Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары әүҙем эшмәкәрлек алып барған урындарҙа, хатта иң төпкөлдә булһа ла, тормош ҡайнай. Учалы районында ла айырыуса һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте киң ҡолас алды. Ниндәй генә саралар, байрамдар уҙғармай улар, бер генә иҫтәлекле ваҡиға ла билдәләнмәй ҡалмай.
Йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә...
Уларҙың онотола барған йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә, милли традицияларыбыҙға таянып, йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ ҙур. Имен булмаған ғаиләләр, эскән кешеләр менән тәрбиәүи эш алып барыуҙа, төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙә лә уларҙың тырышлығы бар.
Ошо көндәрҙә, “Атайсал” проектына ярашлы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамында предприятиеның йәмле Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан Валентина Терешкова исемендәге балалар лагерында “Ҡалҡан йондоҙлоғо” тигән ҡатын-ҡыҙҙар фестивале уҙғарылды. Ике көн барған сара эшмәкәрлектең төрлө даирәһендә шөғөлләнгән ике йөҙҙән ашыу гүзәл затты бергә тупланы.
Фестиваль ҡунаҡтарын сәләмләп, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина һуңғы йылдарҙа ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларының әүҙемләшеүен билдәләне, ойошма рәйесе, Тау-байыҡтырыу комбинатының социаль проекттар идаралығы начальнигы Гүзәл Лоҡмановаға һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Фестивалдең беренсе көнөндә гүзәл зат сәхнәнән үҙ һөнәрен күрһәтте. Ахун, Илсеғол, Ҡалҡан, Иманғол, Һәйтәк, Сәфәр, Учалы, Ҡунаҡбай ауылдары, Рудник ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары башҡорт бейеүҙәре менән сығыш яһаны, рысайҙар – испан, өргөндәр – фарсы, ҡаланың “Силуэт” студияһында шөғөлләнеүселәр грузин бейеүҙәрен башҡарҙы, ә илселәр һәм ҡаланың “Зумба” төркөмө хәҙерге заман бейеүҙәрен тәҡдим итте. Ҡорамалар, башҡорт йырҙарын оҫта башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланы, миндәктәр иһә хәрби бейеүҙәре менән һоҡландырҙы. Ғөмүмән, һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде.
Фестиваль икенсе тапҡыр уҙғарылды, быйыл унда ҡатнашыусылар тағы ла күбәйгән, дүрт ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары беренсе тапҡыр ҡатнашты.
– Беҙҙең ауылда һүнеп бөткән ойошма, күптән түгел яңы һулыш алып, әүҙем эшмәкәрлек башланы. Фестивалгә етди әҙерләндек, концерт сығыштарына репетициялар уҙғарҙыҡ. Сара иҫ киткес юғары кимәлдә ойошторолған, башҡа ауыл биләмәләренән килгән әхирәттәр менән танышып аралаштыҡ, уларҙа ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының нисек эшләүе тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Байрамда ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты сарала тәүгә ҡатнашҡан Туңғатар ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары.
Ике сәғәтлек бай йөкмәткеле сығыштарҙан һуң, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған флешмоб ойошторолдо – ҡатын-ҡыҙҙар, ҡулға-ҡул тотоноп, республикабыҙ символы – ете тажлы ҡурайҙы кәүҙәләндерҙе.
Мөғжизә бар ул!
Кисен фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ сара көтә ине. Матурлыҡ салоны, дизайнерҙар, стилистар урындарҙа ойошма рәйестәре бурыстарын үтәгән ун ҡатын-ҡыҙҙан бер нисә сәғәт эсендә ысын мәғәнәһендә мөғжизә яһаны. Яңы прическалы, модалы кейенгән, оҫталар ярҙамында тиҫтә йылға йәшәргән һылыуҡайҙар көслө алҡыштар оҙатыуында сәхнәгә сыҡҡас, күптәр әхирәттәрен хатта танымай торҙо.
– Был минең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Бер аҙна элек фотомды, буй, бил үлсәмемде һорап алғайнылар, берәй уйын уҙғарыу өсөндөр, тип уйланым. Бында килгәс кенә “Яңырыу” проектында ҡатнашасағымды әйттеләр. Башта юғалып ҡалдым, килешкән кейем һайлай алырҙармы, минең йәшемә тура килерҙәй образды табырҙармы, кеше алдында оятҡа ҡалмаһам ярар ине тигәнерәк һорауҙар тынғылыҡ бирмәне. Борсолоуҙарым юҡҡа ғына булған икән, яңы ҡиәфәтем шул тиклем үҙемә оҡшаны. Оҙонлоғо тубыҡтан аҫтараҡ, заманса, сифатлы туҡыманан тегелгән күлдәк тап миңә үлсәп тегелгән кеүек булды. Гүзәллек тыуҙырған оҫталар миңә прическа, макияж эшләү серҙәрен өйрәтте. Гардероб һайлау, бит тиреһен дөрөҫ тәрбиәләү алымдары буйынса кәңәштәр ҙә алдым. Ә был кейемдәрҙең проектта ҡатнашыусыларға бүләк итеп бирелгәнен белгәс, шатлығымдың сиге булманы, – тип тәьҫораттарын уртаҡлашты 33 йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән өс бала әсәһе, Миндәк ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәриҙә Фәтҡуллина.
Фестивалдең беренсе көнө “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышы, күңелле дискотека һәм Ҡалҡан күлен аллы-гөллө төҫтәргә мансып атылған фейерверк менән тамамланды.
Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә
Икенсе көн дә ваҡиғаларға бай булды. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һигеҙ майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Иртәнге аштан һуң быуындарҙы яҙып алыр өсөн барыһы ла “Фитнес-зумба” майҙансығына йыйылды. Әйткәндәй, спорт күнекмәләренә, зумба бейеүе хәрәкәттәренә төшөндөрөү төрлө йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡарылды.
Һуңынан төркөмдәргә бүленеп, бирелгән маршрут буйынса башҡа оҫталыҡ дәрестәренә йүнәлделәр.
“Фотоға төшөрөү” майҙансығында барыһы ла телефон камераһына дөрөҫ итеп фотоға төшөрөү буйынса күнекмә алды.
– Балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләйем. Йыш ҡына иртәлектәр, уйын йәки башҡа саралар барышында ата-әсәләр балаларын фотоға төшөрөүемде һорай. Үҙем дә тәбиғәт ҡосағында булған саҡта ҡабаланмаҫ мәлдәрҙе иҫтәлеккә ҡалдырырға тырышам. Баҡтиһәң, телефонымдың фотоға төшөрә торған күп функцияларын белмәгән булғанмын икән. Был тәжрибә миңә эшемдә лә, тормошомда ла ярҙам итәсәк, – тип ҡыуанысын йәшермәне Учалы ауылынан килгән Резеда Дауышева.
Матурлыҡты тоя белеү генә түгел, уны барлыҡҡа килтереү – һәр гүзәл затҡа хас сифат. “Флористика” майҙансығында быны улар йәнә иҫбатланы. Ҡатын-ҡыҙҙар еләк-емештән, сәскәләрҙән, хатта аҙыҡ-түлектән букеттар яһарға өйрәнде. Һуңынан махсус көрөшкәләргә сәскәләрҙән үҙ ҡулдары менән теҙгән гөлләмәләр уларға бүләк итеп тапшырылды.
“Күп яңылыҡ астым”
“Психология” майҙансығында “Ғаилә” үҙәге белгесе ҡатын-ҡыҙҙарҙы махсус алым ярҙамында көсөргәнешле хәлдән арыныу юлдарына төшөндөрҙө. “Бәхетле булырға нимә ҡамасаулай?” тигән темаға лекция-тренинг та ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Үҙем өсөн күп яңылыҡ астым, байтаҡ һорауға яуап алдым. Психолог ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тормош ҡиммәттәренең асылы тураһында һөйләне. Үҙ-үҙеңде яратыу менән эгоизм араһындағы айырманы асыҡланы. “Ҡатын-ҡыҙ үҙенә күберәк иғтибар бирһә, ул үҙен ғәйепле һанай. Улай булырға тейеш түгел. Гүзәл зат үҙе йәшәгән мөхиттә киңлек барлыҡҡа килтерә, тирә-яҡтағыларға кәйеф өләшә. Ул бәхетһеҙ икән, эргәһендәгеләр ҙә бәхетһеҙ була”, – тип аңлатты психолог. Дөйөм алғанда, тормошта күп нәмә беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, бәйле булыуын аңланым, файҙалы кәңәштәр ишеттем. Әлбиттә, мин уларҙы ғаиләмдә, эшемдә, башҡа кешеләр менән аралашҡанда ҡулланасаҡмын, – ти Иманғол ауылынан килгән өс ул әсәһе Гөлсәсәк Муллағәләмова.
“Матурлыҡҡа йәш сик түгел” майҙансығына ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк тә ҙур теләк менән барҙы. Белгестәр уларға макияж серҙәрен өйрәтте, бит тиреһен дөрөҫ тәрбиәләү буйынса һәм башҡа кәрәкле кәңәштәр бирҙе.
– Был оҫталыҡ дәресе минең өсөн бигерәк тә файҙалы булды. Сер түгел, ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, һәм үҙҙәрен ҡарарға йыш ҡына ваҡыттары ла етмәй. Белгестәр иртәнсәк тороп битте йыуғас та, күп ваҡыт сарыф итмәй генә, нисек итеп бит тиреһен тәрбиәләргә, ниндәй кремдар, битлектәр һайларға кәрәклеген өйрәтте. Ололар өсөн дә, йәшерәктәргә лә тире үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тәҡдимдәр, кәңәштәр бирҙеләр. Шәхсән үҙем был дәрестән күп яңылыҡ астым, – ти Ҡунаҡбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, өс бала әсәһе Гөлфинә Йомағужина.
Һуңғы ваҡытта ароматерапия тип аталған дауалау-һауыҡтырыу ысулы билдәлелек яулай. Эфир майҙарының организм өсөн ыңғай тәьҫире фән тарафынан да иҫбатланған, психологтар ҙа был алымды кешенең психологик торошон көйләү өсөн оҫта ҡуллана. Ҡатын-ҡыҙҙар был майҙансыҡта ароматерапияны тормошта ҡулланыу буйынса белгестән кәңәштәр алды.
“Туҡыма әйберҙәр әҙерләү” майҙансығын бигерәк тә олораҡтар үҙ итте. Учалы ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә бик оҫта. Йыл дауамында улар ҡорама ҡорау, тегеү, сигеү буйынса төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. Ҡала һәм райондың “Оҫтабикәләр” ҡул эштәре түңәрәге етәксеһе Ольга Федотова ҡалала ғына түгел, ауылдарға сығып та ҡатын-ҡыҙҙарҙы мөғжизә тыуҙырырға өйрәтә. Был юлы һәр кем, аҡ тауарҙан синтепон, мулине ҡулланып, фәрештә ҡиәфәтендә ҡурсаҡ текте.
– Үҙебеҙ яһаған фәрештә-ҡурсаҡтарҙы, бәхет килтерһен, бәлә-ҡазанан һаҡлаһын тип, үҙебеҙгә бүләк итеп бирҙеләр. Ҡайтҡас та, өйөмдөң иң түренә ултыртып ҡуясаҡмын. Миңә фестиваль шул тиклем оҡшаны, үҙемде ошо ике көндә иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ тип тойҙом. Әхирәттәр менән рәхәтләнеп аралаштым, яңы дуҫтар таптым, күп нәмәгә өйрәндем. Сараны ойошторған ҡала һәм район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гүзәл Лоҡмановаға, бағыусы Тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселегенә ҙур рәхмәт, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты Һөйөндөк ауылынан килгән Гөлсара Камалова.
Оҫталыҡ дәрестәре “Вальс” майҙансығында тамамланды. Балалар һауыҡтырыу лагерының спорт стадионында олоһо ла, йәше лә һалмаҡ ҡына көй оҙатыуында вальс серҙәренә төшөндө. “Ҡалҡан йондоҙлоғо” үҙен ошо мәлдә бигерәк тә бәхетле хис иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәрендә лә балҡыған кеүек тойолдо.
Гүзәл ЛОҠМАНОВА,
Учалы районы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе:
– XXI быуат ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы – төрлө даирәлә шөғөлләнгән, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарҙы иҫәпкә алып барлыҡҡа килгән төркөмдәрҙе берләштергән ойошма. Беҙҙең ҡала һәм район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ла тап шундай төркөмдәрҙән тора: берәүҙәр ҡул эштәре менән шөғөлләнә, икенселәр бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы: сафтарыбыҙ йылдан-йыл арта.
Был сарала бер йыл эсендә башҡарылған эшебеҙгә йомғаҡ яһаныҡ, нимә уңышлы килеп сыҡты, нимә өҫтөндә тырышырға кәрәк, шуны асыҡланыҡ, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ, аралаштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ике көнгә булһа ла тормош мәшәҡәттәренән арынып, ял итһен, күңел асһын өсөн дә тырыштыҡ. “Ҡалҡан йондоҙлоғо”нан һуң кемдер, бөгөн үҙен бәхетлерәк тойоп, башҡаларға ла йылы өләшһә, проект үҙ маҡсатына өлгәште, тип әйтергә була. Фестивалде ойоштороуҙа финанс ярҙамы күрһәткән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллинға ҡала һәм район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы исеменән сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
- Римма СОЛТАНОВА,
Учалы районы