Мәсетле районының ун ике ауылында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Уларҙың төп бурысы: йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшырыу. Шулай уҡ ауыл халҡы менән бергәләп, этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының һәм ир-егетенең йәмғиәттәге һәм дәүләттәге социаль статусын күтәреү, уларҙың заман талаптарына ярашлы шөғөлө, карьераһына булышлыҡ итеү, шулай уҡ “Башҡорт ғаиләһе” статусын күтәреү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
Ошо көндәрҙә Һөләймән ауылында “Алъяпҡысым - минең шәжәрәм” исемле мәртәбәле сара үтте. Унда райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, район музейе етәксеһе Нәзирә Әхкәмова, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова, Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов һәм ғүмер буйы халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт һәм ҡыуаныс, йәм табып йәшәүсе, төрлө өлкәлә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға күп көс һалған Айып, Аҙанғол, Әбдрәхим, Яңы Мишәр, Ғүмәр, Дыуан-Мәсетле, Бурансы, Тукбай, Йыланыш ауылдары ағинәйҙәре килде.
Ошо сараны тырышып, бар күңелен биреп, ауылым, халҡым, тыуған ерем тип янып йәшәүсе Һөләймән ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова ойошторҙо.
Мәсетле районы ағинәйҙәренең эше оло ихтирамға лайыҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы милли кейем тегеү буйынса оло эш алып бара. Беҙҙең яҡтарҙа тамбурлы ҡайыуға оло иғтибар бүленә. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Алъяпҡыста төшөрөлгән биҙәктәр нимәне аңлата һуң?
Ошо һорауға Һөләймән ауылынан Розалия Юмагужина яуап тапҡан. Уныңса, алъяпҡыстарҙа шәжәрә төшөрөлгән. Һәр ғаилә ағзаһының йондоҙлоғона ҡарата төҫтәр билдәләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙар сәскәләр, ир-егеттәр тубырсыҡтар менән һынландырылған. Розалия Разак ҡыҙы ҡайыу алымы менән алъяпҡыска шәжәрә эшләү ысулы менән таныштырҙы һәм үҙенең эштәрен күрһәтте.
Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан Анфиса Мөхөтдинова утыҙ йыл буйы йыйған шәжәрәһен тәҡдим итте, унда ун алты быуын күрһәтелгән.
Төньяҡ-көнсығыш комплексының милли кейемен тергеҙеүҙә оло эш алып барған Нәзирә Фазылйән ҡыҙы тамбурлы ҡайыуҙа ниндәй хаталар булдырырға ярамағанлығын аңлатып үтте.
Күрше ауылдарҙан килгән оҫталар үҙҙәренен алъяпҡыс тарихын, нисәнсе йылдарҙа ҡайылып эшләнгәне хаҡында һөйләне, күргәҙмәләр ойошторҙо. Ағинәйҙәрҙең йырға, бейеүгә, һөйләүгә лә маһирлыҡтарын белде килгән ҡунаҡтар. Күҙҙең яуын алып торған алъяпҡыстар байрамды айырыуса биҙәп торҙо!
Сараға шулай уҡ Абдулла ауылы вәкилдәре лә килгән ине. Улар ҙа “Ағинәйҙәр” ойошмаһын ойошторорға теләй. Тәжрибә туплап, илһамланып, рухланып ҡайтты улар.
Тарихыбыҙҙы һаҡлауға йүнәтелгән “Алъяпҡысым - минең шәжәрәм” исемле сара барыһының да күңеленә хуш килде. Осрашыу мул ризыҡтан һығылып торған өҫтәл артында дауам итте.
Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙҙәттәрен һаҡлап, йәш быуынға тапшырыусылар булғанда, милләтебеҙ киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тип ышанып ҡалабыҙ. Сараны ойошторған Һөләймән ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Анфиса Ишмөхәмәтова
Сығанаҡ: vk.com/club20916055