Бөтә яңылыҡтар

“Һәр китаптың уҡыусыһы бар”

Нәшриәттә илһөйәрҙәр, рухлы кешеләр эшләй.

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә ҠАРАБАЕВА – китапҡа, әҙәбиәткә, үҙ эшенә тоғро замандашыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

  

– Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы, нәшер эшен һайларға ҡасан, нисек ҡарар иттегеҙ?

– Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, бер аҙ ауыл мәктәбендә уҡыттым. Өфө үҙенә тартты – баш ҡалаға әйләнеп ҡайттым. Курсташ ҡыҙҙарҙың күбеһе гәзит йә журнал, телевидение редакцияларында эшләп йөрөй, ә миңә нәшриәт яҡыныраҡ ине, сөнки бала саҡтан китап уҡырға әүәҫмен. Башҡорт теленән уҡытҡан әсәйем Гәүһәр Фәтих ҡыҙы, рус теленән белем биргән атайым Шәрифйән Шәйхетдин улы ла әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгәндер.

Хеҙмәт юлымды 1996 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә корректорлыҡ бүлегенән башланым. Ниндәй әҙәби әҫәр китап булып баҫылып сыға, барыһын да уҡып сығырға кәрәк. Абруйлы яҙыусылар менән дә, әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан йәш ижадсылар менән дә бер мөхиттә ҡайнайбыҙ. Нәшриәткә олуғ яҙыусыларҙың юлы өҙөлмәй. Сабир Шәрипов, Аҫылғужа Баһуманов, Динә Талхина һәм башҡалар менән тығыҙ аралашып эшләнек. Шулай сумдым китап, әҙәбиәт донъяһына.

– Нәшерләү эше серҙәренә өйрәткән остаздарығыҙ булдымы?

– Әлбиттә. Мин эшкә ингәндә “Ки­тап” нәшриәте етәксеһе Баш­ҡор­тостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим ағай Аралбаев ине. Ул мине бик йылы ҡабул итте, төплө кә­ңәштәрен йәлләмәне. Уның менән әле булһа яҡын аралашабыҙ.

Корректор эшенең үҙенсәлек­тәренә Әлифә Закир ҡыҙы Хажиева, Әлфиә Ғәли ҡыҙы Кәримова өй­рәтте. Ул осорҙа, 90-сы йылдар аҙағында, нәшриәттә китаптар бө­гөнгөгә ҡарағанда күберәк баҫыла, тираждары ла юғары ине. Коррек­торлыҡ бүлегендә ете хеҙмәткәр эшләнек, дуҫ, татыу булдыҡ. Кү­ңел­ле осор булып иҫтә ҡалған. Ар­та­­бан календарҙар бүлегенә күстем, унда Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимованан эш нескәлектәренә төшөндөм. Уның менән бергә фотоальбомдар, төрлө йыйынтыҡтар төҙөнөк.

Нәфис әҙәбиәт бүлегендә иһә ул саҡтағы бүлек мөдире, күренек­ле яҙыусы Ринат Камалдың урын­ба­ҫары булып эшләнем. Шөкөр, нәшерләү нескәлектәренә өйрәткән, кәңәштәре менән ярҙам иткән остаздарым етерлек.

– Китап сығарыу эше нимәнән ғибәрәт?

– Йылына 200 дана китап донъя күрә икән, 200 авторҙың һәр береһе менән шәхсән эшләргә кәрәк. Ҡулъяҙмаларын ҡабул итәбеҙ, улар­ҙы белгестәргә уҡырға тапшы­ра­быҙ, яҙмалар бүлек мөхәррире “иләгенән” үтә, артабан улар тематик план исемлегенә индерелә.

Башта бәләкәй худсовет ултырышы ойошторабыҙ, аҙаҡ нәшриәт­тә бүлек мөдирҙәре, директор йыйылып, нәшерләнеүсе китаптарҙы йәнә күҙҙән үткәрәбеҙ. Артабан ҙур художество советы ултырышы, унан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығында кәңәшмә ойошторола. Башҡортостан Хөкү­мәте ҡара­мағында китап сығарыу буйынса махсус комиссия бар, уға Азат Шамил улы Бадранов етәкселек итә. Комиссия ултырышы ағзалары беҙ тәҡдим иткән исемлекте йәнә бер тикшерә, үҙ фекерҙәрен белдерә һәм китаптың донъя күреү-күр­мәүен хәл итә.

Йыл һайын тематик пландар төҙөйбөҙ. Тәғәйен йылда ниндәй ваҡиғалар була – нәшриәт береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, 2024 йылда билдә­лә­нәсәк Өфөгә 450 йыл тулыу ай­ҡанлы китаптар быйыл уҡ сыға башланы.

– Элеккегә ҡарағанда нәшер­ләнгән китаптар һаны кәмей, тинегеҙ...

– Эйе, кәмей. Бынан бер нисә йыл элек кенә проза жанрындағы китаптарҙы өс-биш мең дана тираж менән сығара инек, хәҙер уларҙың тиражы ике меңгә төштө. Бик уҡым­лылары ике мең ярымға етә. Шиғыр йыйынтыҡтары менән дә шул уҡ хәл. Элекке китаптарҙы алып ҡара­һаҡ, 50 мең данала донъя күргән! Был осраҡта йәш ижадсы­ларҙың үҙҙәренә лә ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк. Китаптар уҡымлы, үтемле булһын өсөн, ҡайҙа барһа­лар ҙа, китаптарын алып йөрөһөн­дәр, уҡыусыны үҙҙәренә ылыҡтыра белһендәр ине.

– Йәш авторҙар хаҡында һүҙ сыҡҡас, улар өсөн махсус булдырылған китаптар серияһы хаҡында ла телгә алыу фарыз...

– “Йәштәр тауышы” серияһы 2004 йылда булдырылды. Әле ул йыл да өс телдә: башҡортса, татарса, русса йәш авторҙарҙың шиғ­ри, сәсмә жанрҙарҙа ижад ителгән әҫәрҙәрен китап итеп әҙерләй. Ике әҙәби жанрҙа йылына биш китап сыға: өсәүһе – башҡортса, йәнә берәр баҫма татар һәм рус телдәрендә.

– Әҙәби әҫәрҙәр ижад итергә яратып та, нисек уларҙы китап рәүешендә сығарырға белмәгән­дәр ҙә барҙыр?.. “Китап” һынлы нәшриәттә китабың донъя күрһен өсөн хатта “аҡса кәрәк” тип уйлағандар ҙа етерлек. Асылда үҙҙәренә гонорар түләнә бит. Китап баҫтырырға теләгән­дәр был эште нисек бойомға ашыра ала?

– Ҡулъяҙмалар башта Яҙыусы­лар союзындағы махсус секцияла тикшерелә. Һөҙөмтә уңышлы бул­һа, нәшриәткә тәҡдим ителә. Шиғ­ри­әт, проза, публицистика, балалар әҙәбиәте икән, ошо юҫыҡҡа ҡараған ҡулъяҙмаларҙың барыһы ла союз аша үтә.

Тыуған яҡты өйрәнеүгә, тарихҡа, фәнгә ҡараған ҡулъяҙмаларға ошо өлкәлә эшләгән ике белгестән рецензия булырға тейеш.

– Бөгөнгө китап уҡыусы ниндәй ул? Ниндәй баҫмаларға ихтыяж ҙур?

– “Хәҙер кеше китап уҡымай” тип ҡабатларға яраталар. Был фекер менән килешмәйем, һәр китап­тың, һәр замандың үҙ уҡыусыһы бар. Проза, тарихи китаптар айырыуса үтемле. Һуңғы арала рухи үҫешкә ҡайтанан иғтибар артты – милли биҙәүестәр, милли кейем тураһында мәғлүмәттәр тупланған баҫмаларҙы, тыуған яҡты өйрәнеү, Өфө тарихы һәм бөгөнгөһө тура­һын­дағы китаптарҙы һорайҙар.

Әйткәндәй, тап Өфөгә ҡағылыш­лы ҡулъяҙмалар юҡ беҙҙә. Икенсе республикаларға күргәҙмәгә йөрө­гәндә, шуға иғтибар итә торғайныҡ: республика, уның баш ҡалаһы тураһында ҙур фотоальбомдар бар. Был йәһәттән бигерәк тә яҡуттарҙың электрон карталар, таштар менән биҙәлгән баҫмалары иҫтә ҡалған.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан йәш белгестәр ғилми эштәрен алып килә, әммә уларҙың хеҙмәттәре тәғәйен темаға арнал­ған һәм үтә фәнни, ә беҙгә киң ҡоласлы һәм уҡыусыны ҡыҙыҡһын­дырырлыҡ ябайыраҡ ҡулъяҙмалар етмәй. Ошондай хеҙмәттәр нәш­риәт­кә килеп инһә, уларҙы тиҙ арала китап итеп баҫтырырға тырышабыҙ.

– Китаптарҙы Башҡортостан­дың төрлө райондарында, республиканан ситтә лә таратыу йәһәтенән ниндәй эш алып барыла?

– Башҡортостан Хөкүмәте республиканың һәр районында китап һатыу нөктәләрен булдырыу бурысын ҡуйҙы, әлегә ул тулыһын­са бойомға ашырылмаған, бының өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Китаптар­ҙы маркетинг бүлеге Рәсәй почтаһы аша ла, OZON платформаһы буйынса ла ебәрә.

– Ҡағыҙ баҫмаларҙан тыш, китаптарҙы электрон форматта уҡыусы ла етерлек. “Китап”тың баҫмаларын ошо ысул менән ҡулға төшөрөү, уҡыу мөмкин­леге бармы?

– Беҙҙең нәшриәттә донъя күргән китаптарҙы “ЛитРес” электрон һәм аудиокитаптар китапха­наһы платформаһына урынлаштыра башланыҡ. Уның ярҙамында теләгән һәр кем интернет аша китапты һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Форсаттан файҙаланып, шуны әйтәйем әле: “Озон”, “ЛитРес”, электрон формат, килешеү төҙөйөк (был платформаларҙа китаптарҙы урынлаштырыу өсөн авторҙар менән килешеү мотлаҡ) тиһәк, ҡайһы бер өлкән яҙыусылар “белмәйем, аңламайым, рөхсәтем­де бирмәйем” тип ҡурҡып китә. Йәш­тәр был йәһәттән әүҙемерәк булып, “Ни өсөн минең китабым OZON-да, ЛитРес сайтында юҡ ул?” тип үҙҙәре килеп йөрөһөн ине. Бөгөн “ЛитРес” сайтына 70-кә яҡын китап ҡуйылған.

– Балалар өсөн яҙылған башҡортса китаптарға ихтыяж ҙурмы?

– Эйе, улар, ғәҙәттә, тәү сиратта һатылып бөтөүсән, башҡорт халыҡ әкиәттәре бигерәк тә. Әҙәбиәтебеҙ баш­ҡорт халыҡ ижадынан башлан­ған бит. Мультимедиалы китаптар сығара башланыҡ: “Хәйләкәр төл­кө”, “Күк ат”, “Өс дуҫ” ошо яңы тенденциялар ярҙамында донъя күрҙе. Башҡорт халыҡ эпостары, буямдар ҙа даими сыға һәм тиҙ тарала.

– Нәшриәттә 25 йылдан ашыу эшләү дәүерендә ниндәй һығым­талар яһанығыҙ?

– Беҙҙә үҙ эшен ысын күңелдән яратҡан, китапҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр, күп булмаған хеҙмәт хаҡына ҡарамаҫтан, ихлас тир түгә. Уларҙы “ысын илһөйәрҙәр, рухлылар” тип билдәләр инем. “Китап” нәшриәтенең элекке һәм хәҙерге етәкселегенә, хеҙмәттәштәремә  эштәренә тоғролоҡтары өсөн ҙур рәхмәт!

-   Айгөл ЙӘМИЛЕВА

Читайте нас: