Мин – һөнәрем буйынса тау инженеры. Мәскәү ҡалаһының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы геология-разведкалау институтын тамамлап, Баймаҡта Түбә руднигында, шунан Чукоткала һайлаған һөнәрем буйынса эшләнем – алтын йыуҙым.
Тау эшен бала саҡтан ишетеп үҫтем, шуға күрә яратып, күңелемде һалып башҡарҙым. Чукоткала биш йыл эсендә ябай мастерҙан баш инженерға тиклем үрләнем, бөтә шахталарға проектты үҙем эшләй торғайным. Ҡайтармайҙар ине, тыуған яҡты һағындым шул.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында донъялар үҙгәреп китте. Дефолт барлыҡҡа килде, аҡсаның ҡәҙере бөттө, бөтә алыш-биреш бартер аша башҡарылды. Үҙгәрештәр мәңге емерелмәҫ тип уйлаған алтын сәнәғәтенә лә ҡағылмай ҡалманы: “Уралзолото” тарҡалды, Түбә руднигы ябылды. Миңә лә яңы эш эҙләргә тура килде.
Бер көн төшкө ашҡа ҡайтырға сыҡһам, урамда Баймаҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров осраны.
– Фәрит ҡустым, һинең яҙыу-һыҙыуға һәләтең бармы? – тип көтмәгән һорау биреп ҡуйҙы ул. Мин, һорауҙы аңламай, аптыраңҡырап:
– Нимә эшләргә? – тинем, күҙенә тура ҡарап.
– “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов шылтыратҡайны. Гәзиткә һеҙҙең төбәктә эшләргә хәбәрсе кәрәк ине, Баймаҡтан берәй кешене тәҡдим итә алмаҫһығыҙмы икән, тип һораны.
– Мин барам, мин! – тип ҡысҡырып ебәрҙем, Әмир ағайҙың әйтеп бөтөрөн дә көтмәй. – Яҙышҡаным бар. Булдырырға тейешмен.
Әмир ағай көлөмһөрәп ҡарап ҡуйҙы ла:
– Ярай, улай булғас, сәй эс тә Сибайға поезға йүгер, хужаңа үҙем шылтыратып әйтермен, – тип боролоп китә башланы. Мин дә, ҡыуаныстан бер ни күрмәй, өйөм яғына атланым. Шунда ғына бер тин дә аҡсам булмауы иҫемә килеп төштө. Ярты йыл аҡса алмай эшләйбеҙ бит... Боролоп ҡараһам, Әмир Зәкир улы алыҫ китмәгән икән. Ҡыуып еттем дә бөтә батырлығымды йыйып, саҡ тын ала-ала:
– Әмир ағай, минең юлға аҡсам юҡ бит әле, – тинем.
– Булмаһа ла, ғәжәп түгел. Күптән аҡса алған да юҡ бит. Минең әҙерәк йыйған нәмәм бар ине. Төштән һуң ошонда кил. Юллыҡ бирермен, – тине. – Ҡабаландырмаҫмын, беренсе гонорарыңды алғас, ҡайтарырһың әле, – тип шаяртты.
...Иртә менән Матбуғат йортона барһам, баш мөхәррир бөгөн булмай, яҙыусылар съезында, тинеләр. Киттем съезд барған Ҡоролтай йортон эҙләп. Күп тә үтмәй, ҡыңғырау яңғыраны ла шаулашып яҙыусылар сыға башланы. Ҡараһам, иң алдан интернатташым, дуҫым, шағир Рәмил Йәнбәк сығып килә. Хәлде аңлатҡайным:
– Тәлғәт Ниғмәтуллович та “интернатский” бит ул, хәҙер таныштырам һине уның менән, – тине. Шул арала залдан күҙлек кейгән һомғол буйлы, ҡарағусҡыл йөҙлө бер ағай килеп сыҡты. Рәмил мине уның ҡаршыһына алып барып баҫтырҙы. Күреп торам, Тәлғәт ағай минең кем икәнде лә, шундай яуаплы мәлдә бында нимә эшләп йөрөүемде лә аңламай, шуға Рәмилде бүлеп:
– Мине Баймаҡтан Әмир Сәйғәфәров ебәргәйне, – тинем. Тәлғәт Ниғмәтулла улы шунда уҡ аңланы булһа кәрәк, кем, ҡайҙан булыуым тураһында һораша башланы. Матбуғат баҫмаларында ғүмерҙә лә эшләп ҡарамағанымды белгәс, аптырай биреп:
– “Башҡортостан”да эшләй алырһыңмы икән? – тип һорап ҡуйҙы. Нимә тип яуап бирәһең инде – өндәшмәйем, сөнки был ваҡытта миндә Баймаҡтан ярһытып алып килгән дәрт һүрелгәйне инде, үҙемдең ни эшләп йөрөгәнемде лә аңламай баҫып тора инем. “Булмай” тиһә, бер һүҙ әйтмәй, үпкәләмәй боролоп сығып китергә лә әҙер инем, ләкин Тәлғәт ағай улай итмәне, еңелсә генә көрһөнөп ҡуйҙы ла, Рәмил Йәнбәккә:
– Булдыра алмаһа, үҙең яҙаһың инде, – тип йылмайҙы һәм, мине ҡултыҡлап, ситкәрәк алып китте. – Һиңә бер ай ваҡыт бирәм, өс темаға өс мәҡәлә яҙып ебәрәһең: береһе – сәнәғәткә, икенсеһе социаль мәсьәләгә арналған булһын. Өсөнсөһөн үҙең һайла. Үҙеңә нимә оҡшай, шул турала яҙ. Шунан һөйләшербеҙ, – тине.
Ай ҙа үтмәгәндер, Әмир Зәкир улы шылтыратып, тиҙ генә райсоветҡа килергә ҡушты. Барып инһәм, кабинетта Тәлғәт Ниғмәтулла улы ултыра. “Шаһит булығыҙ, мин хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа Фәрит Әхмәровты “Башҡортостан” гәзитенә Баймаҡ төбәгенең хәбәрсеһе итеп алыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуям. Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарын, Баймаҡ ҡалаһын хеҙмәтләндерер, күрше Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районын да онотмаҫбыҙ. Бойороҡ менән таныш та ҡул ҡуй. Ошо минуттан һин – “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе. Хәҙер үк эшкә тотон”, – тине.
Был ваҡытҡа бары ике мәҡәләм сығып өлгөргәйне. Тәлғәт Сәғитов талапсан етәксе генә түгел, үтә кешелекле, кеселекле, үҙенең ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе тиң күреп, ҙур хөрмәт менән ҡараған баш мөхәррир булараҡ хәтерҙә ҡалған. Ул бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәне, әрләмәне, етешһеҙлектәребеҙҙе тыныс тауыш менән аңлата, хәл итә алды. Ай һайын хәбәрселәрҙе редакцияға саҡырып, һәр беребеҙ менән айырым һөйләшеп, матур мәҡәләләрҙе билдәләп, етешһеҙлектәребеҙҙе күрһәтеп, кәңәштәр биреп ҡайтара торғайны. Ҡара-ҡаршы ултырып дуҫтарса кәңәшләшеү, әлбиттә, телефон аша ашыҡ-бошоҡ һөйләшеү түгел инде, унан һуң ниндәйҙер үҙең дә аңламаған йылылыҡ ҡала. Шул йылылыҡ ай буйы етер ине, көс биреп, эшләргә дәртләндереп тора торғайны.
2021 йылда “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто филиалы – Сибай мәғлүмәт үҙәгендә үҙнәшер юлы менән “Ҡояш бабай” һәм “Һикәлтәле йылдар” исемле китаптарым донъя күрҙе. Уларҙың тәүгеһе Йылайыр һыуы буйы ауылдарының ер-һыу атамаларына арналды, икенсеһендә “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән йылдарҙа яҙылған мәҡәләләрем тупланған.
- Фәрит ӘХМӘРОВ