Өфөнөң “Нур” татар драма театрында яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың драма өлкәһендәге дебюты – “Кредитҡа алынған ҡатын” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең сәхнәгә сығыуы хаҡында интернет сығанаҡтарыбыҙҙа яҙғайныҡ инде. Комедияның режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин. Спектакль тамашасылар күңеленә ятты, ул театрҙа аншлаг менән бара. Әҫәрҙең яҙылыу тарихы менән ҡыҙыҡһынып, автор менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Һеҙ беренсе пьесағыҙҙы тамашасы яратҡан, теләп йөрөгән комедия төрөндә яҙғанһығыҙ. Темаһы ла ниндәй көнүҙәк бит әле. Ни өсөн тап ошо турала яҙырға булдығыҙ? Беренсе сәхнә әҫәрегеҙҙең ижад ителеү тарихын ишетеү бик тә ҡыҙыҡлы булыр ине.
– Бер ваҡыт билдәле актер, режиссер Азат Йыһаншин менән бергә сәфәрҙә – Сибайҙың талантлы йырсыһы Альберт Салауатовтың юбилей кисәһендә булдыҡ. Уның менән уртаҡ ижади дуҫтарыбыҙ, фекерҙәштәребеҙ бар булып сыҡты. Шунда яҡындан танышып киттек.
Азат ағай китаптарымды уҡып сыҡҡан, ә бер көндө шылтырата: “Айгиз, комедия кәрәк ине. Идеяһы ошолай: робот, компьютер технологияларының кешене ҡыҫырыҡлай барыуы. Икенсенән, ошо проблеманы юмор аша сағылдырырға кәрәк, тамашасы рәхәтләнеп көлөрлөк булһын. Тағы бер әтнәкәһе – ваҡиғалар бер үк көндә, бер урында барһын ине. Тотонаһыңмы?” – ти. Мин ризалаштым. Бер аҙ уйлап йөрөгәндән һуң, ошондай сюжет тыуҙы: герой ҡыҙ-роботты кәләш итеп ала. Ул шундай камил итеп эшләнгән, ысын кешенән бер нисек тә айырылмай. Бөтә конфликт, юмор ошо үҙенсәлеккә бәйле: ирҙең тирә-яғындағы кешеләр килендең робот икәнен башына ла килтермәй. Уны күрергә килгән күршеләр, беҙҙең халыҡҡа хас булғанса, “килен ҡайһы яҡтыҡы?” тип ҡыҙыҡһына, икенсе берәүҙең “килендең тояғын йыуғыһы” килә, ә робот-ҡыҙ быны тура мәғәнәлә аңлай, шулай уҡ башҡа бик мәрәкә хәлдәр ҙә килеп тыуа. Көлкө булһа ла, әҫәрҙең төп мәғәнәһе – ысын кешене, ысын хистәрҙе бер ҡасан да бер кем дә һәм бер нәмә лә алмаштыра алмай, йәғни кеше кешегә кәрәк!
Беренсе өлөшөн яҙып бөткәс, Азат ағайға уҡырға ебәрҙем. Ул ныҡ оҡшатты, йәһәтерәк сәхнәгә сығарғыһы килде. Икенсе өлөшөн йәһәтләп яҙҙым, спектакль дә тиҙ арала донъя күрҙе. Азат Йыһаншин – бик етди, үҙ ҡарашы булған, талапсан режиссер. Уның беренсе сәхнә материалыма тотоноуы минең өсөн ҙур яуаплылыҡ та булды, үҙемә ышаныс та өҫтәне. Шуның өсөн уға рәхмәтем сикһеҙ.
– Пьесала һеҙ хәҙерге технологияларға ғына түгел, ә шул заманыбыҙҙың тағы бер үҙенсәлеге, тиергә мөмкин, – кредит алыу темаһына ла ҡағылаһығыҙ. Робот-ҡыҙға өйләнер өсөн герой хатта бурысҡа батырға ла мәжбүр була, тимәк?
– Эйе. Роботты берәү ҙә кәләш итеп алып ултырмай бит инде, был мәғәнәһеҙлек (көлә – авт.). Ундай хәлдең мөмкин түгеллеген кредитҡа алыу тигәне тағы ла үҫтереп, тәрәнәйтеп ебәрергә булыша, йәғни пьесаның атамаһы спектаклдә күрһәтеләсәк хәл-ваҡиғаның ысынбарлыҡта була алмағанына ишара итә, ҡыҙыҡһындыра.
– Спектаклдә ҡатнашҡан ижади төркөм менән эшләү оҡшанымы, актерҙарҙың ижадын нисек баһалайһығыҙ?
– “Нур” театрының башҡа эштәрен дә ҡарап бара торғайным, танышмын. Бығаса ул ситтән ҡарау, тамашасы күҙлегенән сығып фекер йөрөтөү ине, ә үҙең ижад иткән әҫәрҙе сәхнәләштергәндәрен ҡарау бөтөнләй икенсе нәмә икән. Үҙең яҙған һәр һүҙҙе, нимә булырға тейешлеген инде беләһең. Һәм, әйтәйек, фәлән-фәлән ерендә тамашасы көлөргә лә тейеш түгел кеүек, ә актерҙар шундай оҫта итеп уйнай, залдағылар көлмәҫ ерҙә лә көлөп ебәрә. “Нур”ҙың актерҙарын үҙем өсөн яңынан астым, тиергә кәрәк. Уларҙың ижади эшенән ҡәнәғәтмен, тип әйтеү генә әҙ, ныҡ һоҡландым.
– Комедияғыҙҙы башҡа театрҙарҙа ҡуйғандарын да күргегеҙ килер инеме?
– Һораусылар бар. Яңыраҡ Уйғыр драма театрынан, Ҡаҙағстандан хат яҙҙылар, бүрәттәр бәйләнешкә сыҡты. Пьесаны уҡырға ебәреүҙе һоранылар. Әле минең “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр Башҡорт дәүләт академия драма театрынан тыш, Бүрәт, Тыва, Татарстандың Түбәнге Кама, Ҡаҙағстандың өс драма театрында бара. Был ижади бәйләнеш артабан да дауам итһә, ҡыуаныр инем, әлбиттә.
– Ижадығыҙҙы шундай етди, драматик темаға яҙылған проза әҫәренән башлап, хәҙер комедия ла ижад иттегеҙ. Сағыштырып ҡарарға мөмкин булһа, нимәне яҙыу нығыраҡ оҡшаны?
– Ижадсыға үҙенең мөмкинлектәрен һынап ҡарар өсөн төрлө йүнәлешкә, формаға мөрәжәғәт итеп ҡарау кәрәктер, тип уйлайым. Быға ҡәҙәре “Ҡыҙыҡ был тормош” тигән юмористик китабым донъя күргәйне, шулай ҙа сәхнә өсөн яҙыу ул икенсе төрлө асыш булды, әлбиттә.
– Башҡа ҡәләм оҫталары пьесағыҙҙың сәхнәләштерелеүен нисек ҡабул итте? Йәш ижадсыға төрлө фекер ишетергә тура киләлер, моғайын?..
– Эйе, төрлөһө бар. Элек “Айгиз кешене илата” тип тәнҡитләйҙәр ине, хәҙер ҡайһы берәүҙәр: “Айгиздең пьесаһын сәхнәнән алдыртыуҙы һорарға кәрәк”, – тигән фекер белдерә икән. Быны уларҙың спектаклде ҡарағас түгел, ә хатта ҡарамаҫ элек әйтеүҙәре бигерәк тә сәйер...
– Был хәл кәйефегеҙҙе төшөрә, күңел торошоғоҙға тәьҫир итәме, әллә инде хәҙер һаҡланырға өйрәндегеҙме?
– Тәүҙәрәк ныҡ ауыр ҡабул итә инем. Ваҡыт үтә килә, тирем ҡалынайҙы (көлә – авт.), көстө башҡа, ыңғай йүнәлештә сарыф итергә кәрәклеген аңланым.
– Ниндәй ижади пландарығыҙ бар, тип һорауҙы әллә ни мөрхәтһенмәһәм дә (сөнки ижад илһамлы халәткә бәйле, ҡасан, нимәгә дәрт итерен яҙыусы алдан белмәҫкә лә мөмкин) шуны һорамай хәл юҡ: драматургия өлкәһенең башҡа төрөн, мәҫәлән, драма яҙып ҡарарға уйығыҙ бармы?
– Уй-ниәт бар, ваҡыт күрһәтер. Нисек кенә булмаһын, ижадым дауам итергә тейеш. Әҙәбиәт ул йәнле организм кеүек, үҫешеүе фарыз. Ҡасандыр, әҙәбиәтебеҙҙе байытыр әҫәрҙәр яҙылған бит, тип туҡтап ҡалырға түгел, ә бөгөн үҙ һүҙеңде әйтергә кәрәк. Төрлө жанрҙа эшләгән, төрлө йүнәлештә яҙған ижадсыларыбыҙ ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ, сөнки был – туған телебеҙгә мохтажлыҡ бар икәнен, уның йәшәгәнен күрһәткән билдә. Әлеге йәш ижадсылар туған әҙәбиәтебеҙ өсөн яуаплылыҡ тойоп эшләргә тейеш, тип иҫәпләйем.
– Яҙыусы булыуҙан тыш, иңегеҙгә һалынған хеҙмәти бурыс та бар бит әле: һеҙ – республика йәштәр журналының баш мөхәррире. Икеһе лә күп ваҡыт, күңел көсө талап итә. Ике тәкә башын бер ҡаҙанға нисек һыйҙыраһығыҙ?
– Төп эшемдән буш ваҡытта ижад итергә тура килә, шунһыҙ булмай. Проза яҙғанда, бөтә нәмәнән айырылып, икенсе үлсәмгә күскәндәй булаһың, бөтә уйҙарың – яҙасаҡ геройҙарың тураһында, иғтибарың бер нөктәгә туплана.
– Һеҙҙең пьесалағы ише, хәҙерге заман технологиялары тормошобоҙға тәрәнерәк үтеп ингән һайын, әҙәм балаһының рухи ҡиблаһы ситкә шыла, юйыла барғандай. Театрға йөрөүселәрҙең, китап уҡыусыларҙың әҙәйә барғаны ошо турала һөйләй... Ни әйтерһегеҙ?
– Театрға килгәндә, әле мин, киреһенсә, тамашасылар күбәйә бара, тигән һығымта яһайым. Бер осор булды ул, пандемияға хәтлем үк әле, кеше аҙ йөрөнө. Ә хәҙер спектакль барған залдар көндән-көн тула бара, миңә ҡалһа. Кеше, бәлки, сикһеҙ интернет донъяһынан арып та киләлер бында, тигән фекерҙәмен.
“Әҙәбиәтебеҙ бөтә” тигән ҡараш менән килешмәйем. Тарихта бөйөк Яңырыу осоро булған. Шуның кеүек, беҙҙә лә ундай мәл етер, кешеләр китаптарҙы һыу кеүек эсер, тигән хыял бар. Яҙмаларҙы, әҫәрҙәрҙе мөмкин тиклем күберәк ташҡа баҫтырып ҡалдырырға кәрәк. Быны ни өсөн әйтәм: ҡайһы бер ижадсылар, “кем уҡыһын инде” тип, яҙыуҙы ташлап та ҡуйырға мөмкин. Шуны күҙ алдына килтерәйек: һәр кем “тере” баҫманы ҡулына тотоп уҡығыһы килгән ваҡыт етер, әҙәби әҫәрҙәрҙе лә күп итеп баҫтырырға кәрәгер, ә улар, әйтәйек, әҙ ҡалған... Ошолай булмаһын өсөн, уҡыусы юҡ тип өмөтһөҙлөккә бирелергә түгел, ә эшләүҙе, китаптар, шулай уҡ гәзит-журналдар сығарыуҙы дауам итеү зарур – әлеге быуынға кәрәкмәһә лә, киләсәккә уларҙың бик ҙур тәғәйенләнеше барҙыр, ошоға инанам. Ҡөрьәнде лә бит бер генә дананан күбәйтеп баҫтырып алғандар, ошо миҫал беҙгә өлгө булһын ине!
– Һөйләшеүҙе ошондай ыңғай нотала тамамлайбыҙ. Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт!
P.S. Номер әҙерләнгәндә, Айгиз Баймөхәмәтов тормошондағы ғәйәт һөйөнөслө ваҡиға менән уртаҡлашты: уның улы тыуған! Ихлас ҡотлайбыҙ, бәпес һау-сәләмәт булып үҫһен!
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА