Зәбих Исҡужин – башҡорт ғалимы, публицист һәм әҙәби тәнҡитсе. Бер нисә йыл элек әле уның исеме халыҡҡа бөтөнләй билдәһеҙ ине. Ғалим тураһында беренсе тапҡыр филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова яҙып сыҡты. Ул Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәге архивтарында Зәбих Исҡужин тураһында материалдар, уның хеҙмәттәрен таба. Араларында Шәйехзада Бабичтың "Башҡорт халҡына" шиғыры ла була.
– Был шиғыр әлегәсә бер ҡайҙа ла баҫылмаған. Уны Ш. Бабич үлгәндән һуң 102 йыл үткәс, Зәбих Исҡужин арҡылы таптыҡ, – ти Гөлсәсәк Саламатова. – 1936 йылда Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы кешеһе Сафа Фәйзуллин Ҡазанға З. Исҡужинға хат яҙып, уның үтенесе буйынса таныштары һәм дуҫтары араһында Бабичтың һаҡланып ҡалырға мөмкин шиғырҙарын эҙләүе хаҡында хәбәр итә. Ул шулай уҡ ғалимға Ш. Бабичтың «Башҡорт халҡына» шиғырын ебәреүе, был шиғырҙы ауылдашы Ғүмәр Бикҡужин дәфтәренән ятлап алыуы тураһында яҙа. Әммә шиғыр З. Исҡужиндың архивында табылманы. 2020 йылда, бәхетле осраҡлыҡ арҡаһында ғына, "Башҡорт халҡына" шиғыры Нәҡи Иҫәнбәттең йорт архивында "З. Исҡужин материалдары" тип яҙылған папкала табылды, – ти ул.
Зәбих Исҡужин ни бары 25 йыл ғына йәшәп өлгөрә. Әммә замандаштарының йәш, талантлы ғалим тураһындағы хәтирәләре, беҙҙең көндәрҙә лә актуаль булған хеҙмәттәре һаҡланып ҡалған. Ул милли шиғриәтте, музыканы өйрәнә, хатта татар радиоһында "Артист Йылайыр" псевдонимы менән тапшырыу ҙа алып бара. Был факттарҙың барыһы ла Г. Саламатованың "Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете” тигән китабында һүрәтләнә. Ошо китап буйынса телефильм төшөрөлә. Авторҙар Зәбих Исҡужиндың образын һәм холҡо һыҙаттарын асып бирергә, ижади мираҫы тураһында һөйләргә тырыша. Ролде М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов башҡара. Фильмда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташ, ғалимдар Миңлеғәли Нәҙерғолов, Рәмил Исламов, Миләүшә Хәбетдинова ҡатнашҡан. Ул Өфө, Ҡазан ҡалаларында, Зәбих Исҡужиндың тыуған яғы – Йылайыр районында төшөрөлгән.
– Зәбих Исҡужиндың тормош тарихы ныҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы, фажиғәле, унда асыҡлайһы нәмәләр күп әле, – ти сценарийҙың авторҙашы һәм фильмдың режиссеры Рәйсә Абдуллина. – Фильмда ҡатнашыусылар менән бергә уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы ваҡиғаларҙың сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен аңларға тырыштыҡ. Минеңсә, күңелгә үтерлек, һабаҡ алырлыҡ тарих килеп сыҡты. Патриот, шағир, тикшеренеүсе тарихы, – ти ул.
Башҡортостан тарихында билдәһеҙ биттәр күп. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа республика халҡы онотолған исемдәрҙең ҡайтарылыуына шаһит була. Башҡортостан Башлығының шәхси булышлығы аша Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры – генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде, һәйкәл ҡуйылды. Шулай уҡ Арктиканы өйрәнеүсе В. Альбанов музейы булдырылды, уның тураһында ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында документаль фильм күрһәтелде.
Республика халҡы шулай уҡ "Башҡорт авиалиниялары"ның ҡаһарман экипажы тураһында ла белде – улар двигателе янған самолетты ергә ултыртып, пассажирҙарҙы ҡотҡара. Геройҙарға награданы 26 йылдан һуң Башҡортостан Башлығы тапшырҙы.
– "Ҡайтарылған исемдәр" циклы – республика тарихының өйрәнелмәгән биттәре. Исемдәре билдәһеҙ, әммә ҡалдырған мираҫтары тикшереүгә һәм мәңгеләштереүгә лайыҡлы кешеләр тураһында. Әле проект командаһы бер нисә Башҡортостан кешеһенең тормошон, эшмәкәрлеген өйрәнә. Бер шәхестең тарихы айырыуса үҙенсәлекле – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире талантлы шағир, ә ижады исемһеҙ авторҙыҡы тип билдәле була. Гөлсәсәк Саламатова был серҙе асыуға өлгәшә. Бөтә серҙе лә әйтеп бөтмәһәк тә, киләһе фильм уның тураһында буласаҡ, – ти БЮТ каналының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.
Шағир-фронтовик, тикшеренеүселәрҙең ҡатмарлы эҙләнеүҙәре тураһындағы фильмды телевизор ҡараусылар Еңеү көнө алдынан ҡарай ала.
Фото: “Башинформ"; З. Исҡужиндың фотоһүрәте ba.wikipedia.org сайтынан алынды.