Бөтә яңылыҡтар

Сауҙагәр йортонда – яңы музей

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының ХIХ быуаттың берҙән-бер архитектура ҡомартҡыһы булған сауҙагәр Кабанов йортонда “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы асылды. Музей республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-етештереү үҙәгенә ҡарай.

Ҡаланың тарих һәм крайҙы өйрә­неү музейынан айырмалы рә­үештә, “Ирәндек” музейындағы экспо­наттарҙың күбеһен төбәктәге археологик эҙләнеүҙәр һөҙөмтә­һендә табып алынған әйберҙәр тәшкил итә. Бында бөтәһе дүрт зал­да палеолит (боронғо таш быуат), мезолит (урта таш быуат), неолит (яңы таш быуат), энеолит (баҡыр таш быуат) һәм тимер быуат осо­рондағы ҡомартҡылар һаҡлана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошонда уҡ республиканың археологик кар­та­һы урын алған һәм унда иң күп ҡомартҡыларҙың “Ирәндек” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә урын­лашыуы күренә. Музей-ҡур­саулыҡ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, археологик ҡомартҡыларҙың ҙур күләмдә бер урында урынлашыуы – Рәсәй кимәлендә бик уникаль күренеш. Мәҫәлән, сағыштырыу өсөн “Дивногорье” музей-ҡурсау­лығында 1100 гектар майҙанда – ете һәйкәл, “Арҡайым”дың 3761 гектар майҙа­нында 70 һәйкәл булһа, “Ирәндек” майҙаны буйынса ла ҙур. Бөтәһе 25 гектарҙа урын алған һәм археологик ҡомартҡылар һаны буйынса ла Рәсәйҙә иң ҙуры һанала.

Музей асылмаҫ элек район буйынса төрлө археологик тикше­ре­неүҙәр, экспедициялар ойошто­ролған. Һуңғы ике йыл эсендә генә Баймаҡ районында 249 археологик һәйкәл өйрәнелә, шуларҙың 178-е тәүге тапҡыр асыҡлана. Улар иҫә­бенә 1 – 4-се Байыш, Басай,10-сы Күсей, 2-се Моҡас, Муллаҡай,          1-се Йылайыр, Янғаҙы ҡурғандары, Таулыҡай ҡаласығы, Төркмән янын­дағы ҡаяға төшөрөлгән һүрәт­тәрҙе индерергә мөмкин. Мөжәүир хәҙрәттең тыуған яғы – Байыш ауылы яғы район буйынса археологик ҡомартҡыларға иң бай төбәк һанала. Тап ошондай асыштар, боронғо ҡоралдар эшләү оҫта­ханалары, ер ҡурғандары, ҡәбер­лектәр, ҡәлғә-ҡаласыҡтар, әүлиә ҡәберҙәрен табыу, уларҙы асыҡлау – “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығын булдырыуға булышлыҡ итә.

Музей-ҡурсаулыҡ етәксеһе Венер Нәбиев белдереүенсә, музейға килгән һәр кем боронғо ата-баба­ларыбыҙҙың нисек килеп сығыуы­нан алып ниндәй шөғөл-кәсепте үҙ итеүҙәре, тормош-көнкүреш­тәренең нисек булыуы хаҡында белә ала. Ғалимдар иҫбатлауынса, Баймаҡ районында йәшәгән төп ырыу вәкилдәре – бөрйәндәр – иран телле халыҡ. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың ғилми хеҙмәт­тәренән күренеүенсә лә, “Бөр­йәндәр Көньяҡ Уралда иран телле булып формалаша. Был уларҙың матди ҡомартҡыларында сағылыш таба. Бөрйәндәрҙең боронғо ата-бабалары – скиф-сарматтар”.

Шуға күрә үҙенең үткәне менән ҡыҙыҡһынған һәр кем “Ирәндек” музейына килә ала. Улар өсөн бушлай экскурсиялар ойошторола. Әйткәндәй, ошонда уҡ тиҙҙән “Башҡорт аты” музейын булдырыу ҙа ҡарала.

Кәримә УСМАНОВА 

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: