Бөтә яңылыҡтар

Тәжрибә уртаҡлашыу – кәрәкле эш

Ейәнсура менән Йылайыр музейҙары бәйләнеш тоторға килеште

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күршеләр менән дуҫ-татыу йәшәүҙе бер ғәмәл дә алмаштыра алмай. Үҙ-ара аралашып ғүмер итеү киләсәккә маҡсаттар билдәләү йәһәтенән ныҡ отошло. Ошо көндәрҙә беҙ, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәрит Вәлиев, ошо яҙманың авторы, Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү директоры, экскурсовод Ирина Аслаева, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Йылайыр районына сәфәр ҡылдыҡ.

Унда беҙҙе Йылайыр районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Виктор Еремкин ихлас ҡаршы алды. Ҡыҫҡаса эш йүнәлеше һәм киләсәккә уй-пландары тураһында һөйләгәндән һуң, Виктор Степанович беҙгә музей буйлап экскурсия ойош­торҙо. Бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән та­ныштырҙы, экспонаттарҙың тарихы тура­һын­да һөйләне, беҙҙе ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙарға яуап бирҙе.

– Музейыбыҙҙың әлеге бинаһы элек Михаил Цирков исемле сауҙагәрҙең өйө булған, – тип башланы ул таныштырыуҙы. – Яҡынса XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. 1983 йылда мәҙәниәт йортонда янғын то­ҡа­нып, ундағы музей экспонаттары тулыһынса юҡҡа сыҡҡас, 1996 йылда әлеге бинаны бирҙеләр. Экспонаттарҙы бөртөкләп яңынан тергеҙергә тура килде. Ул ваҡытта район ве­терандар ойошмаһы рәйесе булып эш­ләгән Александр Юрин музейыбыҙға нигеҙ һалған.

Йәнә шуны әйткем килә, Йылайырҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бик күп экспонат, тарихи ҡомартҡылар туп­лан­ған. Уларҙың һәр береһе туристарҙың, та­рихсыларҙың һәм ябай кешенең иғтибарын йәлеп итә. Бындағы экспонаттар билдәле тәртип һәм тематика буйынса урынлаш­ты­рылған. Беҙҙе шулай уҡ район тарихы һәм уның шәхестәре тураһындағы күргәҙмә ма­териалдарҙың бай булыуы ла һоҡландырҙы.

Музей подвалында башҡорт һәм рус халыҡтарының ихаталары йыһазлан­дырылып, уларға махсус урын тәғәйен­ләүҙәре үҙ-ара дуҫ ике милләттең символы булып сағылыш алған. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайға ла мәҙхиә йырлана. Милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшкән һәм Йылайыр ерендә һәләк булған Шәйех­за­да Бабич хөрмәтенә музейҙа күп мәғлү­мәт бирелгән. Шулай уҡ Йылайыр рәссам­дарының да төрлө сюжетлы һүрәттәренә һоҡланмау мөмкин түгел.

– Әле музейыбыҙҙа яҡынса дүрт мең экспонат тупланған, – ти коллегабыҙ. – Минән алда был яуаплы вазифала эшләгән Александр Владимирович – музейҙың үҫе­шенә тос өлөш индергән шәхес. Уға ошонда йыйыштырыусы булып эшләгән Вера Лаптева ла күп ярҙам иткән. Шул ҡатындың тырышлығы менән музей стендтарын һәм кәрәкле документтарҙы компьютер хәтеренә индереүгә өлгәшкән улар.

Бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙың исемлеген асыҡлау, уны китап итеп баҫтырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Бында район гәзите редакцияһы архивы ярҙамға килә.

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның менән хеҙмәттәшлек итергә, үҙебеҙҙә булған тәжрибә, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға, райондар араһында артабан да дуҫлыҡ ептәрен нығытырға һөйләшеп килештек.

- Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ 
Ейәнсура районы

Читайте нас: