Бөтә яңылыҡтар

Оҫтаханаларҙың да оҫтаханаһы

Ул – беҙҙең маяғыбыҙ.

Ошо көндәрҙә элек “Башҡортостан” гәзитендә бергә эшләгән оло йәштәге коллегам менән һөйләшеп торҙом. Өлкән быуын кешеләренең әңгәмәһе шул бер тирәлә урала бит инде: “Беҙ ҡайһылай шәп булғанбыҙ, хәҙергеләр улай түгел...” Эйе, коллегамдың зары менән килешәм: элекке, беҙ эш башлаған замандағы һымаҡ, үҙ һөнәреңә бирелгәнлек, юғары камиллыҡҡа өлгәшергә ынтылыу юғыраҡ инде хәҙерге заман журналистарында. Ә беҙ һаман уларҙы үҙебеҙ, теге заманда ҡалғандар, менән сағыштырабыҙ. Әммә...

Бөгөнгө йәш коллегалар­ҙың ризаһыҙлыҡ тыуҙырған сифат­тарының бер сәбәбе – уларға журналислыҡ серҙәрен тапшырыр остаздар ҙа юҡ, тиергә мөмкин бит! Кемдән өйрәнергә тейеш һуң йәш кеше беҙҙең һөнәрҙең бер ниндәй юғары уҡыу йортонда ла алып булмаған нескәлектәренә? Беҙ бит үҙебеҙ ҙә, “Башҡортостан” гәзите редак­цияһына бөтөнләй сей килеш килеп, өлкән быуын журналистары, баш мөхәррирҙәр кеүек көслө остаздар ҡулында шымарҙыҡ табаһа. Юғары оҫта­лыҡ мәктәбе аша үттек һәм шуның менән бәхетлебеҙ ҙә. Ысынында бөгөнгө йәш журналистарға бындай мәктәп тураһында хыял­ланырға ғына ҡала. Шулай тинем өлкән коллегама. Ошо һөйләшеү “Башҡортостан” гәзитенең дан­лыҡлы эшмәкәрлек йылдарын иҫкә төшөрөп, кәлимә һүҙ әйтеүгә сәбәпсе булды.

Хеҙмәт юлым 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында V курста уҡып йөрөгәндә “Башҡортостан ҡыҙы” журналында башланды. Шул йылда мәшһүр шағирыбыҙ һәм шәхесебеҙ Рәми ағай Ғарипов менән ике ай ғына бер кабинетта ултырып эшләү минең булмышымда, артабанғы яҙмышымда тәрән эҙ ҡалдырғандыр, тим. Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә Рәми ағайҙан алған һабаҡтар журналислыҡ һөнәремде лә, донъяға ҡара­шымды ла, йәшәйешемде лә мәғәнәле, рухлы бер йүнәлешкә көйләне. Шуға ла тәүге рухи остазым тип иҫәпләйем Рәми ағай Ғариповты.

1981–2002 йылдарҙағы хеҙмәт юлым “Башҡортостан” гәзите редакцияһы менән бәйле. Яҙмы­шыма рәхмәт: күңелемә, аң-зиһенемә журналист ҡомары һалынғас, уны ошо һөнәрҙә­геләрҙең иң кәттәләре, иң маһир­ҙары эшләгән оҫтаханала ғәмәлгә ашырыу бәхетен насип итте. Ул заманда, ысынлап та, оҫта­ханаларҙың да оҫтаханаһы ине “Совет Башҡортостаны” редак­цияһы. Рәшит Солтангәрәев, Хәсән Назаров, Сабир Шәрипов, Ризван Хажиев, Аҫылғужа Баһуманов, Ислам Мырҙабаев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Риф Тойғонов, Ғәтиәт Үзбәков, Дәүләт Мәһәҙиев, Әниф Бикҡолов, Шәүкәт Бикҡолов, Рәүеф Насиров, Абдрахман Йосопов, Заһир Исмәғилев, Аҡмал Саптаров кеүек танылған журналистар менән эшләргә насип булды. Ҡәләм оҫталығы, журналист табыштары, үҙ һөнәренә мөкиббән булыуҙары менән һоҡландырҙы улар. Беҙҙе, йәштәрҙе лә, шуға өйрәттеләр. Ғәтиәт, Әниф, Аҡмал ағайҙарҙың артыҡ талапсанлығы, бер аҙ ғына “мыжыҡ” булыуы елеккә лә үтеп ҡуя ине. Яҙған мәҡәләбеҙҙә бер өтөр генә етмәһә лә эләгә. Эшкә һуңлабыраҡ килеп инһәң йә мәҡәләңде ваҡытында яҙып өлгөртмәһәң, йәнә ҡыҙҙыралар. Йәш булғанбыҙ, был мыжыҡ­лыҡтың ниндәй шәп “шымартыу” ысулы булыуын да, журналист өсөн өтөр ҡуя белеүҙең, тәртип ҡалыптарына күнеүҙең дә мөһим­леген аңламағанбыҙ. Йылдар үткәс кенә иҫкә төшә: ҡайһылай кәрәк булған был мыжыҡлыҡ һәм... баш мөхәрриребеҙ Абдулла Исмәғи­левтең “сыбыртҡыһы”.

Мөхәррир тигәндән. Егерме йыл буйы “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир булып эшләгән Абдулла Ғиниәт улын мин һәр ваҡыт үҙемдең остазым тип иҫәпләнем. Грамоталы яҙырға, бирелгән заданиены тиҙ үтәргә, журналислыҡ менән бергә тәржемәсе, корректор кеүек йәнәш һөнәрҙәрҙе лә үҙләш­терергә, яуаплылыҡ, эҙләнеү­сәнлек, теге йәки был мәсьәләне, ялыуҙарҙы, уҡыусылар хаттарын тикшергәндә алтын урталыҡта булыу кеүек мөһим сифаттарҙы үҙләштерергә тап ул ярҙам итте беҙгә.

Абдулла Ғиниәт улынан һуң тағы бер мәшһүр мөхәррир менән эшләү бәхете тәтене. Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар заманына тура килде Мансур Әнүәр улы Әйү­повтың “Башҡортостан” гәзитенә эшкә килеүе. Уның идара итеү стиле бөтөнләй икенсе ине. Ул темалар, идеялар, фекерҙәр менән өйөп ташланы беҙҙе. Әрләмәне, шелтә­ләмәне, өгөт­ләмәне, маҡтай-маҡтай аңға баҫым яһаны. “Журналист замандан бер аҙым алда барырға тейеш” тигән талап ҡуйҙы яңы мө­хәрриребеҙ. Бер ҡалыпҡа өйрән­гән оло быуын­дың үҙгәрештәрҙе, яңылыҡ­тарҙы аяҡ терәп ҡабул итергә теләмәүенә шаһит булынды шул саҡта. Ә беҙгә, йәштәргә, яңы һулыш, үҙгә­рештәр оҡшай ине. Шуға ла Мансур Әнүәр улының талаптарына күнергә тырыш­тыҡ. Ул биргән заданиены үтәмәү, баш мөхәррир эргә­һенә ниндәйҙер идеяһыҙ, фекерһеҙ инеү оят була торғайны. Иң мөһиме шул – “Совет Баш­ҡортостаны” ул саҡта республикалағы иң ҡыҙыҡлы гә­зиттәрҙең береһе булды. Уҡыу­сы­лары­быҙға быға саҡлы ябыҡ булған темалар “ишеген” астыҡ, автор­ҙар ағы­мына күмелдек. Шулай, үҙгәрештәр дауылынан редак­циябыҙ “карабын” бик оҫта, лайыҡлы алып сыҡты Мансур Әнүәр улы. Ул беҙҙе ваҡыты менән дыуамал, ваҡыты менән сабыр булырға, кәрәк икән, утҡа инергә, ләкин хәҡиҡәт тигән бөйөклөккә тоғро ҡалырға өйрәтте.

Мансур Әнүәр улынан һуң кил­гән мөхәрриребеҙ Тәлғәт Ниғмә­тулла улы Сәғитов, беҙҙең ажғыр­лыҡты бер аҙ баҫып, теҙгендәрҙе тарта төштө. Аҡыллылыҡ, сабыр­лыҡ, башта барыһын да бизмәнгә һалып үлсәп, шунан ғына һығымта яһауҙы талап итте. Журналист өсөн былары ла бик мөһим. Бөгөн, ана, ҡайһы бер үҙәк баҫмалар, ҡыҙыу мәғлүмәттәр артынан ҡыуып, уның хәҡиҡәткә тап киләме-юҡмы икәнен дә тикшереп тормаҫтан, аҡ ҡағыҙ битен теләһә ни менән тултыра. Их, Тәлғәт Ниғмәтулла улы һымаҡ мөхәррир кәрәк ине ундай ҡыҙыу баштарға!

Мөхәррирҙәрем генә түгел, хеҙмәттәштәрем дә төрлө булды. Кеше ҡылыҡтары, мөнәсәбәттәре гөлләмәһе бит ул коллектив. Гөлләмәне һәр сәскә үҙенсә биҙәгән кеүек, коллективыңдағы һәр кеше лә үҙ төҫөн, үҙ тамғаһын һала күңелгә. Егерме йылдан ашыу иңгә-иң терәп эшләгән коллективыма, һәр кеменә рәхмәт тойғоһо һаҡлайым. Улар миңә дуҫлыҡ, тоғролоҡ, сабырлыҡ, изгелек, матурлыҡ, талантлылыҡ, маһир­лыҡ өлгөһөн күрһәтте. Ике йөҙлөлөк, ярамһаҡланыу, бита­рафлыҡ, эшлекһеҙлек, далан­һыҙлыҡ өлгөһө күрһәтеүселәргә лә рәхмәт, сөнки улар аша донъяла ошондай сифаттар, мөнәсәбәттәр барлығына, аҡты ҡаранан айырырға өйрәндем.

Гәзитемә рәхмәт. Ул бына 100 йылдан ашыу аҙашҡандарға юл күрһәтә, хаталарҙан арынырға ярҙам итә, күңелде нурландыра, изгелеккә дәртләндерә. Юҡҡа ғына “Гәзит үҙең белмәгән нәмә тура­һында фекер йөрөтөргә, үҙең белмәгәнде белергә өйрәтә” тимәйҙәр. Ошо ролде бик шәп үтәгән саҡтары булды был гәзиттең. Һәр башҡорт ғаиләһенең өй түрендә, күңел түрендә булды ул.

Абдулла Ғиниәт улы эшләгән саҡта гәзитебеҙҙең тиражын 106 меңдән ашыу данаға еткергәйнек. Шул кимәлде байтаҡ ваҡыт тотоп тора алдыҡ. Редакция үҙенең уҡыусыларынан, дуҫтарынан көн һайын йөҙәрләгән хат ала ине. Ул хәбәрҙәр йә гәзит биттәрендә донъя күрә, йә хат эҙенән журналист юлға сыға, һәр хәлдә, бер генә яҙма ла яуапһыҙ ҡалмай торғайны. Ике яҡлы ошондай бәйләнеш арҡа­һында, журналист та, уҡыусы ла битарафлыҡтан азат булғанға ла гәзитебеҙ йөкмәткеле, үтә уҡымлы ине. Һәр саҡ абруйлы баҫма булды “Башҡортостан”ыбыҙ. Һәм һәр ваҡыт ошо данды тотоп торорға тейеш тә, сөнки ул – беҙҙең төп милли баҫмабыҙ, маяғыбыҙ.

-  Гөлфиә ЯНБАЕВА

Читайте нас: