Бөтә яңылыҡтар

Ғалим

Бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһына.

Шәхси архивтан.
Фото:Шәхси архивтан.

Мәҡәләмдә ғалим-этнолог, архивсы Юлай Юлдашбаев тураһында яҙмаҡсымын. Ул 1962 йылда Ейәнсура районында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Беренсе класҡа Башҡорт Үргене мәктәбенә уҡырға төшһә, аҙаҡ Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында белем алып, уны бик яҡшы билдәләргә тамамлай.

Мәктәп йылдарында уның күңе­лендә тарихҡа ҡа­рата ҙур ҡыҙыҡ­һыныу барлыҡҡа килә. Ул тарихи романдар, ғилми китаптар уҡый башлай, олимпиа­да­ларҙа ҡат­наша. Үҙенең киләсәктә ниндәй һөнәргә эйә буласағын да алдан белә.

1979 йылда Баш­ҡорт дәүләт университе­ты­ның тарих факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә. Өфөлә, Ҡазанда, Әстрханда, Петропавловскиҙа, Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша.

Юлай Хәйрулла улының курсташтары шул ваҡытта уҡ уның маҡсатҡа ынтылыусан булыуын күрә. Ул Башҡорт дәүләт университетының комсомол комитеты ағзаһы була, йыл һайын студенттарҙың төҙөлөш отрядтары составында республиканың мөһим объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша.

1984 йылда тарих факультетын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография бүлегенә эшкә килә. Шул уҡ осорҙа Мәскәү ҡалаһында Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге СССР Фәндәр академияһының Этнография институтында билдәле тарих фәндәре докторҙары, профессорҙар етәкселегендә аспирантурала ла белем ала, стажировка үтә.

Унда уҡыу дәүерендә этносоциология буйынса заманға ярашлы тикшеренеү ысулдарын камиллаштыра. Ул дүрт ғилми этносоциологик экспедицияла ҡатнаша.

Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­титуты этнология һәм антропология бүлегендә 1990 йылдан –  кесе ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан – ғилми, 1999 йылдан өлкән хеҙмәткәр булып эшләй. Ә 1997 йылда “Хәҙерге заман шарттарында Башҡортостан Республикаһында милли-рус ике теллелеге” тигән темаға кандидат диссертацияһын уңышлы яҡлай. “Заман шарттарында Башҡортостанда этнотел процестары” тигән ғилми тикшеренеүе өсөн 1995 йылда Әхнәф Харисов премияһының беренсе лауреаты була.

Ә 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 2000 йылдан 2006 йылға тиклем Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эше буйынса бүлек мөдире урынбаҫары бурысын үтәй.

Архив директоры булып эшләгән йылдарҙа ла үҙен яҡшы етәксе һәм намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта. Архив кол­лективының һәм бүлектәрҙең производство һорауҙарын хәл итеүҙә һөнәри оҫталыҡ күрһәтә. Ҙур иғтибарын архив документтарының һаҡланыуын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бүлә, шул уҡ ваҡытта ғилми-тикшеренеү һәм нәшриәт буйынса маҡсатлы рәүештә эш алып бара.

 Уның етәкселегендә “Башҡортостан боронғо осорҙан бөгөнгө көнгә тиклем. Төп ваҡиғалар йылъяҙмаһы” тип исемләнгән белешмә әҙерләнә.

2007 – 2016 йылдарҙа Башҡортостанда һөнәри байрамдар һәм юбилей даталары, байрам һәм иҫтәлекле көндәр календарҙары уның ҡатнашлығында нәшер ителде. 2009 йылда республиканың архив тарихында беренсе тапҡыр “Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы” белешмәһе сығарылды.

Тағы ла бер мөһим хеҙмәтен билдәләр инем – 2011 йылда Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә беренсе тапҡыр “Хеҙмәт геройҙары” белешмәһе әҙерләнеп нәшер ителеүенә лә уның тырышлығы һалынған. Ул Социалистик Хеҙмәт геройҙарына, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына арналған. Китап Мәскәүҙә лә, Башҡортостанда ла яҡшы баһа алды.

 Архив документтары күргәҙмәһенең юғары һөнәри кимәлдә әҙерләнеүен дә билдәләмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, “450 йыл Рәсәй менән бергә” күргәҙмәһе “Рәсәй һәм Башҡортостан: мөнәсәбәттәр тарихы, перспективалар” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы алдынан әҙерләнде һәм яҡшы баһа алды. Ю. Юлдашбаевтың етәкселегендә архивта билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең шәжәрә фондын булдырыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Архивтың матди-техник базаһын нығытыу, архив документтары өсөн һаҡлау шарттары булдырыу ҙа уның иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Юлай Хәйрулла улының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте төрлө наградалар, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Ул бөгөн дә туған коллективында – Башҡортостан Респуб­ликаһының Милли архивында хеҙмәт итә. Тарихсылар, архивсылар араһында абруй ҡаҙаныуы – был тормошта яуланған оло баһаһы.


Салауат Хәкимов

Читайте нас в