Башҡорт һүҙ сәнғәтендә оҙайлы дәүерҙәр буйы ниндәй генә аҫыл хазиналар тупланмаһын һәм кешелек донъяһы хаҡында ниндәй генә фекерҙәр әйтелмәһен, һәр яңы быуаттағы яңы талант эйәһе шул рухи байлыҡҡа үҙ өлөшөн өҫтәй. Һәр ысын шағир йәки яҙыусының ҡабатланмаҫ рухи донъяһы, һәр замандың үҙ поэтик йөҙө бар.
Хәҙерге башҡорт шиғриәте бай әҙәби үҫеш дәүере кисерә. Үҙенсәлекле тел-стиль, жанрҙар төрлөлөгө, ҡабатланмаҫ әҙәби образдар – барыһы ла замандаш шағирҙарыбыҙҙың ҡаурый ҡәләме ихтыярында.
Күптән түгел республикабыҙҙың “Ағиҙел” журналында билдәле яҙыусы, тәржемәсе, ғалим Фәрит Вафа улы Әхмәҙиевтең театр өсөн яҙылған “Аҙашҡан йондоҙ” поэмаһы баҫылып сыҡты. 1100 юлдан торған әҫәр башҡорт фольклорына һәм әҙәбиәтенә Көнсығыш халыҡтарының поэзияһынан килеп ингән робағи формаһында ижад ителеүе менән хәҙерге башҡорт шиғриәтендә яңы күренеш булды.
Поэманы ижад итерҙән алда Фәрит Вафа улының 2015 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “99 робағи” тигән китабы баҫылып сыға. Ә 2016 йылда был китап юғары художество оҫталығы өсөн “Рәсәйҙең көмөш ҡаурыйы” билдәһе менән бүләкләнә. Талантлы шағирҙың “Аҙашҡан йондоҙ” поэмаһы тап ошо “99 робағи” китабы нигеҙендә ижад ителгән.
Фәрит Вафа улы билдәләүенсә, поэманың төп геройын һайлау театр өсөн яҙылған пьеса ижад итеүҙән барлыҡҡа килгән. Иң алда шағир шиғри телмәр менән һөйләгән Ғүмәр Хәйәм ҡатнашҡан ябай пьеса ижад итә, һуңынан тулыһынса поэтик формаға килтереп, поэма рәүешендә яҙырға илһамлана.
Әҫәрҙең сюжеты прозаик, шағир, үҙенең әҫәрҙәрендә Урта Азияның боронғо һәм урта быуаттар тарихы темаһын яҡтыртҡан совет яҙыусыһы Йәүҙәт Ильясовтың повестары менән һуғарылған. Әҫәрҙә егерменән ашыу персонаж хәрәкәт итә, ә төп геройы булараҡ күп яҡлы шәхес – фарсы философы, математик, астроном һәм шағир Ғүмәр Хәйәм образы һынландырыла.
Поэманың сюжеты бер туҡтауһыҙ йылдам хәрәкәттәрҙән, яңынан-яңы үҙенсәлекле картиналарҙан, көтөлмәгән боролоштарҙан ғибәрәт. Әҫәрҙең башында хәрәкәт иткән төп образдың Ҡөрьән уҡый-уҡый мәҙрәсәгә юл тотоуы, каруанға сәлжүктәрҙең һөжүм итеүе, Ғүмәрҙең үлемдән ҡотолоп ҡалыуы бәйән ителә. Шул уҡ ваҡытта төп геройҙың белемле булыуы, төрлө фәндәрҙе, төрлө телдәрҙе үҙләштереүе, ғөмүмән, уҡыуға, тирә-яҡты өйрәнеүгә һәләте асыҡлана.
Бер туҡтауһыҙ каруандар хәрәкәт итеүе, яңы ҡалалар, яңы образдар менән танышыу сәйәхәткә тартым. Сәмәрҡәнд ҡалаһының ҡазыйы Әбү-Таһир Ғүмәрҙең “фәнгә ҡомары барлығын” белеп, рисәлә яҙыуын һорай, уға кейем-һалымға аҡса тоттора, айырым бүлмә бирҙертә. Сюжет һыҙығында барған хәл-ваҡиғалар, хәрәкәттәр менән бер рәттән, шағирҙың фәлсәфәгә ҡоролған, афоризмдарға тиң тәрән мәғәнәле фекерҙәре поэтик юлдарға һалына бара. Мәҫәлән, Ғүмәрҙең рисәлә яҙыу процесын һүрәтләгәндә ғилем, фән эше хаҡында шундай юлдар бирә шағир:
Ауыр нәмә ул – фән эше,
Уны белмәй һәр бер кеше.
Ҡойо ҡаҙыған һымаҡ,
Ләкин тәмле емеше.
Был поэтик юлдарҙа фән эше менән шөғөлләнгән бар ғалимдарҙың дөйөмләштерелгән образы һынландырыла, еңел булмаған эштәре ҡойо ҡаҙыу менән сағыштырыла.
Лиро-эпик жанр булараҡ, поэмала төп геройҙың күңел, хистәр донъяһы ла урын алған.
Һөйгән йәрең булһа, булһын аҡҡоштай,
Ысын дуҫың булһа, булһын алмастай.
Тимер сылбыр менән ҡоршаған Хоҙай,
Кем яҡыныраҡ был тормошта,
тип һорамай.
Хеҙмәтсе ҡыҙ Фирүзәгә булған саф мөхәббәт хистәре Ғүмәр йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдыра. Фирүзә, үҙ сиратында, Тау хужаһы, каруансы Хәсән-Саббахтың шымсыһы булыуына ҡарамаҫтан, һөйгәнен үлемдән ҡотҡара, уның өсөн үҙ йәнен фиҙа ҡыла.
Геройҙың артабанғы тормошо Бохара, Исфахан ҡалалары менән бәйләнә. Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын, хакимдарға тоғро хеҙмәт иткән дошмандар тоҙағына эләкһә лә, Ғүмәр үҙенең кешелек сифаттарына тоғро ҡала, “үҙ йондоҙо артынан бара” – шиғырҙар, робағиҙар ижад итеүен дауам итә, солтан Мәликшаһ хакимлығында йыһан серҙәренә төшөнә, ҡояш календары, йондоҙнамә төҙөй.
Иртән торам, ишетһәм мин бейектән
аҙан,
Доға ҡылырға түгел – мин шиғырҙар яҙам.
Миңә Хоҙай ҡушҡандыр тереләй был
ғазап –
Һөйәркәмде ташлап, ҡулға ҡәләм тотам.
Шиғыр яҙҙым төн туҡтамай,
Шиғыр һуҡыр тин дә тормай.
Шайтан һул иңемдә илай,
Уң яҡта фәрештә йоҡлай.
Фәрит Әхмәҙиев үҙенең “Аҙашҡан йондоҙ” поэмаһында бөйөк фарсы шағиры, астроном, математик, философ Ғүмәр Хәйәмдең ҡабатланмаҫ, әммә шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы образын замандаштарыбыҙ алдына баҫтырырға батырсылыҡ итә. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, поэмала бөйөк шәхестең тормош юлы, шағир, ғалим, ғөмүмән, шәхес булараҡ үҫеш этаптары поэтик формала сағылдырыла. Әҫәрҙә бигерәк тә геройҙың ғүмер һәм үлем, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт, тормош матурлығы хаҡындағы фәлсәфәүи тәрән фекерҙәре иғтибарҙы яулай. Автор уҡыусыһын Ғүмәр Хәйәм шиғриәте донъяһына алып инә:
Ғүмерҙе йылдар менән һанайбыҙ,
Ғүмер ҡыҫҡа икән, тип беҙ илайбыҙ.
Ғүмерҙе көндәр менән һанап барһаҡ,
Ғүмер ҡалай оҙон тип йырларбыҙ.
Кеше тура юлдан йөрөй һымаҡ,
Дөрөҫөндә, Ер шарында беҙ ҡунаҡ.
Кемдер ғүмер буйы тауға бара –
Кемдер аҫҡа төшә бара ҡолап.
Аң, йән һәм тән Аллаһ беҙгә биргән,
Һин уларҙы һаҡлап тотон –
осорма тиҙ елгә.
Үлгәс, тәнең ята ергә, йәнең –
оса күккә,
Таба алманым яуап – аның хәжәт кемгә?
Поэманың башынан алып аҙағына тиклем сюжет һыҙыҡтарын бәйләп торған Дәрүиш образы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул поэма уҡыусыны урта быуаттарҙа Көнсығышта хөкөм һөргән мөхиткә сорнап, хәл-ваҡиғаларҙы ситтән күҙәтеп һөйләүсе сифатында ғына түгел, ә, үҙ сиратында, фәһемле фекерҙәрен еткергән мосафир-сәйәхәтсе булараҡ сығыш яһай.
Белеп булмай бит алдан,
Бөйөк һәм сикһеҙ Йыһан.
Ғүмер буйы ярҙам иткән
Үҙ йондоҙоңа ышан,
– кеүек серле, тәрән фәлсәфәле монологтары сюжет һыҙығы менән бергә үрелеп килә.
Фәрит Әхмәҙиевтең “Аҙашҡан йондоҙ” әҫәре – классик поэма жанрының өлгөһө. 1100 юлдан тороп, рифмаға һалынған поэтик юлдар ҡабатланмаҫ интеллектуаль һәм эстетик зауығы, композицион һәм идея-тематик йәһәттән үҙенсәлекле булыуы, робағи алымы менән ижад ителеүе шағирҙың новаторлығын билдәләй.
Шулай итеп, Фәрит Әхмәҙиев шиғриәте – ул үҙ заманының өлгөлө поэзия үрнәге. Замандаш шағирыбыҙҙың рухиәтле “Аҙашҡан йондоҙ” әҫәре үҙенең күләме, поэма жанрының ҡанундарына тулыһынса яуап биреүе, башҡорт әҙәби теленең яңы техник мөмкинлектәрен тирә-яҡ донъяны танып белеү ҡоралы итеп күрһәтеүе менән үҙенсәлекле. Ул кешелек донъяһының фәлсәфәүи серҙәре хаҡында уйланырға мәжбүр итә, тәрән хис-тойғоларға һала, поэма жанрының хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә өр-яңы һулыш алып үҫеүе, камиллаша барыуы хаҡында һөйләй.
Роза ДАУЫТОВА