Атаһы менән өйҙә ҡалған алты айлыҡ ҡына сабый илай башлағас, атай кеше, улын ҡулына алып, ниндәйҙер йырҙы көйләп бәүелтә. Малай ҡапыл илауҙан туҡтай ҙа, сабыйҙарса өн сығарып, әлеге көйҙө ҡабатлай. “Шул мәлдә тәнем семерҙәп, хатта ҡурҡып киттем”, – тип һөйләй һуңынан атаһы Уралға. Ә инде алты йәшендә, балалар баҡсаһындағы төшкө йоҡо мәлендә, атаһы менән әсәһе килеп, уятып алып, ҡайҙалыр алып китә. Ҙур, яҡты бүлмәлә рояль тора, ә уның эргәһендә мөһабәт кәүҙәле ағай ултыра. Ағай тигәне мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев булып сыға. Бына ошо осрашыу киләсәктә танылған моң оҫтаһы булып китәсәк бәләкәй малайҙың артабанғы яҙмышын хәл итә лә инде.
Заһир Исмәғилев үҙе фатиха биргән
Бөгөн беҙ уны билдәле башҡорт композиторы Урал Иҙелбаев тип беләбеҙ. Уның хөрмәтле шәхестәрҙең – Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән арҙаҡлы ғалим Мирас Иҙелбаевтың улы булыуы ла күптәргә мәғлүм. Әммә Урал үҙен бер ваҡытта ла “Гөлфиә Юнысованың йәки Мирас Иҙелбаевтың улы булам” тип танытмай. Улай тип әйтергә ихтыяж да юҡ, сөнки башҡорт сәнғәтендә Урал Иҙелбаев күптән инде үҙ исемен булдырған, күп эшләгән, ижад иткән егәрле, талантлы композитор булып танылған. Бөгөн ул – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире. Фиҙакәр хеҙмәте Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы, “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем, “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтау билдәһе менән баһаланған.
Тағы ла тарихи осрашыуға әйләнеп ҡайтайыҡ. Заһир Исмәғилев төрлө ноталар уйнап күрһәтә, Урал уны ҡабатлай. “Был малай мотлаҡ музыка буйынса белем алырға тейеш”, – ти ул. Шулай итеп, Өфө махсус музыка мәктәбендә, артабан Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә, Өфө сәнғәт училищеһында, сәнғәт институтында уҡырға насип була уға. Композитор булараҡ профессиональ белемде музыка донъяһына фатиха биргән Заһир Исмәғилев ҡулында алыу бәхете тейә.
“Һеҙҙәге моңдо тойоу һәләте ҡайҙан килә тип уйлайһығыҙ?” – тип һорайым Уралдан.
– Был хаҡта йыш уйлағаным бар. Ул, моғайын, ҡан хәтерелер. Ҡасандыр ата-бабаларым көйләгән, күңелендә йөрөткән моңдар, уларҙың хыялдары, уй-хәстәрҙәре минең аша музыка булып яралалыр, тип уйлайым. Моңдоң йыһан менән бәйләнешенә ышанам. Өләсәйем – әсәйемдең әсәһе – бик матур йырлай ине. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында үҙ ҡулдары менән скрипка эшләп уйнаған оҫта олатайҙарым булған, – тип яуапланы ул.
Ысынлап та шулайҙыр. Урал Иҙелбаев ижад иткән көйҙәр, бер ҡараһаң, заманса яңғыраған кеүек, шул уҡ ваҡытта улар төпкө аң кимәлендәге хәтерҙе яңыртып, әллә ҡайҙарға – быуаттар төпкөлөнә алып китергә лә һәләтле. Әле бына алтын юбилейы уңайынан республика театрҙарында барған спектаклдәр теҙмәһе менән танышҡандан һуң да, уларҙы музыкаль йәһәттән биҙәгән Урал Иҙелбаевтың ни тиклем фиҙакәр, егәрле булыуы, мәҙәни мираҫ кимәлендәге етди проекттарға тәүәккәл тотоноуы асыҡ күренә. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе тәҡдим иткән “Урал легендалары” мюзиклы һуңғы бер нисә йыл дауамында башҡорт сәнғәтенең айырым күренеше булараҡ ҡуйылып килә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә барған “Урал батыр”, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрындағы “Орнамент нимә тураһында йырлай?” спектаклдәрендә яңғыраған көйҙәр ҙә – милли рух менән һуғарылған әҫәрҙәр. Башҡорт дәүләт филармонияһы тәҡдим иткән “Алыҫ планеталарға бүләк” концерты Башҡорт теле көнөнә арнала. Уның төп геройҙары – Ҡурайсы ағай (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин) һәм сит планетанан килеүсе Сулпан (Ҡурсаҡ театры актрисаһы Дилә Муллабаева). Концерттың төп йөкмәткеһе – башҡорт моңоноң, милли музыканың бөйөклөгөн танытыу. Ер кешеләрен генә түгел, сит планеталарҙағы йән эйәләрен әсир итерлек ошо көйҙәрҙе Урал Иҙелбаев ижад иткән!
Иң яҡшы моң әле яҙылмаған...
Ғөмүмән, композиторҙың ижады күп ҡырлы, киң даирәле булыуы менән һоҡландыра. Беҙ Уралды драма спектаклдәре өсөн 200-ҙән ашыу музыка әҫәре тыуҙырған композитор булараҡ беләбеҙ. “Сәхнәләштерелгән һәр әҫәрҙә үҙем өсөн ниндәйҙер яңылыҡ, бығаса бер кем күрмәгән үҙенсәлек табырға тырышам”, – ти моңсо. Әсәһе Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарына ла күп кенә йырҙар ижад иткән. Улар араһында халыҡҡа таныш “Башҡортостан”, “Аҡбуҙат”, “Мөхәббәт йыры”, “Ҡырлы ҡурай”, “Туған тел” һәм башҡа йырҙар бар. Быларҙан тыш, әсәһе менән бергә балалар өсөн дә 15-ләп йыр ижад иткән. Шулай уҡ Урал Иҙелбаев 30-ҙан ашыу кинофильмды музыкаль яҡтан биҙәүсе лә. Композитор Рәсәй ҡалаларының билдәле театрҙары менән дә әүҙем эшләй.
Йыл һайын тигәндәй оркестр ҡатнашлығында ҡуйылған концерттар ҙа – бик ҡатмарлы, ныҡышмалы хеҙмәт талап иткән ижади эшмәкәрлек. Ошо йүнәлештә “Сал Уралдың моңдары” тип аталған үҙ проектын булдырыуға өлгәшкән. Башҡортостандың милли музыка ҡоралдары оркестры менән берлектә тормошҡа ашырылған башланғысҡа үҙе ижад иткән әҫәрҙәр менән бер рәттән эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйҙәре лә ингән.
– Милли йыр сәнғәте өлгөләрен эшкәрткәндә бик һаҡ булырға кәрәк. Ундағы халыҡсанлыҡты, моң, ритм нескәлектәрен, тәү асылын боҙмау шарт тип һанайым. Улар – ҡиммәтле гәүһәр ише, шуға күрә был яуаплы бурысты 100 процентлыҡ итеп башҡарып сығыуыма ышанып етмәһәм, теге йәки был башҡорт халыҡ йырына аранжировка эшләүҙән баш тартам. Әммә был – бик кәрәкле ғәмәл. Ул халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналарын бөгөнгө, киләсәк быуындарға еткерергә ярҙам итә. Шулай уҡ төрлө сәбәптәр менән онотолоуға дусар булған йатаған, ҡылҡумыҙ кеүек халыҡ ҡоралдарының тергеҙелеүе, уларҙың милли музыка сәнғәтендә ҡулланыла башлауы – ҡыуаныслы күренеш, – ти композитор.
Урал Иҙелбаев өсөн моң ул тотош йыһан кеүек. Аллаһ тарафынан бирелгән таланты, ата-бабаларынан күскән һәләте уға һәр тауышты, өндө, ауазды яңыса асырға, ишетергә мөмкинлек бирә. Киләсәккә уй-ниәттәре яҡты, маҡсаттары ҙур композиторҙың. “Иң яҡшы әҫәрҙәрем әле яҙылмаған, тип ышанам. Яңы симфониялар, балеттар, көйҙәр яҙыу теләге менән йәшәйем. Ҡасандыр миндәге һәләтте күреп үҫтергән, дөрөҫ йүнәлеш, белем һәм тәрбиә биргән атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, үҙе лә сәнғәт кешеһе булараҡ, мине аңлаған, һәр йәһәттән ярҙам иткән йәмәғәтем Дилараға, хеҙмәтемде баһалаған туған коллективыма, моң тулы яҙмышыма рәхмәтлемен”, – ти Урал Мирас улы.
Композитор тураһында замандаштары
Гөлнур ЯҠУПОВА, яҙыусы:
– Урал Иҙелбаевтың музыкаһы тәүге ноталарынан таныла, сөнки ул сағыу, яҡты образдар менән тулы. Был моң даръяһында беҙ Башҡортостан тәбиғәтен, уның тау-урманлы ҡырҙарын һәм далаларын күрәбеҙ, ҡышының ҡырыҫлығын һәм яҙының ярһыулығын тоябыҙ, таң атыуы йәки ҡоштар осошо менән һоҡланабыҙ. Бары талант ҡына көй аша беҙҙе уратып алған донъяны таныта, халыҡтың тарихи тамырҙарына үтеп инә, уның бәхетле киләсәк хаҡында хыялдарын уртаҡлаша ала. Уның музыкаһы күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, рәхәтлек бирә, уйландыра, һоҡландыра, юғарылыҡҡа әйҙәй.
Әлфиә КӘРИМОВА, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры:
– Мине һәр ваҡыт Урал Иҙелбаевтың атайым – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына һаҡсыл, айырым бер иғтибар һәм һөйөү менән бағыуы һоҡландыра. Атайымдың пьесаларына яҙған көйҙәрҙе тыңлайым да ҡәҙерле кешемдең тауышын ишеткәндәй булам. Урал Мостай Кәримдең бик күп әҫәрҙәренә көй яҙҙы: “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Салауат”, “Ай тотолған төндә”, “Ҡыҙ урлау”, “Яҡын офоҡ”... Һәм ошо спектаклдәрҙең барыһында ла Урал үҙ талантын төрлөсә асты, уларҙың һәр береһенә үҙ асҡысын табып, музыканы төп ҡатнашыусыларҙың береһе итә алды. Был – ысын таланттың сағылышы, тип уйлайым.
Лира ФӘЙЗУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһының художество етәксеһе:
– Композитор Урал Иҙелбаевтың әҫәрҙәрендә уның тыуған төйәгенә иҫ киткес оло мөхәббәте сағыла. Был айырыуса “Урал легендалары” мюзиклында асыҡ күренә. Сағыу музыкаль тамаша тарихҡа бай тыуған еребеҙҙең легендаларын берләштерҙе, яҡтылыҡ менән ҡара көстәрҙең көрәшен, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау мәсьәләһен күтәрҙе. Талантлы авторҙың ижади эшмәкәрлеге мюзиклдың бер бөтөн идея-художестволы образын тыуҙырыуға булышлыҡ итте. Һәр хәрәкәт, һәр сәхнә, һәр ым композиторҙың нескә тойомлауы һәм ылыҡтырғыс ижады менән һуғарылған. Ошоноң һөҙөмтәһе булып мюзиклдағы бәләкәй генә деталдәр ҙә бер бөтөн булып ойоша, тамашасыны үҙенә тулыһынса йәлеп итеп, сағыу, камил кульминацияға алып килә. “Урал легендалары” бөгөнгәсә беҙҙең Стәрлетамаҡ артистарының иң яратҡан проекты булып ҡала. Ул бер нисә йыл дауамында Башҡортостан тамашасыларын һоҡландырыуын дауам итә.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА