Уҡытыусы олоғайһа ла уҡытыусы, йәмғиәтебеҙҙе тәрбиәләүсе булып ҡала. Филология фәндәре кандидаты, Стәрлебаш районының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙының тормошо ла йәштән ошо һөнәр менән бәйле. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Артабан хеҙмәт юлын Стәрлебаш 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә дауам итә. 1992-2008 йылдарҙа ошо уҡ мәктәптең директоры вазифаһын башҡара.
Һәр нәмәгә яуаплы ҡарауы, ал-ял белмәй эшләүе, заман һулышын тоя, алдан хәстәрләй, оҫта ойоштора белеүе, берҙәм коллектив туплай алыуы мәктәпте районда ғына түгел, республикала алдынғылар рәтенә сығара. Матурлыҡты, тәртипте яратыусы директор мәктәп йортон да, кабинеттарҙы ла, уҡыу-тәжрибә участкаһын да, ашхана, спорт залын да матур итеп биҙәүгә, йыһазлауға ҙур иғтибар бирә. Мәктәп яны участкаһында үҫтерелгән емеш-йәшелсә уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу өсөн файҙаланыла. Әлбиттә, был эштәрҙең һәр береһенең башында директорҙың ойоштороу-етәкселек оҫталығы ята. Талапсан, әммә ғәҙел етәксе эште күрә лә, баһалай ҙа белә. Бәләкәй уңыштарҙан ҙур маҡсаттарға әйҙәүсе дәртләндереү һүҙе табыу, ыңғай өлгө нигеҙендә тәрбиәләү - Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙының төп ысулы.
Мәғариф өлкәһендә төрлө ярыш-конкурстар ойошторола башлағас, мәктәп уларҙа ҡатнашып, үҙен һынап ҡарай. Тырышлыҡ үҙ емешен бирмәй ҡалмай. 2004 йылда мәктәп «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре» конкурсында республикала финалға сыға, ә 2005 йылда I урын яулай.
«Шәхесте тик шәхес кенә тәрбиәләй ала» тигән девиз менән эшләй Хәнә Баһауетдинова. Бөтә күңелен биреп эшләгәне, кешелекле, кеселекле булғаны өсөн уны ихтирам итәләр.
Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙына һуңғараҡ тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә. 2008-2011 йылдарҙа Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында экспертиза, лицензиялау, дәүләт аккредитацияһы һәм аттестация бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта мәғариф менән идара итеүҙең теорияһы һәм практикаһы кафедраһында өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләй. Артабан Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
Йәмәғәт тормошонда ул йәштән ҡайнап йәшәй. Студент йылдарында уҡ төркөмдөң комсоргы, факультеттың комсомол ойошмаһы секретары була. Уҡытыусы, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған йылдарҙа райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлана. 2014 йылдан Стәрлебаш районының ағинәйҙәр ойошмаһына етәкселек итеүе менән бер рәттән белем биреү сифаты буйынса район мәғариф бүлегенең йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Стәрлебаш районының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы вазифаларын да алып бара.
Хеҙмәтең юғары баһаланғанда, эшкә дәртең тағы ла арта. Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙының Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре һәм башҡа маҡтаулы наградалары бар. “Ал да нур сәс халҡыңа!”, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы”, Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдары, бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары ла уның хеҙмәтен баһалай.
Районда ағинәйҙәр ойошмаһына етәкселек итеүе дөйөм эштәренең бер йүнәлеше генә Стәрлебаш конкурсантының.
Фотолар: шәхси архивтан.