Бөтә яңылыҡтар

Зөһрәкәй (Хикәйә)

Зөһрә малдарҙы төнгө­лөккә һарайға ябып инде лә, мейескә утын өҫтәп, компьютер янына ултырҙы. “Иртәгә төштән һуң атайым Себерҙән ҡайта, йылы өйгә килеп инеү рәхәт булыр”, – тип уйланы. Шул саҡ солан ишеген дөбөрҙәттеләр. Әллә типкеләйҙәр ҙә инде... Ҡыҙыҡай, өй ишеген асып: “Кем ул?” – тип ҡысҡырҙы. Тыштан: “Ас! Нимә көпә-көндөҙ бикләнеп ултыраһың?” – тигән тауыш ишетелде. Келәне ысҡындырғас, сепрәк сумка тотҡан әсәһе, күрше ауылдан хәрәпсе Сәлимә килеп инде.

– Ҡайҙа йөрөйһөң ул, әсәй?

Ҡыҙының һорауын әсә кеше ишетмәне лә шикелле. Кейемдәрен сисеп, ултырғысҡа ырғытты ла шаптырҙап йыуына башланы.

– Үт, әхирәт, ултырып садись, – үҙенең мәғәнәһеҙ шаяртыуына үҙе көлгән әсә, түрбашҡа инеп, ултырғысҡа лапшайып барып ултырҙы:

– Ҡунаҡ килде, сәй ҡуй. Зөһрәкәй! Әллә көйәһең инде? Ә? Зөһрәкәй! Кил әле, кил, тотоп бер һөйәйем. – Әсәһенең ҡыпһыуыр һымаҡ йәбешкән бармаҡтарынан ҡыҙыҡай саҡ ысҡынды.

–  Көймәй ул, нишләп көйһөн, ти. Үҙ әсәһенә кеше көйәме һуң ул, – хәрәпсе Сәлимә түргә үк барып ҡунаҡланы. Үҙенең тотҡаһы ҡырылып бөткән сумка ишаратынан бәләкәй банкалағы тоҙло ҡыяр, бер ярты сығарҙы, шунан тантаналы рәүештә өҫтәлгә ултыртты.

Ҡыҙыҡай сәй шыжлатып ебәрҙе, ҡайнар плитә ситендәге картуфты табаһы менән ҡатындарҙың алдына ҡуйҙы.

– Иртәгә атайым ҡайта.

– Ҡайтһын!

– Ниңә эстең?

– А у тебя какое дело? Хочу пью, хочу – нет! Үҙемдекен эсәм! Атаңдыҡын түгел! Аҡсаны үҙем табам! Сама знаешь!

– Кәнишнә, үҙенекен эсә. Ана ҡара әле, сумкаһы тулы аҡса! И, әхирәткәйемде. Уңған бит ул минең! – Сәлимә, ауыҙын йырып, рүмкәләрҙе тултырҙы.

– Ал аҡсаны, ал, ал! Һинең өсөн тырышам бит, Зөһрәкәй генәм...

Зөһрә, сумканы әсәһенең ҡулынан һыпыра тартып алып, бүлмәһенә үтте. Үҙенә смартфон алам тигәйне әсәһе. Юғалтып ҡуймаһа ярар ине. Ниндәй аҡса ти ул унда! Ниндәй телефон ти!  Йөҙәр, иллешәр һумлыҡтар, портмоненың йәшерен бүлегендә бер нисә меңәрлек ята. Башы эшләгән, баштан уҡ йыйып ҡуйған! Был хәрәпсеһе ҡасан ғына сығып китә инде! Сумка төбөндә шәлгә бик бөхтә итеп уралған бер яртыны тапҡас, ҡыҙҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тегеләр аңғармағанда ялп итеп сығып, араҡыны ышаныслы урынға тығып инде.

– Әсәй, етте. Ят, – тине ул, инәлеп.

– Ниндәй ятыу ти ул! Көпә-көндөҙ?!

– Төн бит инде, әсәй. Иртәгә атайым ҡайта.

– Ултыра бирәбеҙ әле. Ғүмергә бер килеп... – Сәлимә тәмле итеп ҡыяр ҡытырҙата, үҙе мут йылмая. Әллә әсәһен юрамал эсерә инде, көнләшеп. Үҙенең ни ире, ни балалары юҡ...

– Туҡмалаһың бит, әсәй...

– Туҡмалмайым. Мин ул таҡыялы кәнтәйҙе... үҙем осора һуғам. Кех-кех-кех, – әсәһенең көлөүе йүтәлләүгә әйләнде.

Былар менән һүҙ көрәштереү мәғәнәһеҙлек икәнен аңлаған Зөһрә интернет донъяһына сумды. Әсәһенең ҡарлыҡҡан тауыш менән “Уфтанма”ны йырлауын, аҙаҡ әллә нисәмә йырҙы бергә бутап һөрән һалыуҙарын ишетмәҫ өсөн ҡолаҡсын кейеп алды.

Ваҡыт арыу уҡ булып киткән икән дә. Ә мейес һаман һүрелмәй. Мониторға оҙаҡ тексәйеүҙән талған күҙҙәрен тызып, ҡыҙыҡай ҡуҙҙарҙы ҡағыштырҙы ла әсәһенә төпкө, үҙенә бирге бүлмәгә урын һалды.

– Бар ят, йүшкене үҙебеҙ ябырбыҙ. Арығанһың, – тине Сәлимә, Зөһрәнең арҡаһынан дөпөлдәтә һөйөп.

– Ят әйҙә, ят. Беҙ ултыра бирәбеҙ әле. Ике тапҡыр йәшәмәйбеҙ. Ашай алғанда ашап, эсә алғанда эсеп... эйе, – әсәһе йәмһеҙ итеп кикереп ҡуйҙы. Зөһрә үҙ бүлмәһенә үтте. Иҫеректәрҙең тауышын ишетмәҫ өсөн, юрғанын башы аша бөркәнеп ятты.

“Әсәйем ни эшләп эсә икән? Уға нимә етмәй? Ниңә генә ошо өйҙө бәләкәйерәк итеп һалманылар икән? Өс бүлмә! Залы ҡайһы тиклем ҙур! Түрбаш!  Өй һалабыҙ тип әсәйем көмөшкә ҡоя башланы. Тәмләп йөрөп, эсергә өйрәнде. Өй бәләкәй булһа, атайымдың көмөшкәһеҙ ҙә аҡсаһы етер ине... Алтын да бит әсәйем. Ҡулынан килмәгән эше юҡ: шәл дә бәйләй, кейем дә тегә. Хәйләкәрерәктәре, аҡса бирмәҫ өсөн, күлдәк тектергәнгә араҡы ҡалдырып китә. Әсәйем шуны ла аңламай... алып ҡала...

Теге айҙа атайым ҡайтҡанда эсмәгән сағы ине. Өйгә ҙур телевизор алдылар. “Тойота”ның кредитын түләп бөттөләр. Иртәнсәк уларҙың сөкөрҙәшеп сәй эскәнен ишетеп уяныу шул тиклем рәхәт ине... Әсәйем көнөн-төнөн шәл бәйләне. Атайыма дебет ойоҡбаш, бирсәткә кейҙереп ебәрҙе. Яңыраҡ эреле-ваҡлы шәлдәрен сумкаһына тултырып, Өфө баҙарына киткәйне. Шунан... бөгөн генә ҡайтты...” Шулай уйланып ята торғас, ҡыҙ ауыр йоҡоға талды. 

 

*  *  *

Зөһрә өшөп уянды. Йүшкә асыҡ, мейес эсендә елдәр уйнай. Ныҡлап ябылмаған ишектән һалҡын бәрә. Солан ишеге шар асыҡ. “Әсәй!” – Ҡыҙыҡайҙың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Төпкө бүлмәләге карауатта кейеме-ние менән арҡыры ятҡан, хырылдап йоҡлаған әсәһен күргәс кенә, эсенә йылы йүгерҙе.

Зөһрә тиҙ генә сәй ҡуйып ебәрҙе, ут яҡты. Ҡайнар һыуҙа ҡорот һыулап, әсәһен уятты.

– Нимә, – тегеһе ҡайҙа икәнен дә аңламаны, буғай.

– Тор, әсәй, тор. Хәҙер атайым ҡайта.

– Ҡайтһын, – ҡатын карауатҡа кире ауҙы.

Зөһрә уның яурынынан һелкетергә тотондо, төрткөләп бөттө, битенә бер-ике сәпәп тә алды.

– Нимә?! – ажғырып тороп ултырған әсәһенең төҫһөҙ күҙҙәрен күреп, ҡыҙыҡайҙың ҡото осто.

– Атайым ҡайта, туҡмалаһың бит, тор! Бына, эс!

– Эсәм, – һонолған ҡулы рүмкә түгел, эҫе сеүәтәгә ҡағылғас, ҡатын кире ятты. Зөһрә нимә эшләргә лә белмәй өҙгөләнде – үҙен йәлләтер өсөн ҡысҡырып илап та ҡараны, әсәһенең күкрәгенә ятып, тынып та алды. Шунан малдарҙы ҡарарға сығып китте.

Зөһрә тыштан инеүгә, әсәһе түрбашта мыштырҙап йөрөй ине.

– Ҡайҙа?

– Кем?

– Араҡы, тим! Ҡайҙа йәшерҙең?

“Уф, Алла. Хәтерләй икән дә...” Баланың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙалғандай булды.

– Бирмәйем. Атайым ҡайтыуға айнып тор, – ҡыҙ, бүлмәһенә үтеп, матур күлдәген кейҙе. Сәсен сикәләп үрҙе. Шул арала әсәһе ике рәт келәткә сығып әйләнде. Ларҙағы бойҙайға ҡулын тығып болғаны, самауыр эсенә күҙ һалды, торбаһын һелкетеп ҡараны. Сәйҙе шым ғына эстеләр. Әсәһе тыңлауһыҙ ҡулдары менән һөтһөҙ, шәкәрһеҙ сәйле сынаяҡ аҫтын ауыҙына яҡынайтҡан һайын ҡыҙҙың күңелен икеләнеү биләне. “Үлеп ҡуйһа? Әллә бирәйем микән? Бахмурҙан бында бер ағай яңыраҡ ҡына үлеп ҡалғайны. Бер рүмкә генә араҡы етә ине, бирмәгән, тип ҡатынын яманлап һөйләп йөрөнөләр”. Әсәһенең күгәргән йөҙөнән күҙен алмай, Зөһрә һикереп кенә торғайны:

– Мине йәшер, – тигән һүҙҙән таш һымаҡ ҡатып ҡалды.

– ...Ә һин ятып ҡына тор. Мин атайыма “ул ауырый” тиермен.

– Туҡмай ул мине.

– Туҡмамаҫ. Туҡматмаҫмын, – шулай тиһә лә, баланың йөрәге семетеп ҡуйҙы. Туҡмамаған ҡайҙа, туҡмай инде ул!

Телефон шылтыраны. “Атай! Эйе! Көтәм! Ярай!” – Зөһрәнең тауышы гәлсәр кеүек яңғыраны. Әсәһе тиҙ генә баҙға ҡалын түшәк, юрған, мендәр ырғытты. Сепрәк сумкаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫ­тырып, яйлап ҡына баҫҡыстан төштө. Зөһрә, тыштан ҡар һалын­ған иҫке биҙрә индерә һалып, уға һондо. Баҙҙа булһа ла, өйҙә әле. Исмаһам, үҙем тәрбиәләп, терелтеп алырмын, тип йыуатты ул үҙен.

Бер сәғәт эсендә ҡыҙыҡай өйҙә орсоҡтай өйөрөлдө. Зал мейесенә мул итеп ут яҡты – әсәһе өшөмәһен. Термоста ҡорот һыуланы, әҙерәк һары май ҙа ҡушты (туҡлыҡлыраҡ булһын). Өйгә тора-бара нур инде.

Бына ҡапҡа асылды. Соланда тып-тып ҡаты баҫҡан тауыш ишетелде. Ишек асылыу менән Зөһрә атаһының ҡосағына атылды.

Тәмле итеп аш эстеләр, күстәнәстәр менән күңелле итеп сәй һемерҙеләр. Ир кеше ҡатыны тураһында һораманы ла.

– Әсәйем Өфөгә китте. Баҙарға. Шәл һатырға.

– Ярай шул. Ҡасан ҡайта?

– Ошо көндәрҙә.

Әсә тураһында һүҙ шунан ары китмәне.

Кисен Зөһрә атаһы алдына шашка таҡтаһы йәйҙе. Геү килеп уйнанылар, бер-береһенең маңлайына сиртешеп бөттөләр.

Иртәгәһенә Зөһрә ни өсөндөр йөрәге һыҙып, эсе бошоп уянды. Булыштыра ундай хәлдәр. Шундай саҡта: “Их кенә, йоҡлап китһәң дә уянмаһаң ине ул”, – тип уйлай ул.

Өйҙә тауыш-тын юҡ. Ҡыҙ аяҡ осона ғына баҫып, баҙ эргәһенә барҙы. Иҙән ярығынан: “Әсәй”, – тип өндәште лә, шунда ҡолағын ҡуйҙы. “Әү”, – тигән тауышты ишеткәс, тынысланып, урынына барып ятты.

Сәй эскәндә атаһы: “Ҡыҙым, әллә район үҙәгенә барып әйләнәбеҙме? Аҙыҡ-түлек тә бөтөп киткән. Теләгән тәмлекәстәреңде һатып алыр инем”, – тине. Зөһрәнең бик барғыһы килә лә ул, атаһын етәкләп, магазиндан-магазинға йөрөгөһө килә. Ауыл буйлап, иптәш ҡыҙҙарының күҙен ҡыҙҙырып, үҙҙәренең иномаркаһында елдереп үткеһе килә. Тик бына... әсәһе...

“Юҡ, атай, мин икенсе тапҡыр барырмын. Кер йыуырға кәрәк”, – Зөһрә үҙенең һүҙенә үҙе лә ышанманы, ахыры. Алдағанын һатмаһын өсөн, күҙҙәрен йәшереп, атаһына моҡсайҙар, сумкалар әҙерләй башланы.

Оло ҡапҡа ябылып, машина тауышы тыныуға, ҡыҙыҡай, йәшергән еренән алып, әсәһенең итеген ишек төбөнә ҡуйҙы, пәлтәһен элгескә элде, шәлен ултырғыс башына һалды. Ҡыуанып, баҙ ауыҙын асты.

– Әсәй, сыҡ! Атайым юҡ!

 

(Аҙағы бар).

 

-  Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Читайте нас: