Бөтә яңылыҡтар

Эпостарҙан рухи-энергетик ҡеүәт бөркөлә

Ҡырғыҙстандан килгән абруйлы ғалимдың сығышы бик ҡыҙыҡлы булды

Эпостарҙан рухи-энергетик ҡеүәт бөркөлә
Эпостарҙан рухи-энергетик ҡеүәт бөркөлә

Әле Башҡортостанда балалар һәм йәштәр араһында Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивале үтә. Унда Башҡортостандан,  Ҡырҙғыҙстандан, Үзбәкстандан, Мәскәүҙән, Яҡут (Саха) Республикаһынан, Красноярск крайынан ҡатнашыусылар бар. Проект Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантына тормошҡа ашырыла.

Ошо күләмле сара барышында бөгөн Өфөлә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Эпос. Дәүер. Халыҡ” тип аталған халыҡ-ара семинар-түңәрәк өҫтәл үтте. Иң көтөп алынған ҡунаҡ – ҡырғыҙ халҡының күренекле “Манас” эпосын тәрән өйрәнгән ғалим, уны сәғәттәр буйы яттан һөйләргә әүәҫ арҙаҡлы сәсән – Ысыҡкүл университетының почетлы профессоры, “Манас” һәм Сыңғыҙ Айытматов милли академияһы президенты Талантаалы Баҡчиев.

Сараны БДПУ ректоры Салауат Сәғитов асты. Үҙенең дуҫтарса йылы, ихлас сығышында: “Манас”тың башҡортсаға тәржәмәһен уҡығанда, шундай бер табышҡа юлыҡтым – унда Манастың әсәһе иштәк ҡәүеменән икәне хаҡында әйтелә. Борон башҡорттарҙы тап ошолай атап йөрөткәндәрен беләбеҙ. Ҡырғыҙ халҡының бөйөк батырында башҡорт ҡаны ла аға, һәм был бер нәмә тураһында һөйләй: беҙҙең тамырҙарыбыҙ уртаҡ”, – тип билдәләне. Һүҙҙәренә ҡеүәт биреп, зал йылы алҡыштарға күмелде.  

Т.Баҡчиевтың сығышын тыңлау мауыҡтырғыс та, фәһемле лә булды. “Кем ул сәсән?” тип атала ине ул. “Ҡай берәүҙәр “Нисек сәсән булырға?” тигән һорау менән йөҙәй. Ә бит сәсәнлеккә өйрәтеп тә, уҡытып та булмай. Сәсән булып тыуырға кәрәк. Был – Күктәрҙән бирелгән һәләт, хатта иңгә йөкләтелгән бурыс”, – тине ул. “Халыҡтың сәйәси лидеры була, ә бар рухи юлбашсыһы ла. Сәсән – ул тап рухи юлбашсы”. Ҡайһы саҡта бер үк шәхес сәйәси һәм рухи башлыҡ була алырға мөмкин, әммә был һирәк күренеш. Шулай була ҡалһа, был ҙур уңыш. Арҙаҡлы ғалим-манассының был һүҙҙәре – сәсәндәрҙең сиктән тыш яуаплы бурыс йөкмәүҙәре хаҡында. “Сәсәндәргә халыҡ араһында яулаған абруйы, дәрәжәһе маһайыуға әйләнеп китеүҙән һаҡланырға кәрәк”, – тигән кәңәшен дә еткерҙе ғалим.

Танылған манассы билдәләп киткәненсә, эпостарҙың, фәнни күҙлектән өйрәнә торған ҡиммәтенән башҡа, тағы ла мөһимерәк бер үҙенсәлеге бар: ул – рухи-энергетик ҡеүәт сығанағы: “Борон “Манас” ярҙамында хатта кешеләрҙе дауалағандар”.

Сарала  М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Башҡорт фольклоры" ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалиә Солтангәрәева, филология фәндәре кандидаты Шәүрә Шәкүрова, филология фәндәре докторы, "Башҡорт фольклоры" ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостандың Сәсәндәр үҙәге директоры Нәфисә Тулыбаевалар ҙа сығыш яһаны.

Семинарҙа дәрәжәле ғалимдар менән бер ҡатарҙан конкурстың йәш финалистары ла ҡатнашты.

Ә иртәгә, 17 июндә, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда йәш сәсәндәр бәйгеһенең финалы ойошторолоп, еңеүселәр билдәле буласаҡ.

 

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Һүрәттә: Талантаалы Баҡчиев.

Сығанаҡ: bilim.akipress.org

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: