Әбйәлил районы шағирҙарға ифрат бай. Әллә сихри тәбиғәтеме, әллә бай күңелле халҡы рухлы-хислеме, һәр өсөнсөһөнөң күңелендә шиғри юлдар бөрөләнә тиһәм, һис яңылышмам. Һәр жанрҙа ла үҙенсәлекле ижадсы була, гәүһәр шиғырҙарын йөрәгендә йөрөтә. Әсхәл Әхмәт-Хужа шиғырҙарының үҙенә генә хас моңо бар, стиле лә үҙенсәлекле. Шағирҙарҙың яҙғандарын байҡап: “Метафораһы булмаған шиғыр шиғыр түгел...” – тигәне ҡолаҡҡа һеңеп ҡалған.
Халыҡтың “Маҡтағандан ҡурҡ” йә иһә “Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер” тигән мәҡәлдәрендәгесә, шағир ағайыбыҙҙың әйткәндәре – йәш ижадсыларға ысын күңелдән ярҙам, тип ҡабул ителде. Теге йәки был шиғырҙың етешһеҙлектәрен ижадсының күҙенә тура ҡарап өйрәтер, ысын дуҫтарса янып-көйөр ине. “Ҡарағас” (Башҡорт) шиғырына күҙ һалайыҡ:
...Ҡояш еле наҙлай
иңдәремде,
Сәстәремде тарай ай-тараҡ...
Ошондай метафора бүтәндеке түгел, ә тап Әсхәл Әхмәт-Хужаныҡы ғына. “Тәүге китабынан уҡ индивидуаль стиль тураһында һөйләргә аҙыҡ табыла икән – был инде бәләкәй ҡаҙаныш түгел”, – тип яҙғайны “Юлға һыбай сыҡҡанда” тигән шиғырына анализ яһап, билдәле тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов.
“Мин – ҡарағас,
Мин – шундай ҡарт ағас,
Үҙ йәшемде хатта
оноттом...”
– тип яҙғайны ул. Эйе, ысынлап та, ижад көмбәҙендә мәңге ҡоромаҫ ағас булып үҙенең исемен ташҡа яҙып ҡалдырған шәхес бит ул Әсхәл Әхмәт-Хужа.
“Мин – ҡарағас,
Мин – яралы ағас...”
Үҙенең әсәйле ғүмер өлөшөн дә, етемлек һурпаһын эскәндә үгәй инәһен дә яманламаҫ ине ул. Шағир ғүмеренең бер өлөшө Теләш ауылына бәйле. Йәмилә Вәлиева тигән ҡатын, көн дә ауыл осондағы тау осона күтәрелеп, яу яланынан ирен көтә, әммә уға “ҡара ҡағыҙ” килә. Күрингә барғанда, ул буласаҡ шағирҙың атаһын осрата. Уртаҡ ҡайғы-хәсрәт уларҙы донъя йөгөн бергә тартырға мәжбүр итә. “Апайым миңә насар булманы...” – тип иҫкә алыр ине шағир. Теләш ауылы осондағы тау, һуғыш осорон хәтергә төшөрөп, “Йәмилә түбәһе” атамаһын ала.
Шағир әҫәрендә тормошонда булып үткән хәл-ваҡиғалар аша хәҡиҡәтте асып һала. Мәҫәлән: “Балта болғап килде яуыз заттар, ҡолатмаҫҡа мине, киҫмәккә” йәки “Ботағыма берәү яҡын дуҫын аҫып китте тиктән-тиктәҫкә” ти ул, “Күпте күрҙем, күпте кисерҙем мин, ҡат-ҡат атты мине йәшендәр...” тип үҙенең ижадсы хәлен дә һиҙҙертә.
Йәмле йәй башында Ташбулат ауылы китапханаһынан уның шиғырҙарына һалынған йырҙарҙы табып, “Әсхәл Әхмәт-Хужа ижадында йырҙар” тигән мәҡәлә яҙҙым, ул “Йәшлек” гәзитендә баҫылып сыҡты. Мәҡәлә баҫылған мәлдә көслө дауыллы ямғыр өс көн буйы ҡойҙо, ауылдарҙа ут һүнде. Баҡсала йөрөһәм, шағир шылтырата: “Ҡайҙа йөрөйһөң һин өс көн буйы? Мәҡәләне һин яҙҙыңмы? Үҙең яҙҙыңмы? Бер урында ғына (уҡып күрһәтә – авт.) яңылышыраҡ. Ну это ерунда. Ә былай ничего... Бара. Рәхмәт”, – тине, мине аптыратып.
Шиғырҙарында тыуған яғын ихлас яратып яҙған ижадсыға Мостай Кәрим, Рәшит Шәкүр, Ғилемдар Рамазанов, Рафаэль Сафин, Кәтибә Кинйәбулатова, Муса Ғәли, Ғәзим Шафиҡовтар ҡанат ҡуйғанда, ябай ғына ҡәләм тирбәтеүсе булһам да, шағир һынлы шағирҙың юбилейы алдынан кәйефен күтәрәйем әле, тинем һәм яңылышманым кеүек. Тормош юлдашы Лүзә ханымдың: “Ағайың көндәр буйы мәҡәләңде ҡат-ҡат уҡыны...” – тигәнен ишеткәс тә йөрәгемә йылы йүгерҙе.
Әсхәл Әхмәт-Хужа Әбйәлил районының күп шағирының остазы ла ине. “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы юҡҡа ғына уның исемен йөрөтмәй. Элекке “йәйғор”ҙар уның ижад мәктәбен үткән, рәхмәт уҡый, һағынып иҫкә ала.
Шағир – ифрат бай күңелле, күп ҡырлы, тәрән фәлсәфәүи әҙип. “Күҙҙәремдән йәшем сыҡһа”, “Ҡайтһаңсы”, “Тынлыҡ”, “Хәнйәр менән йәҙрә” әҫәренә композитор Салауат Сәлмәнов романстар яҙған. Күп кенә әҫәрҙәренә йырҙар ижад ителгән, ә ябай, эскерһеҙ күңелендә кескәйҙәргә лә урын табылған. “Алфавитлы шиғырҙар”, “Хәрефтәрҙе ҡабатлайыҡ”, “Отҡор терпе” һәм башҡалар К. Кинйәбулатованың “Сабыйҙар күңеленә юл” мәҡәләһендә: “...Бөгөнгө көндә күп белергә ынтылған кескәй дуҫтарыбыҙҙы арбаған шағирҙарҙың береһе һәм иң егәрлеһе – ул Әсхәл Әхмәт-Хужалыр, моғайын. Уның кескәй балалар өсөн яҙған хикмәтле һәм фәһемле шиғырҙары, әкиәттәре үҙҙәре айырым баһаға лайыҡ” тигәненә өҫтәп әйтер инем: яңы ғына мәктәп ишеген асып, “Әлифба”ға баҡҡан бала хәрефтәр донъяһына күҙен асҡандыр. Бала уның әҫәрҙәрен яратып уҡымаһа, “Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре” – 20000, “Толпарым” – 4000, “Отҡор терпе” – 21000, “Балалар баҡсаһы” 11500 дана менән уҡыусыларға килеп етмәҫ ине. “Һәйбәт тауарға реклама кәрәкмәй” тигәндәй, ҙур тираж менән нәшер ителгән әҫәрҙәрен уҡып, бала үҙендә һәр төрлө һыҙаттар тәрбиәләгәндер, теге йәки был сюжетҡа анализ яһағандыр, фекер туплағандыр, телмәрен үҫтергәндер.
Матбуғат, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән дә юҡҡа бүләкләнмәгән Әсхәл Әхмәт-Хужа. Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн әҫәрҙәре урыҫ, сыуаш, татар телдәренә лә тәржемә ителгән.
Муса Ғәли яҙғанса, “йырҙар игеп, тирҙәр түгеүе” шағирҙың талантына баһа ҡуйыуы, әйтештәр, робағиҙар, парсалар ижад иткән яҡташыбыҙға һоҡланыуы тип ҡабул итергә кәрәктер. Тыуған районында уның иҫтәлеген тейешенсә баһаларҙармы, белмәйем, үҙемә килгәндә, шағирә булмаһам да, шағирҙың ижады, тормошо тураһында яҙырға батырсылыҡ иттем.
Бер “Ҡарағас” шиғырында автор үҙенең бар булмышын, үткән ғүмер ҡиссаһын һыйҙырған.
Мин – ҡарағас,
Мин – һаман йәш ағас,
Яҙҙар көлһә, йәнә йәшәрәм...
Әбйәлил районының Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге “Йәйғор” әҙәби берекмәһе, уның рухына арнап, мәктәптәрҙә, мәҙәни йорттарҙа әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр араһында конкурстар, хәтер кисәләре үткәрҙе. “Әсхәл Әхмәт-Хужа башҡорт әҙәбиәтендә үҙен, ал-ял белмәй ихлас хеҙмәт итеп, янып-көйөп, ил, халыҡ, намыҫ, өмөт тигән изге төшөнсәләргә иман килтереп, раҫланы...” – тигәйне башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк аҡһаҡалы Мостай Кәрим. Быйыл июндә бар ғүмерен ижадҡа арнаған, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, абруйлы вазифаларҙа эшләгән, әллә күпме премияларға, исемдәргә лайыҡ булған, һәр йәһәттән өлгөлө һуғыш осоро балаһы – “Әбйәлил ҡарағасы”на 80 йәш тулыр ине.
Зөһрә БӘШӘРОВА
Әбйәлил районы.