Һәр матбуғат сараһының төп тәғәйенләнеше – ысынбарлыҡты дөрөҫ, халыҡты борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе объектив яҡтыртыу, ошо нигеҙҙә уларҙы юғары даирәләрҙең иғтибарына еткереү.
Туған тел яҙмышы, Башҡортостан һәм Өфө тарихын китаптарҙа боҙоп яҡтыртыу мәсьәләләре, халыҡтың социаль хәле, эшһеҙлек, эскелек күренештәре айҡанлы борсолоуҙар яңы эш формаһын ҡулланырға мәжбүр итте. Мәҫәлән, ул дәүерҙәге мәғариф, мәҙәниәт министрҙарын, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын редакцияға саҡырып, улар менән гәзит уҡыусылар араһында “тура бәйләнеш”тәр, йәғни асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр ойоштороу файҙалы ысул булды. Ғалимдар ҡатнашлығында төрлө темалар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү ҙә матур йолаға әүерелде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеген һәм төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың көнитмешен, уларҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртыу өсөн махсус бит ойошторолдо. Бынан тыш, “Башҡортостан” гәзитенең район һәм ҡалаларға арналған махсус биттәре, эшҡыуарлыҡ, экология, һаулыҡ, ғаилә һ. б. темаларға ҡағылышлы рубрикалары гәзит уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы.
“Башҡортостан” гәзите – башҡорт публицистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән төп баҫмаларҙың береһе. Марсель Ҡотлоғәлләмов, Мәхмүт Хужин, Илдар Ғәбитов кеүек ҡәләм оҫталарының аналитик мәҡәләләре гәзитебеҙҙең бәҫен күтәрҙе. Заманында ошо гәзиттә оҙаҡ йылдар эшләп, Башҡортостан Журналистар союзын илебеҙҙә танытыуға өлгәшкән үткер ҡәләмле, батыр йөрәкле журналист, яҙыусы Ризван Хажиевтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында гәзитебеҙҙең уның исемендәге премияһы булдырылды. Тәүге мәртәбәле бүләккә танылған журналист Мәхмүт Хужин лайыҡ булды. Халыҡ араһында гәзитте пропагандалауҙа төрлө алымдар ҡулланылды. Мәҫәлән, “Башҡортостан” һөнәрлене данлай”, “Башҡортостан” талантлыны данлай” кеүек киң ҡоласлы мәҙәни саралар ҡул эштәре оҫталарын, шулай уҡ талантлы ауыл йырсыларын, бейеүселәрен һәм музыканттарын “Башҡортостан” гәзите “сәхнәһендә” күрһәтеүгә йүнәлтелгәйне.
Форсаттан файҙаланып, гәзитте бар иткән редакция коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Һеҙҙең һәр мәҡәләгеҙ, һәр йөрәк һүҙегеҙ халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларҙы хәл итеүҙә, киләсәккә өмөт-ышаныс тыуҙырыуҙа, айыҡ йәшәү рәүешен, әхлаҡи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе пропагандалауҙа, туған телебеҙҙең абруйын күтәреүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай. Эйе, хәбәрсе һәр саҡ халыҡтан бер көн алда йәшәй һәм бер аҙым алда атлай. Бөгөнгө ҡәләмдәштәрҙе, шул иҫәптән барлыҡ авторҙарҙы һәм гәзит уҡыусыларҙы, милли матбуғатҡа нигеҙ һалған олпат “Башҡортостан”дың 105 йыллығы менән ихлас тәбрикләп, гәзит алдына ҡуйылған мөҡәддәс бурыстарҙы уңышлы атҡарыуҙа ҡыйыулыҡ, сәм, үткер ҡәләм, ижад ҡомары һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем!
- Нияз СӘЛИМОВ, “Башҡортостан” гәзитенең 2011 – 2015 йылдарҙағы баш мөхәррире