Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2022, 15:58

Тауҙар менән өләсәйҙәр – туғандар

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Бөгөн Тауҙар көнө икән! Иртәнсәк белеп ҡалдым. Был көндә, ғәҙәттә, бөркөттәй ир-аттар күҙ алдына килә. Тәү сиратта уларҙың ҡаһарманлығы хәтергә төшә.

Бөгөн ниңәлер ғәзиздәрҙән-ғәзиз булған Ишембай районы Иҫәкәй ауылында ғүмер баҡый бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгән, 94 йәшенә етеп бер көн дә дауаханала ятмаған күршем Ғәрифә инәй иҫемә төштө. Юҡҡа түгел бит ул. Уның үҙ тарихы бар.

Ауылыбыҙ Селтербей итәгенә, Туйрал һыртына һыйынып ҡына ултырған. Саҡ менән Суҡ кеүек күрәм ошо ике тауҙы.

Бәләкәй генә булһа ла, тыуған ауылым миңә бала саҡтан бөтә ерҙең кендегеләй тойола торғайны. Шул тиклем дә дуҫ, татыу йәшәнек. Бер-береңде үпкәләтеү, рәнйетеү, асыу һаҡлау һәм башҡа насар ғәмәлдәрҙе бөтөнләй белмәй ҙә инек. Баҡтиһәң, донъялағы иң бәхетле балалар беҙ булғанбыҙ икән дә баһа! Сөнки яныбыҙҙа ҡарт имән һымаҡ көслө рухлы, мәңге балалар тип йәшәгән оло йөрәкле өләсәйҙәр һәм инәйҙәр йәшәгән. Уларға арҡабыҙҙы ныҡ терәп, үҙҙәренә оҡшарға тырышып үҫкәнбеҙ.

Ошо йөҙөк ҡаштарының береһе – Ғәрифә инәй! Хәләл ҡарты Арыҫланғәле бабай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, батырҙарса һәләк була. Бер үҙе дүрт бала: Фәйзрахман, Ғизиниса, Шәрифә һәм Шәмсенисаны ҡосаҡлап, йәш ҡатын тол ҡала.

Һоратыусылар була, әлбиттә. Әммә башҡаса бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай инәйебеҙ. Яратып тормошҡа сыҡҡан бабайының мөхәббәтенә мәңге тоғро ҡала, шуғалыр ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй. Ауылдағы бөтә ҡара эш ошо ҡаҡса ғына, егәрле ҡатындың ҡулдары аша үтһә лә, ҡәҙерле балаларын ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә. Уларҙы ғорур Селтербей тауындай иркәләй, һаҡлай, яҡлай. Туйралдай ҡалҡанға әйләнеп, һәммәһен дә кеше итеп, аяҡҡа баҫтыра.

...Тәҡдир уға тағы ла һынауҙарын әҙерләп кенә тора. Шәмсениса апайҙың, күрше Әрмет ауылына йөрөп, һауынсы булып эшләүе сәбәпле, дүрт балаһын да: Фәнир, Рима, Светлана һәм Фәрзәнәне үҙ ҡанатына ала. Был ҡанат аҫтында әйтеп тә, яҙып та аңлата алмаҫлыҡ йылы һәм рәхәт булыуына беҙ, күршеләре, шаһит булып үҫтек.

Инәйҙең бер ҡасан да һыңҡыл­дап күҙ йәше түгеп ултырғанын күр­гә­нем булманы минең. Илаған хәлдә лә, ул күрһәтеп ултырмаған­дыр, шуғамы икән, ейән-ейәнсәр­ҙәре лә һис мыжыманы, сөнки өләсәйҙәре һәр саҡ өлгө булды.

Ҡартмын тип торманы, һыйыр аҫрап көн итте күршебеҙ. Ул заманда бөгөнгө һымаҡ машиналар юҡ. Бесәнде салғы менән сабырға кәрәк! Аҙаҡ ҡул арбаһына тейәп, йөктө алып ҡайтыу – үҙе бер оло мәшәҡәт.

Ағас арбаһына тейәп, утын алып ҡайтыуҙары әле һаман күҙ алдында. Балалар, үҫә төшкәс, ҡул араһына инде. Ғәрифә инәй иң алдан, бауҙы яурынбашынан төшөрөп, йөк тарта. Уң яҡтан – Рима, һул яҡтан – Светлана, ә Фәнир арттан этә. Фәрзәнә бәләкәй генә, уға әлегә этешергә ярамай. Ул эйәреп кенә килә.

Нисек кенә ауыр булмаһын, ошо күркәм ғаилә бер ҡасан да ас-яланғас ултырманы. Ҡасан өйҙәренә барып инмә, һәр саҡ йылы, рәхәт. Ғәрифә инәйҙең тимер мейесендәге табала табикмәк бешә. Өйҙә ауыҙ һыуын ҡоротоп тәмле еҫтәр тарала. Беҙгә тормош һабаҡтары биреүсе  ине аҡыллы инәйебеҙ. Түтәл баҡсаһында сүп утағанда, тубыҡланып йөрөп, гиҙеп утап, барыбыҙға ла өлгө күрһәтте.

– Өҫтән-мөҫтән генә утап, илатып интектермәгеҙ сәскән емештәр­ҙе; төбөнә үк төшөп, сүп үләнен та­мы­ры менән бергә йолҡоп алығыҙ. Аҙаҡтан бөтә түтәл баҡса­һы һеҙгә рәхмәт уҡып ултырыр, – тиер ине.

Ә инде сатлама һыуыҡтарҙа, ҡышын бер ҡат ҡына кофтаһын кейеп, башына йоҡа ғына ситса яулығын ябынып, Осъяҡта донъя көткән ҡыҙы Шәрифә апайҙарға ашығыр булды. Беҙ тәҙрә аша ғына ҡарап, дер-дер ҡалтырашып торғанда, ул тамсы ла өшөмәй. Әллә Ҡарһылыу затынан булғандыр инде?! Шулай итеп, ошо ҡылығы менән генә лә беҙҙе, балаларҙы, сынығырға өндәгән ул. Дүрт балаһын да матур итеп үҫтерҙе күршебеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спортсы класташым Фәнир менән Рима һылыу ғына, ике балаһын етем итеп, йәш кенә көйө баҡыйлыҡҡа ашыҡты.

Өләсәһе ныҡ ҡартайғас, Римма һылыу матур итеп ҡараны. Ҡышҡылыҡҡа гел ҡалаға алып китте. Яҙ еткәс, инәйебеҙ, көткән донъяһын һағынып, сыйырсыҡтар менән бергә ҡайтып та төшә. Бөгөн иһә Ғәрифә инәйҙең ике ейәнсәре – Светлана менән Фәрзәнә, нәҫел ебен дауам итеп, аҡыллы һәм бәхетле итеп донъя көтә. Фәрзәнә ауылдашыбыҙ Миғәҙәт ағай менән Айһылыу еңгәнең улы Азат менән өс бала үҫтерә. Стәрлетамаҡталар. Ә Светлана – ике ҡыҙға әсәй. Ишембай ҡалаһында төпләнделәр. Хәләле менән бергә йәшәүҙәренә – 25 йыл. Тормош иптәше  менән үҙҙәре эшҡыуар булып, йүнселлектә көс һынай йәштәр. Светлана – штукатур-маляр. Уның тилбер ҡулдары ҡағылмаған бер генә өй ҙә юҡ Ишембай ҡалаһында.

Ошо күршеләремә ҡарайым да... Осъяҡ урамыбыҙҙың арыҫландай ир-аттарға торошло ныҡлы ҡалҡан­дары – Ғәрифә, Гөлшәрифә, Шәм­си­ямал, Мөслимә, Кәшифә, Латифа, Туйбикә, Бибиямал, Мәҙү­күрә, Ғәтифә (берәү генә түгел, улар хатта икәү) инәйҙәр иҫемә төшә.

Һәр берегеҙҙең ғаилә тарихы үҙе бер ҡалын китап яҙырлыҡ. Тыныс йоҡлағыҙ, ҡәҙерлеләребеҙ!

Урындарығыҙ Йәннәттең иң түрендә генәлер. Һеҙҙән күргән изгелектәр, һеҙҙән алынған хәйер-фатиха бөгөн барыбыҙҙы ла ЫСЫН КЕШЕ итеп йәшәтә.

Яп-ялтыр эрзинкә галушҡа ап-аҡ ҡына башалтайҙар кейеп, таяҡ таянған, башығыҙға ололарса итеп сәскәле яулыҡ ябынған ҡәҙерле һәм хөрмәтле һынығыҙ күҙ алдымдан китмәй.

Әсәйемдең:

– Миңлегөл апайыңды тапҡан көндә Ғәрифә апайҙың һыйыры ла быҙауланы. Эмей имеҙеп ултырған сағымда беҙгә килеп инһә, гел мәрәкәләй торғайны: “Һеҙ икегеҙ ҙә бер көндә быҙауланығыҙ, иветәй, Тайфа күршеү!”

Эййй затлы күңелле инәйҙәр! Рәссам булһам, билләһи, үҙегеҙгә арнап һүрәт төшөрөр, скульптор булһам, һеҙҙең ҡаһарманлыҡҡа һәйкәл ҡойор инем.

Йәл! Матур күңелле инәйҙең өй урынын балалары һаҡлай алманы. Йәшәргә аҡса, ҡалала фатир, йөрөргә машина алырға кәрәк тип, өйөн дә, ерен дә һатып ебәрҙеләр.

Миңә ҡалһа, инәйҙең рухы кесе йома, изге йома көндәрендә әллә ҡайҙа, балалары йәшәп ятҡан фатирҙа аҙашып йөрөмәй, ә үлеп һағынып, нәҡ үҙе донъя көткән нигеҙенә ҡайта. Хатта ҡоймалары  ауып  ятһа ла... Нигеҙен кесерткән, дегәнәк баҫып бөтһә лә...

– Ғүмерҙәргә бәрәкәт, әхирәттә иман байлығы бир, Раббым! – тип теләй торғайны гел Ғәрифә инәй.

Был һүҙҙең мәғәнәһенә бәләкәй саҡта төшөнмәй инем. “Бәрәкәт”, “Әхирәт” нимә була?

Уларға төшөнөр өсөн бөтә ғүме­рем кәрәк булды. Әле йәшәлгән йылдарым юғарылығынан сығып, шуны ышаныслы итеп әйтә алам: беҙҙең Осъяҡ урамындағы барлыҡ инәйҙәр барыбыҙ өсөн дә аҡыл һандығы булған. Барыбыҙҙы ла оло тормош юлына әҙерләгәндәр. Шуғалыр ҙа инәйебеҙ иҫән сағында үҫкән муйылдар һәр яҙ һайын һаман шаулап ап-аҡ сәскәгә күмелә. Яңы нигеҙ ҡорорға уйлаған хужалар ниңәлер ул ағастарҙы ҡырҡып ырғытмай, сөнки ошо муйылдарҙан бер быуат ғүмер кисергән инәйебеҙҙең күҙҙәре баға, беҙҙе сабырлыҡҡа өйрәткән яҡты күңеле сағыла.

- Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

Читайте нас: