Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Февраль 2023, 19:00

Башҡортостандың халыҡ артисын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!.

«Зөлхизә», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Шәүрә» кеүек мәшһүр йырҙарҙы бик оҫта башҡарыусы моңло йырсыны республикала ғына түгел, Мәскәү, Ленинград, Ҡазан, Урта Азия ҡалаларында, Финляндия, Монголия сәхнәләрендә лә көтөп алалар, алҡыштарға күмәләр.

Башҡортостандың халыҡ артисын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!.
Башҡортостандың халыҡ артисын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанованың тыуған көнө.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Солтанова (ҡыҙ фамилияһы - Мөхәмәтйәнова) Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лаҡлы ауылында күп балалы ғаиләлә 1937 йылдың 16 февралендә тыуған. Моңло тауыш йырсыға атаһынан бирелгән. Бик бәләкәйҙән мәктәп, ауыл клубында йырлап үҫә.

1960 йылда — Свердловск ҡалаһында П. И. Чайковский исемендәге музыка училищеһын, 1968 йылда — Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлай. Юғары белемле йәш йырсы, Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай.

«Зөлхизә», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Шәүрә» кеүек мәшһүр йырҙарҙы бик оҫта башҡарыусы моңло йырсыны республикала ғына түгел, Мәскәү, Ленинград, Ҡазан, Урта Азия ҡалаларында, Финляндия, Монголия сәхнәләрендә лә көтөп алалар, алҡыштарға күмәләр.

Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. З. Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһында Әминә ролен, Нәжип Йыһановтың «Алтынсәс» операһында Алтынсәс партияһын башҡара. Ғәлиә Солтанова башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар» операһынан Бибинур арияһын да тулҡынланмайса тыңлау мөмкин түгел.

Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙә ике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғ. Солтанова үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы оҫта педагог булып та таныла. 1980 йылдан башлап Өфө педагогия колледжында, 1988 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарҙы театр, музыка буйынса уҡыта. Тырышлығы, уңғанлығы менән коллегалары, студенттар араһында абруй ҡаҙана.

Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы бөгөн дә кисәләрҙә, мәҙәни сараларҙа тыуған халҡы өсөн моңло йырҙар башҡара.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙын тыуған көнө айҡанлы ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.
 
Сығанаҡ: википедия
Фото: vk.com/uldash_fm
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: