Бөтә яңылыҡтар

Күкрәгендә – бер көйгә һыймаҫ йыр

Башҡортостандың халыҡ артисы Илсур Хәбиров матур ғүмер байрамын билдәләй.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында барған Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” драмаһын тамашасы бик һоҡланып, яратып ҡарай. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул: милли ҡиммәт булараҡ, халҡыбыҙҙың күркәм йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре оло хазина булып сәхнәлә һынлана. Шул арала күркәм холоҡ-ғәҙәт, бер-береңә ҡараш та сағылып ҡала. Мөһабәт кәүҙәле Йәнгилденең ҡыйыу аҙымдар менән баҫып, башын ғорур күтәреп сәхнәгә килеп сығыуы ғына ла ни тора!..

 

Уның күҙ ҡарашынан, ҡиәфәтенән башҡортҡа хас булған тыйнаҡлыҡ, шул уҡ ваҡытта ғәйрәт бөркөлә. Уға ҡарап: “Ана шундай ул беҙҙең баш­ҡорт ир-егете!” – тип ғорурланабыҙ. Йәнгилде ролен Башҡортос­тан­дың халыҡ артисы Илсур Хәбиров оло һөйөү, кинәнеү менән башҡара, сөнки уға театрҙа эшләү бәхете, уйын бәхете, тамашасыһы менән аралашыу бәхете бирелгән! Ижад кешеһе өсөн бынан да юғарыраҡ нимә булырға мөмкин?..

Әҙәм балаһы ерҙә йәшәһә лә, кү­ңе­ле юғарыға ынтыла. Күк есемдә­ренә һоҡланыр өсөн генә түгел, офоҡтарҙың икһеҙ-сикһеҙ киңлектә­рен айҡар, уларҙың илаһилығын тойор өсөнмө икән... Ғәҙәттә, был кеше­ләрҙең күкрәгендә бер генә көйгә һыймаҫ йыр, ҡоласҡа һырыҡ­маҫ һөйөнөс, күҙҙәр күреп туймаҫ гүзәллек йөрөй. Улар янында үҙеңде ышаныслы, иркен тотаһың, юғалып ҡалыуҙан ҡурҡмайһың. Шаярып йәки уйланылмаған һүҙ ысҡындырғанда ла һине көлкөгә ҡалыуҙан һаҡла­рында шик юҡ. Кеше үҙе ниндәй – һүҙҙәре лә шундай, тиҙәр бит.

Һәр өнөнән йылылыҡ бөркөлгән Илсур Сәғит улы менән аралашыу – үҙе бер ғүмер. Ул ғүмерҙең йәмле­легенә һоҡланаһың: бала сағынан бөгөнгөһөнә ҡәҙәр, изгелек ебенә теҙелгән мәрйен бөртөктәре һымаҡ, бер-бер артлы емелдәшеүҙән арынмай. Араларында ҡояштың үтә сағыу булмаған, әммә мөләйем йылы нурҙарына эләгеп балҡып киткәндәре лә, тыныс ҡына көн иткәндәре лә бар. Ситтән, ябай тамашасы күҙлегенән ҡарағанда, тәүгеләре күберәк кеүек.

Ихата алдындағы бүрәнә өҫтөндә теҙелешеп ултырып ҡул сапҡан тиңдәштәре менән күрше малайҙар өсөн ҡуйған концертта башланғайны бит әле ул бал­ҡыш. Тап үҙенә генә тәғәйенләп алынған гармун, оло­лар­ҙан ишетеп өйрәнгән өлкәндәр йырлар йырҙар­ҙың бала тауышы аша яңғырашы ауылдаштары күңелендә бөгөнгөгә ҡәҙәр һаҡланыуы ла сер түгел. Ул, гүйә, тыуған ер тәбиғәтенә ауаз булып береккән дә, ваҡыты-ваҡыты менән хәтергә төшөп тора. Юҡ­ҡамы ни, “Ирҙең даны – иленән, халҡы менән ере­­нән”, ти ауылдаштары, республикабыҙҙың Архан­гел районы Тирәкле халҡы. Улар Илсур ағайҙың ҡайтыуын да ҙур байрамдай көтөп ала, уңыштарын үҙенекеләй ҡабул итә. Бындай ҡарашты тап төшөрмәй күтәрә белеү ҙә кәрәк. Абруй – ирҙең ҡеүәте. Илсур ағай ауыл­даштарына ҡарата шул тиклем ихлас мөнә­сәбәтен йәшермәй. Тыуған ер көсө менән ир ҡе­үә­те берләшһә, шәхестең арҡа һөйәген нығытыу ҡөҙ­рәтенә эйә. Ошо бәләкәй генә нурлы ауылдан инеш алған, йыраҡта ҡалған тәүге ҡыйыу аҙымдар Ил­сур Сәғит улын оло сәхнәгә сығарыуы менән ҡәҙерле.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тарихы Илсур Хәбировтың ижад юлы менән тығыҙ бәйләнгән. Бәлки, был юлдар әлегә ябай ғына итеп ҡабул ителер, әммә ваҡыт үтеү менән, театр башлан­ғысында торған ныҡлы бағаналар рәтендәге тәүге исемдәрҙе атағанда, бөгөнгәсә был сәнғәт усағына тоғро ҡалған Башҡортос­тандың халыҡ артистары Илсур Хәбиров, Зифа Дәүләтбаеваларҙы башлап әйтерҙәр. Улар бәйән иткән тарихты бөгөн яҙып алыу зарур.

Илсур Сәғит улы театрҙа 33-сө йыл эшләү дәүерендә бихисап ролдәр сығарҙы. Улар араһынан айырып алып, тап ошо образды халыҡ яратты, тип әйтеп булмайҙыр, сөнки ҙур драматик көскә эйә актёр Хәбиров комедияла ла уйнаны, киҫкен характерлы образдар тыуҙыр­ҙы, лирик геройҙы ла, трагик персо­наждарҙы ла бөтә ихласлығы менән, күңел йылылығын биреп башҡарҙы: М. Бу­ранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым”ында – Янбай, Т. Миңнул­линдың “Ауыл эте Аҡбай”ында – Бульдог, “Диләфрүзгә дүрт кейәү” музыкаль комедияһында – Ғәлим, И. Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк” спек­таклендә – Ғәле, З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәф­рәт”ендә – Сәлихйән, М. Фәйзиҙең “Аҡҡалфаҡ” спектаклендә – Шахтимер, Ф. Бур­наш­тың “Таһир менән Зөһрә”һендә – Хан, М. Кәримдең “Салауат” трагедияһында – Байназар, “Ҡыҙ урлау” комедияһында – Дәүләтбай, М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда – Йәнгилде һәм тағы күп ролдәре тамашасы күңелендә урын алды. Башҡорт­ос­тандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, “Ғилмияза” спектакле сыҡҡас, Илсур Сәғит улы тураһында шулай яҙҙы: “Илсур Хәбировтың эшен миңә, автор булараҡ, “Ғилмияза” спектаклендә Иҫкебей ролендә күреү бәхете тейҙе. Бәхете, тим, сөнки актер, йәғни Илсур Хәбиров, “Ғилмияза”ны яҙған саҡта күҙ алдымда торған хәйләкәр ҙә, уҫал да, бер үк ваҡытта киң күңелле лә, ярһыу ҙа, сабыр ҙа бей образын кәүҙәләндерҙе. Әйтерһең, минең уйҙы уҡыған, теләгәнемде белгән! Мин ижад иткән характер менән актер тыуҙырған образдың берлегенән башта хатта шаңҡып ултыр­ғаным хәтерҙә. Ҡарауы еңел, ләкин уның нигеҙендә – студиянан башланған Йәш тамашасылар театрының үткән юлы, уны барлыҡҡа килтереүгә һәм йәшәтеүгә сарыф ителгән көс... һәм театр менән бергә тыуған, үҫкән, йәшәгән, янған-көйгән, ҡыуаныс­тарына һөйөнгән Илсур Сәғит улы Хәбировтың актер яҙмышы ята”.

Театрҙан тыш, режиссер Б. Йосопов Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” фильмында – Сафа, Ә. Нурмөхәмәтовтың “Кинйә” фильмында – Ҡасҡын Самаров, Д. Әбдрәшитованың “Асия” ҡыҫҡа метражлы фильмында бригадир ролдәрен башҡарҙы. Быларҙан тыш, Илсур ағай йырлаған “Етеле шәм”, “Яратаһым килә, шундай яратаһым...”, “Ләйлә менән Мәжнүн”, “Мөғжизәгә килә ышанғым...” йырҙары әле булһа радио аша яңғырап тора. Был йырҙар йөрәгендә ихлас моң йөрөткән актерҙың ижад ғүмерен тағы ла оҙайтыр әле.

Илсур Сәғит улы татыу, ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Атаһы Сәғит Хәбиров, 17 генә йәшенә тағы бер йыл өҫтәтеп, үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына киткән. Тәүҙә уҡсылар, артабан разведка ротаһында хеҙмәт итә, взвод командиры ла була. Харьков ҡалаһы өсөн барған һуғышта ҡаты яралана. 1943 йылда һәләк булған яугирҙәр исем­легенә инә. Баҡһаң, ҡаты яраланған хеҙмәттәшенә Сәғит Ғөбәйҙулла улы өҫтөндәге шинелен яба. Шул килеш яралыны алып китәләр. Ә шинеле кеҫәһендә Сәғит Хәбировтың документтары ятып ҡала. Шулай итеп, уйламағанда Илсур ағайҙың атаһы һәләк булғандар исемлегенә инә.

Имен-аман тыуған яҡтарына ҡайтҡас, күршелә генә йәшәгән Ғәфифә Хөснөтдин ҡыҙына өйләнеп, бер-бер артлы ете балаға ғүмер бирәләр. Сәғит Ғөбәйҙулла улы алдынғы комбайнер була. Ҡырҡ йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Ете баланы бер-береһенә терәк булырҙай итеп тәрбиә биргән әсә Ғәфифә Хөснөтдин ҡыҙы оло ихтирамға лайыҡ. Балаларының тормошта ныҡ баҫып торғанын күреп, уларҙың шатлыҡтарын татып йәшәп өлгөрә. Ул Илсур ағайҙың сәхнәлә уйнағанын да күрә, хуплауын да, кәңәшен дә ваҡытында әйтә. Тамыры ныҡ ағас оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Үҙ тамырҙары, ата-әсәһе менән лайыҡлы ғорурланып,улар хәтеренә тап төшөрмәй, рухтарына рәхмәтле булып йәшәй бөгөн дә Хәбировтар.

Ә Илсур Сәғит улы үҙенең йыр һәм театрға һөйөүен, эскерһеҙлек һәм ябайлыҡ һөйкөмлөлөгөн сәнғәткә тулыһынса бағышлауҙы дауам итә.

 

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

Читайте нас: