Өфөлә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға булышлыҡ итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына ярашлы тормошҡа ашырылған “Башҡорт халыҡ кейеме – фотоһүрәттәрҙә һәм реконструкцияларҙа” каталогы менән таныштырҙылар.
Был баҫмала Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондынан һәм ғаилә архивтарынан фотоһүрәттәр, шулай уҡ “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре һәм призерҙарының эштәренән фотоколлекция тупланған (2020–2022 йылдар). Архив фотодокументтарын баҫтырыу китаптың бәҫен күтәрә, сөнки элекке фотоһүрәттәр традицион кейем-һалым тикшеренеүҙәрендә һәм реконструкцияларында мөһим сығанаҡ булып тора.
– Был китап халҡыбыҙ, оҫталарыбыҙ өсөн бик әһәмиәтле булыр, тип уйлайбыҙ. Үҫеп килгән оҫталарыбыҙ өсөн өлгө булырҙай китапҡа этнографтарҙың 50 –80-се йылдарҙағы экспедиция фотоһүрәттәре ингән. Реконструкцияланған матур-матур биҙәүестәр, ювелир эштәре һәм тергеҙелгән милли кейемдәр ҙә бар. Оҫталарыбыҙҙың “Тамға” конкурсында ҡатнашҡан эштәре лә урын алған, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты китап авторҙарының береһе Сәлимә Усманова.
Баҫманы әҙерләүҙә Башҡортостандың фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары ҡатнашҡан.
– Каталогта архивтарҙан 130-ға яҡын ҡара-аҡ төҫтәге фотоһүрәт һәм башҡорт милли кейеме оҫталарының “Тамға” конкурсына тәҡдим ителгән иң яҡшы эштәренән 200-ҙән ашыу төҫлө фотоһүрәт тәҡдим ителгән. Шулай итеп, беҙ әҙерләгән альбом-каталог башҡорт кейеменең байлығын һәм төрлөлөгөн, уның традицияларын асып бирәсәк. Иллюстрацияларҙан тыш, унда башҡорт милли кейемен өйрәнеү тарихы, ир-егет, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар кейеме үҙенсәлектәре хаҡында мәҡәләләр ҙә бар, – тине каталогты төҙөүселәр.
БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина каталог төҙөү буйынса башҡарылған эштең мөһимлеген билдәләне:
– Тарихи мираҫты һаҡларға ярҙам иткән эҙәрмәндәргә, тарихсыларға ҙур рәхмәт. Баҫма киң аудиторияға иҫәпләнгән һәм ғалим-этнографтарға ғына түгел, башҡорт костюмы оҫталарына, дизайнерҙарға, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.
– Был – этнография тарихында башҡорт милли кейеме тураһында тәүге альбом. Унда академия институттарының архив эштәре, ғаилә фотоһүрәттәре ингән. Күп оҫталар өләсәйҙәренең фотоларын тәҡдим итте, беҙ уларҙың сифатын тергеҙҙек. Китаптың өсөнсө өлөшөндә – “Тамға” конкурсы еңеүселәре. “Башҡорт халыҡ кейеме фотоһүрәттәрҙә һәм реконструкцияларҙа” каталогы – милли башҡорт кейеме менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн яҡшы өҫтәл китабы ул, – тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.
Каталог менән таныштырыу кисәһе III “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәр күргәҙмәһен асыуға ярашлы ойошторолдо. Башҡортостандың Милли музейында иһә проект лауреаттарының оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Тамбурлы сигеү һәм янсыҡ әҙерләү; башҡорт күкрәк биҙәүестәре: һаҡал, селтәр, яға, муйынса, иҙеү, алмиҙеү; традицион башҡорт өҫкө ҡыҫҡа, билле кейеме – камзул, көмбәҙ, ирҙәр кәпәсе буйынса дәрестәр бирелде. Дәрестәрҙе башҡорт милли кейеме оҫталарының “Тамға” халыҡ-ара конкурсы лауреаттары Әлфиә Әхтәриева, Гөлнара Вәхитова, Айгөл Вәлиева, Динара Ғарифуллина, Рөстәм Дәүләтов, Юлай Ғәлиуллин һәм Гөлсөм Хөсәйенова үткәрҙе.
Ҡасандыр “Селтәр” студияһын асып, милли кейемдәр, йолалар тергеҙеү эшен йәнләндереп ебәргән Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина тәьҫораттарын уртаҡлашты:
– Башҡортостанда, баш ҡалабыҙҙа милли кейемде тергеҙеү эше менән шөғөлләнгән студиялар, клубтар юҡ ине. Шуның өсөн халыҡ ижадын, кәсептәрен үҙ иткән апайҙарҙы йыйҙым. Декретта ултырған йәш әсәләр ҙә килде. Халыҡ йырҙарын, йолаларын өйрәнделәр. Беренсе тапҡыр килгәндә, бөтөнләй энә тотмаған кешеләр ҙә бар ине. Шулай итеп, туған телде лә өйрәнделәр. Йыйылыу өсөн даими урын булманы. Альбина Хашим ҡыҙы Исхаҡованың кейәүе – рәссам Вәсил Ханнановтың галереяһында аҙнаһына бер тапҡыр йыйыла башланыҡ. Шул ваҡытта һәр береһенә маҡсат ҡуйҙым – төбәгегеҙҙә быуындан-быуынға тапшырылып килгән, үҙҙәренең генә ғаиләһенә хас кейемдәрҙе яңынан тергеҙеп кейеп алырға ҡуштым. Шунан эш башланыҡ, артабан стилләштереүгә тотондоҡ. Беренсе күргәҙмәне лә ойошторҙоҡ.
Үҙем дә алмиҙеү эшләнем һәм уны Бөтә донъя күсмәндәр уйынына кейеп барҙым. Шунда ул бөтәһенә лә оҡшаны, сөнки традицион формаһын, биҙәлешен дә һаҡлап эшләнелгәйне. Артабан был эш популяр булып китте. Йәштәр араһында, мәктәптәрҙә, фольклор коллективтарында ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Оҫталыҡ дәрестәре үтте. Башҡорттар йәшәгән төрлө төбәктәрҙә йөрөнөм. Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Мәскәү тарафтарында милли кейемдәрҙе, фольклор өлгөләрен тергеҙеү менән шөғөлләндек. Аллаға шөкөр, бөгөн ҡыуанып әйтә алам, хәҙер үҙебеҙҙең милли кейемдә йөрөгән йәштәр ҙә, ололар ҙа күп.
Башҡорт милли кейеменә һөйөү, һаҡсыл ҡараш нығынды. Һәр бер тыуған ҡыҙ балаға милли күкрәк биҙәүесе бүләк итеү йолаға әйләнде. Элек тә беҙҙең халыҡта ҡыҙ балаға тәңкә, ир баланың түбәтәйенә тәңкә тағыу йолаһы булған. Уларҙы ла кейемдәр аша ҡайтарҙыҡ. Фольклор фестивалдәрен ойошторғанда һәр ҡатнашыусыға шарт ҡуйҙым: әгәр һеҙ фольклор коллективы икән, иң тәүҙә үҙегеҙҙең төбәккә хас кейемде тергеҙеп кейергә тейешһегеҙ, Йола күрһәтәһегеҙ икән, кейемдәрегеҙ боронғоса булһын. Ошо рәүешле кейемдәр ҙә, йолалар ҙа тергеҙелде. Ҡырғыҙстанға уҡ атырға барғанда ҡырғыҙҙар Күсмәндәр уйынында милли кейемдә йөрөй ине. Ни өсөн башҡорттарҙа ла шулай түгел икән, тигән сәм менән ҡайттыҡ. Шунан башланды беҙҙең кейемдәрҙе тергеҙеү ғәмәле. 10 йыл элек “Селтәр” студияһын төҙөнөм, 2016 йылдан милли кейемдәрҙе тергеҙеү эшенә ныҡлап тотондоҡ. Нимә эшләһәң дә, үҙең өлгө булып торорға тейешһең, шуға күрә һәр ғәмәлде үҙемдән башлайым: шул уҡ уҡ атыуҙы ла, бөркөт сөйөүҙе лә, кейем тегеүҙе лә. Тамырын белмәгәндең киләсәге юҡ. Шуның өсөн тарихын белгән йәштәр Башҡортостаныбыҙҙы данлар тигән теләктә ҡалам.
Башҡорт милли кейеменең киләсәге бар, тип ҙур ышаныс менән әйтергә була. Был эш менән шөғөлләнгән кешеләргә уңыштар теләйек.
Рүзилә ИҪӘНБАЕВА