Бөтә яңылыҡтар

Гәзитте Шәрипҡол ҡыҙҙары баҫҡан

“Эшкә тыныс күңел менән килдек”

Гәзитте уҡымлы итеп сығарышыуҙа, эш барышында тотҡарлыҡтар булдырмауҙа, хәбәрселәрҙән тыш, техник хеҙмәткәрҙәрҙең дә өлөшө ҙур. Компьютер операторҙарының яҙмаларҙы тиҙ һәм хатаһыҙ йыйыуы – шуға асыҡ миҫал. “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзитенең тарих биттәрендә республиканың  Почет грамотаһына лайыҡ булған Мәүсилә Ҡолбахтина менән Фәүзиә Хәмитованың да исемдәре бар.

 

“Барыһы ла аңлап ҡабул итте”

 

Республикабыҙҙың башҡортса төп баҫмаһында эшләү йылдарын Мәүсилә Ғәлинур ҡыҙы яҙмыш бүләгенә тиңләй.

– Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылы урта мәктәбендә VIII класты тамамлағас, әхирәтем менән Өфөгә юлландыҡ, – тине Мәүсилә Ҡолбахтина. – Әлбиттә, артабан белем алыу маҡсатында, һөнәр үҙләштереү өсөн. Баш ҡалабыҙҙың Хоҙайбирҙин урамында урынлашҡан машинисткалар курсында уҡыныҡ, унан инде мине практика үтеү өсөн “Башҡортостан” гәзитенә ебәрҙеләр. Һүҙ ҙә юҡ, башта тулҡынландыҡ, әлбиттә. “Нисек ҡабул итерҙәр?”, “Эш ауыр булмаҫмы?”, “Ышаныстарын аҡлармынмы?” һымағыраҡ икеле-микеле уйҙар күңелемде биләп алды. Ҡыҫҡаһы, үҙемде ҡулға алдым да редакцияны эҙләп киттем. 1971 йылдың декабрендә практиканы уңышлы тамамлағас, баш мөхәррир редакцияла эшкә ҡалырға тәҡдим яһаны. “Беҙгә бөгөндән машинистка кәрәк, һине шундай шарт менән эшкә алабыҙ, әгәр ҙә “оҡшаманы” тип китмәһәң генә”, – тине “Башҡорт­остан” гәзитенең ул саҡтағы баш мө­хәррире Абдулла Исмәғилев.

Мәүсилә Ҡолбахтина феке­рен­сә, 16 ғына йәшлек үҫмерҙе эш­кә алырға йөрьәт иткән Абдулла Ғиниәт улының был сифаты кадр­ҙарҙы таба белеүе һәм уларҙы үҫ­те­реүе тураһында һөйләй. Ул ва­ҡытта паспорт алырға йәше лә ет­мә­гән булған ҡыҙҙың. Баш мөхәр­рир­гә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?! Әйткәндәй, етәкселектең хәс­тәр­леге арҡаһында бер бүлмәле фатир алған, һуңынан балалары ты­уыуға бәйле яңыһын һәм ирке­не­рәген дә биргәндәр. Баш мөхәр­рир­ҙәрҙең бәләкәстәренә балалар баҡсаһынан урын юллашыу ише изгелек ҡылыуҙары ла хәтерендә Мәүсилә Ҡолбахтинаның.

– Сабыйҙарымдың редакция коридорында сыуалып йүгереп йөрөүе бөгөнгөләй күҙ алдымда, был хәлде барыһының да аңлап ҡабул итеүенә рәхмәтлемен, – ти Мәүсилә Ғәлинур ҡыҙы. – Редакцияла 41 йыл эшләү дәүеремдә көслө етәкселәр менән һәр саҡ аңлашып эшләнем.

“Редакция иңдәргә ҡанат ҡуя”

 

Фәүзиә Хәмитованы иһә 1982 йылда “Башҡортостан” гәзитенә ҡабул итеп алғандар. Тәүге көндәрҙән үк йәш ҡыҙ ныҡлап эшкә тотонған. 2015 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан, дөйөм алғанда, ул ғүме­ренең 33 йылын республикабыҙҙың абруйлы баҫмаһына биргән.

– Башта “Башкирия” тигән машинкала хәреф йыйҙыҡ, яңылыш баҫылһа, уға аҡ буяу һөртәһең, кипкәс, кәрәкле хәрефте йәнә ба­ҫаһың, – ти сығышы Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылынан булған Фәүзиә Зиннәт ҡыҙы. – “Тыҡ-тыҡ” килеп, текстар баҫып ул­тырыуҙары тәүҙә ятыраҡ тойолһа, аҙаҡтан инде тауышҡа бөтөнләй иғтибар итмәй башланыҡ, эшкә шул тиклем тәрән сумаһың, хатта эргәлә коллегаларыңдың йөрөүен дә тоймайһың, исемең менән өндәшкәс кенә туҡтайһың. Ав­торҙарҙың хаттарын да, хәбәр­селәрҙең мәҡәләләрен дә йыйып өлгөрөргә кәрәк. Журналистарҙың почеркын танымаһаң, һорарға мөмкин, улар янда бит. Ә бына авторҙарҙыҡын нисек танырға? Мәғәнәһенә ҡарайһың, күҙ ҙә өй­рәнеп китә. Ҡыҙыҡ, хат автор­ҙарының үҙҙәренең ҡулъяҙма­ларын таный алмаған осраҡтар ҙа булғыланы, ә беҙ уҡыйбыҙ.

Хәбәрселәрҙең һәммәһе лә ҡулдан яҙылған мәҡәләһенең ташҡа баҫылып, тиҙ арала өҫтәлдә ятыуын теләй. Кемдеңдер – ике бит, ә ҡайһы берәүҙәрҙеке – егерме биткә хәтлем. Шуларҙың барыһын да йыйып өлгөрә торғайныҡ.

Заман – башҡа, заң – башҡа, тибеҙ. Фәүзиә Хәмитованың һөйлә­үенсә, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында компьютер заманы башланғас, бер төркөм операторҙы Өфө дәүләт авиация техник университетының инженерҙары уҡытҡан. Ун көн тирәһе белем­дәрен камиллаштырғандар. “Теория буйынса уҡыныҡ, беҙгә хәҙер практика кәрәк”, – тип компьютерҙа эшләргә өйрәтеүҙәрен үтенгәндәр. Барыһын да быға хәтлем күрмәгән-белмәгән компьютер менән таныштырғандар.

Шул саҡта редакция инженеры компьютерҙың эш өҫтәлендә папка асыу, баҫҡан мәҡәләне һаҡлау буйынса схема төҙөгән. Ошо схеманы бүтән гәзит-журналдарҙың опе­ратор­ҙарына ла таратҡандар.

– Эшкә театрға барған шикелле тыныс күңел менән килдек, – тип һөйләй Фәүзиә Хәмитова. – Редакцияла йылы мөхит һәм үҙ-ара аңлашып эшләү даирәһе һаҡлан­ған, етәкселек хеҙмәткәрҙәргә яҡшы мөнәсәбәт күрһәткәне өсөн иртә менән Матбуғат йортона ашҡынып торҙоҡ. Ғөмүмән, “Башҡортостан” гәзитендә һәр саҡ коллектив татыу һәм бер-береһенә теләктәш булды, бөгөн дә шулай.

-  Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас: