Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2022, 15:04

Шәғәленең уландары

12 улы булған. Кемдәр улар?

Фото авторҙың шәхси архивынан.
Фото:Фото авторҙың шәхси архивынан.

Йыш ҡына тамъяндар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр “Тамъян ырыуы бейе Шәғәленең нисә улы булған?” тигән һорау бирә. Быға дөрөҫ яуап ҡайтарыу өсөн шул ырыуға ҡағылышлы шәжәрәләрҙе ҡарап сығайыҡ.

 

Академик Раил Ғүмәр улы Кузеев 1960 йылда баҫтырған “Башкирские шежере” (Өфө, 1960 йыл) тигән китапта “Тамъян ҡәбиләһе башҡорттары шәжәрәһе” бирелә (145-се бит). Унда башҡорт кенәзенең ике улының исеме атала: Буралы, Бураш. Кузеев әйтеүенсә, был ҡулъяҙма ҡомартҡы 1799 йылдар тирәһендә төҙөлгән булырға тейеш.

Р.М. Булгаков менән М.Х. Нәҙер­ғолов төҙөп, баҫтырып сығарған “Башкирские родословные” (Өфө, 2016 йыл) китабында “Шәғәле Шаҡмандан Ғәлигә тиклем шәжәрә” (121–128-се биттәр) донъя күргән. Унда ла кенәздең ике улы: Бураш менән Буралы исемдәре атала ла, башлыса, икенсеһенең генә нәҫел тармағы урын ала. Шул уҡ китапта “Стәрлетамаҡ өйәҙенең 9-сы кантоны Тамъян олоҫо башҡорттары менән Боғорослан өйәҙенең Мөьмин ауылы башҡорто Вәлит Мөьмин улының ҡан-ҡәрҙәшлеге тураһында Дәүләтхужаның улы Әлимғужа тарафынан яҙылған һәм имам Ғәбделҡадир әл Мәжити тарафынан күсереп яҙылған хат”та (129 – 134-се биттәр) шулай уҡ Шәғәле Шаҡмандың улдары Буралы менән Бураштың исемдәре атала, һуңғыһының Килмәт исемле улынан таралған нәҫел араһы быуындары бирелә.

Артабан хәҙерге Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылында тыуып үҫеп, шунда йәшәгән Усман Әбүбә­киров яңыртып төҙөгән Шәғәле Шаҡман нәҫеле шәжәрәһендә беҙ, юғарыла телгә алынған кенәздең ике улынан тыш, уның өсөнсө улының исемен осратабыҙ. Ул Сеүә тип яҙылған. Был ҡулъяҙма ҡомартҡыла Сеүә менән Буралы­ның вариҫтары теркәлгән. Ошоға оҡшаш шәжәрә Мәләүез районы­ның Иҫке Муса ауылы аҡһаҡалы Тимербулат Фазләхмәт улы Шәйәх­мәтовта һаҡланған. Унда күберәген Сеүә (Чүвә) нәҫеле вәкилдәренең исеме теркәлгән, сөнки шәжәрәне һаҡлаусы үҙе шул нәҫелдән.

Артабан был юлдарҙың авторына филология фәндәре докторы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова тарафынан бирелгән Белорет районы Шығай ауылы тамъяндарына бәйле “Тамъян ырыуы Мөхтәровтарҙың шәжәрәһе”нә күҙ һалайыҡ. Унда Шәғәле Шаҡ­ман­дың олоһонан башлап кесеһе­нә тиклем дүрт улы яҙылған: Сыуаҡай бей, Буралы бей, Бураш бей, Йәтсә бей. Телгә алынған һуңғы ике шәжәрәләге Сеүә нәҫеле менән Сыуаҡай бей нәҫеле быуындарын сағыштырып ҡараһаҡ, уларҙың бер-береһенә тоташ­ҡанлығын күрербеҙ.

Ошондай уҡ шәжәрәнең бер варианты менән Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуҙы билдә­ләгәндә, мине Белорет районының Шығай ауылы ҡыҙы Хәспиә апай Ғәлиуллина таныштырғайны. Тимәк, башҡорт кенәзенең Сеүә, хатта Чүвә тип яҙылған улы ысын­барлыҡта Сыуаҡай бей булып сыға. Шулай итеп, Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән тамъян­дарҙың татарҙар нәҫеле араһынан Мөхтәров, Ғәлиуллин, Әбүталипов, Мәғәфүров, Шиһапов һәм Таһиров­тарҙы Мәләүез районының Иҫке Муса ауылындағы тамъяндарҙан Шәйәхмәтов, Смаҡовтар менән туғанлыҡ ептәре бәйләй. Ысынлап та, Тамъян ырыуының бер төркөмө Ағиҙел буйлап ағып төшөп, йылға терһәгендә, йәғни уның төньяҡҡа ҡырҡа боролош яһаған ерендә яңы ауылды – Иҫке Муса ауылын нигеҙләгән. Был ауылдан аҙаҡ Смаҡ, Йомағужа, Илкәнәй, Яңы Муса, Бәләкәй Муса ауылдары айырылып сыҡҡан. Был хаҡта Тамъян ырыуы ҡыҙы, йырсы Тәнзи­лә Үҙәнбаеваның тормошо һәм ижадына арналған китапта шундай юлдар бар: “...Ҡасандыр Урал ҡая­ла­рын ярып сыҡҡан Ағиҙелдең үрге башында бер башҡорт ырыуы йәшәгән. Ағас ҡырҡып, мал үрсе­теп, һунар итеп, һәүетемсә көн күр­гән. Дала иркенлегенә ынтылыпмы, әллә башҡа бер сәбәптән­ме, көндәрҙең береһендә ошо ырыуҙан бер төркөм кеше һалдар һаллаған да Ағиҙел буйлап ағып киткән... Нөгөш йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урынға етәрәк, улар һалда­рын яғып, тәбиғәттең хозурлығын йыйған Ағиҙел үҙәнендә яңы нигеҙ ташы һалғандар”. (“Тәнзилә Үҙән­баева. Тормошо һәм ижады”, Өфө, 2009 й., 8-се бит). Был яҡтарға Сыуаҡайҙың уландары менән бергә Бураш, Буралы вариҫтары ла килеп ултырған.

Артабан татар ғалимы Марсель Әхмәтйәнов “Татар шәжәрәләре” тип бер китапҡа туплап баҫтырған башҡорт шәжәрәләре араһында заманында башҡорт ғалимы, яҙыусыһы һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдинов тарафынан хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Мөьмин ауылында яҙып алынған тамъяндарға бәйле бик мөһим шәжәрә бар. Уны ғалимыбыҙ шул ауылда йәшәгән Йософ бине Мөхәмәткәрим бине Мөхәмәтсәлим бине Ғабдуллатиф бине Сураш уғлының дәфтәренән күсереп алған. Беҙ бында йәнә Шәғәле Шаҡмандың бер улын, Йәтсәнең исемен, осратабыҙ, уның улы Жыйлаҡ икәнлеген беләбеҙ. Шәжәрәнең ҡайһы бер урындарында буталсыҡлыҡтар булһа ла, Бураш менән Буралының ул, ейән, бүләләренән яңылары менән танышабыҙ. Был шәжәрә һуңынан күп томлыҡ “Башҡорт ырыуҙары тарихы”ның 32-се томында, “Тамъян” (Өфө, 2018 йыл) китабында, донъя күрҙе (709 – 712-се биттәр).

Миәкә районының Ҡолтай-Ҡаран ауылында Сәғәҙи Әсфән­диәр улы Янышевта һаҡланған Шәғәле Шаҡман нәҫеле шәжәрә­һендә Бураш менән Буралы нәҫелдәре тармаҡтары бирелә.

Тамъян ырыуы башҡорто, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, сығышы менән Әбйәлил районы­ның Ҡаҙмаш ауылынан булған Ғәли Ишбулатов, заманында ғәрәп графикаһынан кириллицаға күсе­реп, архивҡа тапшырған бер шәжәрә бар. Ул “Күлләр ауылынан Шафиҡ мулла 1891 йылдың февралендә бер иҫке шәжәрәнән күсереп алған Шәғәле Шаҡман нәҫеле шәжәрәһе” тип атала. Унда башҡорт кенәзенең өс яңы улы атала: Сырымбәт, Аллаяр, Килде­йәр. Артабан, башлыса, Аллаярҙың бер тармағы шәжәрәһе ентекле бирелә. Тик, үкенескә ҡаршы, һаман да был нәҫел вәкилдәренең ҡайҙа йәшәгәнлеген белеп булмай. Ә Сырымбәт нәҫеленән кемдәр бар? Был турала шулай уҡ әлегә мәғлүмәттәр юҡ. Бәлки, уларҙы белеүселәр барҙыр? Килдейәрҙең нәҫеле Әбйәлил районында йәшәй.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе мәрхүм Хәҙис Ниғмәтуллин үҙ яҙмала­рында Шәғәле Шаҡмандың тағы Бәхтийәр исемле улы булыуы хаҡында яҙа.

– Свердловск өлкәһендәге манси халыҡтары араһында үҙҙәрен Бәхтийәр тоҡомдары тип йөрөт­кәндәр бар, – ти ул.

Шулай итеп, бөгөнгәсә һаҡлан­ған шәжәрәләр буйынса Тамъян ырыуы бейе, башҡорт тарханы һәм кенәзе Шәғәле Шаҡмандың һигеҙ улы барлығын асыҡлай алдыҡ: Сыуаҡай, Бураш, Буралы, Йәтсә, Сырымбәт, Аллаяр, Килдейәр, Бәхтийәр.

Хәҙис Ниғмәтуллин әйтеүенсә, Шәғәле Шаҡмандың барлығы 12 улы булған. Ҡалғандары кемдәр? Бәлки, берәй заман асыҡланыр.

Әхәт СӘЛИХОВ,

тарих фәндәре кандидаты:

 

– Башҡорт ғалимы Ғари­фулла Кейеков яҙып ҡалды­рыуынса, Сыңғыҙ хан тамъян­дарҙың бабаһы Тамъян бейгә: “Ағасың – тирәк, ҡошоң – ҡарға, ораның – тутыя, тамғаң ырғаҡ булһын”, – тип әйткән, ти.

Был ырыу вәкилдәре әлеге көндә Башҡортостандың – Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Көйөргәҙе, Миәкә, Мәләүез, Туймазы, Шаран, Ырымбур өлкәһенең – Ҡыуандыҡ, Туҡ, Һамар өлкәһенең – Большечернигов, Татарстандың Мөслим райондарында йәшәй. Киң биләмәгә йәйелгән тамъяндар XVII–XIX быуаттарҙа уҡ көньяҡ һәм төньяҡ өлөш­тәргә бүленә. Көнбайышта йәшәгән ырыу ерендә хатта Тамъян улысы ла була. Әлеге көндә лә боронғо ошо исем менән йөрөгән ауыл бар. Улар Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә осрай. Урал аръяғында Тамъян-түңгәүер улысы булыуына таянып, ҡайһы бер ғалимдар, уларҙың ата-бабалары Саян-Алтай яҡтарында ла күрше йәшәгән, тип фаразлай.

Х быуатҡа тиклем тамъян атамаһы “тама” булараҡ билдәле. Был этноним башҡа төрки халыҡ­тарҙа ла бар. Алтай, ҡаҙаҡ, ҡара­ғал­паҡ, ҡырғыҙ, тыва һәм үзбәктәр араһына был исемде йө­рөт­кән ырыуҙар инә. Тикше­ре­неүселәр башҡорт тамъян­дарының ҡаҙаҡтарҙың тама ырыуына яҡын булыуын, улар менән тығыҙ аралашыуын билдәләй.

- Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Читайте нас: