Бөтә яңылыҡтар

Маҡсаттар берләштерә

Мораҙымдар күркәм тормош алып бара.

Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тырыш, ныҡыш, ерҙең ҡәҙерен белгән, милләттең бәҫен күтәрерҙәй халыҡ йәшәй. Ауылға килеүсене күркәм, төҙөк, бейек йорттар, ҡараулы ихаталар ҡаршылай, уңған хужалары тураһында әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Уның төҙөклөгө, күркәмлеге бында килгән ҡунаҡтарҙы ла һәр саҡ һоҡландыра. Көслө, күсле ер ул Мораҙым.

...Быйыл мораҙымдар, ниһайәт, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып ҡарарға йөрьәт иткән. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар: халыҡтың тырышлығы, күпселектең айыҡ, сәләмәт тормошҡа йөҙ бороуы, атҡарылған бихисап эштәр.

– Бөгөн Мораҙымда 747 кеше йә­шәй, 255 шәхси хужалыҡ, бер ауыл хужалығы кооперативы, өс крәҫтиән (фермер) хужалығы, дүрт шәхси эшҡыуар бар, – ти ауыл хакимиәте башлығы Альмира Батталова. – “Урал” ауыл хужалығы етештереү кооперативы 80 кешене эш менән тәьмин итә. Ҡай­ҙалыр күмәк хужалыҡтар бөтөнләй юҡ, ә беҙҙә ауыл хужалығы тармағы йылдан-йыл нығына, үҫә, шәхси эшҡыуарҙар һаны ла арта. Шуныһы беҙҙең ҡыуаныс та, ғорурлыҡ та, – тип һөйөнөсөн белдерә ул. – Ауылда ҡалып йәшәгән һәр кешегә, һәр ғаиләгә һоҡланырлыҡ.

Замана ауыр тип тормай, эш юҡ­лыҡҡа ла һылтанмай, егәрлеләр йү­нен таба: мал аҫрай, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, умартасылыҡ, йылҡы­сы­лыҡ менән шөғөлләнә. Ир-егет­тәрҙең күп өлөшө ситтә эшлә­һә лә, Мораҙым халҡы уларҙың булыш­лығын тойоп йәшәй.

Тыуған төйәктәрен йәмләндереү, төҙөкләндереү кеүек дөйөм ауыл мәшәҡәттәрен мораҙымдар бергә башҡарырға күнеккән. Яҙ етеү менән бында һәр төрлө өмәләр башлана, унан ситтә ҡалыусы юҡ, тиерлек.

Ҡырға сығып киткәндәр, ситтә эшләгәндәр ҙә тыуған ауылдарына ярҙам итергә әҙер. Йыл да үткәрелгән һабантуйҙарҙы күтәреп алыу, тиһең­ме, башҡа ғәмәлдәрме, һәр кем ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтергә ынтыла. Һүҙ ҙә юҡ, Рәмил Иштуғанов етәкселек иткән “Урал” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Нурғәле Кил­диндең, Байрас Илья­совтың крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары ла ауыл өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя, атайсалдарының эреле-ваҡлы мәшәҡәттәрендә ғәйәт ҙур булышлыҡ ҡыла, финанс яғынан да ярҙам күрһәтә. Бының өсөн ауылдаштары уларға ныҡ рәхмәтле.

Геүләтеп эшләй ҙә, гөрләтеп ял да итә белә мораҙымдар. Ял тигәндә, ауылда халыҡ йолаларын һаҡлауға ҙур иғтибар бирәләр. Яҙ көнө Наурыҙ байрамы, ҡар һыуына барыу, Ҡарға бут­ҡаһы, йәй көнө Кәкүк сәйе кеүек халыҡ йолаларын үткәрәләр, был осорҙо ауыл халҡы оҙон ҡыш буйы һағынып көтә.

Меркет-мең ырыуы халҡына хас йолаларҙы ла онотмай мораҙымдар, балалар ата-бабаларының рухи мираҫын белеп үҫә. “Мораҙым – меркетлеләрҙең ырыу ауылы” тигән рус телендә сыҡҡан китапта ауылдың бай тарихы бәйән ителгән, шәжәрәләр тупланған. Һуңғы бер-ике йылды, пандемия осорон, иҫәпләмәгәндә, Шәжә­рә байрамдары ла үткәрелеп торған. Йолаға әйләнеп киткән матур сараны ойоштороуҙы тергеҙергә ниәтләнә мораҙымдар. Әйткәндәй, йәмле яҙҙа бында “Меркет мәргәне-2022” баш­ҡорт милли уйындары һәм бәйгеләре фестивале уҙғарылды.

Спортты үҙ итеүселәр күп ауылда. Бындағы көрәш мәктәбе ундан артыҡ Башҡортостан чемпионын тәрбиәләгән.

Һәр ауылдың йөҙөк ҡашы булырға тейеш урын, мәктәп менән бер ҡатар­ҙан, ул – ауыл мәҙәниәт йорто. Мо­раҙымда ла клуб әүҙем эшләй. Уның етәксеһе – Гөлназ Фәйзуллина. Балалар өсөн “Урал” бейеү, “Тамсылар” вокал ансамблдәре, ҡурайсылар коллективы эшләп килһә, “Умырзая” вокал, “Гөлнәзирә” фольклор ансамбл­дәрендә өлкәндәр шөғөлләнә. Бынан тыш, түңәрәктәр ҙә бар. Ауылға ҡот өҫтәп торған ағинәйҙәр берләшмәһе мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сара­ларҙан ситтә ҡалмай. Был апай-инәйҙәр халыҡтың матди мәҙәниәте сағылышы булған милли кейемде тергеҙеү өсөн бихисап эштәр баш­ҡара. Үҙҙәренең тәжрибәһен байытыр, йәштәргә лә белгәндәрен өйрәтеп ҡалыр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреп торалар.

Ғөмүмән, ауыл йәмәғәтселегенең әүҙем вәкилдәре Мораҙым тормошон йәнләндереү өсөн ҡулдарынан кил­гәнде эшләргә әҙер. Ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, мәктәп бер-береһенә ярҙам итешеп, иңгә-иң терәшеп тыу­ған яҡтарының бәҫен күтәрә шулай.

Мораҙымдарҙы әлеге ваҡытта иң берләштергән маҡсат – ул бөтәһен дә айыҡ, сәләмәт тормош алып ба­рыуҙы өҫтөн күреүгә ылыҡтырыу. “Айыҡ ауыл”­да ҡатнашыу ҙа ошо яҡты ниәтте тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Киләсәктә ауыл тағы ла йәмлерәк булһын, халыҡ әлегегә ҡарағанда ла матурыраҡ, етешерәк йәшәһен, тигән хыял да елкендерә Мораҙым өсөн янып-көйгән кешеләрҙе. Был изге ынтылыш, әлегеләй берҙәм, уртаҡ маҡсатлы булып йәшәгәндә, һис шикһеҙ, бойомға ашыр. Мораҙым ауылы исемен уның тырыш халҡы күп тапҡыр яңғыратыр әле.

Рәүилә Ғатауллина

Читайте нас: