Бөтә яңылыҡтар

“Журналист булам тип хыялланманым...”

Ил күргәнде күргәндәр.

Журналист, тәржемәсе Әлфиә Носрат ҡыҙы АҠБУТИНА – бар ғүмерен матбуғатҡа арнаған шәхес. Шуның утыҙ йылдан ашыуын “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән. Башлыса ирҙәрҙән генә торған коллективҡа тәүҙә корректор, шунан хәбәрсе булып урынлаша ул. Аҙаҡ бүлек мөдире, яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларына тиклем етә. Уның эше юғары баһалана, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, бихисап тармаҡ һәм министрлыҡтар наградалары менән бүләкләнә. Һүҙ ҡәҙерен, бәҫен белгән, иҫ киткес эрудициялы, белемле Әлфиә Носрат ҡыҙы – йәш ҡәләмдәштәренә үрнәк булырлыҡ белгес. Бөгөн хаҡлы ялдағы остазыбыҙ менән “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән йылдарын хәтерләнек.

– Нисек журналист булып киттегеҙ?

– Журналист булам тип бер ҡа­сан да хыялланмағайным. Көтмә­гәндә “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһының бүлек хәбәрсеһе булып киттем. Былай булды ул.

Дүртенсе һәм бишенсе курстар­ҙан һуң төркөмдәшем Гөлфиә Янбаева менән “Совет Башҡортос­таны” гәзитенә йәйге ял ваҡытына корректор булып барҙыҡ. Бишенсе курсты тамамлағанымда “Ленинсы” гәзитенә корректор кәрәк булған икән, мине даими нигеҙҙә эшкә алдылар. Ә бер йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә мәғлүмәт бүлегендә эшләп йөрөгән Динә Арыҫланова миңә шәп тәҡдим яһаны – хәбәрсе булып килергә өгөтләп күндерҙе. Динә менән ауылдашбыҙ, мин дә Ишембай районының Этҡол ауылында тыуғанмын. Атайым мәрхүм булғас, алты йәшемдә әсәйемдең тыуған яғына – Нуриман районының Иҫке Күл ауылына күстек. БДУ-ла Динә менән аралашып уҡыныҡ.

Баш мөхәррир Абдулла Исмә­ғилев янына инергә йыйынабыҙ. “Мәҡәлә яҙғаным юҡ табаһа, эшләй алмаһам”, – тип ыңһырлайым Динәгә. Ә Динә – тәүәккәл, теүәл, ҡыйыу кеше. “Яҙырһың, эшләрһең! Бер ҡатмарлылығы ла юҡ, – тип ҡырт киҫте. – Район гәзитенә яҙыштырҙым, тиерһең мөхәрриргә”, – тип инструктаж үткәреп, алып инеп китте. Исмәғилев: “Шиғыр яҙаһыңмы?” – тип һораны. Юҡ, шиғыр яҙмай инем. “Яҡшы, беҙгә шағирҙар кәрәкмәй, журналистар кәрәк”, – тине.

Йәнә, һуңыраҡ белеүе­беҙсә, Өлкә Комитеттан ҡатын-ҡыҙ журналистар һанын арттырырға ҡушыл­ған булған икән. Партия сәйәсәте. Динә шуларҙың беренсеһе булды, мин дә тәүгеләрҙең береһе инем. Бөтә редакция ир-аттан торған замандар булған шул. Төпкөл ауылдарға, хатта район үҙәктәренә лә анһат ҡына барып етеп булмай торған саҡтар бит ул, ҡатын-ҡыҙ юлда аҙапланып йөрөмәһен тигән теләк касафаты ла булғандыр. Ҡайһы бер райондарҙа ҡунаҡханалар ҙа юҡ ине. Райондарҙың етәксе­ләренә, журналистарҙы тейешенсә ҡаршылап, машина, оҙатыусы менән тәьмин итергә ҡушылһа ла, бик михнәтле командировкалар ҙа булғылай ине.

– Һеҙгә үҙгәртеп ҡороуҙар, йәмғиәт ҡоролоштары алмашыныу осоронда эшләргә тура килгән. Ул замандар ҙа онотол­майҙыр, моғайын?

– “Башҡортостан” гәзитендә йәмғеһе утыҙ йылдан ашыу эшләнем: корректор ҙа, хәбәрсе лә булдым, шунан – бүлек мөдире, яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары. Мин эшләгән йылдарҙағы баш мөхәррирҙәр Абдулла Исмәғилев, Мансур Әйүпов, Тәлғәт Сәғитов, Ғәлим Хисамов, Рәлиф Кинйәбаев һәр бе­реһе үҙ эш стиле менән иҫтә ҡал­ған. Әлбиттә, илдә барған сәйәси ваҡиғалар беҙҙә, гәзитселәрҙә, бигерәк тә көслө сағылды.

1985 йылда башланған үҙгәртеп ҡороу, демократия, һүҙ азатлығы бөтәбеҙгә лә ҙур йоғонто яһаны, ҡараштарҙы үҙгәртте. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре алдында шаҡ ҡатырғыс яңы мөмкинлектәр асылды. Шул йылдарҙағы фенол ваҡиғалары, митингтар, “Аҡ тирмә”не ойоштороу, I Бөтә донъя башҡорттарының ҡоролтайы кеүек ваҡиғалар онотолмай.

Донъяла беренсе мәртәбә социализм юҡ ителде һәм илебеҙ яңы баҙар мөнәсәбәттәренә аяҡ баҫты. Бындай ваҡиғаның теорияһы ла, практикаһы ла юҡ ине. Шуға ниҙәр барғанын аңларға тырышыу, артабан ниҙәр булырын белергә ынтылыу көслө булды. Нимә-нимә, әммә гәзитсе булғанға ғына ла беҙ хәлдәрҙе аңларға һәм халыҡҡа аңлатырға тейеш инек. Ул йылдарҙағы баш мөхәрриребеҙ Мансур Әйүпов коллективта фекер алышыуҙар ойоштора ине, беҙ ҡалын-ҡалын үҙәк журналдарҙан үҙгәртеп ҡороу теоретиктарының мәҡәләләрен уҡый инек һәм, шулар буйынса сығыштар әҙерләп, бер-беребеҙгә һөйләй, бәхәсләшеп тә китә торғайныҡ. Иҫ киткес яҡшы, һис күрелмәгәнсә уңайлы, етеш, күркәм киләсәккә өмөт-ышаныс уятҡан заман булды ул. Шуның хаҡына халыҡ аҙыҡ-түлек ҡытлығын да, аҡсаһыҙлыҡты ла, күптәр – эшһеҙлекте, башҡа ҡыйынлыҡтарҙы ла ярайһы уҡ еңел үткәрҙе. Беҙҙең дә айҙар буйы эш хаҡы алмаған, редакция бартерға табып таратҡан он-ярма менән йән аҫраған саҡтар булды. Улары 90-сы йылдар аҙағынараҡ, баш мөхәррирҙәрҙән Ғәлим Хисамов сағына тура килде шикелле. Шулай итеп, ил күргәнде беҙ ҙә күреп, гәзит көн дә сыҡһын, халыҡты яңылыҡтар менән таныштырһын өсөн, бөтә ты­рышлығыбыҙҙы, бар белем-һәләттәребеҙҙе һалып эшләнек.

– Редакция ла, хеҙмәт­тәштәрегеҙ ҙә онотолмайҙыр?

– Әлбиттә, ярты ғүмер ошонда үткән бит. Гәзит эше һәр ваҡыт тынғыһыҙ булды. Элек – айырыуса. Ил һәм республика кимәлендәге мөһим ваҡиғаларҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп сағылдырыу коллективтың ҙур тырышлығын талап итә ине. Төнгө сәғәт 2-3-кә, таңғы 5-тәргә тиклем эшләгән, редакцияла ҡунып ҡалған саҡтар ҙа булды. Хәҙерге кеүек Интернет та, башҡа сығанаҡтар ҙа юҡ, бөтә мәғлүмәтте хәбәрселәр аяҡ менән йөрөп тапты. 

Хеҙмәттәштәр һәр ваҡыт иҫтә. 

Етәкселәр эшемде юғары баһаланы, наградаларға тәҡдим итте, коллектив хупланы.

Ғөмүмән, бөтәһе өсөн һәр береһенә рәхмәтлемен.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

 

Читайте нас: