26 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “КАРО” киноселтәренең генераль директоры Александр Рязанцев менән осрашты. Унда шулай уҡ директор Артур Абдрахманов етәкселегендә “Муха” анимация студияһының ижади коллективы ҡатнашты.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров, “Муха” “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы анимация фильмы өҫтөндә эшен тамамлай, тип билдәләне. Яҡтар уны Рәсәй прокатында күрһәтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Йәнһүрәтте республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә “Муха” студияһы төшөргән. Хикәйәләү үҙәгендә – 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттар тарихы. Француздар башҡорт атлыларын уҡ-йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн боронғо Рим илаһы менән сағыштырып, “Төньяҡ амурҙары” тип атаған.
– Беҙҙең кинематограф әүҙем үҫешә. Яңыраҡ Мостай Кәримдең “Һеңлекәш” һәм “Өс таған” әҫәрҙәре буйынса картиналар, Булат Йосоповтың “Бабич”, “Беренсе Республика”, “Шағир көндәлеге” милли трилогияһы донъя күрҙе. “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәте айырыуса көнүҙәк, унда күп нәмә әле барған ваҡиғалар нигеҙенә һалына. Ул Рәсәйгә йәш быуынды тәрбиәләүҙә хеҙмәт итер, тип ышанам. Был таҫма илебеҙҙең ысын мәҙәни ваҡиғаһына әйләнеүен теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Александр Рязанцев йәнһүрәтте федераль кимәлдә танытыу өсөн бер нисә вариант тәҡдим итте. Атап әйткәндә, 29 ғинуарҙа Мәскәүҙең Кино йортонда “Төньяҡ амурҙары” премьераһы була.
Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына республикала, илдә картинаны танытыу һәм күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.