. Әсәйҙе ҡиәмәтлек апай итеп яһап алды. Уныһы инде үҙенең апайы үлгәндән һуң булды. Әсәй менән бер-береһенә ҡайғы баҫтылар. Атай үлгәс тә килеп йөрөүен туҡтатманы. Әсәйҙе ҡәҙер итеп, йыш ҡына килеп тора. Үҙебеҙҙе саҡыра. Балаларым уҡыуҙарының ялында шунда бара. Уларҙы ла ҡәҙер итә. Туғаныңдан артыҡ инде. Тик үҙ туғаның менән ара һыуыныуы бик ҡыйын, шулай бит...

Икебеҙ ҙә уйға ҡалдыҡ. Мин күп йылдар элек күргән Наташаны хәтерләнем. Беҙ ҙә күп йылдар аралаштыҡ, бына ире үлгәс, уны йөрөтөүсе кеше юҡ. Үҙе әллә ни ынтылып юлға сыға һалмай. Уның ҡарауы, мин ирем булһа ла йөрөп торам, автобустар йөрөп тора, тием дә сығам да китәм. Ирем дә бер нимә өндәшмәй.

- Нисә көндән һине көтөргә? - ти ҙә ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡала.

- Апай, һеҙ ҡасан ҡайтырға сығаһығыҙ. Мин һеҙҙең менән бергә сығырмын.

- Һыйлауҙарына ҡарап, итлелә - ике, өйрәлелә бер кис, шунан бер блокадница дуҫыма барып киләм. Шишмәлә тора. Ҡыҫҡаһы, был апай-әбейең алтынсы көн шәмбегә, иртәнге автобусҡа билет алған инде, - тип, көлөп ебәрҙем.

- Уй, апай, мин дә шул көндә һеҙҙең менән ҡайтам. Һөйләшеп ҡайтырбыҙ.

Тағы бер ни тиклем тын ғына барғас, Өфө урамдарына индек. Юлдашым вокзалға тиклем барырға булды, мин Үҙәк баҙарҙа төшөп ҡалдым. Төшөр алдынан:

- Ярай, һеңлем, бына минең адресым, әгәр осраша алмаһаҡ, хат яҙырһың. Бик белгем килә, апайҙарың әсәләрен ысынлап оноттомо, әллә үҙҙәре менән бер-бер хәл булдымы.

- Әлбиттә, яҙырмын. Тик мин һеҙҙең менән бергә ҡайтырмын ул, һау булығыҙ. Матур ҡунаҡ булығыҙ, - тип автобустан әйберҙәремде күтәрешеп сығарып биреп, ҡул булғап тороп ҡалған юлдашымды алып автобус урынынан ҡуҙғалды.

Был юлымда ла бер алсаҡ, башҡортҡа оҡшаған мәрйә ҡанлы юлдаш менән таныштым. Уның миңә әсәһе тураһындағы хәстәре, туғандарының береһен дә насарларға тырышмауы бигерәк тә оҡшаны. Шулай шул: һин нисек туғаныңды яманлаһаң да, ул ҡан хөкөмө менән һиңә туған булып ҡала. Шуға әйткәндәр бит инде: “Йән тартмаһа ла, ҡан тарта”, - тип. Был буш һүҙ түгел. Ә бына әсә хаҡы...  Уны донъялыҡта бер ни менән дә аҡлау мөмкин түгелдер. Яҡты донъя яҡтылығын, матурлығын, нәфислеген бары әсә аша ғына беләбеҙ. Кеше шатлығына шатланып, ҡайғыһын үҙенеке итеп ҡабул итә алған Ғәлиәнең әсәһенең донъялыҡта балаларынан күрер бәхетенән мәхрүм булыуына күңелем менән борсолоп ҡуйҙым.

***

Шәмбе көнө сәғәт 7-се яртыла апайымдың улы Альберт менән вокзалға барып индем дә ишеккә тәңгәл ҡуйылған эскәмйәнән урын алдым. Бик иртә булғанғамы, көн һалҡынсараҡ ине, вокзалға инеүсе һәр пассажир артынан аяҡ араларынан, баш осонан иртәнге һыуыҡ эскә атыла. Мин, һалҡынсараҡ булғас, урынымды алмаштырайым тип, әйберҙәремде ҡулыма алғайным, кафе яғынан:

- Әлимә апай! Бында килегеҙ, ҡапҡылап алырбыҙ,- тип Ғәлиә ҡысҡырып ебәрҙе.

Уңарсы булмай, ҡаршы килеп, әйберҙәремде күтәрешеп, кафе яғына ыңғайланы.

- Минең унда сират етеп килә, - тине.

Сәй эсеп ултырғанда, туғандары тураһында һорашайым тип ауыҙымды асыуым буды, ул аңлап, минең ауыҙыма бармағын терәне. Альберт, ситкә барып ултырып, беҙҙе күҙәтте.

- Юл оҙон, - тине.

Беҙ әйберҙәребеҙҙе күтәреп, автобусҡа ултырышырға яҡынланыҡ. Ғәлиәнең ҡулында бәләкәй сумкаһы менән бер аҙ әйбер һалынған пакет ине. Апайымдың улы, оҙатырға сығып, багаж тултыра торған яҡҡа ыңғайланы.

- Әлимә апай, әйберҙәреңде багаж бүлексәһендә һул яҡтан төпкәрәк һалдым. Ярай, хәйерле юл. Миңә эшкә,- тип китергә ашыҡты ул.

Ғәлиә уға ҡарап уйға ҡалды. Унан миңә ҡарап:

- Һеҙ бәхетле-е-е,- тип һуҙып ҡына төшөнкө тауыш менән әйтеп ҡуйҙы.

Бына автобус ҡуҙғалды. Әҙерәк барғас, Ғәлиә үҙе һүҙ башланы.

- Мин кисә Булгаковонан килеп, бында өлкән апайҙа йоҡланым. Апайға инсульт булған, еҙнәй менән бәләкәй ҡыҙы балнистан апҡайтҡандар, комала бер ай ятҡан. Хәҙер әҙ генә ижекләп һөйләшә. Ҡулдары хәрәкәтләнә башлаған. Аяҡтарҙа хәрәкәт юҡ. Шуға килеү маҡсатымды әйтеп торманым. Тик ҡыҙы, мин йоҡларға ятҡас, әсәһенә:

- Мин һиңә сколько әйттем. Давай бабушкаға барайыҡ. Уны һин оставила у разбитого корыта, бына хәҙер Ғәлиә апайҙан извинения һора, һин перед Богом виновата,- тип тауышы бына-бына өҙөлөргә торғандай, асырғанып өндәшә ине.

Мин ошо өлкән апайҙа бер көн йоҡланым. Ғәлимә апайҙарға инеп кенә сыҡтым. Унда бардак. Өймө ул әллә келәтме, белмәҫһең. Ултырып сәй әҙерләп эстем дә, күхняһын таҙартып, Булгаковоға киттем.

- Ниңә?

- Улар ныҡ эскелеккә бирелгән. Тау түбәненә төшкәндә, арба тәгәрмәсенә орсоҡтары араһына ныҡ ҡына ағас ҡуйып төшәләр. Беҙ ҡәйнәмдәргә бесән эшләргә барһаҡ, Ирәндектән шулай төшә инек. Бына шунда ғына яйларға була. Былар тулы тиҙлек менән тауҙан тәгәрәп бара. Сипайловолағы ҡыҙына ла барҙым. Бер көн унда булдым. Ситуацияны аңлаттым. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙы атаһынмы, әсәһенме алып килергә вәғәҙә итте. Тик мин артыҡ ышанып бармайым. Көтөрбөҙ, нимә килеп сығыр. Әсәйем йәл. Көтә бит әле, - тине.

Артабан юлда беҙҙең һүҙҙәр артыҡ берекмәне. Мин Ғәлиәне үҙемә саҡырҙым, унан алда үҙем барырға вәғәҙә лә биреп ҡуйҙым. Күрше генә район бит. Йылайыр менән Сибай араһы күпме генә. Ғәлиә үҙе лә ҡыуанып китте.

Юлдар кешене таныштыра, осраштыра, айыра. Был юлы минең юлым шатлыҡтары, тағы ошондай күңелһеҙҙәре менән аралашты. Эйе, тормош кешегә йәшәр өсөн бирелә, тик нисек йәшәйһең бит әле...

Нисек кенә йәшәһәң дә, донъяға һине тыуҙырып, яҡты донъяны һиңә бүләк иткән әсәне, уның күңелен һаҡларға кәрәктер. Әсәй үҙ балаһын көн дә күреп тормаһа ла, күңеленән уға һаулыҡ, иманлы тормош теләй, әсә доғаһы менән ғүмеренең һәр минутын уға бағышлап үткәрә бит. Донъяла иң ҡиммәтле, оло йөрәкле әсә хаҡы бар. Әсә бер балаһына ла насарлыҡ теләмәй, уны был хәлдән фәрештәләр аралай. Тик әйтәләр бит: Аллаһ Тәғәлә бөтә нәмәлә лә ғәҙел, шул ғәҙеллекте һәр саҡ еткерә, тип хатта Ҡөрьәндә лә яҙылған. Тимәк, донъяла әсә хаҡынан да юғары нәмә юҡ. Уны һанламаһаң, Хоҙай үҙе теүәлләп ҡуя... Уйҙарымдан шул урында автобус шоферының:

- Килеп еттек , ағай-апайҙар! Алдығыҙҙа – Сибай, - тигән тауышына һиҫкәнеп киттем.

Фото: tvernews.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: