Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2022, 17:24

Гөлһөҙ

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Эс бошорғос болотло көн. Ел ҡойолған япраҡтарҙы еңелсә күтәреп, бер ерҙән икенсе урынға күсереп һала. Күгәрсендәр, үҙҙәренә ашарға булмаҫмы икән тип, ерҙәге һәр нәмәне суҡып ҡарай. Яланғаслана башлаған алмағастарҙа турғайҙар сыр-сыу килә, нимә бүлешә алмайҙар икән? Әллә әҙерәк ямғыр күҙе лә төшә инде, быҫҡаҡлаһа, көн буйына һуҙылырмы икән?!

Сәлимәгә, киреһенсә, һауа торошоноң ошолай булғаны оҡшай. Уйҙары менән бер үҙенә ҡалырға мөмкинлек тыуа. Шулай ҙа бөгөн кәйефе юҡ ине. Бынау гөлөн зауыҡ итеп ултыртҡайны, сәскәһе лә матур ғына, тигәйнеләр. Бер нисә көн өйҙә булмаған сағында һулыған, һыу ҡойоп ҡараһа ла, кире күтә­релмәне. Бер аҙна тирәһе көттө, хәҙер сүп-сар менән ҡуша сығарып ташлар, моғайын. Әллә ниңә сәскә, гөл үҫтерә алманы шул. Ултыртҡан береһе ҡорой ҙа ҡуя. Ҡуй, былайтып тороп ни, “ваҡыт тигәнең төшкөлөктө үтһә, атҡа менеп саба”, ти ине ҡарт өләсәһе, эш менән булышырға кәрәк.

Ҡағырын ҡағып, һуғырын һуғып, йыуып тигәндәй бөткәс, төшкөлөккә ашарға бешерҙе. Ҡоймаҡ та ҡойор­ға инде әллә? Ауырып торған ҡай­ныһына күстәнәс итеп алып барыр. Исмаһам, ашы әҙерәк төрләнер. Сәлимә аҡ яулыҡты башына бәй­ләне лә көйләй-көйләй ҡоймаҡҡа ҡамыр туғырға кереште. Өләсәһе “буҙҙама” ти торғайны. “Ә нимәгә?” тип һораһаң, “Ярамай тигәс, ярамай, ололар һиңә бушҡа әйтәме әллә?” тиер ине. Бәхетһеҙлеккә юрамаһын, тигәндер, бәлки. Кем белә инде. Их, ҡоймаҡтары шундай йоҡа ғына, тишекле генә – үҙен үҙе маҡтамаһа, кем маҡтаһын инде. Телеңде йоторлоҡ. Балалары йыш бешертә. Тамаҡ яраштырырға ярата былай.

Ҡый менән ҡуша теге гөлөн дә шыптыр тоҡтоң бәләкәйенә һалып тотоп сыҡты. Контейнерҙың ҡапҡа­сын асып, инде ташлайым тигәндә, баяғы үҫемлектең иң остағы ботағы бармаҡ араһына ҡыҫылды: унда ыуыҙ ғына япраҡтар бөрөләнгәйне. Бисара­ҡай, тере бит әле, үлмәгән. Сәлимә йәһәт кенә гөлдө кире тартып сығарҙы ла, бәләкәй бала менән һөйләшкән һымаҡ, һамаҡ­лай-һамаҡлай, өйөнә юлланды. Хәҙер һыу ҡойор, магазинға барып, дарыу һатып алыр, йүнәлеп китер гөлө, күкрәп сәскә лә атыр.

Ҡәҙерләп кенә тәҙрә төбөнә ултыртҡас, ҡоймағын төрөп алды ла автобус туҡта­лы­шына йүгерҙе. Ире эштән ҡайтҡансы, ҡайны­һына күстәнәсте алып бара һалып килер.

Шығырым тулы автобуста хәле бөтөп, лыс тиргә батып килеп инде ҡайныһы өйөнә. Ҡәйнәһе ике йыл элек үлеп ҡалды. Хәҙер бабай бер үҙе йәшәй. Ауырый, күберәк ятып тора. Шуға ла йышыраҡ килергә тырышалар, аҙнаһына бер нисә килеп, хәлен белеп торалар. Ана, сәйнүк ҡуйған да, әле лә кире барып ятҡан. Күрәһең, ойоп та киткәндер, сәйнүгенең һыуы ла бөтөп бара бит. Электр сәйнүге алып бирмәйенсә булмаҫ, уңайлы булыр, исмаһам. Ниңә уны быға тиклем уйламағандар икән?

– Ҡайным, хәлең нисек, тора ала­һыңмы? Бына һиңә ҡоймаҡ алып килдем. Балың ҡалдымы әле? Тәмләп тороп сәй эсеп алайыҡ.

– Килен, һинме? Бөгөн хәл юҡ әле ул. Сәйнүктең ҡайнағанын ише­тәм, тора алмайым да ҡуям. Йөрәк ҡағып тик тора. Баҫайым тиһәм, башым әйләнеп, кире яттым. Ярай килеп индең, сәйнүкһеҙ ҡала инем. Э-эй, ҡартлыҡ шатлыҡ түгел инде, әбейем эргәһенә барырға ла күп ҡалмаған, күрәһең.

– Ҡуйсы, ҡайным, улай тимә. Йәшә әле, беҙгә бик кәрәкһең. Ана ейәндәрең һиңә киләм ти ҙә тора.

– Ни файҙам булһын инде, килен.

– Һинең кәңәштәрең алтынға бәрәбәр. Шуларҙы тотоп, һинең хәйер-фатихаң менән йәшәйбеҙ бит.

– Рәхмәт, килен. Ололарға ни, бала һымаҡ шатланып китергә шул бер йылы һүҙ ҙә етә инде. Йөҙөң яҡты, күңелең киң, ашың тәмле. Әбейем дә ураған һайын, һине маҡтап, Аллаға шөкөр, малайы­быҙҙың бәхете бар, ти ине.

– Малайығыҙ ғына һүҙгә һара­ныраҡ.

– Үпкәләмә һин уға, килен. Ул хистәрен белдереп бара торған кеше түгел. Булған хөрмәтен, яратыуын эше аша күрһәтә.

– Юҡ, үпкәләмәйем, мин дә шөкөр генә итеп торам. Хоҙай шул булғанынан яҙҙырмаһын, һаулыҡ бирһен.

Ҡайныһына сәй эсереп, өҫтәлде йыйыштырғас, ҡайтырға йыйынды.

– Хәйерле юл, балам. Алдың-артыңды ҡарап йөрө, – тип теләк теләп, күңеле булып ҡалды уныһы.

...Өйгә ингәс, ниңәлер йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы. Һулҡылдап ҡына ҡуйманы, ҡапыл сәнсте лә, башын әйләндереп, аяҡтарын быуынһыҙ итте. Ишек төбөндәге ултырғысҡа саҡ ултырып өлгөрҙө. Бер килке хәл алғас ҡына, тороп кейемдәрен систе. Әллә ул да ҡартаямы икән?

Өйҙә тып-тыныс. Малайҙар, ҡолаҡтарына ҡолаҡсын ҡуйып, кино ҡарай. Залға сыҡҡай­ны, аптырап китте: баяғы гөлөнөң һауыты ярылып, тупрағы туҙып, иҙәндә ята. Эй, Аллам, хәйерлегә булһын. “Йәшәй алманың инде, бесәйҙең генә эшелер, хәйерсе. Ҡалай итәһең – күрәсәгең шулдыр”, – тигән булды.

Инде ҡараңғы төшөп тә китте, ә ире һаман юҡ та юҡ. Ҡайҙа йө­рөйҙөр, һуңға ҡалып. Ашын инде әллә өсөнсөгә йылыта, сәйе лә бер нисә тапҡыр ҡайнап сыҡты. Тәҙрә­нән төшкән һәр машина утын күҙҙән үткәрә торғас, башы ауырта башланы. Төнгө ун ике булып китте.

Төн уртаһы етте. Бер-бер хәл булғандыр, юғиһә нисек инде быға тиклем шылтыратмаҫҡа мөмкин?! Һуңға ҡалыр булһа, гел аңғарта торғайны. Телефоны ла һүнгән. Сәлимәнең бая сәнсә биреп торған йөрәге нығыраҡ һулҡылданы, тотош арҡаһын ҡороштороп, турайырға ла ирек бирмәне. Дарыуҙар араһынан кәрәклеһен эҙләп тапты ла һыуһыҙ-ниһеҙ йотоп та ебәрҙе. Өҫтәл янында нимә уйларға ла белмәй ултырғанында, тертләтеп, ишек ҡыңғырауы яңғыраны. Ире асҡысын төшөрөп ҡалдырҙымы икән, улай тиһәң, фатирҙыҡы машинаһының асҡысы менән ҡуша йөрөй. Аһ, магазинға инеп сыҡҡан арала машинаһын урлап алып киткәндәрме әллә, телефоны ла шунда ҡалған булһа?..

Ишеккә барып еткәнсе йөҙ төрлө уй үтте мейеһенән. Вәт уйҙың тиҙлеге! Асһа, илап, күҙе ҡыҙарып бөткән, танауынан аҡҡан һыуҙы бер туҡтауһыҙ һөрткән ҡатын тора:

– Һеҙҙең ирегеҙ...

– Һаумыһығыҙ! Ул өйҙә юҡ. Һеҙ кем, ул һеҙгә төн уртаһында нимәгә кәрәк булды? Һыу килтерәйемме әллә? Ниңә илайһығыҙ? – тип һорауын яуҙырҙы Сәлимә, бер ни аңлай алмай.

– Һыу кәрәкмәй. Ирегеҙ дауаханала.

– Ни-нисек?

– 13-сө дауаханала. Мин китәйем инде.

– Нимә булған? Һеҙ уның менән бергә эшләйһегеҙме? Ҡарағыҙ әле, ниңә аңлатыбыраҡ һөйләмәй­һегеҙ?!

– Һорау биреп торғансы, кейе­негеҙ ҙә тиҙерәк барығыҙ, унда һеҙгә барыһын да аңлатырҙар...

Ҡаушап ҡалған Сәлимә тиҙ генә такси саҡыртты ла, өҫтөнә лә йүн­ләп кеймәйенсә, тышҡа йүгерҙе. Һыуыҡ һауа күкрәгенә тулды, тын алыуҙы ауырлаштырҙы. Яланғас башын өшөттө, танау осон ҡыҙарт­ты. Таксиҙы көткәнсе, бөтә ғүмер үткәндәй тойолдо.

Палатаға үткәрмәнеләр. Ава­рияға эләгеп, башы-ҡулы бинтҡа сырмалып ята, операция эшләгән­дәр, әлегә наркоздан сығып етмә­гән, тинеләр. Иртәгә генә килергә була икән. Нисек төндө үткәрергә, нисек сыҙап ятмаҡ кәрәк. Өйҙә барыбер йоҡлай алмай, ошондағы эскәмйәлә генә ултырып таң аттырыр ҙа ҡуйыр. Улай тиһәң, малайҙары өйҙә үҙҙәре генә. Кире ҡайтып, иртәнсәк улдарын мәктәпкә ебәргәс, килергәме? Ҡайтмаһа, кем уятыр уларҙы, асҡысты үҙе менән алған. Ҡайһы ваҡыт ишек башын­дағы цементы ҡупҡан тишеккә йәшерә торғайны, ҡабаланып, улай итергә онотҡан... Башында шулай мең төрлө уй ҡайнашыуҙан ни эшләргә белмәй торғанда, итеген тыҡылдатып, берәү эргәһенә килеп баҫты. Баяғы ҡатын... Ҡупшы ҡул сумкаһынан ҡулъяулыҡ алып, күҙен, битен һөрткәс:

– Индермәйҙәрме? – тип һораны. Сәлимә һүҙһеҙ генә башын һелкте.

– Беҙ осрашып йөрөнөк. Бәлки, әлегә был турала әйтергә лә кәрәкмәйҙер, әммә башҡаса беҙҙең арала булған мөнәсәбәтте йәшерә алмайым.

– Яратамы һеҙҙе?..

Иренең хыянаты тураһында тәүгә ишетһә лә, Сәлимәнең һорауы “әллә ҡасан беләм инде” тигән һымағыраҡ яңғыраны.

– Яраталыр инде, килеп йөрө­гәс...

– Шунан?.. – Һауала бер аҙға тынлыҡ эленде. – Һауығып сыҡҡас, миңә күсенеп килә, тип әйтмәксе­һеңме?

– Юҡ... әллә... шулайҙыр, – тип буталды ҡатын, ни әйтергә белмәйенсә.

– Ярай, шәп булды, – тине көт­мәгәндә Сә­лимә. – Ирем аңына килеп, берәй нәмә кәрәкһә, янында булырһығыҙ. Ә мин балаларым яны­на ҡайтайым. Ә бергә йәшәү-йә­шәмәүен һөйләшер алдынан, уның һауығып, аяҡҡа баҫыуын теләйек. Аҙаҡтан инде үҙе нисек теләй, шулай йәшәр. Бәйләп тотор­ға ул эт түгел, ирекһеҙләй алмайым. Әммә кит­кән осраҡта, бер нәмәне күҙ уңынан ысҡын­ды­расаҡ: күҙенә ҡарап торған улдарын – уның тәрбиәһенә мохтаж булған улдарын.

– Һуң кемдер өсөн бәхетһеҙ булырғамы уға?

– Себеште көҙ һанайҙар. Һеҙҙең менән бәхетле буламы-юҡмы – ваҡыт күрһәтер. Балалар хаҡына үҙеңде лә ҡорбан итәһең инде, алдан башыңды эшләтмәгәс.

Һаҡ ҡына асҡысын бороп, тауыш сығар­маҫҡа тырышып, Сәлимә өйгә инде. Бер-ике сәғәттән таң да ата инде. Малайҙарҙың тороуына бутҡа бешереп ҡуйҙы, ҡатып барған икмәкте йомортҡаға болғап, табала ҡыҙҙырып алды. Күңеле тыныс, йөрәге ярһымай, тимәк, ире менән барыһы ла яҡшы буласаҡ. Ҡыҙыҡ, теге ҡатын менән булған һөйләшеүҙән һуң да тыныс ҡалды. Ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшергә кәрәк, тиер берәү. Көрәшер ҙә, ти, һаҡлап ҡалыр ҙа, ти. Барыбер тулы бәхетле ғаилә булмаясаҡ. Иң яҡшыһы – ебәрергә. Бәлки, шул ваҡыт ире үҙенең ғаиләгә кәрәк булғанын аңлар. Кире ҡайтһа, ғәфү итер. Балалары хаҡы­на. Сәлимә ни былай ҙа бәхетле, был донъяға тыуғаны менән бәхет­ле, ике аяғында эшкә бара алғаны, ике ҡулы менән малайҙарын һығып ҡосаҡлай, күҙҙәрен тултырып, уларға ҡарай, бер-береһен уҙҙырып һөйләгән хәбәрҙәрен тыңлай алғаны менән бәхетле.

Улдарын мәктәпкә оҙатҡас, алма бәлеше бешерҙе лә дауаханаға йыйынды. Сығыр алдынан һаман да тупрағы сәселеп, һауыты ярылып иҙәндә ятҡан гөлдө күреп ҡалды.

– Ҡара әле, һине йыйып алырға ла онотҡанмын. Ҡайтҡас, ярай­мы?..

Табип менән һөйләшкәс, ире эргәһенә инде. Операция уңышлы үткән. Артыҡ хәүеф­ләнер урын юҡ, тиҙҙән һауығыр, тинеләр. Аллаға шөкөр, шулай ғына була күрһен инде. Тегенеһе күҙен асып, Сәли­мәне күргәс, хәлһеҙ генә йылмайҙы ла, йәрәхәтләнеп бөткән йөҙөнә ғәйепле төҫ сығарып:

– Ғәфү ит, – тине шыбырлап ҡына.

– Хаталанмайынса берәү ҙә йәшәмәй. Тереһең – иң мөһиме шул. Бел, ғаиләңдең ишеге һәр саҡ асыҡ. Ҡайтаһыңмы-юҡмы – үҙ иркеңдә. Һәр кемдең бәхетле булырға хаҡы бар. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең дә атайлы-әсәйле булып үҫергә хаҡы бар. Мин һине һауыҡҡаныңса көн дә килеп ҡарап торормон. Ҡайныма әйтмәҫмен. Команди­ровкаға киткән, тиермен дә ҡуйырмын. Малайҙар... Улар көтөр инде. Көтөр. Һин уларға үтә кәрәкһең.

Сәлимә палатанан сыҡты. Халатын сисеп элде лә такси саҡырт­ты. Теге гөлдөң тупрағын йыйып алырға ла яңыһын ултыртырға кәрәк. Барыбер үҫтерәсәк уларҙы. Шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлдәренә үҙе генә түгел, ире лә һоҡланып ҡарар...

 

- Дилә СӘЛИХОВА

 

Магнитогорск ҡалаһы

Читайте нас: