Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов театр сәхнәһендә һанһыҙ сағыу образдар ижад итте. “Ай тотолған төндә”, “Балаҡайҙарым”, “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”, “Һуңғы уҙаман” һәм башҡа спектаклдәрҙәге, “Ай ҡыҙы”, “Миҙал”, “Рәхмәт” фильмдарындағы ролдәре тамашасы күңелендә әле лә һаҡлана. Билдәле актер ошо көндәрҙә олпат юбилейын билдәләр ине. Уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашыуҙарын һорап, коллегаларына, дуҫтарына мөрәжәғәт иттек.
Гүзәл МАЛИКОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Илфат менән беҙ курсташтар инек, сәнғәт институтында бергә уҡыныҡ. Үҙен беҙҙең курстың шағиры тип йөрөттөк, сөнки ул матур шиғырҙар яҙҙы. Холҡо мәле менән ҡыҙыу булып китһә лә, күңел лирикаһы шишмә кеүек саф, нескә хисле ине. 8 Март байрамына беҙгә, курсташ ҡыҙҙарға, гел шиғырҙар бағышлап бүләк итер булды. Минең 50 йәшемә арналған буклетта ла һабаҡташымдың шиғыры күренеп торған ерҙә урын алғайны...
1987 йыл. Курсты һигеҙ генә кеше тамамланыҡ, шуларҙан Илфат менән беҙ икәүләп академия театрында эшләй башланыҡ. Эй ҙур бәхет ине бында эләгеүе!..
1989 йылда театрҙа Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса ҡуйылған “Йәш йөрәктәр”ҙең премьераһы булды. Шунда төп ролдәрҙә – Мәфтуха менән Сәйфулланы уйнағаныбыҙҙы әлегеләй иҫләйем. Күпме йылдар үткәндән һуң, быйыл спектаклде тағы сәхнәгә сығарҙыҡ. Бында инде мин Катерина әбей ролен башҡарам. Исак ҡарт роле Илфатҡа ҡайһылай ҙа килешер ине, тип моңһоуланып иҫкә төшөрөп алам...
Күңелгә иң ҡәҙерле иҫтәлек булып уйылған ваҡиғаны һөйләп үтәйем. 2003 йылда беҙҙең театрға ҡырғыҙ режиссеры Нурлан Абдыҡадиров килеп, “Тылсымлы сәңгелдәк” спектаклен ҡуйҙы. Унда мин – әбей, Илфат бабай ролдәрен башҡарҙыҡ. “Театр яҙы-2003” республика фестивалендә ошо образдар “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ” һәм “Иң яҡшы ир-егет роле” тигән юғары баһаға лайыҡ булды. Был еңеүебеҙ тотош театр өсөн ҙур байрамға әүерелде. Аҙағыраҡ Н. Абдыҡадиров беҙҙе Ҡырғыҙстандағы фестивалгә алып китте, бында ул иң яҡшы режиссер тип танылды.
Бына шулай, Илфат менән бер театрҙа эшләргә генә түгел, күп спектаклдәрҙә партнер ҙа булыу бәхете яҙҙы. Шул тиклем итәғәтле, иғтибарлы, хәстәрлекле иптәш ине ул. Уны һәр ваҡыт йылылыҡ менән хәтергә алам. Иртә китте, шуныһы бигерәк йәл. Күпме ролдәре уйналмай ҡалды...
Илдар ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Мин әрменән ҡайтып, театрҙа эшләй башлаған мәлдә Илфат сәнғәт институтының һуңғы курсында уҡый ине. Дөйөм ятаҡҡа уның менән бер бүлмәгә урынлаштыҡ, дөрөҫөрәге, был бүлмәне ул үҙе хәстәрләгәйне. Беҙҙең курс етәксеһе лә бер үк – Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов булғанғамы, тәү күрешеүҙә үк уртаҡ тел таптыҡ.
Илфат ижадҡа, театрға ҡағылышлы һәр мәғлүмәтте ентекләп өйрәнеп, бар яҡтан да ҡыҙыҡһынып, уҡып, профессиональ кимәлен бер туҡтауһыҙ камиллаштыра килде. Әңгәмәбеҙ ҙә гел сәнғәт тураһында булды тиерлек. Алған һабаҡтарын репетицияларҙа оҫта итеп ҡуллана ла белде. Бәлки, шуғалыр ҙа ролдәре тулы ҡанлы, ышандырғыс ине.
Тормошта беҙ уның менән бик ҡыҙыҡ аралаша торғайныҡ, хатта үҙебеҙ генә аңлаған телебеҙ бар ине. Һүҙҙәре башҡортса, тик мәғәнәһе башҡаларға аңлайышһыҙ (көлә. – Авт).
Илфат рәхәтләнеп, күңеле булғансы көлә торғайны. Хәтеремдә, Туймазы яғында филармония артистары менән бергә ниндәйҙер дөйөм концерт программаһы менән йөрөгән саҡ. Кистәрен бер бүлмәгә йыйылып, үҙебеҙ өсөн ижад кисәләре ойошторабыҙ. Бер мәл Илфат менән үҙебеҙҙең шиғырҙарҙы уҡыйбыҙ. Шул саҡ ул миңә: “Ғүмәр (мине театрҙа шулай йөрөтәләр ине), һин бит лирик! Ә беләһеңме ни өсөн лирик?.. Сөнки һинең ҡатының Лира!” – тип донъя яңғыратып көлә башланы. Шулай итеп лирик кисәбеҙ көлкө кисәһенә әйләнеп китте.
Тормошта йыш ҡына шулай: тыштан бер хәсрәтһеҙ һымаҡ күренгән кешеләрҙең күңеле тәрән яралар менән бураҙналанған була. Уның күңелендә лә бындай бураҙналар аҙ булманы. Вафатына ярты йыл самаһы ҡалғандыр, миңә шылтыратты. “Ғүмәр, һин килерһең әле”, – ти. “Ярай, әлбиттә”, – тинем. “Һин аңламаның. Мине оҙатырға килерһең әле”, – тине ул. Күңелемдә ниҙер өҙөлгәндәй булды. “Һин – мине иң яҡшы белгән, аңлаған кеше”, – тине һәм һуңғы юлға оҙата барып, ерләшеп, ауылдаштары алдында сығыш яһауымды үтенде...
Был һөйләшеүҙән һуң Илфаттың аҙаҡҡы тыуған көнөндә лә булдым. Елкенеп гармунда уйнап, йөрәкһенеп шиғырҙарын уҡыны ул был кистә. Уның вафаты күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ барлыҡҡа килтерҙе. Илфат йәшлек хәтирәләремдең дә бер өлөшөн үҙе менән алып китте, хеҙмәттәш булараҡ сәнғәттәге урынында ла бушлыҡ ҡалды. Шуныһы күңелде йыуата: уның бар үтенесен дә еренә еткереп үтәргә тырыштым. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине.
Мәғәфүр УСМАНОВ,
Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Илфат менән 1984 йылда сәнғәт институтында бергә уҡый башланыҡ. Рифҡәт Исрафилов курсы инек. Бик матур, ҡыуаныслы йылдар булып иҫтә ҡалды ул осор. Илфат менән тиҙ дуҫлашып киттек. Ул әрме хеҙмәтенән һуң уҡырға ингәйне. Десантсы булып хеҙмәт иткәйне, ысынлап та, баһадир кәүҙәһе менән айырылып торҙо.
Диплом эшен башҡарғанда төн ҡалып, декорацияларҙы үҙебеҙ эшләй торғайныҡ. Беҙ, ауыл малайҙары, эш рәтен беләбеҙ.
Уҡыуҙа ғына түгел, унан тыш та беҙҙең тормош йәнәш барҙы. Илфат – Ғафури егете, мин – Архангел районынан, күрше райондарҙан булыу беҙҙе нығыраҡ дуҫлаштырҙы.
Ихлас, асыҡ күңелле, ныҡ тырыш егет булып иҫтә ҡалған ул. Дүртенсе курста Рифҡәт Вәкил улы беҙҙе Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәренә лә йәлеп итә башланы. Уҡып бөткәс, Илфатты ошонда ҡалдырҙылар, мин Сибай театрына эшкә ебәрелдем. Өфөлә Милли йәштәр театры асылғас, Олег Ханов шунда саҡырып алды. Шулай итеп, йәшлегебеҙ ҡалаһы Илфат һабаҡташым менән тағы осраштырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-беребеҙҙең сәхнәләге уйынын бик күреп өлгөрмәнек. Уларҙа премьера булһа, беҙ ҙә яңы спектакль өҫтөндә эшләйбеҙ, ваҡыт тар.
Илфатты һуңғы күреүем М. Ғафури театрында булды, ул сәхнәгә яңы ролен әҙерләй ине. Күңелемдә ул бәһлеүән кәүҙәле булыуы менән генә түгел, ә шул кимәлдәге ҙур, киң күңеле менән дә һаҡланып ҡалды.
Нәғим НУРҒӘЛИН,
Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Илфат Йомағолов менән беҙ 1986 йылда танышып киттек. Мин беренсе курста уҡый башлағайным, август аҙағы ине. Бүлмә юҡ ине әле, ҙур бер холға урынлаштырып торҙолар. Ауылдан алып килгән күстәнәстәр менән сәй эсеп ултырһам, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, ҡап-ҡара булып янған дүрт егет килеп инде. Баҡтиһәң, улар төҙөлөш отрядынан ҡайтып килә, уларға ла бүлмә әлегә юҡ икән. Өсәүһе – рус егете, береһе – Илфат. Мин ниңәлер тәүҙә уны ла башҡорт тип уйламағайным. Һөйләшеп киткәс инде, Ғафури районының Юлыҡ ауылы егете икәне асыҡланды. Минең күстәнәстәр менән бергәләп сәй эстек, шулай башланды беҙҙең дуҫлыҡ. Спорт менән шөғөлләнеү ҙә беҙҙең уртаҡ мауығыу булып сыҡты: мин каратэ менән шөғөлләнәм, ул да – десантсы булып хеҙмәт итеүе юҡҡа түгел – спортты үҙ итә ине. Бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашып, белгәндәребеҙҙе өйрәтә торғайныҡ.
Уны театр һөйөүселәр ныҡ талантлы, көслө, төрлө яҡлы актер итеп белде. Ысынлап та, рәхәтләнеп ижад итте – комедия булһынмы, драмамы, трагедиямы – төрлө жанрҙа ла йөҙөп уйнаны. Таланты ни тиклем ҙур булһа, кеше булараҡ та ул эскерһеҙ, алсаҡ, ярҙамсыл, ябай ине. Айырыуса бирелеп китеп көлөүе иҫтә ҡалған. Беҙҙә башҡаса уның кеүек ысын күңелдән, ихлас итеп, зыңғырҙатып көлгән актер юҡтыр, тиһәм дә, хаталанмамдыр.
Уның тәржемә менән шөғөлләнгәнен, үҙенең әкиәт, хикәйә, шиғырҙар яҙғанын да күптәр белмәйҙер. Миңә уларҙы шылтыратып, телефондан уҡый торғайны. Тауышынан үҙенең дә иламһырап ултырғаны ишетелә. Мин, түҙмәй, эргәһенә барып етә һала инем, күрше генә өйҙәрҙә тора инек.
Ана шундай бар яҡлап килгән, ихлас кеше булып ҡалды дуҫым күңелемдә. Уның тураһында иҫтәлектәрем бөтмәҫ тә кеүек...
Хәким МОРТАЗИН,
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Илфат ағайҙы студент саҡтан белдем, ә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс, ғаиләләребеҙ менән дуҫлаша башланыҡ. Грим бүлмәһендә 20 йылдан ашыу бергә ултырҙыҡ, ул театрҙан киткәнсе. Күңел серҙәребеҙ, шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ ине. Уны мин “Йома” тип йөрөттөм. Гримеркала ултырғанда фәҡәт театр, ижад тураһында һөйләшә, фекер алыша, кәңәшләшә торғайныҡ. Уның менән һәр күрешеү үҙенә күрә бер фәһем алыу ине. Ағайҙы юғалтыуҙы ауыр кисерҙем, әле лә тыныс һөйләй алмайым. Ул ысын ижадсы, ысын дуҫ, ысын шәхес булды, шулай булып хәтеремдә һаҡлана ла.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА