Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы бик бай. Эпос, ҡобайыр йәки ҡарһүҙҙәребеҙ генә лә ни тора! Уларҙы фәнни күҙлектән генә түгел, ә кешенең эске донъяһын, рухын сәләмәтләндереү тәьҫире йәһәтенән дә ныҡлап өйрәнеү зарур. Донъя күҙ асып йомғансы үҙгәрә, әҙәм балаһына төрлө үҙгәрештәр арҡылы үҙ асылына хыянат итмәй, рухи бөтөнлөгөнә зарар итмәй ҡалыу ҙа ауырлаша бара.
Халҡыбыҙ ижады ынйылары, әйтәйек, һүҙ сәнғәтебеҙҙең аҫыл өлгөһө “Урал батыр” – донъя ҡоролошо, йәшәйеш, әхлаҡи ҡиммәттәргә ҡағылышлы ҡанундарҙы тәшкил иткән бай ғилем сығанағы, рухи ҡалҡан булырҙай мәғлүмәт туплаған хазина. Уның серҙәре әле лә асылып бөтмәгән. Үлемһеҙ әҫәрҙә бәйән ителгән ҡатмарлы төшөнсәләрҙе һәр кемгә барып етерлек итеп һөйләй, ҡомартҡыны киләһе быуындарға аманат итеп тапшыра алған рухи вәкилдәр борондан булған – сәсәндәр. Ауыр саҡтарҙа дөрөҫ йүнәлеш күрһәтә алған аҡыл эйәләре, аҡһаҡалдар халыҡҡа маяҡ булып торған. Ошо зиннәтле ғилемде туплаған сәсәнлекте тергеҙеүҙе яңы заман үҙе лә талап итә кеүек.
Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү буйынса ярайһы күп эштәр башҡарыла. Ошо изге маҡсаттан быйыл Башҡортостанда беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр араһында сәсәндәр фестивале үткәрелде. Проект Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантына тормошҡа ашырылды.
Баһалама комиссияһына етәкселек итергә ҡырғыҙ халҡының күренекле “Манас” эпосын тәрән өйрәнгән ғалим, уны сәғәттәр буйы яттан һөйләргә әүәҫ арҙаҡлы сәсән – Ысыҡкүл университетының почетлы профессоры, “Манас” һәм Сыңғыҙ Айытматов милли академияһы президенты Талантаалы Баҡчиев саҡырылғайны. Сәсәндәр ярышынан алда Өфөләге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Эпос. Заман. Халыҡ” тип аталған халыҡ-ара семинар-түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Иң көтөп алынған ҡунаҡ ҡырғыҙ халҡының арҙаҡлы, хөрмәтле шәхесе ине. Донъяға танылған манассы ниндәй ғилеме менән уртаҡлашыр?
Ысынлап та, күренекле ғалимдың сығышы мауыҡтырғыс та, фәһемле лә булды. Кем ул ысын сәсән? Ниндәй әхлаҡи сифаттарға эйә булырға тейеш? Уға ниндәй бурыс йөкмәтелгән? Халҡының хөрмәтенә, һөйөүенә лайыҡ булған сәсән тәкәбберләнергә хаҡлымы? Нимә ул эпос, уның хәҙерге заманға ниндәй бәйләнеше бар, әһәмиәте нимәлә – ғалим ошо һәм башҡа бихисап тәрән һорауҙарға ҡағылышлы фекерен еткерҙе, сәсәнлектең баһаһы ни ҡәҙәре юғары булһа, шул кимәлдә яуаплылығы ла ҙур, тигәнде айырыуса билдәләп үтте.
“Кем ул сәсән? Иң тәүҙә ул – халҡы рухының күсәрен тотоп торған, рухи кодын йөрөткән үҙенсәлекле шәхес. Ул – халҡының намыҫы, аңы.
Ҡайһы берәүҙәр “Нисек сәсән булырға?” тигән һорау менән йөҙәй. “Сәсән булам!” тигән теләк, ниәт кенә сәсән була алыу тигәнде аңлатмай. Сәсәнлеккә өйрәтеп тә булмай. Эпосты яҡын күрергә, өйрәнергә башҡарыусы булырға мөмкин. Уны һөйләүсене, башҡарыусыны үҫтереп алырға ла була. Ә бына сәсән булып тыуырға кәрәк. Был – тәбиғәттән, Юғарынан бирелгән һәләт, хатта иңгә йөкмәтелгән бурыс, – ти күренекле манассы. – Уны шаманлыҡ һәләте менән сағыштырырға була. “Халыҡтың сәйәси лидеры була, ә бар рухи юлбашсыһы. Иңенә һалынған үтә яуаплы бурысты лайыҡлы атҡара алған сәсән – ул тап рухи юлбашсы”. Ҡайһы саҡта бер үк шәхес сәйәси һәм рухи башлыҡ була алырға мөмкин, әммә был – һирәк күренеш. Шулай була ҡалһа, яҡшы.
Арҙаҡлы ғалим-манассының был һүҙҙәре сәсәндәрҙең сиктән тыш яуаплы бурыс йөкмәүҙәре хаҡында. “Сәсәндәргә халыҡ араһында яулаған абруйы, дәрәжәһе маһайыуға әйләнеп китеүҙән һаҡланырға кәрәк”, – ти ғалим. Киреһенсә була ҡалһа, сәсәндең мин-минлеге хаттин ашып, хатта эпостың үҙенән дә юғарыраҡ ҡуйыла башлауы мөмкин. “Сәсән үҙенә бирелгән һәләтте контролдә тоторға бурыслы. Маһайыу – бик хафалы күренеш”.
Танылған манассы тағы бер фәһемле фекерен еткереп, уны аңлатып китте: халыҡтың эпик әҫәрҙәренең, фәнни күҙлектән өйрәнә торған ҡиммәтенән башҡа, тағы ла мөһимерәк бер үҙенсәлеге бар. Эпос, һүҙ сәнғәте байлығы булыуҙан тыш, тиңһеҙ рухи-энергетик ҡеүәт сығанағы ла. “Борон “Манас” ярҙамында хатта кешеләрҙе дауалағандар, физик торошон камиллаштырғандар, ямғыр яуҙырғандар, һауа торошона, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһай алғандар”, – тип һөйләне ул.
Атаҡлы манассының фекерҙәре эпосҡа, сәсәнлеккә бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға ярҙам итә. Халыҡ ижадының гәүһәрҙәре халыҡҡа рухи ҡеүәт өҫтәр, донъя ағышының, мәңгелек ҡиммәттәрҙең айышына төшөнөргә, һис юғы төшөнөргә тырышырға мөмкинлек бирер сер туплаған. Ул серҙе асырға ла асырға әле.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы, БДПУ-ның Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе:
– Талантаалы Баҡчиев – киң билдәле ғалим, Манас һәм Сыңғыҙ Айытматов исемендәге Милли академия президенты, донъяға киң билдәле манассы, йәғни ул – “Манас” эпосын өсәр көн алһыҙ-ялһыҙ әйтә ала торған уникаль шәхес, алдынғы фекер эйәһе. Тәрән фекерле, интеллектуаль шәхес менән эшләү мөмкинлегенә бик мохтаж инек.
Беҙгә сәсәнлекте үҫтереү ныҡ мөһим. Уның буйынса профессионалдар бик аҙ. Яҙылған хеҙмәттәр генә етмәй, халҡыбыҙҙың оло хазинаһы – сәсәнлек мәктәбе, эпостарыбыҙ буйынса ғалимдарыбыҙ ифрат кәрәк. Ошо юҫыҡта Республика халыҡ ижады үҙәге менән маҡсатлы эш алып барабыҙ, шуныһы һөйөнөслө, өмөтлө. Милләтебеҙҙе күтәрә торған ошо мәктәбебеҙҙе үҙебеҙ күтәрмәйенсә, халыҡҡа ҡайтармайынса булмай.
Әлеге дәүер – XXI быуат – ана шул фекер, философия, милләтем, телем тип ысын мәғәнәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткән шәхестәр дәүере килә. Был – сәсәндәр. Шуларҙың алдында сәсән фекере, сәсән аҡылы, сәсән энергияһы кәрәк. Республикабыҙҙың төрлө райондарында эшләп килгән 12-нән артыҡ сәсәндәр мәктәбе лә изге эшкә үҙ өлөшөн индерә. “Хәҙер сәсәндәр юҡ ул, кәрәкмәй ҙә” тигән скептик ҡарашлы төрлө кешеләр бар, был турала ошолай әйтер инем: улар, бер яҡтан, бик тар фекерләй, икенсенән түгел, юҡ, хатта иң мөһиме был – улар традицияның нимә икәнен белмәй. Ә традиция – ул халыҡтың бөгөнгөһө менән боронғоһон тоташтырған мәңгелек төшөнсә. Милләттең һуңғы вәкиленә ҡәҙәр ул һаҡланырға, дауам итергә тейеш.
Әйтәйек, бына мәҙәниәт хәҙер үҙенең традицион йөҙөн юғалтып, шау-шоуға әйләнеп бара, Көнбайыш шауҡымына эйәрергә маташа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Был мәҙәнилек түгел, ә, киреһенсә, мәҙәниһеҙлек. Ана шуның традицияһы юҡ, ә мәҙәнилектең, милли мәҙәниәттең төбөндә традиция ята. Ул – мәңге юғалмай торған төшөнсә.
Борон сәсәндәребеҙ ниндәй стиль менән, ниндәй рәүештә һөйләгән, беҙ белмәйбеҙ. Яҙып ҡалдырылған мәғлүмәттәр менән танышыу шундай фекергә килтерә: йыраусы, сәсән үҙе үк һүҙ оҫтаһы, аҡыл эйәһе, драматик актер, дауалаусы булған. Эйе, ысынлап та, уларҙы тыңлаған халыҡ психик яҡтан, рухи яҡтан дауа алған!
Эпос тыңлау, ҡобайыр тыңлау, беҙҙә – ҡарһүҙ, ул бөтә яҡлап та халыҡҡа рухи байлыҡты, күңел күтәренкелеген аса торған берҙән-бер механизм тип әйтә алам хатта, сөнки халыҡтың генетик хәтеренән сәсәнлек юғалмай.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА