Бер быуаттан ашыу тарихлы баҫманы сығарыу өсөн нисә быуын көс һалған, төрлө йылдарҙа эшләп киткән ҡәләмдәштәр һәр ҡайһыһы унда үҙ эҙен ҡалдырған.
1978 йылдан алып 2001 йылға тиклем баҫмала тәржемәсе, тәржемә бүлеге мөдире булып эшләгән Тәнзилә Динислам ҡыҙы Ишкинаны хеҙмәттәштәре үҙ эшенә яуаплы, белемле хеҙмәткәр итеп белә.
Ғафури районының күп милләттәрҙе төйәк иткән бәләкәй генә Ерекле ауылы ҡыҙы Тәнзилә апай. Ауылда уҡытыу рус телендә алып барылған башланғыс ҡына мәктәп була. Тәүҙә шунда белем ала. Ҡыҙға һуңынан күрше Толпар ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡортса уҡып китеүе тәүҙә ауырыраҡ була. “Башҡорт теленән тәүге диктантымды “1”-легә яҙғайным”, – тип көлөп хәтерләй ул мәлде. Сәмсел ҡыҙ күңелен төшөрмәй, бер ай самаһы ваҡыт эсендә башҡорт телен өйрәнеп тә ала. Ә инде туған тел менән ҡыҙыҡһыныуы Сәйетбаба мәктәбендә уҡығанда ныҡлы уяна. Тәржемәсе булып китеүенә рус теле уҡытыусыһы Мәҙинә Ғибәҙуллина булышлыҡ итә.
“Совет Башҡортостаны” гәзитенә эшкә ҡыҙҙы Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев саҡыра.
– Бик матур итеп эшләп алып киттем. Белмәгәнемде үҙемдән күпкә тәжрибәлерәк хеҙмәттәштәремдән һорай инем, хатта араларында һуғыш яугирҙәре лә булды. Элек коллективта башлыса ир-егеттәр эшләй торғайны, ҡатын-ҡыҙҙар бик һирәк булды. Яйлап тәржемәсе эшен шул тиклем үҙ иттем. Һөйләмде күреү менән уйға уның тәржемәһе килә, ҡатмарлы һөйләмдәр ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай ине. Төрлө урындарға эшкә саҡырһалар ҙа, гәзиттән айырылғым килмәне. Әлбиттә, яуаплылыҡ та көслө, эш күләме лә ҙур булды.
Хәтерҙә ҡалған ваҡиғаларҙың береһен һөйләп үтәйем. 1981 йылда КПСС-тың XXVI съезында Леонид Брежневтың биш сәғәтлек сығышын тәржемә иттек. Ул көндә кем тәржемә итә ала, барыһына ла эш бүлеп бирелде. Шул саҡта үҙемдең 65 бит тәржемә иткәнем иҫтә ҡалған. Төнгө сәғәт 12-гә тексты тапшырып ҡайттым, төнгө берҙәр тирәһендә артымдан йәнә машина килеп етте. Ҡабаттан барып, сығыштар араһындағы йәйә эсендәге “Алҡыштар”, “Көслө алҡыштар” кеүек һүҙҙәрҙе лә өҫтәп ҡуйырға тура килде. Шулай итеп, ул көндә таңғы сәғәт дүрттә ҡайтып индем. Ә иртәнге туғыҙҙа эштә ултырырға кәрәк... – Был һүҙҙәрҙә төрлө мәлдәрҙә лә яуаплылыҡтың көслө булыуы сағыла.
Ул йылдарҙа һигеҙәр ҙур гәзит бите күләмендә закондар, ҡарарҙар тәржемә итеп баҫтырған ваҡыттарын да уйлаһаң, был бурысты атҡарыусылар эшенең ярайһы уҡ ауыр булыуын аңлайһың.
– Бер бүлмәлә күмәкләп ултырабыҙ. Биш машинист таҡ та тоҡ мәҡәләләр баҫа. Эргәһендә берәү тексын уҡый. Шул тауыштарҙың береһенә лә иғтибар итмәй эшләргә кәрәк. Хәҙерге компьютерҙағы һымаҡ, хата китһә, тиҙ генә юйып дауам итеү уңайлылығы булманы, – ти Тәнзилә апай.
Бары тик эшен төптән белеү һәм яратыу ҡыйынлыҡтарҙы күрмәҫкә булышлыҡ итә. “Башҡортостан” гәзитендә 23 йыл эшләгәндән һуң, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Тәржемә һәм хоҡуҡи акттар сығарыу” бүлегенә эшкә күсә. Хаҡлы ялға ла Тәнзилә Динислам ҡыҙы шунан сыға. “Башҡортостан” гәзитендә иһә үҙенә лайыҡлы алмаш әҙерләп китә: Лилиә Дәүләтбәкова бөгөн – гәзиттең алыштырғыһыҙ тәржемәсеһе.
Үткән хеҙмәт йылдарынан матур күңел тәьҫораттары, хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтлек тойғолары һаҡлана икән, тимәк, ғүмер файҙаға үткән. Тәнзилә Ишкина – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шулай уҡ Почет грамоталары ла байтаҡ. “Башҡортостан” гәзитенең 105 йыллыҡ юбилейы уңайынан эшләгән коллективына уның иң изге теләктәре:
– Элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәремә ныҡлы һаулыҡ, йәштәргә эш дарманы теләйем. “Башҡортостан” гәзитенең уҡыусылары күбәйһен. Беҙ эшләгән осорҙа тираж 100 мең дананан артып китә торғайны. Халыҡтың яратҡан баҫмаһы булып артабан да йәшәһен “Башҡортостан”!
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА