Республиканың төп баҫмаһында эшләгән йылдарым – ғүмер китабымдың иң сағыу биттәре, тип иҫәпләйем. “Башҡортостан” гәзитендә хеҙмәт юлымды башлағанда коллектив, нигеҙҙә, ир-аттан тора ине. Етмәһә, араларында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, сәстәре салланған, күкрәктәрендә орден-миҙалдар сыңлаған олпат ағайҙар ҙа байтаҡ ине.
Мәҫәлән, Аҡмал Саптаров, Анатолий Виноградов, Абдрахман Баязитов, Фәтих Абдуллин, Дәүләт Мәһәҙиев, Зиннәт Ишмаев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов һ.б. Ҡатын-ҡыҙ, башлыса, корректор, тәржемәсе һәм хәреф йыйыусы булып эшләй. Араларында журналист ҡатын-ҡыҙ бер нисә генә. Шуға ла килеү менән, гәзитте нәшерләү серҙәренә төшөнөү менән бергә, ныҡлы тәртипкә, теүәллеккә өйрәнергә тура килде. Шул ваҡытта үҙләштергән иғтибарлылыҡ, ваҡыт менән иҫәпләшмәү кеүек сифаттар тормошомда һәр аҙым һайын ярҙам итеп тора.
Гәзиттәге хеҙмәт юлым корректор вазифаһында башланды. Тәүге көндән үк корректорҙың редакцияла иң грамоталы хеҙмәткәр булырға тейешлеген, гәзиттең хатаһыҙ сығыуы тап уға бәйле икәнлеген ныҡлап аңлаттылар.
Төрлөһө булды эшләү дәүерендә. Хаталар ҙа ебәрелде, уны тикшереүҙәр, өлкә комитетҡа аңлатма яҙыуҙар ҙа. Әммә ул хаталар өсөн бөтәбеҙ бергә яуап бирә инек. Һинеке йәки минеке тигән ғәмәл булманы. Ә грамоталылыҡҡа килгәндә, ысынлап та, бергә эшләгән апайҙар үҙ һөнәренең оҫтаһы ине. Мәҫәлән, Флүрә Бикбулатова, Нәҡиә Рәхмәтуллина, Тамара Тимофеева, Дамира Ғәзизовалар остаздарым булды. Корректорлыҡ эшенә ҡарата йәнә шуны әйтке килә: юғары уҡыу йортон тамамлаған һәр кем абруйлы корректор булып китә алмай. Башҡорт теле грамматикаһын яҡшы үҙләштереү менән бергә, ул географик атамаларҙы, тарихи даталарҙы, рәсми кешеләрҙең исем-шәрифтәрен, донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы, руссанан дөрөҫ тәржемә яһалыу-яһалмауы кеүек күп мәғлүмәтте белергә тейеш. Ә бының өсөн үҙ өҫтөңдә даими эшләү талап ителә.
Коллектив, билдәле, алмашынып торҙо. Мин килгәндәге олпат, абруйлы ағайҙар ҙа бер-бер артлы хаҡлы ялға сыға торҙо. Улар урынын йәшерәктәр биләне. Мәҫәлән, Сафуан Әлибаев, Абдрахман Йосопов, Фазлетдин Ислахов, Юныс Әхмәҙиев, Заһир Исмәғилев, Мәрйәм Бураҡаева, Рәүеф Насиров, Хәсән Назар, Сабир Шәрипов, Ризван Хажиев, Ихсан Әхтәмйәнов, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Марсель Ҡотлоғәлләмов һәм башҡа бик күп күренекле журналистар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән эшләү бәхете тейҙе. Әммә “Башҡортостан”да электән нығынған тәртип һәм теүәллек, редакцияның үҙенә генә хас йолалары үҙгәрмәй ҡала килде. Оҙаҡ йылдар баш мөхәррир булып эшләгән Абдулла Исмәғилев мине эшкә алды. Ҡаты ҡуллы етәксе булды ул. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙҙы ла тәртипкә күндерҙе, эшкә яуаплы ҡарарға өйрәтте. Йәмғеһе алты мөхәррир етәкселегендә эшләнем. Заманалар болғаныш кисергән, сәйәси ваҡиғалар ҡуйырған, ил Хөкүмәте алмашынған мәлдәрҙе лә коллектив менән күрергә һәм берҙәм үткәрергә насип булды.
Артабан, баш мөхәррир булып Рәлиф Кинйәбаев эшләгән осорҙа, “Социаль мәсьәләләр” бүлегенә хәбәрсе итеп күсерҙеләр. Әйткәндәй, редакцияның иң ҡайнап торған бүлектәренең береһе ине ул. Уға тиклем “Хаттар” бүлегендә лә эшләп, гәзит уҡыусыларҙың аһ-зарын тыңларға, улар менән аралашырға өйрәнелгәйне. Өҫтәлең тулып эшең ятһа ла, мәҡәләне тапшырыу графигың “янһа” ла, үтенес менән килеүсене ҡабул итергә һәм хәл итеү юлдарын эҙләргә тейешһең.
“Матбуғат таратыу” бүлегенә күсерелгәс, ваҡыт менән иҫәпләшеү бөтөнләй онотолдо. Гәзитте баҫма итеп әҙерләү – бер эш, ана шул тауарыңды тәҡдим итә белеү ҙә кәрәк бит әле. Заман үҙгәргән һайын, халыҡҡа таратыуҙың төрлө алымдарын ҡулланырға кәрәк булды. Ҙур йәки бәләкәй залдарҙы тултырып, халыҡты йыйыу, аңлатыу кеүек бихисап эш атҡарылды. Тираж мәсьәләһе айырыуса ҡырҡыу саҡтар ҙа булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милли баҫманы һаҡлауҙың туған телде һаҡлауға тиң икәнлеген әле булһа аңларға тырышмаусылар бар...
Хеҙмәт юлыма әйләнеп ҡайтып, “Башҡортостан” редакцияһында үҙ юлымды таптым, тип ныҡлы әйтә алам. Әсәйем олоғайғас та “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыны. Минең мәҡәләләрҙе йыйып та бара торғайны. Ғорурлана ла, ҡыуана ла ине. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгәс, минән дә нығыраҡ әсәйем шатланды. Ә мин уны шатландыра алғаным өсөн бәхет кисерҙем.
Гәзит, бигерәк тә республиканың башҡортса төп баҫмаһы булған “Башҡортостан”, артабан да донъя күреүен дауам итһен. Милли телдәге бер быуаттан ашыу бай тарихы булған баҫма бит ул. Ниндәй генә ауыр замандарҙа ла сығыуынан туҡтап тормаған. Халыҡ өсөн кәрәк ул.
- Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА