Бөтә яңылыҡтар

“Беҙ кешеләргә көн һайын кәрәк”

Элек-электән “Башҡортостан” гәзитен техника, транспорт һәм ҡағыҙ менән тәьмин итеү йәһәтенән иң аҙаҡҡы итеп хеҙмәтләндерәләр ине. Ошо хаҡта иң юғары кабинеттарҙа әйткәнем дә булды. Ләкин ыңғай хәл ителмәне. Редакцияларҙы компьютерлаштырыу башланғас,  миңә, бөтәгеҙгә лә бер юлы һатып аласаҡбыҙ, тип тынысландырҙылар.

Мин көтмәнем, яңы техника һатып алыуҙы беренсе булып башларға ҡарар иттем. Бының өсөн беҙгә 51 мең доллар аҡса бүлделәр. Шунан һуң беҙ компьютер менән тәьмин итеүсе фирма һайланыҡ. Ул фирма бер-береһенә көйләнгән техника етештереүсе “Макинтош” булып сыҡты. Техника ҡайтты, уларҙы урынлаштырыу, йәғни монтаж, шаҡтай ҡатмарлы эш икән. Беҙ бит бер ыңғай гәзит тә сығарабыҙ. Ә ошо техниканы хеҙмәтләндереү өсөн кешеләрҙе әҙерләү күпкә ҡатмарлыраҡ. Бының өсөн беҙгә, Өфө авиация техник институты менән һөйләшеп, махсус курстар ойошторорға тура килде, хатта компьютер артына үҙемде лә ултырттылар. Компьютерлаштырыу тамамланғандан һуң республика журналистарының те­ләктәшлек фонды яңы техника йәлеп итеүгә йомғаҡ яһаны һәм беренсе урынды “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәрриренә, йәғни  миңә, бирергә ҡарар итте.

Мин баш мөхәррир булып эшләгән дәүерҙә редакцияның иң ҙур ҡаҙаныш­тарының береһе булып хеҙмәткәрҙәрҙе иң ауыр проблема – торлаҡ менән тәьмин итеүгә өлгәштек, тип әйтә алам, сөнки редакциялар иң аҙаҡтан һирәк-мирәк кенә фатир алыу мөмкинлегенә эйә. Шул осорҙағы матбуғат министры Зөфәр Тимербулатов бер уңайлы ғына проект тәҡдим итте, һәм беҙ Зөфәр Мөхтәр улы менән Хөкүмәт тупһаларын тапай башланыҡ. Эш бик ауыр бара, шулай ҙа финанслау хәл ителде, ләкин Хөкүмәт, был тиклем торлаҡ һеҙгә күп була, яртыһын беҙгә бирәһегеҙ, тип ҡаршы тәҡдим ҡуйҙы. Беҙ ризалашырға мәжбүр булдыҡ. Беҙҙең тырышлыҡ менән 20 – 30 ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Үкенескә ҡаршы, был һуңғы күпләп бушлай бирелгән торлаҡ менән тәьмин итеү булып тарихта ҡалды.

Мин әле лә республикабыҙҙа сыҡҡан күпселек матбуғат сараларын уҡып барам, өйгә алдырам. Уларҙың эшенә ҡарата ҡайһы бер фекерҙәрем дә бар. Минеңсә, хәҙер гәзиттәрҙең авторҙар даирәһе шаҡтай тарайҙы. Үҙ хәбәрселәр генә түгел, ауыл, эшсе хәбәрселәр, штаттан тыш хәбәрселәр юҡҡа сығып бара. Хеҙмәткәрҙәр шуны онотмаһын ине: гәзит уҡыған кешеләр әле лә бар. Уларҙы хәҙер яңылыҡтарҙы интернеттан эҙләргә өйрәтеү мөмкин түгел.

Эйе, әле еңел түгел. Ә ҡасан анһат булды беҙҙең эш? Ҡасан бөтәһе лә ал да гөл, тип ҡул ҡаушырып ултырҙыҡ? Әле килеп пандемия өҫтәлде. Ә гәзитте барыбер сығарырға кәрәк, сөнки халыҡ көтә.

 

- Тәлғәт Сәғитов, “Башҡортостан’’ гәзитенең 1990 – 1998 йылдарҙағы баш мөхәррире

 

“Кешеләр, белеүебеҙсә, бер-береһенән ныҡ айырыла, бер-береһен бер ҡасан да ҡабатламай. Миңә тиклемге гәзит етәкселәре лә төрлө холоҡло, төрлө белемле булған, әммә уларҙың барыһын да уртаҡ маҡсат – баҫманы мөмкин тиклем камиллаштырыу, уҡымлы итеү теләге берләштергән. Полиграфия донъяһын, журналистиканы яҡшы белгән баш мөхәррирҙәр хеҙмәткәрҙәренән дә эшкә яуаплы ҡарауҙы талап иткән.

 

Абдулла Исмәғилев ике тиҫтә йыл баш мөхәррир булды. Шул осорҙа тираж 100 мең дананан да ашып китте, сөнки баҫмаға яҙылыуҙы партия органдары, өлкә, ҡала, район комитеттары күҙ уңынан сығарманы. “Өҫтән күрһәтмә булғас, яҙылалар инде”, – тип әйтеүселәр ҙә булды ул ваҡытта, әммә был ысул үҙен аҡлай ине. “Совет Башҡортостаны” республика Өлкә коми­тетының баҫма органы булды. Уның һүҙен,  ҡарарҙарын гәзит аша түкмәй-сәсмәй халыҡҡа еткерҙе. Әле лә республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите юғары власть фекере, илебеҙҙәге хәл-ваҡиғалар менән ватандаштарыбыҙҙы ваҡытында таныштыра килә. Тик бөгөн республика халҡы менән гәзиткә яҙылыусылар һанын сағыштырып ҡараһаң, ултырып иларлыҡ. Хөкүмәттән ярҙам итмәй тороп, гәзиттең тиражын арттырып булмаясаҡ.

Һәр мөхәррирҙең эш дәүеренән һуң, ярылып ятҡан бураҙна һымаҡ, эҙ ҡала. Тәлғәт Сәғитов гәзитте халыҡ яратып уҡыған, көтөп алған “Көн һайын ошо урында...” рубрикаһы менән йәмләне. Мин дә уны һаҡлап ҡалдым. Үҙем “Башҡортостан-Йома” сығарылышын уйлап сығарҙым. Баҫма бөгөн дә уңышлы сығып килә. Элек гәзиттең төп нигеҙе тәнҡит, тарих булды. Халыҡ уларҙы көтөп ала, мауығып уҡый, редакцияға фекерҙәрен яҙып ебәрә ине. Уҡыусылар яҙған хаттар буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылды.

Башҡортостанда өс төп гәзит донъя күрә – “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Республика Башкортостан”. Һәр береһенең үҙенә генә хас үҙенсәлеге, уҡыусыларҙы йәлеп итерлек рубрикалары бар. Шул са­ғыу рубрикалар, талантлы ҡәләм оҫталары, көслө, көнүҙәк мәҡәләләр гәзиттең йөҙөн билдәләй. Әлбиттә, хәҙер “Башҡортостан” гәзите элекке кеүек аҙнаһына биш тапҡыр сыҡмай, шулай ҙа абруйлы баҫмабыҙ бер ҡасан да үҙ йөҙөн юғалтмай. Юбилей уңайынан ҡәләм­дәштәремә ижади уңыштар, үткер ҡәләм теләйем.

 

- Ғәлим ХИСАМОВ, “Башҡортостан” гәзитенең 1998-1999 йылдарҙағы баш мөхәррире

 

Барлыҡ күргәнеңде, белгәнеңде аҡ ҡағыҙға төшөрөп булмай. Һуңғы арала онотолмаһын, юғалмаһын өсөн “Гәзит битенә һыймаған юлдар” исемле яҙмалар ижад итә башланым. 35 йылдан артыҡ яҙышыуым бындай мөмкинлекте бирә һымаҡ. Әле бына матбуғатҡа яҙылыу хаҡында уйлап ултырам.

 

Тираж мәсьәләһе ғүмер баҡый төп күрһәткес булды. Мине эшкә шул осорҙағы баш мөхәрриребеҙ Тәлғәт Сәғитов өйрәтте. Уның менән ҡала һәм райондар буйлап бер үтеүебеҙ ғүмерлек һабаҡ булды.

Шул осорҙағы сәйәси хәлдән сығып, редакция коллективында республика өлгәшкән ҡаҙаныштарҙы пропагандалау һәм халыҡҡа еткереү, башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, кешеләрҙе яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәтеү һымаҡ маҡсаттар ҡуйылды. Беҙ уны үтәй алдыҡмы? Ҡайһы ваҡыт гәзиттең айырым һандарын алып ҡарайым. Юлдар, мәктәптәр төҙөлә, ауыл һайын газ үткәрелә. Элекке колхоз һәм совхоздар крәҫтиән хужалыҡтары итеп үҙгәртелә һәм эшләй. Баҫыуҙарҙы гиҙгән сит ил комбайндары беҙҙе әкиәт донъяһына алып барған һымаҡ. Һеҙ нисектер, мин шул көндәрҙе һағынам. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың ауыр һәм ҡатмарлы юлының яртыһын да үтмәгән булғанбыҙ. Райондарҙың үҙ-ара ярышып, сәмләнеп эшләүен күреп, “Абруй-рейтинг” исемле рубрика булдырҙыҡ, үҙебеҙсә йылға йомғаҡ яһайбыҙ. Күренеп тора, райондар эшләй, тырыша, булғанын һаҡларға ынтыла.

Тәүге урындар өсөн көрәш Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Мәләүез һымаҡ алдынғы райондар араһында бара. Рейтинг бөтәһен дә күрә, белә һәм уҡыусы хөкөмөнә сығара. Ә кемдәр “колхоз һәм совхоздарҙы бөтөрмәйек” тигән һылтау менән һауын һыйырҙарын иткә оҙата, улар туҡтауһыҙ түбән төшә. Беҙ ошо аналитикаға иғтибар булырын белә инек, ләкин иң юғары кимәлдә мөрәжәғәт итерҙәр тип көтмәгәйнек. Уҡыйҙар икән. “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан “Абруй-рейтинг” мәғлүмәттәрен башҡа баҫмалар ҙа тәржемә итеп баҫырға мәжбүр булды. 

Хәҙер матбуғат дуҫтарын хеҙмәттәшлек итергә саҡырыу еңелдән түгел. Һәр кем үҙе өсөн файҙа һәм табыш эҙләй, шуға күрә гәзиткә яҙылыусыларҙы эшҡыуарҙар араһында эҙләргә кәңәш итәм, сөнки киләсәк – улар ҡулында. Борондан ҡалған йүкә шынаны беҙ уйлап тапмаған. Ул әле лә эшләй һәм һөҙөмтә бирә. Тираж өсөн көрәш тиражға ҡаршы көрәшкә әйләнмәһен. Ҡайһы берәүҙәр “беҙ тәнҡитләп яҙһаҡ, тираж артасаҡ” тип хаталана. Тәнҡитләү түгел, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөһим.

 

- Рәлиф КИНЙӘБАЕВ, “Башҡортостан” гәзитенең 1999 – 2011 йылдарҙағы баш мөхәррире

Читайте нас: