Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабрь 2022, 16:20

“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә

Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Өфөләге Милли музейға, В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына, "Шүлгәнташ" музей комплексына барасаҡ.

“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Рәсәйҙең музей маршруттары” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә проект-аналитика һәм презентация сараһының һуңғы этабы уҙғарыла. Сараның маҡсаты – Рәсәй граждандары араһында уникаль мәҙәни-тарихи мираҫты популярлаштырыу, мәҙәни әйләнешкә күберәк тарихи әһәмиәтле объекттарҙы йәлеп итеү.

Төп сессияларҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, РФ Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, Рәсәйҙең федераль һәм төбәк музейҙары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль музейҙары етәкселәре ҡатнаша. Программа сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар, проект-аналитика сессияһы, пленар ултырыш, Башҡортостан музейҙарының презентацияһы, алдынғы музей белгестәре һәм туристик индустрия вәкилдәре ҡатнашлығында методик кәңәшмә, эксперт түңәрәк өҫтәле ҡаралған.

Тармаҡ профессионалдары яңы маршруттар булдырыуҙы, туристарҙы йәлеп итеү алымдарын, музейҙарҙың эш механизмын, берләшмәне ойоштороу һәм үҫтереү йүнәлештәрен тикшерәсәк, Рәсәйҙең мәҙәни, рухи, тарихи һәм патриотик мираҫын һаҡлау, музей туризмын системаға һалыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен өйрәнәсәк.

Проектта ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Башҡортостандың бер нисә музейына, шул иҫәптән Өфөләге Милли музейға, В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына, "Шүлгәнташ" музей комплексына барасаҡ.

– Беҙҙең өсөн "Музей маршруттары"н ҡабул итеү – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ менән бер рәттән һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәрҙе күрһәтеү мөмкинлеге лә. "Музей маршруттары"н республика халҡын рухи-мәҙәни мираҫҡа ҡыҙыҡтырырлыҡ ҡорал булараҡ та күрәбеҙ. Рәсәйҙәрҙең эске туризмға ҡыҙыҡһыныуы йылдан-йыл арта, был музейҙар алдына яңы бурыстар ҡуя. Уларҙы хәл итеүҙә “Рәсәйҙең музей маршруттары” проекты мөһим роль уйнай – ул мәҙәни-танып белеү туризмын үҫтереү өсөн төрлө институттар йыйҙы, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

“Рәсәйҙең музей маршруттары" проекты 2021 йылда эшләй башланы. Быйыл тематик саралар илдең 12 төбәгендә үтә. Проект киң аудиторияның иғтибарын уникаль мәҙәни-тарихи мираҫҡа йәлеп итергә, мәҙәни әйләнешкә әһәмиәтле объекттарҙы индерергә, шулай уҡ музейҙарҙы үҫтереү буйынса заманса алымдар табырға ярҙам итергә тейеш. 2022 йыл дауамында проектҡа Мәскәү, Ленинград, Ярославль, Кемеров, Төмән, Мурманск, Ростов өлкәләре, Краснодар крайы, Мари Иле Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡушылды. Йомғаҡ йыл аҙағында Санкт-Петербург халыҡ-ара мәҙәни форумы сиктәрендә яһала.

Урал КИЛСЕНБАЕВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары:

– Ғөмүмән, ниндәй генә конференциялар, форумдар булмаһын, ул, иң беренсе, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы. Сөнки, бөгөн интернет, социаль селтәрҙәр нисек кенә киң таралған булһа ла, күҙмә-күҙ аралашыу мөһим. Һәр бер эштең үҙ сере бар. Күңелеңде һалып эшләмәһәң, ул килеп сыҡмай. Музейҙарҙы алғанда иһә, һәр бер музейҙың йәне бар, йәнләндереп ебәреүселәре бар. Шуға күрә улар бер-береһе менән аралашып тәжрибә бүлешергә тейеш. Беҙҙең Башҡортостанға килгәндә, һуңғы йылдарҙа музей эше бик алға китте. Музейға йөрөүселәр ҙә артты. Беҙ дөрөҫ юҫыҡта эшләйбеҙме, дөрөҫ йүнәлештә барабыҙмы – уныһын белер өсөн бөгөнгө форумда ҡатнашыу бик мөһим.

Рөстәм ИСХАҠОВ, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы:

– Был проект беҙҙең өсөн күркәм бер сара. Ике йыл эсендә “Музей маршруттары” бөтә Рәсәйҙе урап үтте. Төп маҡсат - музейҙарҙы эске туризмға ылыҡтырыу. Шуны әйтергә кәрәк, беҙҙең музейҙар был сарала бик әүҙем ҡатнаша. Яңы йүнәлештәр булдырылды. “Өфөнө яулап” тигән проект эшләнек. Өфөгә Башҡортостандың төрлө райондарынан балалар килә, музейҙарҙы ҡарай. Дөйөм әйткәндә, сараның баш ҡалабыҙҙа үтеүе үҙенсәлекле, сөнки һуңғы йылдарҙа музейҙарыбыҙ үҫешә һәм быны бөтә Рәсәйгә танытыу зарур.

Александр ФИЛЯЕВ, Ростов-Ярославль дәүләт архитектура-художество музей-ҡурсаулығы директоры:

– "Музей маршруттары" проекты - мәҙәниәт министрлығы тарафынан уйлап табылған уникаль мөмкинлек. Сара сиктәрендә, беҙ төрлө төбәктәргә барабыҙ, коллегалар менән осрашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең Ростов кремле - Ярославль өлкәһе биләмәһендә берҙән-бер федераль музей. Уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ күп. Музей һәм туризм бергә үҫешергә тейеш, шунда ғына һөҙөмтә буласаҡ.

“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
“Рәсәйҙең музей маршруттары” – Өфөлә
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: