Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Февраль 2023, 15:35

Халыҡ күңелендә йәшәй

Кешегә яҡын ғәмәлдәр хаҡында яҙған.

1928 йылдың ҡышы һалҡын, ҡарлы һәм елле була. Ошондай һыуыҡ көндәрҙә, 23 февралдә, күренекле башҡорт шағиры Әнғәм Атнабаев тыуған. Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында ете балалы ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән.

 Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы фронтҡа алына. Бер айҙан етенсе туғаны тыуа. 1942 йылда атаһы Ленинград янында ҡан ҡойошло һуғышта башын һала. Шулай итеп, үҫмер Әнғәм, иң өлкән ир-егет булараҡ, ғаилә терәге булып ҡала. Ғаиләләренең ҙур ярҙамсылары, әсәһенең атаһы – ҡартатайҙары ла мәрхүм булып ҡалғас, уларға бик еңелдән булмай. Әсәһенә бәләкәй балаларын үҫтерергә ярҙам итер өсөн, дөйөм белем биреү мәктәбенең етенсе класында уҡығанда уҡ физкультура дәрестәрен алып бара башлай. Эшһөйәрлеге менән айырылып тора һәм башланғыс кластарҙа пионервожатый булырға ҡарар итә. Ул тематик кисәләр, конкурстар һәм саралар ойоштора, сценарийҙар яҙа. Йәш шағир бигерәк тә шиғриәт кисәләре үткәрергә ярата.

Ауылында эшләгән осорҙа балаларҙы йыйып, шиғыр яҙырға өйрәткән. Улар шиғыр яҙып ҡына ҡалмай, йыйылыш үткәреп, ҡәләм тирбәлтеүселәрҙең эштәрен уртаға һалып тикшерер булғандар.

Урта мәктәпте уңышлы тамамлап, Әнғәм Атнабаев Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанға юллана, унда педагогия институтына уҡырға инә. Шағирҙың һәләттәрен Ҡазанда ла күргәндәр, эшкә ҡалырға саҡырғандар, ләкин егет һөйөклө Башҡортостанына ҡайтҡан.

Әлеге көндә Иҫке Күрҙем ауылында йәшәгән бер туған ҡустыһы Мәғдән Ҡасим улы хәтерләүенсә, Әнғәм ағаһы бик шаян телле, шуҡ булған. Ауыл балалары, һәр урамда йыйылып, һуғыш уйыны уйнағандар. Әнғәм, командалыҡ итеп, гел “командир” булып йөрөгән. Ағастан мылтыҡ яһап, моҡсайҙарға көл тултырып, йәнәһе лә, шартлатҡыстар әҙерләгәндәр.

Әнғәм Атнабаев бик мәрәкәсел кеше булған. Уның шуҡлығын ауылдаштары әле лә көлөп һөйләп ала. Эңерҙә ағас мылтыҡ тотоп, күрше инәйҙең тәҙрәһен туҡылдатып, “Бабушка, дай молоко” тип ҡурҡытмаҡ була. Иртәгәһенә теге инәй “Әнғәм, һин инеңме? Һинеке кеүек тауышлы берәү йөрөнө”, – тип һорай, ти...

Йыш ҡына ауылдарына ҡайтып йөрөр булған. Бесән сабыу, япраҡ әҙерләү, емеш-еләк йыйыу кеүек эштәрҙә Әнғәм Атнабаев та ярҙамлашыр булған. Шулай бер көн утын ярып торған Әнғәм ағаһы янына килеп, Мәғдән ҡустыһы: “Һе, шулай ғына ярҙыңмы ни?” – тип һорай. “Өҫтән ҡарағанға ғына шулай күренә ул, ә һин ергә ятып ҡара, тау кеүек”, – тип яуап бирә шағир.

Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле тигән кеүек, Әнғәм Атнабаевтың һүрәт төшөрөү оҫталығы ла булған. 17-18 йәшлек сағында майлы буяу менән Сталиндың портретын эшләп, онға, бойҙайға алмаштырып, ғаиләһенә ярҙам иткән.

Нәҫелдәрендә башҡорт мәғрифәтселәре, шағирҙар Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков кеүек шәхестәр булған ғаиләлә шағир тыуыуы һис тә аптырарлыҡ хәл түгел.

Ябай кешенең күңелен, рухи донъяһын асыу Атнабаев шиғриәтенең төп темаһы булып тора. Үҙенең шиғриәтендә тормошо­ноң мөғжизәле мәлдәрен, һөйкөмлө ҡаты­нына һөйөүен сағылдыра. Ижадында шиғырҙар ғына түгел, сюжеттары Баш­ҡортостан халҡы тормошонан алынған пьесалар ҙа барлыҡҡа килә. Республика буйлап күп сәйәхәт итеп, төрлө кешеләр менән аралашып, ауыл һәм ҡала халҡының йәшәү рәүеше һәм үҙенсәлектәре менән танышып, Әнғәм илһамланып ижад итә. Пьесаларҙа Атнабаев халыҡ аҡылын, юморын аса. Сатира һәм драматургияла ла уңышлы эшләй.

Әнғәм Атнабаевтың исемен мәңгеләш­тереүе өсөн бик күп эш башҡарыла. Уның исеме тыуған ауылындағы урта мәктәпкә бирелгән. Әнғәм Атнабай музейы асылған, уның хөрмәтенә бюст ҡуйылған. Яңауыл ҡалаһы, Үрге Тәтешле һәм Иҫке Күрҙем ауылдарындағы урамдарға исеме бирелгән. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. 2003 йылда Тәтешле районы хакимиәте Атнабай исемендәге премия булдырған.

2007 йылдан алып Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында “Күрҙем шишмәләре” тигән ҙур байрам үткәрелә. Республикала быйыл Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған саралар ойошторола. Уның ижадын халыҡ әле лә яратып уҡый.

 

Филүзә БӘШӘРОВА, Тәтешле ра­йоны, хаҡлы ялда:

– Әнғәм Атнабаев менән таныш­ҡанымды һөйләмәксемен. Йәш саҡта яҙыусылар менән ҡыҙыҡһынып та бармай инем. Берәй оҡшаған шиғыр булһа, уның авторын ҡарап тороу юҡ, шиғырҙы күсереп ҡуяһың. Мин дә үҙемдең ҡалын дәфтәргә Атнабайҙың “Миләүшә көндәлеге” тигән шиғырын яҙып алдым. “Яраттырҙың, үҙең яратманың” тигән юлдары бар ине, шул оҡшағандыр инде. Бер еренә лә Әнғәм Атнабаев тигән яҙыу яҙып ҡуймағанмын. Кемдеке икәне ҡыҙыҡ­һындырмағандыр ҙа. 1982 йылда Ҡоҙаш ауылына башҡорт теле уҡы­тыусыһы булып эшкә килдем. Атнабаев менән йәш саҡтан таныш булған уҡытыусы апайҙар менән аралашырға насип булды. Уның йәш сағын, Өфөгә эшкә киткәнсе район гәзитендә эшләп йөрөгәнен, шиғырҙар яҙғанын һөйләнеләр.

“Беҙ уның шиғыр яҙыуынан көлә торғайныҡ”, – тип һөйләнеләр. “Көлөгөҙ әле, көлөгөҙ, аҙаҡ шиғырҙарымды эҙләп уҡырһығыҙ әле”, тип әйтә торғайны, бына хәҙер эҙләп уҡыйбыҙ, шиғырҙарын ятлап алабыҙ”, – тине өлкән уҡытыусы апайҙар.

Шунан һуң бер-ике йыл үтеп киткәс, Тәтешлелә ҡалдым. Һабантуйға барҙым. Шунда Әнғәм Атнабаевты беренсе тапҡыр күрҙем. Унда ул үҙенең “Хөббөниса әтәсе” тигән шиғырын уҡыны. Трибунаға сығып баҫып, оҙон сәсен артҡа һирпеп ебәреп, оҙон бармаҡтарын һелтәй-һелтәй һөйләне – ул шул килеш күҙ алдымда тора. Шиғырҙарын бик яратам, сөнки ул ябай, йор телдә яҙылған. Халыҡ күңеленә үтерлек итеп, кешегә яҡын ғәмәлдәр хаҡында яҙған.

 - Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Хөббөниса әтәсе

 

Һуңлап ҡына Әтәс ҡайтып керҙе...

Танырлыҡ та түгел, ләхәүлә!

Кикрек китек... Күҙ төбөндә – фонарь...

Аяҡ аҡһаҡ – саҡ-саҡ һөйрәлә...

Хөббөниса, әтәсенә ҡарап,

Әрнеп-әрнеп былай һөйләнә:

– Тағын күршеләрҙә булдың инде?!

Тағын гонаһ ҡылдың, туйымһыҙ!

Үҙеңдең бит ун биш тауығың бар –

Бына тигән, ҡарап туйғыһыҙ!

Яныңдан бит дер ҡалтырап ҡына,

Йомшаҡ баҫып ҡына уҙалар,

Бер саҡырһаң, ун бише лә килә,

Ни теләһәң, шуға ризалар.

Ә һин, харап! Шпор шалтыратып,

Күкрәк киреп йөрөгән булаһың,

Өҫтәүенә, маҡтанаһың әле,

Йәнәһе лә, иртә тораһың.

“Кикрикүк!” тип һөрән һалаһың да –

Эшең бөттө! Эштең ҡалғаны

Меҫкен тауыҡ елкәһенә төшә;

Күкәй һалыу, себеш ҡарауы.

Ә һин көн дә кәзә һуҡмағында

Һөйрәләһең, әҙәм аҡтығы!

Йә, күршенең тауыҡтары ҡаҙмы,

Томшоҡтары әллә алтынмы?

Шул кәнтәйҙәр өсөн ҡанға батып

Ҡайтҡан инең үткән аҙнала!

Һаман тәүбә итмәгәнһең икән –

Тауыҡ тауыҡ инде ҡайҙа ла!

Малды эйәһенә оҡшамаһа,

Хәрәм була, тиҙәр, дөрөҫтөр.

Бигерәк Хатмуллама оҡшағанһың...

Кит,

Күҙ алдымда торма, һепертке!

...Хөббөниса шулай тиргәп-ҡарғап,

Аҙғын әтәсенә ем һипте.

Әнғәм Атнабай

Читайте нас: