“Бөрйәндә йырламаған, бейемәгән кеше юҡ”, – тигәндәрен ишеткәнем бар ине. Быға һабантуй мәлендә шаһит булырға тура килде. Бейеүселәрҙең өҙҙөрә баҫыуынан, һәр ауылда ойошторолған йыр һәм бейеү ансамблдәренең дәртле сығышынан күңел елкенде. Ағастан эшләнгән балаһын ҡосаҡлаған инә айыуҙар ҙа бейергә төшөп китер кеүек ине...
Парадты Башҡортостан һәм Рәсәй флагын тотҡан һыбайлылар асты. Тамашасыларҙы тәбрикләп, баш осонда урман фондын янғындан һаҡлаған ике самолет осто. Мәргән уҡсыларҙың артынан килгән машина арбаһында колхоз осорондағыса кейенгән дәртле Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусылары гармунға ҡушылып йырлай ине. Артабан төбәктең барлыҡ ауыл биләмәләре вәкилдәре бер-бер артлы үтте.
Сараның тантаналы өлөшөндә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов: “Районыбыҙ республикабыҙҙа үҙенсәлекле урын биләй. Һабантуйҙы яҡташтар мул уңыштар менән ҡаршылай”, – тип, хеҙмәт алдынғыларына рәхмәт әйтеп, бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе.
Бөрйән халҡын оло байрам менән БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы, БР-ҙың һәм РФ-тың атҡаҙанған табибы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең эштәр идарасыһы урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов һәм башҡа вәкилдәр тәбрикләне.
Бай концерт программаһы Йәмил Иҫәнғәлин етәкселегендәге “Мәсемташ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле сығышы менән башланды. Артабанғы театрлаштырылған тамашала Бөрйән аҡһаҡалдары менән ағинәйҙәре илебеҙгә муллыҡ, тыныслыҡ, бәхетле, етеш тормош теләне. “Осҡон” өлгөлө балалар бейеү ансамбле бейегәндә үксәләренән осҡон сәсрәп торҙо. Һәүәҫкәр артистар сәхнәлә һүрәтләгән “кесе һабантуй” тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.
Бөрйән, Күгәрсен, Баймаҡ райондары егеттәре ҡатнашлығындағы ат сабышын Яңы Усман ауыл мәҙәниәте йорто мөдире Шәфҡәт Мәжитов бик оҫта алып барҙы. 3800 метрға ярышта “Зорро” ҡушаматлы атта Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығынан Марат Шәрәфетдинов беренсе килде. Ул биш саҡрымлыҡ ярышта ла “Барыҫ” исемле дөлдөлө менән алда килде. Ун саҡрымлыҡ бәйгелә “Аҡбуҙат”та елгән Әтек егете Иҙел Баймөхәмәтов беренсе, Ҡолғонанан Даян Сәғитов икенсе, Әтектән Илсур Баймөхәмәтов өсөнсө урынға сыҡты.
Тиҫтәнән ашыу тирмә ҡоролоп, һәр ауыл биләмәһе уны зауыҡ менән биҙәгән ине. Аш-һыу оҫталары әҙерләгән ризыҡ төрлөлөгө менән хайран ҡалдырҙы. Тирмә хужалары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, таҡмаҡтар менән ҡаршыланы. Тимер ауылы ҡатын-ҡыҙҙары килен һөйөү, иҫке монасиптар килен төшөрөү йолаһын күрһәтте. Иҫке Собханғолдан Дамир Ураҙаев ағастан эшләгән матур сувенирҙарын тәҡдим итте. Байғаҙылар гармунда һыҙҙырып уйнаны.
Ҡыпсаҡтар спорт буйынса ныҡ әүҙем. Күргәҙмәгә төрлө йылдарҙа ярыштарҙа ҡатнашып лайыҡ булған кубоктары ҡуйылғайны. Берәтәк ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 2020 йылда өсөнсө урынды яулағайны. Оҫтабикә Сулпан Юлдашева ҡунаҡтарға үҙе эшләгән матур милли биҙәүестәр бүләк итте.
Бөрйән урмансылары тирмәһе янында айыу ҡаршы алды. Уның янында һәр кем фотоға төшөп ҡалырға тырышты. Байназарҙар “Ауылым матур татыу ғаиләләре менән”, әтектәр “Халҡым бай йолалары менән” тигән йөкмәткеле стендтар ҡуйған. Байғаҙылар ағас тирмәндә ҡыҙҙырылған ҡурмасты тарттырып күрһәтте, көлсә бешереү сере менән уртаҡлашты.
Баһадирҙар ярышы, көрәш, һайғауға үрмәләү һәм башҡа традицион ярыш төрҙәрен ҡарап кинәнде халыҡ. Һабантуй бөткәнсә яланда һәүәҫкәрҙәрҙең йыры яңғырап торҙо, бейеүҙәренән сәхнә иҙәне һелкенде. Бындай байрамдар халыҡтың рухын үҫтерә, уларҙы берләштерә, хеҙмәт кешеһенә оло ихтирам уята. Яҡты йөҙлө, күтәренке кәйефле бөрйәндәрҙе күреп шул хәҡиҡәткә тағы ла нығыраҡ инандым. Көҙ мул уңыш килтерә күрһен!
- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Бөрйән районы