Бөтә яңылыҡтар

Төп йортта өс көн (Хикәйә) (Аҙағы)

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Сират һул яҡ яурындағы “Мөнкир” исемле фәрештәгә етте. Аҙ ғына эшләгән яңылышлыҡтары, тырнаҡ осондай гонаһтары, йә Раббым, барыһы ла теркәлгән ҡара ҡағыҙға. Ҡара эштәре ул тиклем юҡ-юҡлығын. Шулай ҙа: “Их! Ниңә генә, башыма тай тибеп, йәш сағымда анауы дәртле, сиртһәң ҡаны сығырҙай Тумыртҡа менән буталдым икән? Нәһрикамалымдың йөрәге һиҙмәгән тиме ни инде! Йоҡларға ҡайтмаған саҡтарымда мендәрен ҡосаҡлап аҙ илаған тиһеңме? Ана, фәрештә Ғәмәл дәфтәренә яҙып өлгөргән дәбаһа!” – тип телен ҡанатҡансы тешләп үкенде Мирсәлих ҡарт.

– Раббым, Илаһым! Ошо йәшемә еткәнсе ҡылған барса гонаһтарымды кисер! Барыһы өсөн дә үҙем, тик үҙем... тик үҙем яуап бирәм. Үтенәм, әбейемә, бер генә бөртөк улыма, ейән-ейәнсәрҙәремә генә уны төшөрә күрмә!

Фани донъяларҙа Мирсәлих был тиклем нескәлектән күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ҡулъяулығы менән һөрткөләп алыр ине. Ә бында, Мәңгелек йортта, ҡанундар башҡаса икән шул. Илап та булмай, көлөп тә... Кеҫәлә ҡулъяулыҡ та юҡ. Һин 13 аршин кәфенгә төрөлгәнһең. Бар байлығың шул ғына. Һәм – вәссәләм!

Янында ултырған ҡарт-ҡороға: “Ауылдаштар, булған гонаһтарығыҙ­ҙы изгелек менән юйып ҡалығыҙ, зинһар...” – тип бышылданы уның хәлһеҙ ирендәре. Йәл, тик уны аңламайҙар. Исмаһам, береһе лә ишетмәй. Иҫ киткес ҡыҙғаныс! Ни тиклем тырышһа ла, ҡара сапан бөркәнгән “Мөнкир” фәрештә еңел­де. Былтыр ферма ҡарауылсыһы Ғарифулла менән булған хәлде күпме дәлилләп ҡарамаһын, үлсәүе бик еңел тартты.

– Бер бала – юҡ бала. Балағыҙ берәү генә. Ҡарт көнөгөҙҙә терәлер терәүегеҙ кем? Гонаһ! Уланығыҙ, ер-һыуын онотоп, кафырға, иман­һыҙға әйләнеп бөткән. Гонаһ! Ейән-ейәнсәрҙәреңдең исем-аты мосолманса түгел, теле әсәнеке түгел. Гонаһ!

Ошолар өсөн ярлыҡау урынына уны тамуҡҡа сыға торған ергә алып барҙылар. Сират күпере ҡылдан да нәҙек, тип һөйләүҙәре дөрөҫ икән! Нисек итеп уны үткәндәрҙер, Мирсәлих һис хәтерләмәй. Әллә осоп, әллә атлап үттеләр... Хәтерендә ҡалмаған.

Бына ялҡын бөркөп торған ҡып-ҡыҙыл ишек. Тотҡаһы – ауыҙынан ағыу, ут сәскән ҡара йылан. Тирә-яҡ көл-күмергә ҡалған. Тәҡдирең ҡушҡас, шул ишекте тотоп, асып ҡарарға тейешһең! Башы яуызлыҡтан, яманлыҡтан арына алмаған меҫкен бәндәләрең ни күрәлер инде!

Мирсәлих ишекте асты: ҡыҙыу ялҡын эсендәге бик күп халыҡ араһында ул ауылдаштарын – “Алға” колхозы рәйесе Ғәбделбарыйҙы, яңы ғына эшенән ҡыуылған ферма мөдире Ғилуанды, уларҙың эргәһендә яулығы менән ауыҙын ҡаплаған һатыусы ширҡаңдаҡ бисәләрҙе, урта йәштәге шаян һауынсы-туташтарҙы күреп ҡалды. Һәммәһе лә мәрхәмәтле, рәхимле Алланан ярлыҡау ялбара. Башҡаларҙы танып өлгөрмәне. Шулай ҙа ауылдаштары күләгәһендә  район хакимиәтендәге күп кенә юғары түрәләрҙең шәүләһе сағылып ҡалыуына иғтибар итте. “Ни ғибрәт, – тип уйланы ҡартлас. – Улар бит әле яҡты донъяла типтереп йәшәп ята. Нисек килеп сыҡҡандар икән бында?”

Мейеһен йөҙ төрлө һорау сүкегәндә, “Ишекте ябырға!” тигән фарман килде. Йәһәннәм ғазабында ҡарттың ҡулдары бешмәгәйне. Ғәжәбе шул: бары тырнаҡтары ғына ҡара янып сыҡҡан һәм усында ырыу тамғаһы – һәнәк төшөрөлгәйне.

Шул мәл тирә-йүнгә нур, яҡтылыҡ бөркөлгәндәй булды. Таштарҙы ла иретерҙәй, күңелгә шул тиклем танһыҡ һәм яғымлы, һүҙҙәр менән тасуирлап туймаҫлыҡ бер Тауыш ишетелде:

– Ҡыуан, ҡолом минең! Ахирәттә урының Фирҙәүес йәннәттәренән булыр, Ин шәә Аллаһ! Сөнки иманыңдан, динеңдән айырылмай йәшәнең! Ғибәҙәт ҡылып йәшәүеңде күреп-белеп, ишетеп торҙом. Намаҙ уҡыуҙарыңды ла ҡабул итәм. Уны башҡарғандағы хилафлыҡтарҙы ғәфү итәм, сөнки гел ихлас булдың. Шул сифатың ҡотҡара һине, бәндә ҡолом! Йәннәттең асҡысы – намаҙ икәнлеген онотмауың, уны юғалт­мауың өсөн айырым бүләктәрем булыр. Көт! Изге йомаларҙа мәсеттәргә барыуҙарыңдың, хәйер-саҙаҡа биреүҙәреңдең, Ғәйеттә салдырған ҡорбандарыңдың барыһын да ҡабул итәм. Һине һөйөклө ҡолдарымдың береһе итермен, Әҙәм балаһы Мирсәлих!

– Раббыҡайым! Бер үҙеңдең ризалығың өсөн барыһы ла... Һөйөклө пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәте өсөн!

Һоҡланғыс Тауыш тағы ла ниҙер әйтергә теләгәндә, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлап барған Латифа әбейҙең Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып, һауабын әруахтарға бағышлауы бүлде. Ҡулында тиҫбеһе булмаһа, Мирсәлих уға үпкәләр ине был минутта. Шул тиҫбе, ҡомартҡы булып, ҡулдан-ҡулға йөрөп, шымарып бөткән тиҫбе бабайҙың хәтер төпкөлдәренә инеп китә яҙҙы. Хаждан ҡайтҡан тиҫбе булғанға күрә, баһаһы ҙур, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ ине. Ул өйгә килеп ингәндә, донъяларға ҡот йүгерә ине. Бәлки, әле лә, кем белә, ошо тиҫбенән яуған сауаптар бабайға еңеллек бирәлер?!

“Тупраҡ бешкәс кенә китеп барһам ине мин дә, Раббым! Ана, Ғәтифә апай үҙе лә, өс улы – Ғәйфулла, Нурулла, Сәйфулла ла – барыһы ла ураҙала ахирәткә күсте. Ауылда ғүмерҙә булмаған хәл. Мине лә ошо бәхетеңдән мәхрүм итмә, Илаһым!” – Нәһрикамал әбейҙең татлы уйына эргәлә ултырған ҡарт-ҡороноң һуңғы сәғәте тураһындағы борсолоуҙары ялғанды.

– Тәне йылы. Тағы ла берәй үлемгә булырмы икән ни? Ыстағафирулла тәүбә! – тип шомланды йыуыусылар.

Мирсәлих ҡарт өйҙә өс көн ятты. Шуныһы ғәжәп: мәйет еҫе таралманы. Киреһенсә, яҙ көнө ҡар аҫтынан шытып сыҡҡан аҡ сәскәләрҙең иҫерткес хуш еҫе танауҙы ҡытыҡ­ланы. Өйгә шомло һалҡынлыҡ урынлаштырмай, ҡояш нурҙары, тәҙрәнән кереп, ҡарт ятҡан табутҡа уралды. Бары тик түрбаштағы кәкүкле сәғәт кенә Нәһрикамал әбейгә: “Яңғыҙ ҡалдың! Ҡартың юҡ! Юҡ! Юҡ!” – тип тыҡылдағандай тойолдо. Баҡса аръяғында ҡарт өйәңкеләр ыңғырашыуҙан туҡта­маны.

– Ғәләйкүм-әс-сәламу-йә әһләд дияри рахимил-лаһүл-мүстәҡ-диминә миннә үәл-мүстә хиринә минкүм! Эй, был йорттарҙың әһелдәре, һеҙгә Аллаһ Тәғәләнең сәләме булһын! – Ошо тауышҡа айнып киткәндәй булды Мирсәлих. Уның менән бәхилләшеүселәр ҡәберҙән теүәл ҡырҡ аҙым киткәйне. Һорау килгәнлеген аңланы бабайың. “Ярай әле ләхетемде тар итмәгәндәр ҡәбер ҡаҙыусылар, рәхмәт төшкөрҙәре!” – тип ирәйеп китеп тороп ултырҙы ҡартлас. Һорау башланды:

– Раббың?

– Аллаһу Тәғәлә.

– Пәйғәмбәрең?

– Мөхәммәт Мостафа салаллаһу ғәләйһиссәләм.

– Динең?

– Ислам!

– Атайың ҡушҡан исем?

– Мирсәлих Ғәлиәхмәт улы.

“Әлдә генә  атай-әсәйемдәр исемдең туҙмай, бысранмай торғанын ҡушҡан заманында”, – тип йәшен тиҙлегендә уйлай һалды ҡарт.

– Ете быуын бабамдың да исемен беләм, Аллаға шөкөр: Яубаҫар, Арыҫланғәле, Абыҙгилде, Лотфулла, Рахманғол, Әхиәретдин, Кәшә­фетдин... – Тағы ла ниҙер өҫтәргә теләгәндер, Тауыш уны артабан тыңлап торманы, бүлдерҙе:

– Ҡиблаң ҡайҙа?

– Ошонда. Тыуып үҫкән ауылым Бүләктә. – Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышын иҫәпкә алмағанда, тыуған ерен ташлап бер ҡайҙа ла сығып киткәне булманы уның.

Шул саҡ йәндәрҙе майҙай иретеп, йылы ямғыр һибәләй башланы.

– Эй-й-й, бигерәк изге йән  булған беҙҙең Мирсәлих. Иртәрәк ҡуҙғалды, иртәрәк... 80 йәштә әле теттереп донъя көтәһе бар ине! – тип һөйләнә-һөйләнә зыяраттың ҡапҡаһын ябып маташҡан ҡарттар, ирҙәр аптырашҡа ҡалды. Мирсәлих бабай ятҡан ҡәберҙән ете төҫкә мансылған йәйғор күренде. Ул бөркөт осор бейеккә күтәрелеп, эргәһендәге түбәләстәрҙе нурға ҡойондорҙо.  Ошо аймаҡтағы бойоҡ ҡарағай, ҡайын, сирендәрҙең олононан иркәләне, ботаҡтарын үпте. Бына, ниһәйәт, ярмаланып торған сөм-ҡара ерҙән, Ҡөрьәндә әйтел­гәнсә, ужым түгел, күҙ ҡамаштырып, мең төрлө һоҡланғыс сәскәләр ҡалҡып сыҡты. “Мин бит үлмәнем. Ҡалдырмағыҙ мине, ауылдаштар! Минең дә Бүләккә ҡайтҡы килә. Бында яңғыҙ ятҡы килмәй!” – тип тамағы ярыла яҙғансы ҡыс­ҡыр­ҙы Мирсәлих. Ләхет таҡтаһы араһы­нан ҡойолған йомшаҡ тупраҡ ауыҙы­на тулды. Ер аҫты ҡараңғы­лы­ғынан һуҡырайған күҙҙәре йәшкә мансылды. Мирсәлих уларҙы һөр­төргә итте, әммә ҡулдары тың­ламаны...

Йәш әруахтың хәлен белергә тегенән дә, бынан да, кипкән һөйәктәрен шалтыратып, ҡоро һөлдәләр юрмалашты. Ҡыҙғаныс, береһе лә танырлыҡ ҡиәфәттә түгел. Тәнен ниҙер саҡматаш менән һыҙып китте. Аяҡтарын кемдер һәрмәне. Ҡулына, башына ҡағылды. Бер аҙҙан кәүҙәһен ауырайтып, өҫтөнә баҫтылар. Борғоланды, һырғаланды Мирсәлих. Был ҡот осҡос ерҙән әллә ҡайҙарға сығып ҡасҡыһы килде. Хәле бөтөп, ярҙам һораны: “Э-һе-һе-һей! Ярҙам итегеҙ! Үтенә-ә-ә-ә-әм!”

Әммә уның тауышын берәү ҙә ишетмәй. Уны ҡасандыр үҙе ултырт­ҡан өй аръяғындағы өйәңкеләр генә ишетә һәм хәлен аңлай ине.

– Ҡарт, баҫлыҡтың бит. Әллә аяҡтарыңды ҡорошҡаҡ тотто инде. Тартып ят әле... – тигән тауышҡа уянып китте Мирсәлих бабай. Үҙенең фани донъяла ятҡанлығына инанғас, янында ятҡан әбейен күреп, арыҡ ҡына кәүҙәһен шытырҙатып ҡосаҡлап алды. Һуңғы тапҡыр шулай мөлдөрәмә тулы һағыш, моң-зар, наҙ менән ҡасан ҡосаҡланы икән хәләл ефетен?! Бабай, ир була тороп, илай ине. Көмөш күҙ йәштәре ысын донъяны барып  күреү бәхетенән, фанилыҡҡа мөхәббәтенән тамды.

- Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

Читайте нас: