Абдулла Исмәғилев дәүере менән хушлашыу ҡыҙыҡ ҡына шарттарҙа булды. 1985 йылдың аҙағында Өфөлә йәш яҙыусыларҙың сираттағы йыйыны булырға тейеш ине. Саҡырылыусылар араһында мин дә бар. Быға тиклем “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, “Йәш көстәр” йыйынтығында тәүге әҫәрҙәрем морон төрттө, ләкин былар ғына миңә йәштәр конференцияһында ҡатнашыуға хоҡуҡ бирмәй. Мәғлүм булыуынса, баш мөхәрриребеҙ ижад менән мауығыусыларҙы өнәп бөтмәй. Ул быны йәшермәй. Шуныһына шөкөр, эҙәрлекләмәй, әлбиттә, бөтәһе өсөн дә тиң талаптар ҡуя. Йәштәштәрем араһында булып, аралашып, ижад хаҡында фекер алышыу теләге миндә көслө. Ошо хаҡта телефондан Сабир ағай Шәрипов менән бер нисә тапҡыр кәңәшләштек.
Яңы хужа яңы талаптар ҡуйҙы
– Мәҡәләләрең сығып тора, һиңә мөнәсәбәт яҡшы. Шулай булғас, кил, үҙем күрҙем, һин исемлектә бар, – тип тынысландырҙы ул мине. – Тик һин Абдулла Ғиниәтович менән һөйләш, рөхсәт ал. Ана, һиңә тиклем Әхиәр эшләгәйне. “Ышанысты аҡламаны” тип эштән ҡыуҙы, үҙенең ҡәйнеше икән. “Ленин бабай уҡыған университетты тамамланы. Ҡулынан бер эш тә килмәй”, – тине. Теге ваҡыт Белореттан Вил Ғүмәров йәштәр конференцияһында ҡатнашты. Рөхсәтһеҙ килгән. Күренеү менән эштән ебәрҙе. Үҙ теләге менән.
Ярты йыл да эшләмәй ҡыуылғы килмәй бит әле. Етмәһә, фатир бирҙеләр. Әллә ҡайҙан килтереп, телефон үткәрҙеләр. Шулай ҙа тәүәккәлләнем, иртәнсәк кәйефе шәптер, шылтыратырға булдым. Иң тәүҙә матбуғатҡа яҙылыу барышы менән таныштырҙым, былай ҡәнәғәт ҡалғаны һиҙелгәс, үҙемдең теләгемде белдерҙем. Баш мөхәррир уйлап та тормай, һөйләп алып китте.
– Ҡустым, мин һине эшкә алғанда нимә тип әйттем, нимә тип һөйләштек? Шиғыр яҙ, ижад ит, ләкин беҙгә иң тәүҙә гәзит хәбәрсеһе кәрәк.
Миңә күнеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Баш мөхәррир онотмаған, йәштәр йыйыны асылған көндә фатирыма шылтыратты, Яңы йыл менән ҡотланы, уңыштар теләне. Тауышы көр, кәйефе һәйбәт ине.
1986 йыл беҙгә яңы баш мөхәррир менән килде. Иң тәүге фармандар редакция бүлектәренән төштө. Яңы хужа яңы талаптар ҡуйған. Үҙгәртеп ҡороу, билдәлелек, фәнни-техник прогресс, яңы эш алымдары хаҡында мәҡәләләр талап иткән. Ул арала булмай беҙҙе йыйып та алдылар. Тауышы үҙе һымаҡ ҡеүәтле, әллә ҡайҙан ишетелеп, гөлдөрләп тора. Мыҡты кәүҙәле, ышаныслы атлап йөрөй торған кеше. Күҙлекле булыуы үҙенә олпатлыҡ өҫтәй. Салауатта педагогия училищеһында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетында уҡыған. Шиғырҙар яҙа, бер китабы сыҡҡан. Шаярып һөйләшергә ярата, ләкин сама белә һәм кешеләргә ихтирамлы.
Партияның өлкә комитетында матбуғат сараларына идара иткән. Ижад кешеһе булғас, шиғырҙар китабы сығарғас, беҙҙең хәлде аңлайҙыр, тип өмөт итәбеҙ. Беҙгә баш мөхәррирҙең мыжып һәм бойороулы гөлдөрләүен 1990 йылдың мартына тиклем тыңларға тура киләсәген белмәй инек әле. Минең тәүге мәҡәләләремде ҡабул итте, хатта береһен өлгө итеп ҡуйғанын да хәтерләйем. Баш мөхәррирҙең алмашыныуы эске тәртипте лә үҙгәртә. Элекке “фавориттар” урынын яңылары ала, кемдәрҙер ситкә этелә, уларҙың һыуынып өлгөрмәгән урынын башҡалар биләй.
Ғүмер буйы яуаплы секретарь булып эшләгән, гәзит эшен биш бармағынан яҡшыраҡ белгән Аҡмал ағай Саптаров тәмәке тартҡанда һөйләгән. Барлыҡ запасты һорап алды, ике көн уҡыны, дүшәмбе иртән мәҡәләләрҙе кире бирҙе һәм “бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек хәбәр тапманым” тигән. Хәҙерге шарттарҙа яңы эш алымдарын индереү хаҡында йыйылыш үткәреүгә әҙерләнергә ҡушҡан.
Мансур Әнүәр улы Әйүпов редакцияға килгәс, яңы тәртип урынлаштырырға, гәзитте яңыртырға теләүен, яңы талаптарға яуап бирергә ҡулынан килмәгәндәр менән хушлашасағын йәшереп торманы.
Иң беренсе тетрәнеү партия съезы барған көндәрҙә яңғыраны. “Беҙҙең нисек эшләгәнде белһендәр, ярҙам итһендәр” тип үҙ хәбәрселәрҙе лә редакцияларға саҡырҙылар. Ошо уҡ эште миңә лә тапшырҙылар. Эш араһында Мәскәүҙәге хәлдәр менән танышабыҙ. Бик көсөргәнешле бара. Бер көн баш мөхәррир эшкә сыҡманы. Уның ҡайҙа икәнлеген берәү ҙә белмәй. Урынбаҫары ла ҡайҙа икәнлеген әйтмәй. Баш мөхәррирҙең кабинетына инеп ултырҙы ла, беҙҙе йыйып, Мансур Әнүәр улы командировкала, бер нимәгә лә иғтибар итмәй, эште дауам итәбеҙ, тип белдерҙе. Тап шул көндәрҙә съезд трибунаһынан илгә мөрәжәғәт яңғыраны. Йәнәһе, халыҡ тормошон яҡшыртыу буйынса ниндәй тәҡдимдәр бар, туп-тура съезға мөрәжәғәт итегеҙ. Урынбаҫарыбыҙ, рәхмәт яуғыры, беҙҙе хәстәрләп йөрөй икән. Журналистарҙың эш хаҡын арттырыу, уларҙың эшен дәүләт хеҙмәтенә тиңләштереү хаҡында тәҡдимдәр яҙып, съезға ебәрергә булған. Беҙҙең күҙ алдында фирма бланкыһына, редакция конвертына һалып, Мәскәүгә ебәрҙе. Хәҙер уйлауымса, моғайын, был тәҡдимдәр Өфө почтамтынан алыҫ китмәгәндер һәм, буяуы ла кибеп етмәгән килеш, партияның өлкә комитетына барып ятҡандыр.
Бер аҙҙан баш мөхәррир нисек юғалһа, шулай эштә пәйҙә булды һәм яңы фарман иғлан итте: барлыҡ эште яңыса ойошторорға. Ә эштә булмауының сәбәбе шул: съезд трибунаһынан сығыш яһаған партия төбәк ойошмаларының беренсе секретарҙары бик үткер һәм файҙалы тәҡдимдәр индергән. Ә инде журналист эшен дәүләт хеҙмәтенә тиңләү мәсьәләһе, 15 йыл самаһы ваҡыт үткәс, барыбер хәл ителде. Элекке урынбаҫар ошо фекерҙе яҡлап йөрөнө, аҙаҡ, барыһын аптыратып, ҡырҡа ҡаршы төштө. Хәйер, быныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә, киләсәктә, бәлки, насип булһа, яҙылыр әле.
Ни хәл итәһең, яңы талаптарҙы күптәр күтәрә алманы. Кешеләр шым ғына ҡырҙан эш эҙләй һәм зарлана.
Йыйылыш баш мөхәррирҙең рәйеслегендә ике сәғәттән ашыу барҙы.
– Илдә барған бөгөнгө үҙгәрештәрҙе мин һауала осоп барған самолеттың двигателен алмаштырыу менән сағыштырам. Ергә төшөп ултырырға, самолетты рәтләргә, хатта сәй эсергә лә ваҡыт юҡ. Беҙ барыһын да осоп барған килеш эшләйәсәкбеҙ. Әгәр кемдер “хәҙерге талаптарҙы үтәй алмайым” тип иҫәпләй, уларға башҡа урындан эш эҙләргә тура киләсәк.
Беҙ тыныс тормоштоң бөтөүен аңланыҡ. Күпселек яңыса эшләүҙе яҡлап сығыш яһаны. Баш мөхәррир яңы кешеләр саҡырып, уларҙы гәзит эшенә өйрәтеүҙе ғәҙәт итеп алды. Кешеләр шым ғына килеп керә лә, эш сыҡмағас, яҙ ирегән ҡар һымаҡ юҡ була. Мансур Әнүәр улы яңылыҡтар индерергә тырышты, һәм улар ваҡыты менән һәйбәт һөҙөмтәләр бирҙе.
Баш мөхәррирҙең урынбаҫарын алып ташлауҙы коллектив гәзитте көсһөҙләндереү тип баһаланы. Марсель Әҡсәнович тәжрибәле, көслө һәм һәләтле журналистарҙың береһе ине. Уның һымаҡ эҙләнеүсән, егәрле белгесте табыуы ҡыйын. Һуңынан фараз итеүебеҙсә, Мансур Әнүәр улы үҙенең ике урынбаҫарының, йәғни Марсель Ҡотлоғәлләмов менән Абдрахман Йосоповтың икеһенең береһен һайланы. Абдрахман Рәхмәт улы материалдарҙы йығылып киткәнсе уҡый, күндәм, тыңлаусан ине.
Тормоштоң ҡапма-ҡаршылығы шунда, Марсель Ҡотлоғәлләмовты вазифаһынан бушатып, телеүҙәккә илтеп ҡуйғандан һуң, Абдрахман Йосоповҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Тағы бер сифаты бар ине Аб-драхман Рәхмәт улының. Ул хәбәрселәрҙе мәҡәлә яҙырға өйрәтергә яратты. О, ул эргәңә килеп, өҫтөңдә тороп, ҡәләм менән өҫтәлде шаҡылдата-шаҡылдата юҡ ҡына хатаң өсөн шул тиклем йонсота торғайны, яҙыу түгел, йәшәге килмәй.
Урынбаҫарҙар хаҡында. Һәр кемдең ҡулынан килер эш түгел, сөнки гәзит эше ялҡыта, ижадҡа ваҡыт ҡалмай. Ә Сафуан Әлибаев, Рәүеф Насиров, Факил Мырҙаҡаев һымаҡ егәрле ағайҙар өлгөрә ине.
Алғараҡ баҫып әйтәм, партия йыйылышында ла Марсель Ҡотлоғәлләмовты яңынан редакцияға ҡайтарыу мәсьәләһе бер нисә тапҡыр ҡаралды, ләкин хәл ителмәне. Ул Матбуғат йортона 90-сы йылдар башында ҡайтты. Икенсе гәзиткә, баш мөхәррир сифатында. “Известия Башкортостана” тигән баҫма була торғайны.
Әле Марсель Әҡсән улы гәзит һәм журналдар менән бик теләп хеҙмәттәшлек итә. Үҙенең юғары пафослы, ҡапма-ҡаршылыҡлы, хатта бәхәс уятырлыҡ мәҡәләләрен яҙа. Гәзитте иртәнән алып кискә тиклем мәҡәлә яҙып йөрөүселәр тотоп тора.
Яңыса эшләргә өйрәндек
Мансур Әйүп улы үҙенең булмышы менән көрәшсе ине, ләкин һәр көрәш ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ә гәзит эше көн һайын түгелеп яҙыуҙы талап итә. Бында образдар уйларға, һабаҡтар бирергә, ваҡиға булырлыҡ әҫәрҙәр яҙырға ваҡыт ҡалдырмай. Шуға Әйүпов эҙләнә, кешеләр менән таныша, ғалимдарҙы йәлеп итә, мәҡәләләр яҙҙырып ҡарай. Ләкин был һынауҙар ауыр, һәр береһе үтәрлек һәм күтәрерлек түгел. Гәзит эшенә дәғүә итеүселәр тәүге көндәрендә үк уңышһыҙлыҡҡа дусар була, юҡ ҡына хата өсөн етди тәнҡитләнә, сөнки редакция эсендә лә ижад ҡомары, сәм, көнәркәшлек бик көслө. Һәр бүлектә ысын мәғәнәһендә йәшәү өсөн көрәш бара. Әгәр һин яҙып өлгөрмәһәң, мәҡәләңде ваҡытында тапшырмаһаң, урыныңды башҡа кеше һәр ваҡыт алырға ғына тора. Әгәр көндөкөн көнгә яҙып, гәзит битенә урынлаштырмаһаң, һинең кәрәгең бөтә.
Шулай итеп, беҙ эҙләнергә, анализ яһарға, һәйбәт хеҙмәт өлгөләрен таратырға өйрәндек. Йәшәлгән йылдар һис тә әрәм булманы. Республика матбуғаты ғына түгел, райондарҙағы гәзиттәр ҙә беҙҙән өлгө ала торғайны.
Мансур Әнүәр улы яңы темалар, идеялар менән янған кеше икән. Уйҙырмалар ҡайһы ваҡыт ысынбарлыҡтан өҫтөн торған саҡтар ҙа булғандыр. Беҙ бар булған мөмкинлектән файҙаландыҡ, ышандыҡ, ысын күңелдән яҙҙыҡ. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу, һәйбәт өлгөләрҙе таратыу, пропагандалау теләге ифрат көслө ине, ләкин теләк кенә етмәй. Төҙәтеп, шымартып яҙыуҙан ғына тормош үҙгәрмәй. Халыҡты мул тормош менән тәьмин итеү яҙмышы ла мәғлүмәт сараларының, унда эшләгән хәбәрселәрҙән генә тормай. Йыш ҡына шул осор сыҡҡан мәҡәләләрҙе барлайым һәм баш мөхәрриребеҙҙең аныҡ, ҡәтғи күрһәтмәләрен ишеткәндәй булам.
– Етештереүҙә хужалыҡ иҫәбен таратыуҙы талап иткән мәҡәләләр кәрәк.
– Фәлән районда ғаилә йәшелсә баҫыуын үҙ ҡарамағына алған һәм табышты арттырыу, сығымдарҙы кәметеү буйынса һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән.
– Өлкә комитеты һарыҡ фермаһын арендаға алыуҙа ыңғай миҫалдар табыуҙы талап итә.
90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, яңы власть даирәләрендә Мансур Әнүәр улы үҙенең белеме менән лайыҡлы урын биләне. Иң тәүҙә ул Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы сифатында байтаҡ ҡына эш күрһәтте. Аҙаҡ конституциялаштырылмаған, йәғни Төп законда яҙылмаған дәүләт секретары вазифаһын биләне. Идеология өсөн яуап бирҙе. Нисек кенә булмаһын, 90-сы йылдарҙан алып 2000 йылдарға тиклем рухи тормошобоҙҙоң төп йүнәлеше уның исеме менән бәйле булды. Хәҙер килеп ул осорға төрлөсә баһа бирергә мөмкин. Ләкин шуныһы хаҡ, халыҡ өсөн бик күп эшләнде. Аҙаҡ Мансур Әнүәр улы төрлө вазифалар биләне, Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Фәндәр академияһындағы эше уға ғалим булараҡ үҙен күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.
Хәҙер Мансур Әнүәр улы хаҡлы ялда, дөрөҫ булһа, республикабыҙҙың тарихы, үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында иҫтәлектәр яҙа икән. Уға ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ