Уның кеүектәр хаҡында, йөрәккә йылы бөркә белеүсе, тиҙәр. Таланты тәбиғәттән булһа, егәрлелеккә ғаиләләге тәрбиә булышлыҡ иткән. Бер ҡасан да ғүмере һәм сәнғәте өсөн ярты хаҡ түләмәй, ижадта ла, ғаилә тормошонда ла кинәнеп йәшәй ул. Буш ҡына сәхнәгә лә яҡтылыҡ, ҡот өрөп килеп сығыусан. Уның театр репертуарында һигеҙ тиҫтәнән ашыу төрлө пландағы роле бар. Улар һоҡланғыс, бер яҡлы булып күренмәй, йыш ҡына тамашасының яратып ҡарағандарына әүерелә. Туфан Миңнуллиндың “Йәнкиҫәккәйем” музыкаль комедияһында – нескә һәм лирик Шүрәле, Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәрендә – етди Шаман, “Ал яулыҡлы тирәккәйем” драмаһында – яуаплы етәксе Урмат-әкә, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” романтик драмаһында – Үтәғол, Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”ендә – Юламан ҡарт, Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа...” музыкаль комедияһында Фәндәс роле – ана шундайҙарҙан. Башҡортостандың халыҡ артисы Венер КАМАЛОВ менән ижад һәм, ғөмүмән, тормош хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Бала, үҫмер сағығыҙ алыҫта ҡала алдымы, әллә һаман үҙенең шуҡлыҡтарын иҫкә төшөрөп-төшөрөп аламы?
– Алыҫта ҡалды, тип уйлап йөрөһәм дә, ул һәр ваҡыт минең эргәмдә. Ҡыуанып, яңы яуған ҡарҙы кисеп барғанда ла, беренсе ләйсән ямғыры аҫтында ҡалғанда ла, тәү тапҡыр күргәндәй булып умырзая сәскәһенә ҡыуанғанда ла йәнәшәмдәлер ул.
Бала сағым тыуған ауылым Миәкә районы Исламғол ауылында үтте. Дүрт балалы ғаиләлә өсөнсөһө булып тыуғанмын. Һәр совет заманы малайы һымаҡ, бала сағым хеҙмәт менән, буш ваҡыттарҙа туп тибеп, тиңдәштәрем менән уйнап үтте. Мәктәп йылдарында йырларға ярата инем.
– Совет заманы тигәс, шуныһы ҡыҙыҡ, ауылдағы ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын сәнғәт юлынан бармаҫҡа өгөтләй ине ул саҡтарҙа. Ә һеҙҙекеләр нисек ҡараны?
– Атайым да, әсәйем дә – ябай колхозсылар. Нәҫелдә сәнғәт юлын һайлаусылар юҡ. Шулай булһа ла, теләгемә бик ыңғай ҡаранылар, хатта шатланып ҡабул иттеләр. Һигеҙенсене тамамлағас, күп уйлап тормай, Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә килдем. Миңә 15 кенә йәш ине, ә унда 17 йәштән алалар икән. Хәҙер ҡайтарып ебәрһәк, бүтән кире килмәҫ, тип алдылар. Үҙемдән өлкәндәр менән, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан ағайҙар менән уҡыным. Улар араһында Вәхит Хызыров, Йәмил Әбделмәнов, Харис Шәрипов бар ине. Мин Джон Мусин класында белем алдым.
– Тормошта тап һеҙгә нимә кәрәк икәнде күңел талабы буйынса һайлап, үҙ юлығыҙҙы үҙегеҙ һалған кешеһегеҙ...
– Эйе, шулай. Училищела уҡығанда, театрға йөрөргә яраттым. Башҡорт дәүләт академия драма театрының спектаклдәренә бер ай алдан билеттар алырға өлгөргәнем хәтерҙә. Шулай итмәһәң, билеттар бөтә лә ҡуя.
Училищены тамамлағанда, үҙемдең артабанғы юлымды күҙаллай инем: юғары уҡыу йортона театр бүлегенә уҡырға инергә. Джон Әхмәт улына шул турала әйткәс, ул минең теләгемде хупланы, фатихаһын бирҙе: “Музыкаль белемле йырсы-актер булыуың һиңә ижад юлыңда ғүмер буйы ярҙам итәсәк”, – тине.
Сәнғәт институтында күренекле режиссер һәм педагог Павел Мельниченко курсына эләктем. Ҡурсаҡ театрына махсус әҙерләнә торған курс ине. 13 студенттың алтауһы башҡорт. Алтыбыҙ ҙа хәҙер драма театрында эшләйбеҙ: Альбина Кашанова, Гөлфиә Рафиҡова, Нәркәс Баязитова, Рөстәм Хәкимов, Альберт Салауатов һәм мин.
– Йәш тамашасы театры (хәҙер – Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры) шул мәлдәрҙә асылғайны бит. Уның да ҡағылышы булғандыр...
– Йәш тамашасы театры беҙ икенсе курста уҡығанда асылды, 1989 йылда. Ә өсөнсө курста профессор Ғабдулла Ғиләжев беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, Йәштәр театры өсөн әҙерләй башланы. Шулай уҡ Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова, Лек Вәли улы Вәлиев менән диплом спектаклдәрен сығарҙыҡ. Павел Романович рус төркөмө менән тулыһынса эшләне. Дүртенсе курста беҙҙе театрға эшкә алдылар. Шул көндән алып, бына 30 йыл инде мин ошонда.
– Ялҡытмаймы?
– Яратҡан эш ялҡытмай ул. Театрҙа көн һайын тигәндәй ниндәйҙер яңылыҡ килеп сыға. Яңы премьералар – һәр береһе айырым донъя кеүек. Гастролдәр, тамашасылар, төрлө саралар – һөнәрен яратҡан актерҙар өсөн былар барыһы ла байрам, үҙенә күрә ваҡиға. Хатта театр етәкселеге лә әллә нисә тапҡыр алмашынды. Тик беҙ шул килеш ҡала киләбеҙ, театрыбыҙҙы яратыуҙы тоғролоҡ менән иҫбатлайбыҙ.
– Актёр булыр өсөн бөтә осорҙарҙы үтергә, ниндәй хәлдә лә сәхнәгә сығырға, театрға килергә һәм тормоштағы көрсөктәрҙе лә үтеп сығырға кәрәк...
– Эйе, кеше тормошонда ғына түгел, заман яҙмышында ла төрлө осорҙар булды, әле һаман булып тора. Тик ундай осорҙарҙы сәнғәткә ҡағылдырмай уҙғарып ебәрергә тырышырға кәрәктер, тип уйлайым. Беҙҙең коллектив халыҡ араһында күберәк була. Гастролдәр менән оҙаҡҡа сығып китеп, ауылдар буйлап йөрөй торғайныҡ. Ундай саралар һаман да бар. Беҙҙе көтөп алалар. Шөкөр, яңы премьералар өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Шуға “ниндәй хәлдә лә” тигәнеңде урынлы күрәм: хәлдәр яҡшы ғына булып торһон, сәнғәт усағы һүлпәнләнмәһен, һәр ваҡыт дөрләп янып торһон ул!
– Венер Камалов бер ваҡытта ла йырҙан айырылмай. Хатта ролдәрегеҙ ҙә йырлы.
– Мин театрҙа эшләй башлаған йылдар ине. Артыҡ күренеп бармай ғына йырлап та йөрөйөм. Гөлдәр Ишҡыуатова исемле бер студент ҡыҙ мине эҙләп килеп тапты. “Мин йырҙар яҙам. Альбом сығарырға уйлап йөрөйөм. Һинең менән дуэт яҙҙырып, шул альбомға индергем килә”, – тип тәҡдим итте лә Салауат Низаметдиновтың студияһына алып китте. Өс дуэт яҙҙырҙыҡ, улар Гөлдәрҙең йыр кассетаһына инде. Шулай итеп, был йырҙарҙы тыңлаусылар күбәйҙе. Мин дә дәртләнеп киттем, альбомымды эшләргә йөрьәт иттем.
Тап шул саҡта мине “Шәреҡ” радиоһына тура эфирҙа алып барыусы итеп эшкә саҡырҙылар. Театрҙан буш ваҡыттарҙа тапшырыуҙар алып бара инем. Шунда эшләп йөрөгән Азамат Моратов менән таныштым. Ул да музыкант икән. Радионың студияһында йырҙар яҙҙыра башланыҡ. “Сәләм әйт” тигән тәүге альбом эшләнде. Артабан ретро-йырҙарға йән өрөргә булып киттек. Шулай итеп, яңыса “Ҡышҡы романс”, “Өфө йүкәләре” килеп сыҡты. Азамат Моратов үҙе көйҙәр яҙып, уларға мин һүҙҙәр ижад итеп, биш-алты йыр тыуҙы. Халыҡ йырҙарын да заманса итеп эшкәртеп башҡарыу шул ваҡытта башланғайны. Был йырҙар беҙҙең эстрада өсөн яңылыҡ ине, кимәле лә юғары булды, шуғалыр, һаман ул йырҙарҙы әйләндерәләр. Мин үҙем дә бик яратып башҡарам.
– Йырҙарығыҙ ғына түгел, сәхнә кейемдәрегеҙ ҙә ҡәҙимге түгел ине, үҙенә тартып тора. Беҙ, студенттар, шуға иғтибар итмәй ҡалмай инек. “Венер Камалов сәхнә кейемдәрен үҙе тегә”, – тинеләр. Ҡыҙыҡ бит, һөйләп үтегеҙ әле.
– Ысынлап шулай! (рәхәтләнеп көлә.) Әйберҙәр юҡ заман ине бит! Ҡайҙа ғына булһам да, тауарҙар, туҡымалар һатылған магазиндарға инеп сығам, аҙаҡ үҙем кейемдәр тегә инем. Концертыма ла шулай тегенеп тигәндәй, ярты йыл әҙерләнергә тура килде.
– Тәүге концертығыҙ, яңылышмаһам, “Һине эҙләп” тип аталды?
– Эйе, 1998 йылда “Һине эҙләп” тигән тәүге концертымды ойошторҙоҡ. Ул ваҡытта радионан киткәйнем, театрым ярҙам итте. Һәр йырға бейеүҙәр һалып, бөтә көсөбөҙҙө файҙаланып, бик юғары кимәлдә үткәреп ебәрҙек.
– Ғаиләгеҙ хаҡында һорау тыуҙы: ҡатынығыҙ менән ҡайҙа таныштығыҙ?
– Ҡатын эҙләп йыраҡ йөрөргә тура килмәне, 25 йәшемдә өйләндем. Лилиәм менән беҙ бер ауылдан, бала саҡтан дуҫлашып йөрөп, ҡауыштыҡ. Гөлдәр менән Дилбәр исемле ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Улар Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡып йөрөй.
– Иҫән-имен саҡта уҡ үҙегеҙгә һәйкәл ҡуйған кеше бит инде һеҙ. Тыуған ауылығыҙҙағы “Венер шишмәһе” хаҡында әйтеүем.
– Эйе, Исламғоломдың 250 йыллыҡ юбилейына ҡарата үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамына ошондай үҙенсәлекле бүләк эшләнем. Ауылға ингән ерҙәге шишмәне таҙалап, кәртәләп ҡуйҙым. Бер үҙемдең генә хеҙмәтем түгел, туғандарым, ауылдаштарым да ярҙам итеште. Яҡташтарым, рәхмәт йөҙөнән, саф һыулы шишмәне “Венер шишмәһе” тип атаны.
– Был да ҡайһылыр кимәлдә һеҙҙең ижад шишмәһе. Һыуының шифаһын бирһен! Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА әңгәмәләште.