Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Декабрь 2022, 06:00

Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?

Баҫма ғалим-этнографтарға ғына түгел, башҡорт костюмы оҫталарына, дизайнерҙарға, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?

Өфөлә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Башҡорт халыҡ кейеме фотоһүрәттәрҙә һәм реконструкцияларҙа” каталогы менән таныштырҙылар.

Әлеге баҫма Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондынан һәм ғаилә архивтарынан архив фотоһүрәттәрен, шулай уҡ «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре һәм призерҙарының эштәренән фотоколлекцияны тәҡдим итә (2020-2022 йылдар). Архив фотодокументтарын баҫтырыу китапҡа ҙур әһәмиәт бирә, сөнки элекке фотоһүрәттәр традицион кейем-һалым тикшеренеүҙәрендә һәм реконструкцияларында мөһим сығанаҡ булып тора.

Баҫманы әҙерләүҙә Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары ҡатнашты.

– Каталогта архивтарҙан 130-ға яҡын ҡаралы-аҡлы фотоһүрәт (ТТӘИ һәм Г.Р. Вәхитованың шәхси йыйылмаһынан) һәм «Тамға» конкурсына тәҡдим ителгән башҡорт кейеме оҫталарының иң яҡшы эштәренән 200-ҙән ашыу төҫлө фотоһүрәт тәҡдим ителгән. Шулай итеп, беҙ әҙерләгән альбом-каталог уҡыусы алдында башҡорт кейеменең элек-электән байлығын һәм төрлөлөгөн, уның традицияларын хәҙергәсә һаҡлауҙы асып бирәсәк. Иллюстратив, альбом өлөштәре баҫмаға башҡорт милли кейемен өйрәнеү тарихы, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар кейеме үҙенсәлектәре асылған мәҡәләләр өҫтәлә, - тип билдәләй каталогты төҙөүселәр.

БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина каталог төҙөү буйынса башҡарылған эштең мөһимлеген билдәләне:

– Тарихи мираҫты һаҡлаусыларға - эҙләүселәр, тарихсыларға – ҙур рәхмәт. Баҫма киң аудиторияға иҫәпләнгән һәм ғалим-этнографтарға ғына түгел, башҡорт костюмы оҫталарына, дизайнерҙарға һәм башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.

- Был - этнография тарихында башҡорт милли кейеме тураһында тәүге альбом. Унда академия институттарының архив эштәре, ғаилә фотоһүрәттәре ингән. Күп оҫталар өләсәйҙәренең фотоларын тәҡдим итте, һәм беҙ уларҙы тергеҙҙек. Китаптың өсөнсө өлөшөндә – “Тамға” конкурсы еңеүселәре, беҙ уларҙы ла индерҙек. “Башҡорт халыҡ кейеме фотоһүрәттәрҙә һәм реконструкцияларҙа” каталогы – милли башҡорт кейемен өйрәнеү менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн яҡшы өҫтәл китабы ул, - тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.

Каталогтың исем туйы III “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәр күргәҙмәһен асыу сиктәрендә уҙҙы.

Фото: Рәмил Нафиҡов

Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең фотоһүрәте һаҡланғанмы?
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: