Белорет районында ағинәйҙәр ойошмаһына 2018 йылдан етәкселек иткән Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы - республикабыҙҙағы әүҙем ағинәйҙәребеҙҙең береһе. Ғүмеренең 44 йылын ул уҡытыусылыҡҡа арнаған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған белгес тыуған яғында балаларға башҡорт телен уҡытыу өсөн күп көс һалған. Белорет ҡалаһының 14-се гимназияһында башҡорт телен уҡыта башлаған йылдарын да ул ҙур ғорурлыҡ менән хәтергә ала.
Артабан ҡалала башҡорт мәктәбен асыуға ла ҙур көс һала. Уға етәкселек иткән осорҙа Зөбәржәт Суфиянова "Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында Гран-при алыуын, мәктәп коллективының башҡа ҡаҙаныштарын, уҡытыу эшендә генә түгел, мәҙәни сараларҙа ла ҡайнап йәшәүен һағынып иҫкә ала. Һуңғараҡ мәктәпкә гимназия исемен биреүгә лә өлгәшәләр. “Өс хор эшләне. Беҙҙе "йырлаусы гимназия” тип йөрөттөләр”, ти конкурсантыбыҙ. 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, белем усағы менән бәйләнеше өҙөлмәй. Үҙенән һуң эшләгән директорҙарҙың бөтәһе лә тиерлек үҙенең уҡыусылары булыуы менән дә ғорурлана ул.
Хаҡлы ялдағы бер генә көнө лә буш үтмәй конкурсантыбыҙҙың. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла. Ҙур районда ағинәйҙәр ойошмаһына етәкселек итеү эшен дә һис зарланмай алып бара. Ағинәйҙәрҙең һәр эштә әүҙем булыуына рәхмәтле.
"Ҡала ағинәйҙәре ҡорон координация советы тип атаныҡ та, ауылдарҙы бүлеп биреп, ярҙамлашабыҙ. Ағинәйҙәр шул тиклем әүҙем, көн дә төрлө саралар үткәрелеп тора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам булһын өсөн әллә күпме посылка һалдылар, ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләнеләр. Ундай эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел", - ти Белорет ағинәйе.
Ауылдағы барлыҡ сараларҙа ла булырға өлгөрә Зөбәржәт Суфиянова. Үҙенең әле булһа машина йөрөтөүе лә эше өсөн уңайлы. Ошолай йәмғиәттә ҡайнап йәшәүе уға ҡайғылыларҙы еңергә лә ярҙам итә. "Шәхси тормошҡа килгәндә, уҙған йыл минең өсөн бик ауыр булды. Ирем, 94 йәшлек әсәйем, шулай уҡ ҡустым бер ваҡытта тиерлек вафат булдылар. Ауыр ҡайғыларҙан арынырға йәмәғәт эштәре ярҙам иткәндер тип уйлайым. Күңелемде баҫыр өсөн ике ҡыҙым, дүрт ейәнем, дүрт бүләсәләрем бар. Улар бөтәһе лә Өфөлә йәшәй. Донъялары етеш, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Мине онотмай, аҙна һайын килеп ярҙам итәләр. Хоҙайым уларға һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер бирһен", - тип ғаиләһе тураһында ла һөйләне Зөбәржәт апай.
Үҙ йортонда баҡса үҫтереүҙән дә күңел кинәнесе ала. Өйөндә лә гөлдәренең һәр төрлөһө бар, ҡышын да улар шау сәскәгә күмелеп ултыра. Таштарҙан коллекция йыйыу ҙа - мауыҡтырғыс бер шөғөлө. Уларҙы йәбештереп төрлө фигуралар яһап күңел йыуанысы ала. Алмас мозаикаһынан эшләнгән картиналары ла өйөн биҙәй. Уларҙы балаларына, дуҫтарына бүләк итеп, яҡындарын шатландыра.
Тынғыһыҙ, тырыш Белорет ағинәйенең хеҙмәтен ҙурлаған наградалары ла байтаҡ. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Башҡортостандың 100 йыллығына, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдары ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана.
Белорет ағинәйенә гәзитебеҙ иғлан иткән конкурста ла тик уңыштар теләйбеҙ.
Фото Зөбәржәт Суфиянованың шәхси архивынан.